Исемең есемеңә тап килһен
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир — рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәбиһи әджмәғииин.
Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтүллааһи үә бәракәәтүһ.
Аллаһ Тәғәлә кешене тереклектәге барлыҡ йән эйәһенән күркәмерәк итеп яратҡан: уға аҡыл, зиһен, ғилем биргән, иң яҡшы ризығын насип иткән, тоғро юлдан барһын өсөн динен ебәргән. «Шуның өсөн дә әҙәм балаһы һәр яҡтан матур булырға тейеш: холҡо-фиғеле лә, йөрөш-торошо ла, кейеме лә, исеме лә, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләктәренең береһе — исем. Ҡиәмәт көнөндә лә уны әйтеп саҡырырҙар».
Аллаһтың рәхмәте менән, ата-әсәһен шатландырып, «тән» тигән кәүҙәһенә «йәне» өрөлөп, тағы бер әҙәм балаһы һынау өсөн донъяға килде. Был ҡунаҡ була торған донъяла тағы бер кеше килеп инде. Ни өсөн килде ул? Ҡайҙан килде һәм ҡайҙа кире китәсәк? Беҙ «матур» тип һоҡланып, ләззәттәре өсөн артынан ҡыуа торған, йәшәп туйып булмай торған ошо яҡты донъяға килгәс, ни эшләп көлөп ебәрмәне, ә иланы?
Бала донъяға килеү менән эргәһендә торған шайтанды күрә. Һәр әҙәм балаһына тыуыу менән уға шайтан беркетелә. Уның илауы — атай-әсәһенә һәм бөтә кешеләргә мөрәжәғәте. Бала ниндәй донъяға һәм ни өсөн килеүен һиҙә. Бала таҙа «фитра», иманлы булып тыуа. Шуға күрә, «Ҡәҙерле атай-әсәйем, кешеләр, зинһар өсөн, һеҙ мине бына ошо Аллаһ Тәғәлә тарафынан ожмаҡтан ҡыуылған яман, йүнһеҙ зат — шайтан ҡарамағында ҡалдырмағыҙ, тура юлды табырға ярҙам итегеҙ», — тип бөтә кешелек донъяһына мөрәжәғәт итә.
Ошо ҡысҡырып ҡына, үҙен йәлләтеп, илап тыуғән бала, өйгә, ғаиләгә яңы йәм, шатлыҡ, бәхет өҫтәй. Шуның менән бергә яңы тыуған бала ата-әсәһенә мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Уның тәүгеләре — балаға исем ҡушыу. Балаға исем ҡушыу Пәйғәмбәребеҙ сөннәттенән килә. Уға ниндәй исем бирергә? Был һорау һәр бер ата-әсәне, баланың өлкән туғандарын, туған-ҡәрҙәштәрен уйландыра һәм борсой. Сөнки кешегә исем бер мәртәбә генә бирелә һәм ул уның ғүмерлек юлдашына әүерелә, һәр кеше үҙ исеменә шул тиклем күнегә, был уның туған теленең иң яҡын, иң ҡәҙерле, иң һөйөклө һүҙе булып тойола.
Олатай-өләсәйҙәребеҙ борондан исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған, уның исеме есеменә тура килеүен теләгән һәм тәьмин иткән. Ата-әсәнең балаһына ҡарата булған беренсе вазифаһы был дини тантана менән башлана. Исем ҡушыу вазифаһын үтәгәндә балаға матур һәм мәғәнәле исем ҡушарға кәрәк. Балаға исемде атаһы йәки әсәһе һайлай. Әгәр ҙә атаһы һәм әсәһе уртаҡ фекергә килә алмаһалар, был осраҡта балаға исем һайлау хоҡуғы атаға бирелә. Ата-әсә был хоҡуҡты мәсеттән килгән дин әһеленә лә тапшырырға мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡайһы бер сәхәбәләренең балаларына исемде үҙе биргән.
«Ҡиәмәт көнөндә үҙ исемдәрегеҙ менән, ата-аталарығыҙҙың исемдәре менән саҡырыласаҡһығыҙ. Шулай булғас, балаларығыҙға матур исемдәр ҡушығыҙ», – тигән үҙенең бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ.
Балаға исем ҡушыу — бик яуаплы һәм мөһим ваҡиға. Ҡытай халыҡ бер мәҡәлендә: «Насар исем яҙмыштан да яманыраҡ», тип әйтелә. Күркәм исем менән өндәшеү балаға доға кеүек үк яҡшы тәьҫир итә. Насар мәғәнәле һәм ярамаған исем балаға насар йоғонто яһай, уның психикаһы боҙола, насар холоҡтар булыуына, ауырыуҙарға тиҙ бирешеүенә сәбәп була. Бының хаҡлығын бөгөн фән дә раҫланы. Ғалим тикшереүселәр ике бүлмәгә гөл сәскәләре ултырталар. Һәм бер бүлмәлә Ҡөръән аяттары сыҡҡан аудио тауыш ҡуялар. Ә икенсе бүлмәгә ауыр рок музыкаһы яңғыраталар. Ҡөръән тауышы яңғыраған бүлмәлә гөлдәр тағы ла күберәк сәскә атып үҫеп китәләр, ә рок яңғыраған бүлмәлә гөлдәр ҡорой.
Икенсе һынауҙарында ғалимдар һыу кристалдарын рәсемгә төшөргәндәр. Яҡшы һүҙ әйткәс, доға уҡығас, һыу кристалдары бик матур матур сәскә рәүешенә инә һәм ул һыу кешеләрҙе дауалау һәм тынысландырыу үҙсәнлегенә эйә була. Әгәр насар һүҙ әйтһәң — кристалдарҙың һүрәте насар ҡиәфәткә килә һәм ул һыу кешенең организымына емергес насар йоғонто яһай. Әгәр кеше тәненең 95% тан артығы һыуҙан тороуын иҫәбенә алһаҡ, яҡшы исемдең ни тиклем әһәмиәтле икәнен аңлауы ауыр түгел.
Шуға исем ҡушыуға бик етди ҡарар кәрәк, үҙ телебеҙҙән, үҙ ғөрөф-ғәҙәтәребеҙҙән, үҙ башҡортлығыбыҙҙан сығып, матур мәғәнәле исем ҡушыр кәрәк. Урыҫ халҡы менән бер тигеҙлектә булһын тип, уларға урыҫ исемдәре ҡушыу хурлыҡ. Киләсәктә был бала, диндән яҙып ата-әсәһенә ҡайғы булыр, бәлә-ҡаза сәбәбе булыр. Ҡайһы берәүҙәр мулланан башҡортса ҡуштыралар ҙа, шунаң һуң ул баланы үҙҙәренсә урыҫ исеме менән йөрөтә башлайҙар. Ике исем килеп сыға инде. Был хаҡта Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим дә:
وَلَا تَنَابَزُوا بِالْأَلْقَابِ بِئْسَ الِاسْمُ الْفُسُوقُ بَعْدَ الْإِيمَانِ وَمَن لَّمْ يَتُبْ فَأُولَئِكَ هُمُ الظَّالِمُونَ
«... үә ләә тәнәәбәзүү бил'әлҡааби биьсәл-исмүл-фүсүүҡу бәғдәл-иимәәни үә мәлләм йәтүб фә'үләә'икә һүмүҙ-ҙаалимүн».
«Эй, мөьминдәр, ...бер-берегеҙҙе ҡушамат исемдәр менән йөрөтмәгеҙ, мөьмин булғандан һуң, фасиҡ исеме ниндәй яман исемдер. Был эште эшләүселәр тәүбә итеп төҙәлмәһәләр, улар залимдарҙыр». («Хүджүрат» 49 сүрә, 11 аят).
Был аят шулай уҡ башҡа кешеләрҙән көлөп, уларға ҡушамат ҡушырға әҙер торғандарға ла ҡағыла. Был ҙур гонаһ, һәр ерҙә күренә тиерлек.
Ғәбдерәхим Болғари хәҙрәт: «Ҡиәмәттә иҫкә алырҙар, исемеңде уртаға һалып», — тип яҙған. Сөнки ҡиәмәт көнөндә ҡубарылып, мәхшәр майҙанында ла исемебеҙ менән саҡырыласаҡбыҙ. Тимәк, исем мәңгегә бирелә, ни оят булыр бар халыҡ алдында мәғәнәһеҙ исем менән. Шуның өсөн дә балаға күркәм исем һайлау фарыз, атай-әсәйҙең бурысы. Дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә күркәм исем һәм хәләл ризыҡтан башлана. Исем шәриғәтебеҙгә муафиҡ, мосолманса, күркәм бер мәғәнәғә эйә булырға тейеш. Шулай булғанда ғына атай-әсәй фарыздарын үтәгән булып һанала.
Шуға үҙен башҡорт, мосолман итеп һанаған кешеләр үҙенең йөрәк емеше, бар ҡәҙергә лайыҡ балаһына көфөр исем ҡушмаһын. Ошо мәсьәләгә етди ҡараһын. Күңелдәрҙе әрнеткән, рәнйеткән, башҡа милләттәр алдында хурландырған исемдәр ҡушмаһын. Урыҫ милләте, йәки башҡа бер милләт үҙ балаһын башҡорт исемен биргәнең күрҙегеҙме? Мең йыл дауамында йәшәп ятыусы милләтебеҙҙең үҙенә генә хас булған, динебеҙгә, тормош-көнкүрешебеҙгә тура килгән, һис булмаһа, ҡолаҡҡа ятышлы исемдәр ҡушһаҡ, һәр кемгә ҡулайыраҡ була түгелме?!
Шулай уҡ ғәҙәти булмаған исемдең балаға ҡыйын хәлдәр килтереп сығарырға мөмкин. Шундай исем-аббревиатуралар илдең ҡайһы бер төбәктәрендә таралған. Ул исемдәр: Ренат (Революция, наука, труд), Дамир (Да здравствует мировая революция), Ленар (Ленинская армия), Рәмил (Рабочая милиция), Эльмира (Электрификация мира), Райза (Районный земельный комитете), Вилена (Владимир Ильич Ленин), Люция (Революция) һәм башҡаһы, мәҫәлән Лиана (тропик яҡта үҫкән оҙон ҡый үләне), Лира (музыка инструменты)...һәм күп башҡаһы.
Башҡортостанда элегерәк бала тормаған хәлдә (үлеп китһә), уны һаҡлап ҡалыр өсөн төрлө исем ҡушыу йолаһы булған. Төрки халыҡтарының хас йолаларының береһе – баланы һатып алыу йолаһы –башҡорттарҙа әлегәсә билдәле. Бала тыуғас та уны тәҙрә аша күп балалы, йәки балалары ныҡ булған бер ғәиләгә биреп торғандар. Билдәле бер ваҡыттан һуң был баланы ата-әсәһе мал биреп һатып ала торған булған. Бындай балаға Сатлыҡ, Сатыбалды, Сатыбал, Һатыбал тигән исемдәр булды. Ундай исемдәр ҡушырға ярамай.
Шулай уҡ беҙҙең башҡортта, мәжүсилек осоронда булған исемдәр, мәҫәлән Бирғәли – тамыр сығышы буйынса бирегә (ен-шайтанға) бәйләнгән. Тау-үҙәктәр, соҡор-һаҙҙар был исемде йөрөтә, хатта Башҡортостанда биреләр менән аралашҡан нәҫелде биреләр нәҫеле тиҙәр. Был исемдең мәғәнәһе Иблистең һөйөклө шайтаны (Ғәли — бөйөк, һөйөклө) — бындай исемдәр динебеҙҙә тыйылған.
Дин ғалимебеҙ Ризаитдин Фахретдин нәсихәтенән ошолай һүҙҙәр бар: Балаға исем ҡушҡанда иғтибарлы булырға кәрәк. Аллаһы Тәғәләнең «Аллаһ» тигән исеменән башҡа тағы 99 исеме бар. Уларға Аллаһының исем-сифаттары тиҙәр. Күп кешеләр был сифаттарҙы балаларына исем итеп ҡуша. Ләкин был сифаттарҙың ҡайһы берҙәрен балаға исем итеп ҡушырға ярамай. Мәҫәлән, Халиҡ (бар итеүсе), Рахман (ҡолдарына бик мәрхәмәтле), Ҡотдос (кәмселекһеҙ), Мөһәймин (бөтә барлыҡты һаҡлаусы), Мүтәкәббир (бик оло, бик бөйөк). Аллаһыға ғына мөнәсәбәте булған был исемдәрҙе ҡушыу кешеләргә харам һанала. Был исемдәрҙе балаларға исем булараҡ ҡушҡан осраҡта уларҙың алдына «ғабде», йәғни «ҡол» өҫтәлә (Ғабдрахман һ.б.). Аллаһының сифаттарын аңлата торған ҡайһы бер һүҙҙәрҙе кешеләргә исем булараҡ ҡушарға ярамай. Ләкин кешеләр был сифаттарға лайыҡ булырға тейеш. Мәҫәлән, Ғалим (белеүсе), Сәмиғ (ишетеүсе), Басир (күреүсе), Ҡадир (көсө етеүсе). Шулай булһа ла, был исемдәрҙең алдында «ғабде» һүҙен ҡуйыу хәйерлерәк.
Пәйғәмбәрҙәр һәм рәсүлдәрҙең исемдәре ҡушылырға мөмкин. Пәйғәмбәр ﷺ: «Һеҙ минең исемде бирә алаһығыҙ» , —тип әйткән. (Бохари).
Ҡайһы бер хәҙистәрҙә бала тыуған көндө үк исем ҡушырға кәрәк икәне тураһында әйтелә. Шул уҡ көндө баланың сәстәре алынған һәм сәстәренең ауырлығы тиклем көмөш аҡса ярлыларға саҙаҡа итеп өләшенгән.Пәйғәмбәр ﷺ бер хәҙисендә: «Бөгөн төндә минең улым тыуҙы. Мин уға Ибраһим тип исем ҡуштым», — тигән.
Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ балаға туғандан һуң етенсе көндө исем ҡушыу кәрәк икәне тураһында күрһәтмәләре лә бар: «Һәр яңы тыуған баланы тыуғандан һуң етенсе көндө салына торған ҡорбан көтөп тора. Шул көндө уға исем ҡушыла һәм сәсе алына».
Әлеге хәҙистәрҙән беҙ шундай һығымта яһай алабыҙ, яңы тыуған балаға тыуған көнөндә үк тә, етенсе көндө лә исем бирергә мөмкин. Шулай ҙа етенсе көндө исем ҡушыу яҡшыраҡ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай эшләргә ҡушҡан.
Балаға исем ҡушҡанда баланың ҡолағына бер аҙан, икенсе ҡолағына ҡәмәт әйтелә. Азан һәм ҡәмәтән һуң бала өсөн доға ҡылына. Доғанан һуң да бер йәки өс мәртәбә баланың ҡолағына исеме ҡысҡырып әйтелә. Шуның менән исем ҡушыу йолаһы тамам була.
Ә инде исем алмаштырыу мәсьәләһенә килгәндә: алмаштырырға, яңы исем алырға теләүселәрҙең сәбәптәре төрлө, күпселеге башҡа исемгә ҡыҙыға. Берәүҙәр хатта ике исем бәләнән һаҡлай тип ышана, был буш нәмә, Аллаһ Тәғәлә һаҡламағанды, исем һаҡламай, шуға тик Уның ризалығы өсөн йәшәр кәрәк.
Исем һайлау – бик ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта оҙаҡ ваҡыт талап итә торған эш, сөнки күп исемдәр араһында уңышлыһын һайларға кәрәк. Һәр бер ата-әсә балаһына исем ҡушҡанда ыҡсым, матур әйтелешле, мәғәнәлеһен һайларға тырыша. Ләкин тора-бара уларҙан ҡәнәғәт булмайынса, уны үҙгәртеүселәр ҙә юҡ түгел. Кешеләр исемдәрен ни эшләп алыштыра? Яңы исем алыуға нимә этәрә?
Берәүҙәр модаға эйәреп үҙҙәренә заманса исем ала, икенселәре башҡа дингә күсеү сәбәпле. Ә кемдәрҙер, шул рәүешле тормоштарын төбө-тамыры менән үҙгәртергә теләй. Исем алмаштырыу тарихтары күп һәм төрлө.
Үҙ-үҙенә ышанмаусылар исем үҙгәртә. Кеше үҙенең исеменән ҡәнәғәт түгел икән, эске дөньяһында ҡатмарлы проблемалар бар тигән һүҙ. Кеше үҙенең күңел халәте менән татыу йәшәмәһә, үҙ-үҙен яратмаһа һәм яҡын кешеләренең иғтибарын йәлеп итергә теләһә генә бындай аҙымға бара.
Әлеге психологик баҫымға йәштәр тиҙ бирешә. Улар кемделер ҡабатлап, йә булмаһа тормоштарын үҙгәртер өсөн яңы исем ала. Был психологик халәттең һуңғы тамсыһы була инде. Бер һүҙ менән әйткәндә, кеше үҙен нисек бар, шулай ҡабул итә алмай. Ғәҙәттә, яңы исем алыусылар үткәндәрен иҫкә алырға яратмай, унан ҡасырға тырыша.
Мәғәнәләре дөрөҫ булмаған, һиңә тура килмәгән исемдәрҙе тиҙ арала алмаштырырға кәрәк. Бәхетһеҙлек теләгән, мәғәнәһеҙ, насарлыҡҡа өндәй торған исемдәрҙе үҙгәртеү яҡшы булыр.
Исемдәрен алыштырыусылар байтаҡ, мәсеттәргә һәр саҡ килеп торалар. Сабыйҙары бик илаҡ булһа, «исемен күтәрә алманы» тип, исем алыштырыусылар ҙа осрай. Берәүҙәр улыбыҙ бик илаҡ бала булды, биш йәшенә тиклем иланы. Ни ҡысҡырып иламай, ни туҡтамай, бер төрлө итеп шыңшый һәм үкһеп йөрөй ине. Бөтә ерен күрһәттек, ауыртҡан ере лә юҡ. Ышанағыҙ-юҡмы, ләкин ул биш йәшенә тиклем бер тапҡыр ҙа мин уның йылмайғанын күрмәнем. Исем алмаштырыу арҡаһында ғына илауынан тымды тиҙәр.
Өлкән йәштәгеләрҙең күп ваҡытта исем үҙгәртеүҙең төп сәбәбе: кешенең ҡаты ауырып китеүе. Ҡайһы берәүҙәр яңы исем кешене сир, борсоу-мәшәҡәттәр һәм тормош ҡыйынлыҡтарынан азат итеүенә ышана. Элек кеше ауырып китеп, миңдәре күп булһа, уға «миң»ле исем ҡуша торған булғандар. Йәнәһе, Миңһылыу тип ҡушһаң, миңдәре юҡҡа сыға. Әле лә был йола дауам итә, ауырыуҙы юҡ итер өсөн исем алыштыралар.
Берәүҙәр исемем шундай ауыр, насар, бөтә тормошомдо боҙорға һәләтле тип, шуның өсөн алмаштыралар. Нисек генә булмаһын, күптәр исем алыштырыу ғына кешенең яҙмышын үҙгәртеп булмай тип һанай. Икенселәр исем алыштырыуҙың файҙаһы тейҙе, исемемде үҙгәрткәс, күңелем тынысланды һәм тиҙ арала терелдем тиҙәр. Бында әлбиттә үҙ-үҙенә ышаныуҙа, Аллаһының шифа бирәсәгенә ышаныуҙа торалыр.
Рәсүлебеҙ ﷺ үҙе былай тип әйткән: «Әгәр исем алыштырып ҡына яҙмыштары үҙгәрә тип уйлаһалар, тиҙерәк тау күсер ине», — тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙис-шәрифтәрендә лә әйтә: «Йөрәк түрендә бер киҫәк таҙа булһа, бөтөн тән таҙа булыр». Йәғни, йөрәкте төрлө насарлыҡтан таҙартырға кәрәк. Мәғәнәһеҙ, юнһеҙ исемдәр ҡушыуҙан тыйылырға кәрәк. Әгәр атай-әсәйҙәр ҡушҡан исем төплө, яҡшы мәғәнәле икән, уны үҙгәртергә кәрәкмәй. Беҙгә күп осраҡта, исемдәрен үҙгәртеү өсөн тормоштарында тыуған ҡыйын хәлдәр, эштәре насар барған кешеләр мөрәжәғәт итә.
Исем алыштырыуҙы Ислам тыймай. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәрәк, яңы исем яҡшы мәғәнәле, дингә яҡын булырға тейеш. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Сабый донъяға ауаз һалғас, ата-әсә уға матур, мәғәнәле исем ҡушарға тейеш», – тип әйткән. Исем – нәҫелдең асылы.
Ҡайһы бер хәҙрәттәр, әгәр икенсе бер дин кешеһенең исеме мәғәнәле булһа, мәҫәлән беҙҙең дингә күсеү сәбәпле, уны исемен алмаштырыу кәрәкмәй тиҙәр. Сөнки был шул уҡ Аллаһ Тәғәлә тарафынан, милләтенә ҡарап бирелгән исеме. Үтә фанатизмға бирелмәҫ кәрәк, һәр милләт бер тигеҙ.
Әгәр ҙә ата-әсә мәғәнәһеҙ исем һайлаған икән, аңлатыу эштәре алып барырға, бөтә матур исемдәр тәҡдим итергә кәрәк. Илдар, Динар, Люция, Ленар, Марсик исемдәрҙе ҡушмау яҡшы, улар беҙгә совет заманынан килгән.
Ҡайһы ваҡыт, исем алыштырыу хәйерле лә булырға мөмкин. Һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең ике ваҡытта кешеләрҙең исемдәрен алыштырыуы күренә. Тәүгеләре, кеше күтәреп йөрөгән исем бигерәк тә оло мәғәнәгә эйә булғанда. Сөнки, кеше был исемгә тура килеп бөтмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, пәйғәмбәребеҙҙең — ҡыҙы Зәйнәптең исеме баштараҡ Бәрра – «бик изге» мәғәнәһендә булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, уны тыйнаҡлыҡҡа өндәп, Зәйнәпкә алыштырған. Әммә был динебеҙҙә кәңәш рәүешендә килә һәм мотлаҡ талап булып тормай.
Икенсе осраҡ — исемдең мәғәнәһе насар булғанда. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер Ғасыя (гөнаһлы) исемле ҡатынға: «Һин Йәмилә (матур) исемле булаһың», — тигән. Бер Хөзен (ҡайғы) исемле ирҙең: «Һин Сәһел (еңеллек) булаһың», — тип исемен үҙгәрткән.
Ғөмүмән, исем кешенең шәхси хаҡы, шуға күрә, ул ғүмер буйы үҙе теләмәгән исемде йөрөтөргә тейеш түгел. Теләгән кеше мәғәнәһе күркәм булған, милләтенә, халҡына тура килгән, күңеленә ятышлы исемде алырға хаҡы бар.
Исем алыштырыу бик мәшәҡәтле, оҙаҡ ваҡыт талап итә торған хеҙмәт. Сөнки паспорт менән берлектә бөтә башҡа документтарҙы ла алыштырырға кәрәк була бит. Шуға балаға исемде алдан уҡ һайлар кәрәк, хәҙерге заманда исемде ҡушмайынса роддомдан сыҡмаҫ борон уҡ таныҡлыҡтарына яҙалар бит.
Бала яҙмышы — ил яҙмышы, һәр бер атай-әсәйҙең бурысы — үҙ илең, ата-әсәһен һаҡлаған яҡшы бала тәрбиәләп үҫтереү. Әгәр Аллаһ алдында бурысыбыҙҙы Аллаһ риза булырлыҡ итеп үтәй алһаҡ, Ҡиәмәт көнөндә йөҙөбөҙ аҡ булыр, илебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге яҡты, өмөтлө булыр. Балаларыбыҙ иманлы булып, динебеҙҙе һаҡлап, Аллаһтың тоғро ҡолдары булһындар. Һәр беребеҙгә Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып, бер-беребеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп, илебеҙгә, динебеҙгә, милләтебеҙгә хеҙмәт итеп, Аллаһтың вәғәҙә ҡылған йәннәттәренә инерлек итеп йәшәүҙәребеҙ насип булһын.
Аллаһ Раббыбыҙ үҙебеҙгә, балаларыбыҙға, етәкселәребеҙгә тәүфиҡ һиҙайәт биреп, атай-әсәйҙәребеҙҙең доғаһын алырлыҡ итеп, балаларыбыҙҙың ҡайғы-хәсрәтен күрмәйенсә йәшәүҙәребеҙҙе насип ҡылһын. Аллаһ үҙемдең лә белеп, белмәй ҡылған гонаһтарымды, мине һөйләгән һәм миңә насарлыҡ теләгәндәрҙең дә гонаһтарын ярлыҡаһын. Бергә йәннәттәрҙә осрашырға насип булһын. Әмин.
Әсәләр доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D3%99s%D3%99l%D3%99r-do%D2%93a%D2%BBy.html
Балаға ҡорбан: https://nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html
Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-b%D3%99li%D2%93-bulma%D2%93an-balalar-%D3%A9s%D3%A9n-%D2%A1orban.html