Башҡорт исемдәре
     Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл.
     "Исемдәр донъяһында" тигән китабын Таңһылыу Кусимова мосолман дини күҙлегенән сығып төҙөмәгән, әммә балаға ниндәй исем ҡушырға тип, башҡорт исемдәрен һайлағанда, йәш ата-әсәләргә кәрәк булыр.
     Китаптың төп маҡсаты — балаға исем һайлауҙа ата-әсәләргә ярҙам итеү. Шуның менән бергә, был хеҙмәт киң ҡатлам уҡыусыларҙы хәҙерге һәм боронғо башҡорт исемдәре, уларҙың тарихы, исем ҡушыу йолалары менән таныштыра.
     Исемдәрҙең яҙылышы, аңлатмалар һәм белешмә материалдар ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә.

     Мышка ярҙамында өрөлтөп аҫтағы китапты тулыһынса уҡығыҙ. Уң яҡта, өҫтәге ҡара стрелкаға баҫып китапты ҙурайтығыҙ.