Ҡәберҙәргә йөрөү
Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы. Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарының ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның һәм ахирәттең хужаһы Аллаһу Тәғәләгә ҡәлебтәребеҙҙән ихластан булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, һәм маҡтау үә ололауҙарыбыҙ булһа ине.
Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине, улар өсөн беребеҙҙе лә ғаҙапламаһаң ине.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә Салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Иманыбыҙҙы нығытыр өсөн, гонаһтарыбыҙ ярлыҡаныр өсөн иман кәлимәләре бергәлеп ҡабатлайыҡ:
Әшһәдү әллә иләәһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ! -3 тапҡыр. Читать далее
Архив метки: зыярат
Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ
Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ
Беҙҙең халыҡтың ҡайһы берҙәре (күпселеге) туғандары үлеп ҡалһа ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Был әле шул уларҙың диндән алыҫ икәнең күрһәтә. Динле кеше үлемдән ҡурҡмай, уға әҙер була, тик уның ҡайғырғаны ошо донъяла намаҙ-ураҙаһын етерлек ҡылдымы, игелекте етерлек эшләнеме тигән уйҙа. Был донъяла беҙ өс көнлөк ҡунаҡ, үлгәндән һуң мәңгелек Әхирәт тормошо көтә һәр кемде. Ошо донъялағы ғәмәленә ҡарап әжерендә һәм язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: “Ожмаҡ хаҡ, тамуҡ хаҡ”, — ти, бер-нисә тапҡыр.
Ҡөръән Кәримдә: “Һәр йән эйәһе үлемде татыр”, тигән аят бар. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, нимә генә эшләһәк тә, үлемдән ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Әсә ҡарынынан сығып ошо яҡты донъяға килгәс тә, үлемебеҙгә яҡыная башлайбыҙ. Һәр әҙәм балаһын тыуғас та, һыуҙа йыуындырып алалар, аҡ биләүгә урайҙар һәм вафат булып һуңғы юлға оҙатҡанда ла, шәриғәт ҡанундары буйынса, һабынлап йыуып, аҡ кәфенлеккә төрәләр.
Аллаһ Тәғәлә ошо бар иткәндәре араһында иң өҫтөнө, иң хөрмәтлеһе кешелер. “Хаҡиҡәттән, беҙ кешене иң гүзәл рәүештә бар иттек”. (Дин сүрәһе, 4-се аят. Аллаһ Тәғәлә бер заман фәрештәләргә: “Мин ер йөҙөндә бер хәлифә (Әҙәм) яратмаҡсы буламын”, — тигән. Әҙәмде бар иткәндән һуң Аллаһ Тәғәлә: “Ошо Әҙәмгә хөрмәтләп сәждә ҡылығыҙ”, — тигән. Фәрештәләр барыһы ла Әҙәмгә сәждә ҡылдылар һәм хәҙерҙә беҙҙең өсөн шул ғәмәлдә.
Читать далее
Зыяратта өмә
Таштимер зыяратында өмә
Әбйәлил районы Таштимер ауылы зыяратында, май айынын башында, өмә үтте. Был изге эштә, ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды. Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ, барып ятыр урыныбыҙ шунда. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.