Изгелек ҡылығыҙ
Изгелек – ул һәр хәйерле, яҡшы эш-ғәмәл, кемгәлер хәлендә килгәнсә ярҙам итеү, насарлыҡтан тыйылыу, тормошобыҙҙың күркәм әҙәп-әхләҡ сифаты. Кешеләргә изгелек ҡылыусы зат – ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше. Игелекле булыу ул – иманлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, әхләҡле булыу, сабыр ғына һөйләшеү, мөләйем, ярҙамсыл булыу. Был сифаттар беҙгә борон-борондан халҡыбыҙҙың мираҫы булып ҡалған. Ғөмүмән, беҙ әҙәп һаҡларға, инсафлы, намыҫлы булырға, атай-әсәй хаҡын хаҡтарға тейешбеҙ. Был үҙе үк игелеклелекте күрһәтә. Тормошобыҙҙың ыңғай сифаттары: игелекле булыу, кеше хәленә инә белеү, ситтәр хәсрәтенә һөйөнмәү, һәм изгелек ҡылыуҙа дәрәжәһенә ҡарап һайланмаҫ кәрәк.
Үҙен мосолманға һанаған кеше бик бәләкәй булып тойолған яҡшылыҡты эшләүгә лә кәмһенеп ҡарарға тейеш түгел. Изгелектең ниндәй генә ҙурлыҡта булыуына, миҡдарына ҡарамаҫтан, уны эшләргә ашығырға кәрәк. Читать далее