Динебеҙҙә исемдәрҙең әһәмиәте

                                            Динебеҙҙә исемдәрҙең әһәмиәте
     Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим!
     Әлхәмдүлилләһи Раббил-ғәләмин! Вәс-сәләтү үәс-сәләмү ғәләә сайидинә Мөхәммәдин үә ғәләә әлиһи үә әсхабиһи әждмәғин!
     Бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа ғына. Аллаһтың хаҡ илсеһе Мөхәммәд пәйғәмбәргә Аллаһтың салауаттары һәм сәләмдәре булһа ине.
     Аллаһы Тәғәлә әйтте:
                                                                                تَبَارَكَ اسْمُ رَبِّكَ ذِي الْجَلَالِ وَالْإِكْرَامِ
     «Тәбәәракәсмү раббикә ҙилджәләәли үәл-икраам».

     "Ололау һәм хөрмәт эйәһе булған Раббының исеме бәрәҡәтле булды" («Рахман» сүрәһенең 78-се аят).
     Раббыбыҙ Аллаһтың исеме генә лә бөйөк, бәрәкәтле, изгелек килтерә. Мөшриктәрҙең (ислам динендә булмаусыларҙың) ғибәҙәт ҡылына торған поттары һәм һындарының (скульптуралары) исемдәре, киреһенсә, кәм-хур итә, ҡайғы, бәлә һәм бәрәкәтһеҙлек килтерә.
     Аллаһы Тәғәлә әйтте:
                     وَلِلَّهِ الْأَسْمَاءُ الْحُسْنَى فَادْعُوهُ بِهَا وَذَرُوا الَّذِينَ يُلْحِدُونَ فِي أَسْمَائِهِ سَيُجْزَوْنَ مَا كَانُوا يَعْمَلُونَ
     «Үә лилләһил-әсмәә үл-хүснә фәдғүүһү биһәә үә ҙәру-лләҙиинә йүлхидүүнә фии әсмәә иһи сәйүджзәүнә мәә кәәнүү йәғмәлүн».
     "Һәм Аллаһтың гүзәл исемдәре бар, Уға шулар менән өндәшегеҙ, доға ҡылығыҙ, ялбарығыҙ" («Әғраф» сүрәһенең 180-се аят). Аллаһы Тәғәләнең бөтә исемдәре лә матур һәм Ул шул исемдәр менән өндәшкәнде ярата, һәм беҙҙе шуға өндәй. Беҙҙең Уға матур исемдәрен әйтеп доға ҡылыуыбыҙ, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуына һәм Аллаһтың ризалығына ирешеүебеҙгә сәбәп була.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһтың туҡһан туғыҙ исеме бар, берҙән башҡа йөҙ, кем шуларҙы һанаһа, йәннәткә инер». Йәғни, Аллаһы Тәғәләнең исемдәрен һанау ғына ла йәннәткә керергә сәбәп булырға мөмкин.
     Был аяттарҙан һәм хәҙистәрҙән күренгәнсә, Аллаһы Тәғәлә Үҙе исемдәргә әһәмиәт биргән, был турала Ҡөръән — Кәримдә әйткән, шуға күрә мосолмандар исемдәрҙең мөһим икәнлеген, уларҙың хикмәтле булыуын аңларға тейеш.
     Аллаһы Тәғәлә:
     "Фәрештәләргә ер йөҙөндә хәлифә ҡыласаҡмын", — тигән. Фәрештәләр: «Унда боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм ҡан ҡойоусы хәлифә итеп ҡуяһыңмы?» — тигәндәр. Аллаһы Тәғәлә уларға Әҙәм ғәләйһиссәләмдең бөтә исемдәрҙе лә белеүен, ә фәрештәләрҙең белмәүен һәм шул сәбәпле Әҙәмдең (г-м) хөрмәтле зат булыуын белгертте һәм уға сәждә ҡылырға бойорҙо: «Аллаһ Әҙәмгә исемдәрҙең барсаһын өйрәтте лә, фәрештәләргә әйтте: „Әгәр дөрөҫ һөйләүселәрҙән булһағыҙ, Әҙәм белгән исемдәрҙең барыһын да әйтеп бирегеҙ“. Фәрештәләр әйтте: „Әй һәр кәмселектән пак булыусы Раббыбыҙ! Беҙҙә һис белем юҡ, мәгәр Һин белдергәнде генә беләбеҙ, Һин, һис шикһеҙ, һәр нәмәне белеүсе, хикмәт менән эш ҡылыусыһың“. Аллаһ Әҙәмгә әйтте: „Фәрештәләрҙең барыһын әйтеп бир“. Әҙәм исемдәрҙең бөтәһен әйтеп биргәс, Аллаһ фәрештәләргә әйтте: „Мин һеҙгә әйтмәнемме ерҙәге үә күктәрҙәге йәшерен нәмәләрҙе беләмен һәм һеҙҙең асыҡ эшләгән үә йәшереп эшләгән эштәрегеҙҙе лә беләмен тип?“ Хөрмәт йөҙөнән Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ», — тип фәрештәләргә әйткән ваҡытыбыҙҙа улар сәждә ҡылды, Иблис кенә сәждә ҡылманы, тәкәбберләнде һәм кәферҙәрҙән булды" («Бәҡара» сүрәһенең 31-34-се аяттары).
      Исемдәрҙе белеү, уларҙың мәғәнәләрен аңлау, һәр әйбергә йәки кешегә лайыҡлы исемдәр ҡушыу әҙәм балаһының башҡа мәхлүктәрҙән (йән эйәләренән) өҫтөнлөгөн, дәрәжәһен күрһәтә.
     Кешеләр үҙ исемдәренә иғтибарлы булырға тейеш, сөнки Аллаһы Тәғәлә Үҙе ҡайһы бер исемдәрҙе иҫкә алды, хатта ҡайһы бер пәйғәмбәрҙәргә Үҙе исем бирҙе.
     "Мәрйәм" сүрәһенең 7-се аятында: «Әй Зәкәриә, Беҙ һине бер ул (малай) менән шатландырабыҙ, уның исеме Яхъя, быға тиклем Беҙ беркемгә лә ошондай исем ҡылманыҡ», — тиелә.
     "Ул михрабта (ғибәҙәт бүлмәһендә) намаҙ уҡығанда фәрештәләр уға өндәште: Аллаһ һине Яхъя менән шатландыра..." («Әл — Ғимран» сүрәһенең 39-сы аяты).
     "Аллаһ һине Үҙенең һүҙе менән (йәғни «Бул» тигән һүҙе менән барлыҡҡа килтереү) шатландыра, уның исеме Мәсих, Мәрйәм улы Ғайса" («Әл-Ғимран» сүрәһенең 45-се аят).
     "Һәм минең артымдан килеүсе илсе, рәсүл менән шатландырып, уның исеме Әхмәд (йәғни пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм)" («Саф» сүрәһенең 6-сы аяты).
     Мәрйәм әсәбеҙҙең исемен дә Ҡөръәндә Аллаһы Тәғәлә иҫкә ала: «Мин уны Мәрйәм тип атаным, һәм Мин уны, һәм уның нәҫелен ләғнәт ҡылынған шайтандан Һиңә һыйындырам» («Әл — Ғимран» сүрәһенең 36-сы аяты).
     Аллаһы Тәғәлә насар исемдәр ҡушыуҙан, ҡушаматтарҙан тыйҙы һәм киҫәтте: «Насар исемдәр, ҡушаматтар менән өндәшмәгеҙ, иман килтергәндән һуң ниндәй яман эштер улай эшләү, ә кемдәр насар исемдәр, ҡушаматтар тағыуҙан тәүбә ҡылмаһалар, шулар инде ул залимдар». («Хужүрәт» сүрәһенең 11-се аяты).
     Ә залимдар тураһында Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Ул көндә, йәғни Ҡиәмәт көнөндә уларға ғөзөрҙөре, һылтауҙары файҙа бирмәҫ...» («Рум» сүрәһенең 57-се аяты).
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дә балаларға яҡшы исемдәр ҡушыуҙы бойорҙо. Хәҙистә әйтелгәнсә, балаға яҡшы исем ҡушыу — баланың атаһы өҫтөндәге хаҡы.
     Шулай уҡ Аллаһ илсеһе әйтте: «Һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә исемдәрегеҙ һәм атағыҙҙың исемдәре менән саҡырырҙар, исемдәрегеҙҙе яҡшы ҡылығыҙ!» (Әбу Дауд); «Аллаһ Тәғәләгә иң һөйөклө исемдәрегеҙ Ғабдулла һәм Ғабдрахман (Мөслим).
     Был исемдәрҙең мәғәнәләре күркәм: Аллаһтың ҡоло һәм Әр — Рахмандың ҡоло, был исемдәр кешенең Аллаһты таныуын, Уға буйһоноуын, Уға ғына ғибәҙәт ҡылыуын белгертеп тора. Шуға күрә лә Аллаһ бындай исемдәрҙе ярата. Ә инде ул исемде яратҡас, һис шикһеҙ, ул исемде йөрөтөүсене лә Аллаһы Тәғәлә ярата, ундай исемдәр йөрөтөү Аллаһтың ризалығына ирешеүгә сәбәп була. Ғабд (ҡол) һәм Аллаһтың туҡһан туғыҙ исеменең береһе ҡушылған исемдәр ҙә шундай уҡ хөкөмдә, мәҫәлән: Ғабдерәхим, Ғәбделәхәт, Ғәбделхалик һ. б.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: „Пәйғәмбәр исемдәре ҡушығыҙ, ә Аллаһҡа иң ныҡ һөйөклө исемдәр: Ғабдулла һәм Ғабдрахман, ә иң тоғро исемдәр (йәғни хужаһына тура килә торған): Харис (сауҙа итеүсе) һәм Һәммәм (тынғыһыҙ, борсолоусы); ә иң йәмһеҙ исемдәр: Хәрб (һуғыш) һәм Мурра (ҡатылыҡ)“.
     Мосолман кешеһе насар исемдәрҙән һаҡланырға тейеш, сөнки бындай исемдәрҙе, һәм ул насар исем йөрөтөүсене Аллаһ һөймәй, шул исеме Аллаһтың асыуы һәм ғазабы килеүгә сәбәп була.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: „Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың ҡаты асыуына лайыҡ һәм иң әшәке кеше — үҙен Мәликүл — әмләк, йәки шаһиншаһ (батшаларҙың батшаһы) тип атаусы. Аллаһтан башҡа батша юҡ!“
     Аллаһҡа ғына лайыҡ исемдәрҙән һаҡланыу тейешле. Шундай исемдәрҙән: Рахмән (бөтә мәхлүктәргә изгелекле булыусы), Ҡотдос (изге, мөҡәдәс), Халиҡ (бөтә доньяны барлыҡҡа килтереүсе), Әхәд (берҙән бер булыусы) һ. б. Кешеләргә был исемдәр ҡушылмай, сөнки ошондай сифаттар, исемдәр Раббыбыҙ Аллаһҡа ғына хас, Ул (Аллаһ) ғына ундай исемдәргә лайыҡ.
     Ғәйшә (р. г.) әйткән: „Аллаһ илсеһе салләллаһу ғәләйһи үәссәләм насар исемдәрҙе алыштыра ине“ (Тирмизи).
     Насар исем ҡушмау ғына түгел, ҡушылған осраҡта ла уны алыштырыу тейеш.
     Сәғид ибн Әл-Мүсәййиб олатаһынан риүәйәт итә. „Пәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үәссәләмгә килдем“, — ти. Ул әйтте: „Исемең нисек?“ Әйттем: „Хәзи (Ҡаты)“. Ул әйтте: „Һин — Сәһл (еңел)“. Әйттем: „Атам ҡушҡан исемде үҙгәртмәймен“. Ибне Әл-Мүсәййиб әйтте: „Шунан бирле беҙҙең нәҫелдә ҡатылыҡ һаман да бар“.
     Был хәҙистән аңлашыла: исем кешенең тормошона, холҡо-тәбиғәтенә лә йоғонто яһай, шуға күрә Аллаһы Тәғәлә һөйгән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡушҡан исемдәрҙе ҡушыу кәрәк.
     Мәғәнәләре яҡшы булһа ла, мосолмандар башҡа өммәттәр йөрөтә торған исемдәрҙән һаҡланырға тейеш. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: „Кем берәр ҡәүемгә оҡшарға тырышһа, шуларҙан булыр“, икенсе бер риүәйәттә: „Шулар менән ҡубарылыр“, — тиелә.
     Шуға күрә динһеҙҙәр, христиандар, йәһүдиләр, мәжүсиҙәр исемдәренән һаҡланырға кәрәк. Ул исемдәр уны йөрөтөүсенең кәфер өммәттәре кешеһе икәнлегенең билдәһе булып тора.
     Аллаһы Тәғәлә мосолман өммәтен кешелек өсөн ебәрелгән иң хәйерле өммәт тип атаны. Мосолмандар кешеләргә тура юлды күрһәтеүсе, изгелектәргә өндәүсе, яуызлыҡтарҙан тыйыусы, үҙҙәренең бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡылыуҙары менән дә, үҙ-үҙҙәрен тотошо, холоҡтары менән дә, тышҡы ҡиәфәттәре һәм таҙалыҡтары менән дә, һәм шулай уҡ исемдәре менән дә башҡаларға үрнәк булырға тейеш. Ул исем уны йөрөтөүсе хужаһының мосолман икәнлеген, бөтөн доньяларҙың Раббыһы булған Аллаһтың ғына ҡоло икәнлеген күрһәтергә тейеш.
     Яҡшы исем балаға ла ыңғай тәьҫир итә. Роберт тип ҡушһаң, ул Робертҡа оҡшарға тырыша, Мөхәммәд тип ҡушһаң, ул пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ оҡшарға тырыша. Аллаһ ҡоло Ғабдулла тип ҡушһаң, ул Аллаһ ҡоло булырға тырыша. Ә инде кемгә Эт тип исем ҡушһаң, ул бала, әлбиттә, үҙе менән эт араһында оҡшашлыҡтар эҙләйәсәк, һәм уға оҡшарға тырышасаҡ.
     Беҙ, мосолмандар, балаларыбыҙға матур исемдәр, оло маҡсаттарға өндәй торған, ер йөҙөндә Аллаһтың хәлифәһе булыу дәрәжәһенә лайыҡ исемдәр ҡушарға тейешбеҙ; кәмһетә, хурландыра, кәферҙәргә оҡшата торған исемдәрҙән һаҡланыу лазым.
     Балаға исем ҡушыу, иң беренсе — атаның хаҡы, әсәһе йәки әбей — бабайының хаҡы түгел. Аллаһы Тәғәлә былай тип әйтә:
     »Уларҙы аталарының исемдәре менән йөрөтөгөҙ, был Аллаһ хозурында ғәҙелерәк, йәғни фәлән улы фәлән, фәлән ҡыҙы фәләнә тип" («Әхзәб» сүрәһенең 5-се аят).
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дә, сәхәбәләр ҙә балаларына үҙҙәре исем ҡушҡандар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был төндә минең улым тыуҙы һәм мин уны атам Ибраһим (йәғни Ибраһим пәйғәмбәр) исеме менән атаным», — тигән.
     Сәхәбәләр шулай уҡ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәссәләмдән дә балаларына исем ҡуштыра торған булғандар:
     "Бер кеше әйтте:
     - Йә Аллаһтың илсеһе ﷺ, бөгөн төндә минең балам тыуҙы, уға ниндәй исем ҡушайым?
     Ул әйтте:
     - Улыңа Ғабдрахман тип исем ҡуш".
     Яңы тыуған балаға тыуыу менән исем бирһәң дә, етенсе көнөндә ҡушһаң да ярай.
     Аллаһтың илсеһе ﷺ әйткән: «Һәр баланың енесенә ҡарап, ҡорбан (йәғни бәпес туйы үткәреү өсөн салына торған малға бәйле (ир бала булһа — ике һарыҡ, ҡыҙ булһа — бер һарыҡ салыу мөстәхәб, яҡшы. — Авт.)) — етенсе көнөндә һарыҡ салына, исем ҡушыла һәм сәсе алына».
     Ләкин етенсе көнөнән һуң да исем ҡушыу ярай, был тура ла Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәре бар.
     Бер кешенең бер нисә исеме лә булырға мөмкин, һәм был шәриғәтебеҙ буйынса тыйылмай (әгәр ҙә ул исемдәр шәриғәткә ҡаршы килмәһә).
     Миҫал өсөн, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең бер нисә исеме булған. Ул был турала ошолай тигән: «Минең исемдәрем бер генә түгел: мин — Мөхәммәд, мин — Әхмәд, мин — Мәхий, мин — Хәшир, мин — Ғаҡыйб».
         Татарсанан тәржемә; Рафиҡ хәҙрәт МИНӘХМӘТОВ, Татарстан, Көнсығыш регионы ҡазыйы, Әлмәт районы һәм Әлмәт ҡалаһы имам-мөхтәсибе.