Изге айҙарҙа доғалар
Ислам донъяһындағы өс мөбәрәк айҙың береһе булған Рәжәб айына, иншшаАллаһ, Аллаһ насип иткәс аяҡ баҫтыҡ. Ай календаре буйынса Рәжәб – йылдың 7-се айы һәм 4 изге айҙың береһе. Рәжәб һүҙе «тәржиб» һүҙенән алынған. Тәржемәһе «хөрмәтләү», «табыныу» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә был айҙы хөрмәтләп ураҙа тотоусының һәм үҙенә доға ҡылыусының гонаһтарын кисерә, уны юғары дәрәжәләргә ирештерә. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ бер хәҙисендә әйтелгән: “Йәнәттә һөттән аҡ, балдан татлы Рәжәб тигән бер йылға бар. Рәжәб айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотҡан кеше шул йылғанан шифалы шәрбәт эскән кеүек булыр".
Рәжәб һәм Шәғбән – изге Рамаҙан айы тураһында алдан хәбәр биреүсе айҙар булып торалар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ﷺ йәнә бер хәҙисендә былай тип әйткән: «Рәжәб – Аллаһтың айы, Шәғбән – минең айым, ә Рамаҙан – өммәтемдең айы». Кемдер берәү Пәйғәмбәребеҙ, ﷺ: «Йә Рәсүлаллаһ, ни өсөн Рәжәб – Аллаһ айы һуң ул? – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: „Был айҙа ихлас күңелдән тәүбә итеүселәргә Аллаһы Тәғәләнең шәфәғәте инә, был айҙа ҡан ҡойоу, һуғыштар тыйылған, был айҙа Аллаһы Тәғәлә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларын ҡабул ҡылған һәм күп кенә әүлиәләрҙе (изгеләрҙе) дошмандары ҡулынан ҡотҡарған“. Беҙҙә көндәрен дә, төндәрендә салауат-шөкөрҙәрҙә булайыҡ.
Йыш ҡына кешеләрҙән шундай һүҙҙәрҙе әйтергә мөмкин: мин шулай тип, былай доға ҡылдым, тик ул ҡабул булманы. Доғаның ҡабул булыу – булмауы йөрәк ихласлығынан, Аллаһҡа яҡынлыҡҡа бәйле.
Ихлас күнелдәрҙән тәүбә итеп ғибәҙәттәр һәм доғалар ҡылайыҡ. Доғаны бер нисә тапҡыр, кәм тигәндә, өс тапҡыр ҡабатлау фарыз. Уның ҡабул булмауы өсөн артыҡ босолоу урынһыҙ, бары тик өмөттө генә өҙмәҫкә кәрәк. Һөйөклө Рәсүлебеҙ үҙенең бер хәҙисендә әйткән: „Әгәр берәр ҡол Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп бер нәмә һораһа, әммә шул нәмә уның ҡулына кермәһә, Йәнәбе Хаҡ уны был әҙәмдең ғәмәл дәфтәренә сауаб итеп теркәп ҡуя, тимәк, үтенесте яуапһыҙ ҡалдырмай“. Ҡудси хәҙистә иһә инде былай тиелә: “Берәр көндө Аллаһтың гонаһлы ҡолдарынан береһе, ҡулдарын күтәреп доға ҡыла һәм бер нәмәле һорай, ләкин теләгенә ирешмәй икән, шунда өмөтөн өҙмәһен, йәнә доға ҡылһын. Тағы нәтижә булмаһа, ҡабаттан-ҡабат талап итеү ярайҙыр һәм тап бына шул миҙгелдә Йәнабе Аллаһ әйтәсәктер: “Әй, минең фәрештәләрем! Күрмәйһегеҙме ошо ҡолом Минән башҡа беркемгә лә итәғәт итмәй ҙә ғибәҙәт ҡылмай, үтенес менән мөрәжәғәт итмәй. Ул ныҡлап талап итә, ныҡышлыҡ күрһәтә. Шул сәбәпле Мин оялдым (Мин уны кисерҙем, доғаһын ҡабул ҡылдым үә һорағанын бирҙем)».
Доға ҡылыуҙа ҡабаттан ҡабат, нығыраҡ ныҡышмалыҡ булһа ла, хәлеңә ҡарап, ғибәҙәт ҡылыуҙарҙың самаһын белергә кәрәктер.
Бына бит ошо китапта «Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте», Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми, әйтелә: Сәхәбәләрҙең береһе Абдуллаһ ибн Ғүмәр (раҙыйаллаһу ғәнһү) көн һайын ураҙа тоторға, һәр төн ғибәҙәттә булырға һәм Ҡөрьән уҡырға ҡарар итә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был турала белгәс, ғибәҙәттәрҙе ҡыҫҡартырға тәҡдим итә, йәғни ай эсендә өс тапҡыр ураҙа тоторға һәм бер тапҡыр Ҡөрьәнде уҡып сығырға; тәненең дә, ғаилә ағзаларының да, туған-тыумасаһының һәм ҡунаҡтарының да уға хоҡуғы булыуын һәм шуларҙы үтәү үҙе үк изгелек булыуын төшөндөрә.
Абдуллаһ (раҙыйаллаһу ғәнһү), күберәкте атҡара алыуы хаҡында әйтеп, ныҡышыуын дауам итә һәм Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ ғибәҙҙәттәрҙе гел арттырыуҙы һорай. Һөҙөмтәлә, ул үҙ өҫтөнә көн аша ураҙала булыуҙы күҙ уңында тотҡан Дауыт пәйғәмбәр ураҙаһын тотоуҙы йөкмәй һәм аҙна һайын Ҡөрьәнде уҡып сығырға тейеш була. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кәңәштәре хикмәтен аңлап етмәй. Бер заман ул ҡартая, элекке кәре китә, биргән һүҙен тота алмай башлай һәм шундай үкенес белдерә:
«Аһ, теге саҡ Рәсүлуллаһ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әткәнсә эш итһәмсе!». (Бохари, Саум 55, 56, 57, Тәһәджүд 7, Әнбиә 37, Никах 89, Мөслим, Сыйам 181-193).
Әлбиттә Аллаһ Раббыбыҙҙың сикһеҙ рәхмәте менән, беҙҙең өммәтебеҙгә был айҙарҙа ҡылынған ғибәҙәт һәм изгелектәрҙең әжер-сауаптары күпкә арттырылып бирелә. Шуға хәлебеҙҙән килгәнсә, самаһын белеп, был айҙарҙа ураҙалар тоторға Аллаһ насит итһен. Харам айҙарының береһе булған Рәжәб айында ҡылған изгелектәребеҙ әжере йөҙ тапҡырға, Рамаҙан айында ҡылынған ғибәҙәттәргә әжер сауабтары мең тапҡырға арта.
Хәҙистә: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: “Миғраж кисәһендә йылға күрҙем, уның һыуы балдан татлыраҡ, ҡарҙан һыуығыраҡ, мисыҡтан хушы иҫлерәк. Мин Джәбраил фәрештәнән һораным: «Кемдәр өсөн был йылға?». Джәбраил фәрештә яуап бирҙе: «Рәжәб айында Һиңә салауаттар әйтеүселәр өсөн».
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ﷺ Рәжәб айында шундай доғаны бик йыш уҡый булған:
اَللَّهُمَّ بَارِكْ لَنَا فِي رَجَبٍ، وَشَعْبَانَ، وَبَلِّغْنَا رَمَضَانَ
"Аллаһуммә бәәрик ләнәә фии Рәджәбә үә Шәғбәән үә бәллиғнәә Рамаҙаан"
«Эй Аллаһым, беҙҙең өсөн Рәжәб айы менән Шәғбан айы мөбәрәк ҡыл, һәм Рамаҙан айына һау-сәләмәт етергә насип ит».
Был айҙың күркәм ике кисәһе: Рәғәиб һәм Миғраж кисәләре. Рәғәиб кисәһе Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кис, тип һанала. Был кисәлә Мөхәммәд ﷺ дең атаһы Ғабдуллаһ хәҙрәт менән Әминә ханымдың никахтары булып, беренсе тапҡыр ҡауышҡан көндәре. Был кистә мосолмадар изге теләктәренең тормошҡа ашыуын, Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ғәфү итеүен һорап доға ҡыла. Рәғәиб (рағиба һүҙенән) – «хыял», «теләк» тигәнде аңлата.
Рәжәб – Аллаһ Тәғәлә айы булғанға күрә, был айҙа Әл-Ихлас сүрәһен күберәк уҡыу хәйерле. Был сүрәлә Раббыбыҙҙың төп күркәм сифаттары килтерелә. Шулай уҡ ошо зекерҙәрҙә йыш ҡабатлау файҙалыраҡ:
Беренсе ун көнлөктә: Сөбхана-ллааһил-хаййил-ҡаййүм
Икенсе ун көнлөктә: Сөбхана-ллааһил-әхәдис-самад
Һуңғы ун көнлөктә: Сөбхана-ллааһил-ғафурир-рахим.
Был айҙа шулай уҡ саҙаҡалар биреү, фәҡирҙәрҙе, ярлыларҙы шатландырыу, ваҡытында уҡылмаған намаҙҙарҙы ҡаза ҡылыу күркәм ғәмәл булып тора. Изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылайыҡ!