Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы
Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Валиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы. Көнбайыш һәм Төньяҡ Төркөстан». 1-се өлөш (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. — Өфө: Китап, 2014. — 276 бит.) китабын уҡырға тәҡдим итәм. Зәки Вәлидинең «Башҡорттар тарихы» китабында уҡып һәм был китап менән сағыштырып фекер итә башлаһаҡ: Башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә «үҙ ирке» менән ҡушылыуына шик тыуа. Башҡорттың бер өлөшө «үҙ ирке» менән етәкселәре арҡаһында ҡушылһа (Рус воеводалары башҡорт һәм татар мырҙаларын рус дворяндары синыфына алыу, башҡа бейҙәрҙе һәм тархандарҙы ла төрлө кейем һәм дәрәжә менән бүләкләү юлы менән ҡулдарында тотоу сәйәсәте алып барҙы). Икенсе башҡорт өлөшө урыҫ хакимлығын Рәсәй алып барған бер туҡтауһыҙ һуғыштары арҡаһында еңелеп ҡабул итһә, өсөнсө өлөш башҡорттар сит яҡтарға ҡасып, күсеп китергә мәжбүр була.
Рус баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрк ҡәбиләһе юҡ. Был күтәрелештәрҙең күплеген, оҙайлылығын һәм көсөргәнешлелеген күҙ уңында тотоп, рус тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы «рус хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы» тип баһалаған.
Беҙ үткән тарихтарҙы ентекләп, аҡты-ҡаранан айырып өйрәнергә тейешбеҙ. Совет осоронда ла, хәҙер ҙә үткән тарихтарҙы болғап тик бер милләтең бөйөк, еңелмәҫ тарихы бар тип, сәйәсмәндәр бик оҫта ҡуллана. Быға бик күп көс, аҡса сарыф итеп, донъяны ялғанға һәм алдаҡҡа сумдыралар. Миҫалға: Ҡаҙаҡстандың элекке президенты Назарбаевтың дәрәжәһен күтәреп, ҡаҙаҡ халҡын ялған пропагандала тотоу өсөн ҡаҙаҡ халҡына ялған мәғлүмәт тараттылар. Имеш ҡаҙаҡтарҙан төҙөлгән хәрби полктар Наполеонға ҡаршы сығып Бородино һуғыштарында ҡатнаштылар, йә иһә һыбайлы ҡаҙаҡтар дивизияһы немец танкыларына ҡаршы ҡылыстар менән саптылар, ( Википедияны ҡараһаҡ: 9 май айында ҡаҙаҡтарҙың атлы дивизияһы фронтҡа барып етә һәм май аҙағында ҡырылып, ҡалғаны пленгә эләгәләр) мосолман исемле икенсе милләт геройҙарын соҡоп сығарып, улар ҡаҙаҡ затынан тип, күккә сөйҙөләр һәм башҡаһы. Назарбаевтың үҙенә арнап яҙылған шиғырҙар, маҡтауҙар, китаптары өсөн авторҙары орден-миҙалдарға лайыҡ булып, аҡсала бик күп премиялар алдылар... Һәм был патриотик шауҡымға ҡоролған хакимлыҡ бер көндә юҡҡа сыҡты.
Беҙҙә лә шул уҡ хәл бөгөн бара әле (имеш бер башҡорт әлеге яуҙа йөҙ хохолды атып үлтергән һәм башҡа әкиәттәр) һәм уның ҡорой башлаған осо күренде. Был ялған инаныуҙарға ышанған халыҡтың асыуын тиҙҙән беҙгә күрергә Аллаһ насип итер. Мәшһүр ғалимыбыҙ Зәки Вәлидинең эштәренән башҡортсаға тәржемә ителгән ошо китабын аҫта уҡығыҙ. Был бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидигә ялған ташлап, уны төрлөсә кәмһетергә тырышыуҙары, тарихын онотторорға тырышыуҙары ни арҡала икәнен хәҙер төшөнә башланыҡ инде.