Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
     Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ йоҡлағанда төштә күрер өсөн аҫта салауаттар килтерелә. Һәр иманлы мосолмандың изге Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төшөндә күрергә теләге барҙыр. Ләкин уны ﷺ төштә күреү һәләте үҙебеҙҙә уға ﷺ ҡарата булған мөхәббәттең һәм тоғролоҡтың кимәленә бәйле. Аҡһаҡалдар һәм ғалим кешеләр үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, ғәмәлдәре һәм игелектәре ярҙамында пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәрендә күреү бәхете тураһында яҙып ҡалдырғандар. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ төшөбөҙгә инһен тиһәк, тәһәрәтләнеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, тәүбә итеп, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар һәм сәләмдәр әйтеп, Рәсүлүллаһыны ﷺ төштә күрергә ниәтләнеп йоҡларға ятыр кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелә:
                                           مَنْ رَآنِي فِي الْمَنَامِ فَسَيَرَانِي فِي الْيَقَظَةِ, وَلَا يَتَمَثَّلُ الشَّيْطَانُ بِي
     «Мән раани фиил мәнәәми фәсәйәрәнии фиил йаҡаҙа үә ләә йәтәмәҫәлү шайтаанү биһи». тулыһынса ошонда уҡығыҙ...