Үлгәндәр ишетәме?

                                           Үлгәндәр ишетәме?
     Үлгәндәр Ҡөръән уҡығанды ишетәме тигәнгә, бөгөн беҙҙең наҙан сәләфит-ваһһабтарыбыҙ юҡ, ишетмәйҙәр, уларға бер ниндәй ҙә һауаб-әжер бармай тип ҡаршы торалар. Был наҙандар үҙҙәренең ғалимдарының китабтарын уҡымайҙар, Ҡөръән Кәримдән тура тәржемә эшләп халыҡ башын бутайҙар. Әйе Ҡөръәндә үлеләр ишетмәйҙәр, тигән аяттар бар, тик тереләр генә ишетә тигән мәғәнәлә «иманлы кешеләрҙе – мосолмандарҙы», әйтә Аллаһ.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                         فَإِنَّكَ لَا تُسْمِعُ الْمَوْتَى وَلَا تُسْمِعُ الصُّمَّ الدُّعَاءَ إِذَا وَلَّوْا مُدْبِرِينَ
     «Фә'иннәкә ләә түсмиғүл-мәүтәә үә ләә түсмиғү-ссуммәддү-ғәә'ә иҙәә үәлләү мүдбириин».
     «Мәйеттәр, артҡа сиккән һаңғырауҙар һинең саҡырғаныңды ни эшләтһәң дә ишетмәҫ». Әр-Рум сүрәһе, 30/52.«
                         وَمَا أَنتَ بِهَادِ الْعُمْيِ عَن ضَلَالَتِهِمْ إِن تُسْمِعُ إِلَّا مَن يُؤْمِنُ بِآيَاتِنَا فَهُم مُّسْلِمُونَ
     «Үә мәә әңтә биһәәдил-ғүмйи ғәң даләәләтиһим иң түсмиғү илләә мәй-йүьминү би'әәйәәтинәә фәһүм мүслимүүн».
     «Аҙашҡан һуҡырҙарҙы һин хаҡ юлға төшөрә алмаҫһың. Һин Беҙҙең аяттарға ышанған кешеләрҙе генә тыңлата алаһың. Улар күңелен биргән мосолмандар». Әр-Рум сүрәһе, 30/53.

     Ләкин үлеләр (мәйеттәр) тип, мосолман динең ҡабул итмәгән иманһыҙ кешеләр тураһында һүҙ бара. Ул иманһыҙҙар (үлеләр) Ислам диненә килмәҫ, әйткәнде ишетмәҫтәр, уларҙы дингә өгөтләүҙән файҙаһы юҡ, улар һуҡырҙар һәм үлеләр мәғәнәһендә. Ана шул белемһеҙҙәр Ҡөръән уҡып ҡына Аллаһ ғәрштә ултыра тип һығымта эшләйҙәр бит, Ҡөръән Кәримдең аңлатмалары булыуында белмәйҙәр. Мәҫәлән ете һөйләмдән торған «Фатиха» сүрәһенә йөҙҙәр том аңлатма яҙылған. Белмәгән белемдәре менән хәҙер интернет киңлегендә аҡыл өйрәтеүселәр күп, улар наҙандарҙың наҙандары. Әреуахтарға Ҡөръән уҡымағыҙ, мәжлестәр ойоштормағыҙ тип, уларға уның әжере барып етмәй ул һәм башҡа фәлән менән ҡаңғыралар.
     Һәр изге ғәмәл өсөн, намаҙмы ул, ураҙамы, хаж ҡылыумы, саҙаҡамы, Ҡөръән уҡыумы, кеше кемгә теләй, шуға әжер бирә ала. Бирелгән әжер үлгән кешегә барып етәсәк, һәм сөннәт кешеләре әйтеүенсә, мәрхүм бынан файҙа ала. Ҡөръән уҡыуҙан вафат булған кеше әжер алмай тип иғлан итеүсе хаҡлы түгел һәм уны тыңларға ярамай. Мәрхүмдәрҙең иҫәндәр биргәнде алыуын Аллаһ Тәғәләне танып белгән күп ғалимдар быны раҫлайҙар, хатта әлеге «белемселәр»ҙең дә ғалимдары.
     Бына сәләфит-ваһһабтарҙың ғалиме Ибн Тәймиә «Үлгәндәр ишетә», тип яҙа. Ибн Тәймиә: «Дөрөҫө шул, үлгәндәр зекер, доға һәм Ҡөръәнде (үлгәндән һуң уҡығандарын) ишетә ала», тигән. Шулай уҡ Ибн Тәймиә үҙенең фәтүәләрендә ошо һорауға – әреуахтар зыяратҡа килгән кешеләрҙе беләләрме, аңлайҙармы? – тигәнгә ул: «Улар беләләр һәм аңлайҙар», тигән. Һәм тереләрҙең ғәмәлдәренән үлгәндәр хәбәрҙан тигән.
     Шулай уҡ Ибн Тәймиә үлгәндәр ҡәберҙәрҙә һөйләшәләр и үҙҙәренә төбәлгән әйтеүҙе ишетәләр тигән.
     Ибн Тәймиәнең уҡыусыһы ибн Ҡаййүм Әл-Джәүзийә *Рух* (Йән) тигән китап яҙа, унда ул әреуахтар ишетә тип дәлилдәр килтерә.
     Тереләрҙең мәрхүмдәргә бағышлап эшләгән изгелектәре файҙа килтерә тип Ҡөръәндә лә дәлилдәр бар. Аллаһ Тәғәлә Хәшер сүрәһенең 10 аятында:
                                                       رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا وَلِإِخْوَانِنَا الَّذِينَ سَبَقُونَا بِالْإِيمَانِ
     «Уларҙан һуң (йәғни мәрхүм булған иманлы бәндәләрҙән һуң) килеүсе иҫән бәндәләр:
     - Йә Раббыбыҙ ғәфү ит беҙҙе һәм беҙгә ҡәҙәр йәшәгән иманлы бәндәләреңде», — тип әйтәләр.
     Ошо аятта Аллаһ Тәғәлә иҫән булған кешеләрҙең үҙҙәренә тиклем йәшәгән иманлы бәндәләргә доға ҡылыусыларҙа данлап иҫкә төшөрә. Тимәк, был аяттан шундай бер һығымты сығарып була, тере кешеләрҙең мәрхүмдәргә доға ҡылыуҙары маҡтаулы һәм ҡабул була торған ғәмәл булып һанала.
     Ҡөръәндән икенсе дәлил — Аллаһы Тәғәлә әйтә рәсүленә: “Әй Мөхәммәд ﷺ арағыҙҙа үлгән иманлы бәндәләр өсөн намаҙ уҡы (доға ҡыл). Һинең, намаҙ уҡыуың һәм доға ҡылыуы уларға тыныслыҡ бирер". Ошо аятҡа таянып бөтә мосолман донъяһы араларында үлеп киткән ҡәрҙәштәре өсөн, мәрхүм өсөн йыназа намаҙы уҡып доға ҡылалар һәм мосолмандар араларынан береһе генә булһа ла йыназа намаҙы уҡып доға ҡылмаһа, бөтөн мосолмандар гонаһлы буласаҡ, тип фәтүә бирә.
     Шулай уҡ Әбү Һөрайра килтергән бер хәҙистә һөйләнә. “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: Мәйет булған мәрхүмгә намаҙ уҡығас, уға доға ҡылыуҙа ихлас күңелдән булығыҙ, — тип әйткән. «Ҡайһы бер наҙан кешеләрҙең мәрхүмдәргә доға ҡылырға кәрәкмәй тигән һүҙҙәренең дөрөҫ түгеллеге көн кеүек асыҡлана. Мәрхүмдәргә доға файҙаһыҙ булһа ине, Аллаһы Тәғәлә һәм Уның рәсүле Мөхәммәд ﷺ мәрхүмдәргә доға ҡылыуҙы ҡушмаған булыр инеләр.
     Ғәуф ибн Мәлик: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ менән йыназа намаҙында булдым, һәм уның мәрхүмдәр өсөн уҡыған доғаһын ятлап алдым. Ул шулай тип доға ҡылған ине. “Был мәрхүмдең гонаһын кисер, мәрхәмәтең менән уға ҡара. Ғәфү ит уның гонаһтарын, хәйерле килеш инһен ҡәберенә. Киң ҡыл уның ҡәбергә инеүен. Сафла уны. Бысраҡтар нисек һыу менән таҙара торған булһа, һалҡын аҡ ҡар кеүек аҡ ҡалһын уның йәне, аҡ кейемгә тапы төшөп пакланған кеүек, хаталарҙан таҙарт уны. Уның ошо донъя йортын ахирәттә булған хәйерлерәк йорт менән алыштыр. Донъяла булған әһеленән дә яҡшыраҡ әһел насип ит. Ҡатынынан да яҡшыраҡ ҡатын насип ит уға. Йәннәтле ит уны, һаҡлап ҡал ҡәбер һәм йәһәнәм ғазабынан».
     Ғосман ибн Ғәффән һөйләй: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәйет күмелгәндән һуң, мәрхүмдең ҡәбере янына баҫа ине һәм:
     Мәрхүм булған ҡәрҙәшегеҙ өсөн гонаһтарҙан таҙарыныуын һорағыҙ һәм уның өсөн һорауҙарҙа ныҡ булыуҙы теләгеҙ. Сөнки ул хәҙер хисап бирә, — тип әйтте.
     Шулай уҡ ҡәберҙәрҙе зыярат итергә барғанда пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренә сәләм биреп доға ҡылырға өйрәтә ине. “Сәләм булһын һеҙгә ошо ҡәберҙең эйәләре мөьминдәр һәм мосолмандар! Аллаһ бирһә беҙ ҙә оҙаҡламай һеҙгә ҡушылырбыҙ. Аллаһ һеҙгә һәм беҙгә ғәфиәт (тыныслыҡ) бирһен", — тип.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡатыны Ғәйшә әсәбеҙ һөйләй: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
     - Ҡәбер әһелдәре өсөн доға ҡылһам, нисек доға ҡылайым? — тип һораным.
     - Доға ҡылып әйт, сәләм булһын мөьминдәрҙән һәм мосолмандар булған ҡәбер әһелдәренә. Беҙҙән алданыраҡ ҡәбер доньяһына кереүселәрҙе лә һәм иҫән булып ҡалыусыларҙы ла Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәт итһен, һәм тиҙҙән беҙ ҙә һеҙгә ҡушылырбыҙ, — тип доға ҡылырға өйрәтте ул мине.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәләре һөйләй: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ янында ултырған ваҡытта Бәни Сәләмәнән бер кеше килде һәм:
     - Әй Аллаһының илсеһе, атайым-әсәйем үлгәндән һуң уларға берәй ниндәй изгелек эшләй аламмы? — тип һораны.
     - Эйе! Мәрхүм булған атай-әсәйеңә бағышлап доға ҡыла алаһың, истиғфарҙар әйтә алаһың. Уларҙың өҫтәрендәге вәғәҙәләрен үтәй алаһың. Туғандарына һәм дуҫтарына игелек итә алаһың, — тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәребеҙ ﷺ
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ кейәүе Ғәли (р.г.) әйтә: “Рәсүлебеҙ әйтте:
     - Ҡәберҙәр янынан үткән ваҡытта унбер тапҡыр «Ихлас» сүрәһен уҡып мәрхүмдәргә бағышлаған кеше зыяратта ятҡан мәрхүмдәр һанынса әжер сауапҡа ирешер, — тип.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хеҙмәтсеһе Әнәс һөйләй: “Рәсүлебеҙ ﷺ әйткән:
     - Әгәр ҙә бер иманлы кеше «Аятүл Көрси» уҡыһа һәм уны ҡәбер әһелдәренә бағышлаһа, Аллаһы Тәғәлә бөтөн иманлы мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен ҡояш сығышынан алып батыуға ҡәҙәр булған киңлектәге ҡырҡ төрлө нур менән балҡытыр. Уларҙың ятҡан ҡәберҙәрен киң итәр. Ә инде «Аятүл Көрси»не уҡып бағышлаусыға алтмыш пәйғәмбәр әжере яҙылыр. Зыяратта ятҡан мәрхүмдәр һанынса дәрәжәләр бирер һәм һәр бер мәрхүм һанынса дәфтәренә унышар әжер сауаб теркәлер.
     Шулай уҡ Әнәс (р.г.) әйтә “Рәсүлебеҙ ﷺ әйткән:
     Берәр кеше зыяратҡа инеп «Йәсин» сүрәһен уҡыһа Аллаһы Тәғәлә ҡәберҙә ятыусыларға еңеллек бирер, һәм уҡыусыға зыяратта ятҡан мәрхүмдәр һанынса әжер сауаб бирер.
     Үрҙә күрһәтелгән өс риүәйәт Куртубиның китабынан алынды.
     Ҡәберҙәр янында, зыяраттарҙа мәрхүмдәр рухына бағышлап, һәр саҡ Ҡөръән уҡығандар. Тик һуңғы ваҡытларҙа бының исламда ҡәтғи рәүештә тыйылған булыуы тураһында әлеге буш һүҙҙәр йөрөй.
     Мәрхүмдең рухына бағышлап уҡылған Ҡөрьәндең файҙаһы тураһында шундай бер хәҙистә әйтелә: «бер ваҡыт Мөхәммәд ﷺ Пәйғәмбәр Мәҙинәләге зыярат янынан уҙып барғанда үҙ ҡәберҙәрендә ҡаты ғазап кисергән кешеләрҙең тауыштарын ишетә. Аллаһтың илсеһе: «Улар бәләкәй гонаһтары өсөн шулай ғазап кисерә», — тип әйтеп һала. Унан һуң шунда уҡ үҙен төҙәтеп: «Юҡ, ҙур гонаһтар өсөн ғазап кисерәләр. Береһе кесе йомошто үтәгәндә тәртипһеҙ булды, икенсе башҡаларға яла яҡты һәм ғәйбәт һөйләне», — тине. Был һүҙҙәрҙән һуң Пәйғәмбәр ﷺ үҙенә пальма ботағы килтереп биреүҙәрен һораны. Уға уны килтереп биргәс, ул әлеге ботаҡты икегә һындырҙы ла, һәр ҡәбергә шуның яртыһын ҡаҙаны. Сәхәбәләр унан ни өсөн шулай эшләүенең сәбәбен һоранылар. Ул: «Был таяҡтар уларҙың хәлен еңеләйтеү ихтимал һәм әлеге фараз ҡылынған еңеллек таяҡтар кибеп бөткәнсегә тиклем дауам итәсәк», -тип яуап бирҙе.
     Күренекле ислам ғалимы, имам әл-Хаттаб был хәҙискә таянып: «Ошо хәҙис ҡәберҙәрҙә Ҡөръән уҡыуҙың мөстәхәб (ыңғай хәл) булыуы хаҡында әйтә. Ағастың тәсбихен мәрхүмгә еңеллек килгәс, ҡәбер янында уҡылған Ҡөръәндән бәрәкәт күберәк була һәм мәрхүмгә барып етергә мөмкин».
     Ғүмәр ибн әл-Хаттабтың улы Ғабдулла ибн Ғүмәр үҙенең ҡәберендә изге китаптағы икенсе сүрә, йәғни әл-Бәҡара уҡылһын тип васыят әйтеп ҡалдырған.
     Был мәрхүм-мәрхүмә булғандарға беҙҙең әжер-һауабтар барып етә тигән теманы бик күп миҫалдар менән дауам итергә була, шулай эшләһәк бер оҙон китап килеп сығасаҡ. Шуға ҡыҫҡараҡ итеп аңлатым инде.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөнгө көндә динде белгән булып күренгән наҙандар барлыҡҡа килде. Ҡайһы берҙәре унышар йыл сит илдәрҙә уҡыған булһалар ҙа ябай кеше аңлай торған нәмәне аңламайҙар. Үҙҙәре буталып, кешеләрҙе бутап дәлилһеҙ һүҙҙәр һөйләйҙәр. Улар үлгән кешене ҡәбергә алып барып күмәңдә шуның менән эш бөттө тиҙәр. Ҡәберҙең баш осона таш ҡуйма, исемен яҙма, мәрхүмдәргә бағышлап саҙаҡа бирмә. Доға ла ҡылма, Ҡөръән уҡытып мәжлес ойошторма. Үҙе өсөн үҙе доға ҡылһын инде. – тип әйтәләр был ахмаҡтар.
     Улар «Беҙ мәрхүмдәргә доға ҡылмайбыҙ» – тиҙәр. Шул ваҡытта улар мәрхүмдәргә доға ҡылалар бит! Нисек? Намаҙ аҙағында «Әттәхийәт» һәм «Салауат» уҡып үҙҙәре Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә, уның ғәиләһенә һәм салих бәндәләренә доға ҡылалар.
     Юғарыла килтерелгән миҫалдар аҡыллы кешеләргә дәлил булараҡ еткерелә. Әммә ләкин, наҙан, фекере тар кешегә күпме генә дәлил килтерһәң дә, ул барыбер үҙенең наҙанлығынан һәм кирелегенән кире ҡайтмаясаҡ. Килтерелгән дәлилдәрҙе ҙә ҡабул итмәйәсәк. Аллаһыға ышанмаған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре: «Теге донъянан ҡайтыусы кеше юҡ әле», — тип әйтәләр. Былары ла Аллаһҡа ышаныусы булып күренһәләр ҙә бөтөн көстәрен ҡаршы ҡуйып: «Үләкһә генә улар, уларға хөрмәт күрһәтеү артыҡ ғәмәл», – тип дәғүә алып баралар. Һәм беҙҙең Ислам динендәге йолаларҙы тыйырға маташып, үҙҙәрен дин өсөн бик ҙур хеҙмәт күрһәтеүселәр, тип уйлайҙар. Быны инде хөрмәтле сайт уҡыусылар уларҙың һуңғы сығыштарында ярһып, бысраҡ, ялған, алдаҡ ташлап еңергә маташҡандарынан күрҙегеҙ инде.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла ошо иманлы юлыбыҙҙан, олатай-бабалар алып еткергән дин юлынан аҙаштырмаһын. Бер-беребеҙгә һәр саҡ ошолай доғалар ҡылып торайыҡ, һеҙҙең дә доғағыҙға мин мохтаж, Аллаһ Тәғәлә миңә көс-ҡеүәт биреп, ошо аҙашҡандарға ҡаршы тороп, һеҙгә динебеҙ тураһында хаҡ мәғлүмәт бирергә насип итһең. Әлбиттә, был «аҙашҡандарыбыҙҙы» Аллаһ тура юлға күндерһең. Беҙгә ризығын табып, ҡәҙерләп үҫтергән, көнөн-төнөн йәлләмәгән мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәйҙәребеҙгә доғалы булайыҡ, улар беҙҙәң – тереләрҙәң доғаға, Ҡөръән уҡыуыбыҙ һауабына, изге эштәребеҙгә мохтаж. Аллаһ уларға йәннәтен насип итһен! Әмин.