Ҡәберҙәргә йөрөү

                                                 Ҡәберҙәргә йөрөү
     Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы. Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарының ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның һәм ахирәттең хужаһы Аллаһу Тәғәләгә ҡәлебтәребеҙҙән ихластан булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, һәм маҡтау үә ололауҙарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине, улар өсөн беребеҙҙе лә ғаҙапламаһаң ине.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә Салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Иманыбыҙҙы нығытыр өсөн, гонаһтарыбыҙ ярлыҡаныр өсөн иман кәлимәләре бергәлеп ҡабатлайыҡ:
     Әшһәдү әллә иләәһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ! -3 тапҡыр.

     Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә илаһ юҡ тип һәм Мөхаммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Аллаһ Тәғәләнең ҡоло һәм илсеһе". Йә Раббым ошо фани доньянан мөьмин мосолман булып ҡына йәшәп үтергә насип итһәң ине.
     Кем Аллаһ Тәғәләгә ышанып, Уның бөтә ҡанундарын ҡабул иткән. Һәм бөтә ҡушҡандарын үтәп, Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең сөннәтенә эйәреп, тыйғандарынан тыйылып йәшәй, шул кеше тура юлда. Ә кем аҙашып һаташып, гонаһтар ҡылып йәшәй, шул тамуҡ юлында. Барыһында һәм үҙемде лә тура юлға саҡырам. Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәле булырға саҡырам. Сөнки тәҡүәле кеше генә тура юл менән барырға тырыша.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең сөннәтенә эйәреп, Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Әхирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең шәфәғәтен өмөт итеп оло байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем-
     Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Йәнәбе ғәфүрүррахим, үлгәндәребеҙҙең бәндәселек менән ҡылған хата-кәмселектәрен ғәфү әйҙәп, рәхмәтең фазылыңменән хөкөм ҡылып, йәннәтеңде насип ит Раббым. Әмин!
     Аллаһы Тәғәлә «Йома» сүрәһене. 62/8 аятында:
قُلْ إِنَّ الْمَوْتَ الَّذِي تَفِرُّونَ مِنْهُ فَإِنَّهُ مُلَاقِيكُمْ ثُمَّ تُرَدُّونَ إِلَى عَالِمِ الْغَيْبِ وَالشَّهَادَةِ فَيُنَبِّئُكُم بِمَا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
     Ҡуль иннәл-мәүтә-лләҙии тәфирруунә минһү фә'иннәһү мүләәҡиикүм ҫүммә түраддүүнә иләә ғәәлимил-ғайби үә-шшәһәәдәти фәйүнәбби'үкүм бимәә күңтүм тәғмәлүүн.
     "Әйт уларға: «Һеҙ унан ҡурҡып ҡасҡан үлемегеҙ әлбиттә, һеҙҙе осратыр, шунан һеҙ йәшерен дә, асығын да белгән (Аллаһыға) ҡайтырһығыҙ, Ул ҡылған эштәрегеҙҙән һеҙгә хәбәр бирер».
     Бөгөнгө көндәрҙе йыш ҡына ҡәберстанға зыярат ҡылырға, барырға яраймы юҡмы тигән һүҙҙәр ишетәбеҙ һәм барһаҡ нимәләр эшләргә ярай, нимәләр эшләргә ярамай икән тигән һүҙҙәр сыға. Ислам ғалимдары шул турала нимәләр әйтәләр икән?
     Әлбиттә зыяратҡа барыу үлгәндәрҙе зыярат ҡылыу бик кәрәкле һәм һауаблы эш, ир кешеләргә лә ҡатын ҡыҙҙарға ла. Шулай уҡ ҡәберҙәрҙе зыярат итеү Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең сөннәте. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи вәссәләм әйткән:
     “Ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу – үлемде иҫкә төшөрә”
     “Мин тәүләп һеҙҙе зыярат ҡылыуҙан тыйған инем, хәҙер инде рөхсәт иттем. Зыяраттарығыҙҙы үлгәндәргә доға ҡылыр өсөн, гонаһтарына ғәфү һорар өсөн ҡылығыҙ" (Муслим)
     Шулай уҡ имам Байхаҡый риүәйәт итте:
     “Кем һәр йома һайын ата-әсәләренең ҡәберҙәрен зыярат ҡыла, уның бөтә гонаһтары ярлыҡаныр һәм уны изге кеше тип яҙырҙар”
     “Миңә хәбәр иттеләр, мәйеттәр беләләр кем уларҙы зыярат ҡыла йома көнөндә, аҙнаның кесе көнөндә һәм шәмбе көнөндә”
     Зыярат ҡылған ваҡытта ҡәберҙәрҙе тапамаҫҡа тырышырға кәрәк, юғалған ҡәберҙәр булһа уларҙың өҫтөнән барған саҡта Ҡөръән йә тәсбих уҡырға кәрәк. Ғөсөлһөҙ ҡәберстанға инергә ярамай.
     Бер китапта әйтелгән ҡатын-ҡыҙҙар зыярат ҡылғанда ҡысҡырып илап, ҡайғы арттырып йөрөү рөхсәт ителмәгән. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән:
     “Аллаһ Тәғәлә зыярат ҡылыусы ҡатындарҙы ләғнәт ҡылған”
     Әммә был хәҙисте дөрөҫ аңларға кәрәк, Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм тәртип боҙоп ҡысҡырып илап, ҡайғыларын күрһәтеп, ғәүрәттәрен асып зыярат ҡылған ҡатындар тураһында әйткән. Шулай булһа ла йәш ҡатын ҡыҙҙарға яңғыҙ зыярат барыу бик килешмәҫ тиелгән. Зыярат ҡылған ваҡытта кеше үрнәк алырға тейеш беҙҙең ғүмеребеҙ ҡыҫҡа икәнен уйларға, үлем тураһында уйларға.
     Ҡәберстанға ингәндә ошондай доға уҡырға кәрәк:
     "Әссәләәмү ғәләйкүм әһләд-дийәри минәл-мүьмининә иннәә иншә Аллааһү бикүм ләәхиҡуун. Әсьәлуллааһә ләнәә үә ләкүмүль-ғәәфийә»
     “Әссәләмү ғәләйкүм иман әһелдәре. Беҙ ҙә Аллаһ теләгән ваҡытта һеҙҙең эргәгеҙгә барырбыҙ. Аллаһынан үҙебеҙ өсөн дә һәм һеҙҙең өсөн дә ғәфү именлек теләйбеҙ".
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән:
     “Һәр бер мосолман кеше дин ҡәрҙәшенең ҡәбере янынан үткән саҡта, Әссәләмү ғәләйкүм тип әйтер һәм ҡәрҙәше уға сәләм ҡайтармай ҡалмаҫ”
     Мәйеттең бит яғынан килергә кәрәк. Зыярат ҡылғанда «Йәсин» сүрәһе уҡылып доға ҡылына. Был турала Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән:
     "Кем зыярат ҡылғанда «Йәсин» сүрәһен уҡыһа, уның ҡиәмәт көнөндә хәле еңеләйер йә бөтөнләй гонаһтары ярлыҡаныр”
     Зыярат ҡылғанда ташҡа һөйәлергә һәм уны үбергә ярамай, сөнки был христандарҙың ғәҙәте.
     Әнәс р.г. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдән һораған: «Йә Аллаһтың илсеһе, беҙҙең ҡылған доғаларыбыҙ, биргән саҙаҡаларыбыҙ үлгәндәргә барып етәме», Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән: «Әлбиттә, улар үлгәндәргә барып етә һәм улар шуға бик шатланалар, һеҙгә ризыҡ бүләк итеп биргәндә кеүек ”
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм әйткән:
     »Кем ҡәберҙәр янынан үткән саҡта 11 тапҡыр Ихлас сүрәһен уҡып, сауабын ошо зыяраттағы мосолмандарға бағышлаһа, уға ошо ҡәберҙәр һаны хәтле һауаб яҙылыр", тигән.
     Шулай итеп беҙ ошо хәҙис шәрифтәрҙән белдек, зыярат ҡылыу ғына түгел үлгәндәргә Ҡөръән уҡыуҙа сөннәт үә изге, сауаплы эш тураһында.
     Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем, үлгәндәребеҙҙе зыярат ҡылайыҡ, Ҡөръән уҡып уларға бағышлайыҡ. Уның менән генә түгел, ошо үлгәндәребеҙҙең ҡәберҙәрен таҙартып, ҡәҙерләп тотайыҡ.
     Ошо зыяраттарҙа шулай уҡ беҙҙе һаҡлап, ватанын һаҡлап һуғыштарҙа ҡатнашҡан ата бабаларыбыҙ ҙа күмелгән. Уларҙы ла онотмайыҡ, иҫкә төшөрәйек. Күбебеҙҙең һуғыш юлдарында ҡалған олатайҙарыбыҙ ҙа бар, ҡайҙа күмелеп ҡалғанын да белмәйбеҙ. Шуға күрә ҡайҙа тораһың шул ауылдағы зыяратты барып таҙартһаң да, сауабы иншә Аллаһ, шул олатаңдың ҡәберен таҙартҡан кеүек булыр. Яҙҙың шәмбе көнөндә зыяраттарҙа субботник үткәрәйек, бөтәгеҙҙә барығыҙ, ошо сауаблы эштән ситтә ҡалмағыҙ.
     Үҙебеҙҙә күп ваҡыт та үтмәҫ ошо ҡәберҙәргә барып ятырбыҙ. Ошо зыяраттарҙы ҡәҙерләп тотһаҡ, беҙҙең ҡәберебеҙҙә ҡәҙерләнер, иншә Аллаһ...
                                        Интернет киңлегенән Нурмөхәмәт хәҙрәт вәғәҙҙәре тигән йыйынтыҡтан