Архив метки: хөрмәт

Ололарҙы хөрмәтләү

                                                           Ололарҙы хөрмәтләү
     Ололарҙы хөрмәтләү — Ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә, был ғәмәл имандың һәм Аллаһты ололауҙың бер күрһәткесе булып тора. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оло йәштәгеләргә абруйлы мөнәсәбәт һәм рәхимлелек күрһәтеү тураһында байтаҡ хәҙистәр әйтеп ҡалдырған: «Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт (рәхимлек) күрһәтмәгәндәр – беҙҙән булмаҫ» (Бохари), «Бәрәкәт өлкәндәрегеҙ менән булыр» (Ибн Хибат 559), «Аллаһты маҡтауҙарҙың береһе булып сәстәренә сал кергән мосолманға ихтирамлыҡ тора» (Әбү Дауд) һәм башҡаһы. Ололарҙы ҙурлау Аллаһ Тәғәләне ололау булып һанала. Әбү Муса әл-Әшғәри һөйләүенсә, Аллаһтың рәсүле ﷺ әйтте: "Мосолман ҡартын, Ҡөръән белгесен һәм ғәҙел етәксене хөрмәтләү Аллаһты бөйөкләү булып һаналалыр. (Әбү Дауыт, Бәйһаҡи). Ислам динебеҙ ололарыбыҙҙы хөрмәтләүгә һәм ҡайғыртыуға өндәй. Имен тормошобыҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ уларҙы ҡәҙерләргә тейешле.
     Бигерәк тә ата-әсәләрҙе. Беҙ улар алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы һәм уларҙың доғаларында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙҙең итәғәтле балалары булырға һәм уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡтар ғына күрергә насип итһен. Читать далее