Архив рубрики: вәғәздәр

Ваҡыт ҡәҙере

                                                         Ваҡыт ҡәҙере
     Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ, ни өсөн тигәндә, ул мәңге. Ваҡыттан да ҡыҫҡа нәмә юҡ, сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл ул. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, ғәләм өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ. Көткәнгә – көтөүҙән дә оҙағы, рәхәтләнгәнгә рәхәттән дә аҙы юҡ. Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт. Хәтерҙә юҡ-барын оноттороп, ҡәҙерлеһен һаҡлаған да шул ваҡыт...(Ерәнсә сәсән).
     Әйе, был донъяға тыуыуыбыҙҙа, йәшәгән мәлдәребеҙҙә, үлемебеҙҙә ваҡытҡа бәйле. Ваҡыт ул әҙәм балаһын тәрбиәләй йә боҙа, ахирәтебеҙҙә ошо ваҡыт имтиханына бәйле, йә йәннәт йә иһә йәһәннәм. Читать далее

Был донъяны кем үҙгәртер?

                                                Был донъяны кем үҙгәртер?
     Бөгөнгө донъямдың эше бөтмәгән әле, иртәнге донъямды нисек ҡайғыртырмын икән тип уйлайбыҙ, пландар ҡороп маташабыҙ, нимәгәлер өмөтләнеп, хыяланабыҙ. Бына яңы көнгә, яңы йылға аяҡ баҫтыҡ, нимәгә ирештек һуң был донъяла? Әйҙәгеҙ йәшәгән донъябыҙ, йәшәгән көнөбеҙ һәм киләсәк тормошобыҙ тураһында фекерләп алайыҡ. Бөгөнгө йәшәйеш донъябыҙ, көнөбеҙ нимәгә ҡоролған? Үҙ халҡын көнө-төнө киләсәк менән ышандырған вертикаль хакимлеккә, аҫтан өҫкә табан, түрә-ҡараға һис һүҙһеҙ буйһоноу системаһына ҡоролған, фанатик рәүештә уларҙың ҡушҡандарын үтәргә йүнәтелгән сәйәсәткә бойһоноуға. Хатта муллалар ҙа шуларға ярамһаҡланып, шуларҙың ҡурайына бейергә әҙер. Кем хаҡты халыҡҡа еткерер? Кем Аллаһҡа хеҙмәт итә? Хәҡиҡәт — ялғандың ҡан дошманы, шуға күрә ул ҡайһы бер дәүләттең дә иң ҙур дошманы булып сыға. Шуға ла дин әһелдәре донъябыҙҙың сәйәсәтенә ҡыҫылышыбыҙ юҡ тип, беҙ үҙебеҙ халыҡтан айырым ҡатлам ғына тип, икейөҙлөлөккә, монафиҡлыҡҡа, хурлыҡҡа төшәләр. Ә халыҡ та ысынында һарыҡҡа әйләнде, күп кешеләр әхләк һәм әҙәп тәртиптәрен юғалты, алдашыу, хәйләләү, ярамһаҡланыу, юхалау кеүек сифаттар артты, башҡа кешеләргә ҡарағанда затлыраҡ кейенеү, донъяһына маҡтаныу, аҡса ҡоло булып, байлыҡҡа табыныу башланды… Читать далее

Ниәт (намерение)

                                                       Ниәт (намерение)
     Әғүҙү билләһи минәш шайтанир-раджим. Бисмилләһир рахманир рахим.
Аллаһы Тәғәлә ризалағы өсөн ихлас күңелдән (ниәт) менән йома ғибәҙәтенә йыйылған хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Барыбыҙға Аллаһының рәхмәт үә ризалығына ирешеп донъя менән ахирәт сәләмәтлеге, хәйерле һәм бәрәкәтле ғүмер һәм тормоштар насип булһын.
     Ошо йомабыҙ барыбыҙға ла мөбәрәк булып ил-йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ менән киләсәк йомаларыбыҙҙы ла шатлыҡ менән ҡаршылап, саф күңел, ихлас ниәт менән ғибәҙәт һәм доғалар ҡылырға насип булһын.
     Хөрмәтле мосолмандар! Бөтә Ислам ғалимдары тарафынан ҡабул ителеп, динебеҙҙә дәлил итеп йөрөтөлә торған билдәле бер хәҙистәрҙән һаналған Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәлләм бер мөбәрәк һүҙҙәрен ишетәйек:
     «Иннәмәл-әғмәли бин-ниәт» (Һәр эш ниәткә ҡарап баһалана), донъяла бөтә эштәребеҙ бары тик ниәт менән генә була. Ниәт сәбәпле ҙур сауаплы, ниәт сәбәпле ҙур гонаһлы булырға мөмкин». Читать далее

Бәлә-ҡаза ни өсөн килә?

                                            Бәлә-ҡаза ни өсөн килә?
     Аллаһ Үҙ рәхмәте менән беҙҙе юҡтан бар итте. Һәр мәхлүк Уның рәхмәте менән йәшәй. Беҙҙә булған һәр ниғмәт, һәр хәйерлелек Уның рәхмәте менән килә, һәр яуызлыҡ, бәлә-ҡаза беҙҙән Уның рәхмәте менән китә. Аллаһының ғилеме ҡайҙа ирешһә, рәхмәте лә шунда тиклем барып еттә.
                                                                              فَبِأَيِّ آلَاءِ رَبِّكُمَا تُكَذِّبَانِ
     «Фәби'әййи әәләәәә'и раббикүммә түкәҙҙибәәән», йәғни: Әй, әҙәм балаһы һәм ен, Минем барлығыма тағын ниндәй дәлилдәр кәрәк? — тип һорай Аллаһ Тәғәлә. Рахман сүрәһе 34 аят.
     Әҙәм балаһының ошо донъяға Аллаһтың рәхмәте менән тыуыуы һәм ошо тормошта йәшәп ятыуы үҙе бер ҙур дәлил. Тик был донъя ваҡытлы — алдаҡсы донъя икәнен онотмайыҡ! Был тормошобоҙҙа һәр беребеҙ менән дә төрлө хәлдәр булырға мөмкин: шатландыра торғаны ла, ҡайғырта торғаны ла. Читать далее

Ҡурҡыу һәм өмөт

                                                   Ҡурҡыу һәм өмөт
     "Бөтә нәмәне күркәм яратҡан һәм кешене тупраҡ маддәһенән бар иткән" Аллаһу Сүбхәнә үә Тәғәләгә ихлас күңелдән булған ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Һәм шулай уҡ Мөхәммәд салләллааһу ғәләйһи үәссәләм рухына салауаттарыбыҙ һәм сәләмдәребеҙ ирешеп торһон.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем! Кешенең күңелендә ҡурҡыу хисе нимәгә булһа ла нигеҙләнеп барлыҡҡа килә. Бөтә кешеләр кемдән йә иһә нимәнәндер булһа ла ҡурҡа. Күңелендә ҡурҡыу хисе булмаған кеше юҡтыр ул. Кемдер ата-әсәһенән ҡурҡа, кемдер балаларынан, кемдер енәйәтселәрҙән, кемдер йыртҡыс хайуандарҙан, кемдер аслыҡтан, кемдер ауырыуҙан, кемдер үлемдән ҡурҡа һәм быға оҡшаш күп төрлө миҫалдар килтерергә мөмкин. Ҡурҡыу хисе кешене күп ваҡытта борсоһа ла, йыш ҡына насар эштәрҙән тыйып, яҡшы эштәргә этәрә торған була. Мәҫәлән, ата-әсәһенән ҡурҡҡан кеше уларҙы рәнйетеүҙән тыйыла, киләсәктә балаларының насар юлға баҫыуҙарынан ҡурҡҡан ата-әсә балаларына йәштән үк яҡшы тәрбиә бирергә тырыша, аслыҡтан ҡурҡҡан кеше ас ҡалмаҫ өсөн запас йыя башлай, ауырыуҙан ҡурҡҡан кеше сирләмәҫ өсөн сараларын күрә, тимәк, кешенең күңелендә сәселгән ҡурҡыу орлоҡтары киләсәктә шатлыҡ емештәренә әйләнә. Читать далее

Һин әҙерме?

                                                     Һин әҙерме?
     Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин, үәс-сәләәтү үәс-сәләәмү ғәләә рәсүлинәә Мүхәммәд үә ғәләә әәлиһи үә сәхбиһи әждмәғин. Беҙ юҡтан бар итеп был донъяға һынау өсөн ебәргән, Үҙенең икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәре менән ниғмәтләндергән бөйөк Раббыбыҙ Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә маҡтау булһын, ошо донъя мәҙрәсәһенә бөйөк уҡытыусы булып килгән Аллаһ илселәренең һуңғыһы – пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә ﷺ салауат үә сәләмдәребеҙ ирешһен. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙис шәрифендә шулай тип бойора: «Донъяла бер сит кеше, йәки бер юлсы һымаҡ йәшә». Читать далее

Дуңғыҙ (сусҡа) ите — хәрәм!

                                      Дуңғыҙ (сусҡа) ите – хәрәм!
     Бер хәҙистә: әгәр кеше тамағына бер хәрәм ризыҡ ҡапһа, уның теләгән теләге (доғаһы) ҡырҡ көн буйына ҡабул булмаҫ тиелгән бит. Ә беҙҙең хәрәм ризыҡтарҙың берәүһе – сусҡа ите. Дуңғыҙ итенә бәйле ризыҡтар беҙҙе бөтә яҡтан уратып алған. Улай ғына түгел, үҙен мосолман тип һанаған кешеләрҙең дә сусҡа көтөүен күрәбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтен – ер-һыуын бысратып сусҡа көтөргә ҙур-ҙур комплекстәр төҙөгәндәрендә күрәбеҙ. Шуға был мәҡәләлә йөрәкте ауырттырған, күңелде борсоған нәмә — дуңғыҙ (сусҡа) аҫрау мәсьәләһе тураһында һүҙ барыр. Аллаһ Тәғәлә хәйерле һүҙҙәр һөйләргә насип ҡылһын.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримендә «Бәҡара» сүрәһенең 173 сө аятында һәм «Мәидә» сүрәһенең 3 сө аятында беҙгә асыҡ итеп, шикләнергә һис тә урын ҡалдырмайынса, дуңғыҙҙың харам икәнлеген белдерҙе.
                                                                  إِنَّمَا حَرَّمَ عَلَيْكُمُ الْمَيْتَةَ وَالدَّمَ وَلَحْمَ الْخِنزِيرِ وَمَا أُهِلَّ بِهِ لِغَيْرِ اللَّهِ
     Иннәмәә хәррамә ғәләйкүмүл-мәйтәтә үәддәмә үә ләхмәл-хинзиири үә мәә үһиллә биһи лиғайри-лләәһи...
     Ул бит һеҙҙе үләкһә, ҡан, сусҡа ите, бисмиллаһыҙ һуйылған мал ите ашауҙан ғына тыйҙы. Читать далее

Коронавирус һәм Аллаһ

                                        Коронавирус, Аллаһ, динебеҙ
     Аллаһы Тәғәлә һәр бер мосолманға шәриғәт ҡушҡанса йәшәргә бойорҙо. Кеше Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәү өсөн шәриғәт хөкөмдәрен белергә, хәләл менән харамды айыра белергә тейеш. Белмәй икән, ул уны үтәй алмай. Шуға күрә лә Исламда белем алыуға ҙур иғтибар бирелә. Ә белемһеҙ халыҡ донъянан милләте менән юғалыуға дусар.
     Сәләмәтлек — Аллаһы Тәғәләнән үҙенең ҡолона — бәндәһенә бирелгән иң ҙур ниғмәттәрҙең береһе. Беҙ йыш ҡына: «Һаулыҡ булһа, барыһы ла була», — тиебеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис — сәләм дә: «Иртән һау-сәләмәт, имен һәм ризығы булған хәлдә уянған кеше бөтөн донъяға эйә», — тигән. Шуға иртән уянып аяҡҡа баҫҡаныбыҙ икән, «Әлхәмдүлиллләһ» тип әйтеп, шөкөр итәйек.
     Аллаһ Тәғәлә «Юныс» сүрәһенең 107 –нсе сүрәһендә:
وَإِن يَمْسَسْكَ اللَّهُ بِضُرٍّ فَلَا كَاشِفَ لَهُ إِلَّا هُوَ وَإِن يُرِدْكَ بِخَيْرٍ فَلَا رَادَّ لِفَضْلِهِ يُصِيبُ بِهِ مَن يَشَاءُ مِنْ عِبَادِهِ وَهُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
     Үә иййәмсәскәл-лааһу бидурриң фәләә кәәшифә ләһүү илләә һүүә үә иййүридкә бихайриң фәләә рааддә лифадлиһи йүсыиибү биһи мәй йәшәә'ү мин ғибәәдиһи үә һүүәл-ғафүүрурур-рахиим. Читать далее

Ир менән ҡатындың хаҡтары

                                           Ир менән ҡатындың хаҡтары
     Ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата хаҡтары
     Аллаһ Тәғәлә был донъяла бөтөн нәмәнелә парлы итеп яратҡан. Уның ерҙәге был ҡануны шулай уҡ кешеләргә лә ҡағыла. Аллаһ Тәғәлә был хаҡта Ҡөрьәндең «Рум» сүрәһенең 21-се аятында:
                وَمِنْ آيَاتِهِ أَنْ خَلَقَ لَكُم مِّنْ أَنفُسِكُمْ أَزْوَاجًا لِّتَسْكُنُوا إِلَيْهَا وَجَعَلَ بَيْنَكُم مَّوَدَّةً وَرَحْمَةً إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُونَ
     Үә мин әәйәәтиһии ән халәҡа ләкүм мин әңфүсикүм әзүәәджәл-литәскүнүү иләйһәә үә джәғәлә бәйнәкүм мәүәддәтәү үә рахмәтән иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-лиҡаумий-йәтәфәккәруун. Читать далее

Монафиҡтар

                                                        Монафиҡтар
     «Монафиҡ» тигән һүҙ Ислам динендә ике йөҙлөлөктө, яҡшылыҡ күрһәтәм тип, яуызлыҡ ҡылыусыны күрһәтә. Был кеше һәр саҡ еңел юл табырға тырыша, үҙ бурысын (социаль һәм рухи) үтәүҙән ҡасып, үҙ хәленә уйлап, табыш алырға яраҡлаша. Әле бөгөнгө донъябыҙҙа монафиҡтар ниндәй генә өлкәне ҡалдырмай ҡатнашалар, хатта динебеҙҙә шулар менән тулы. Ана шул кешеләрҙең ҡыланышы миңә ҡағылмай тип йөрөү шул уҡ һинең монафиҡлылығын билдәһе. Монафиҡтың күңелең ошолай һүрәтләргә була: Читать далее