Архив рубрики: вәғәздәр

Аллаһ Тәғәлә һәм Пәйғәмбәребеҙ

                                       Аллаһ Тәғәлә һәм Пәйғәмбәребеҙ
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә аҡыл биреүе менән беҙгә пәйғәмбәрҙәрен дә ебәргән. Аллаһ ер йөҙөндәге хәҡиҡәттән аҙашҡан кешеләрҙе тура юлға баҫтырырға тип 124 мең пәйғәмбәр ебәрә, яҡшылыҡҡа юл асыусы, яманлыҡтан аралыусы, бәхетле булырға мөмкинлек биреүсе ҡағиҙәләр һәм ҡанундар индергән. Хаталы инаныуҙары һәм боҙолған әхлаҡи төшөнсәләрҙе төҙәтеү өсөн һуңғы һәм ахырзаман пәйғәмбәре итеп Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм һәм һуңғы Ислам дине ҡануны Ҡөръән Кәрим китабы ебәрелә. Читать далее

Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре

                                        Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре
     Рәхимле һәм Рәхмәтле Аллаһ исеме менән. Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ һәм уның ғаиләһенә, сәхабәләренә сәләмдәребеҙ барып ирешһә ине.
     Кеше мәңгелек донъяға күскәндән һуң «өсөһө», «етеһе», «ҡырҡы»н үткәрергәме? Һуңғы йылдарҙа мосолмандар араһында шул хаҡта бәхәстәр ҡуйыра башланы. Өммәтебеҙ бер фекергә килә алмағанға, был мәсьәлә көндән-көн актуалдашыуын дауам иттерә. Шул сәбәпле, газета уҡыусыларыбыҙ менән берлектә, әлеге ғөрөф-ғәҙәттең рухи тормошобоҙҙа тотҡан урынын анализлап ҡарарға булдыҡ. Был традициябыҙҙы хупламаусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Читать далее

Алдаҡсы хакимдар

                                              Алдаҡсы хакимдар
    Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем!
    Беҙҙең быуын бер быуаттың аҙағын ғүмер кисереп, икенсе быуаттың егерменсе йылының яртыһында үткәреп бара. Әлхәмдүллилләһи, Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо заманаларҙы күрергә һәм унда ҡатнашып йәшәргә насип итте. Бөгөнгө вәғәҙебеҙ илебеҙҙең эске сәйәсәти хәле тураһындалыр. Кемдәрҙер диндәрҙәрҙең илдең сәйәси (политик) торошона ҡыҫылышы булырға тейеш түгел тип һанаһа – улар бик ныҡ яңылыша. Беҙ ошо илдә йәшәйбеҙ икән, уның тулы хоҡуҡлы граждандары булараҡ бар эшенә ҡыҫылырға тейешбеҙ. Светский илдә диндең урыны дәүләттән айырым булырға тейеш тигәндәр – улар наҙандар. Светский ил тигән нәмә юҡ ул, бөтә ерҙә лә дин бар. Әлеге атеизм фекерендә булғандарҙа кеше тыуһа ла, туйы булһа ла, үлһә лә муллаға йә попҡа килә. Илдәрҙең стройҙары ҡолап тора, яңылары барлыҡҡа килә, ә дин шул көйө ҡала килә. Үткән быуатта 1917 йылдың революцияһына тиклем диндәрҙәр Дума эшмәкәрлегендә актив ҡатнашҡандар. Ислам дине һәр саҡ ғәҙелеккә, татыулыҡҡа, яҡшылыҡҡа, тигеҙ хоҡуҡлыҡҡа, рәхимлеккә һәм мәрхәмәтлеккә өндәй. Аллаһ Тәғәлә ҡанундарына бойһонмаған дәүләт ҡолауға дусар ителгән. Читать далее

Гүр саҙаҡаһы

                                                  Гүр саҙаҡаһы
     Гүр саҙаҡаһына бәйле булған һорауға килгәндә, бында төрлө фекер йөрөй. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул саҙаҡа, хәҙистәр – дәлилдәр бармы? Нисек бирелә һәм гүр саҙаҡаһына ни тиклем аҡса бирелә? “Элек кеше үлгәс, гүр саҙаҡаһына һарыҡ бирәләр ине. Шуның тәртибе тураһында яҙһағыҙ ине" һәм башҡа ошоға бәйле күп һорауҙар барлыҡҡа килә.
     Берәүҙәр:
     — Шәриғәтебеҙҙә гүр саҙаҡаһы биреү тигән шарт (талап) юҡ. Гүр саҙаҡаһын алыу ҙа, шулай уҡ, биреү ҙә дөрөҫ түгел – тип әйтәләр.
     Икенселәре:
     — Гүр саҙаҡаһы ул нәфел саҙаҡаһына ҡарай тиҙәр. Ирекле саҙаҡа – теләһәң бирәң, теләмәһәң юҡ, бының өсөн гонаһ юҡ. Бирһәң әжере мәрхүмгәлә ирешә, һиңә лә сауап була тиҙәр. Читать далее

Аллаһ Тәғәлә барыһында күреүсе

                                      Аллаһ Тәғәлә барыһында күреүсе
     Ысын күңелдән Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Уға тәүәккәл ҡылып эшләгән эштәребеҙҙә булған гонаһларыбыҙ һәм нәфселәребеҙ арҡаһында сыҡҡан яуызлыҡтан Аллаһ Тәғәләгә һыйынабыҙ һәм Унан ғәфү итеүен һорап истиғфәр ҡылабыҙ. Бөтөн маҡтауҙарға ла Аллаһ ғына лайыҡ, тип, Уға хәмед-ҫәнәләребеҙҙе бағышлайбыҙ. Аллаһ Раббым риза булып, ҡабул ҡыл инде.
     Һәм дә Аллаһының мәхлүктәре араһынан һайлап, иң хәйерле бәндәһе ҡылған һәм уларға бөтөн рәхмәт үә сәләмдәрен биргән Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә бәғерҙәребеҙ түренән сыҡҡан сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ, Аллаһ Рабым уның рухына ирештереп, рухын шат ҡыл, шәфәғәтен беҙгә насип ит.
     Һәм ул Пәйғәмбәребеҙҙең әһел ғәиләләренә лә һәм сәхәбәләренә лә беҙҙән доға үә сәләмдәребеҙҙе ирештереп, рухтарын шатландырһаң ине. Шулай уҡ бар булған иман әһеленә, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙең һәм туғандарыбыҙҙың да рухына доғаларыбыҙҙың әжер-сауаптарын еткереп, шат ҡыл һәм уларҙы беҙҙән риза итһәң ине. Читать далее

Эт көтөп ләғнәт алма!

                                                     Эт көтөп ләғнәт алма!
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдин афзәлил әнбиәи үә хаатәмил мүрсәлииин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин.
     Бөтә йәнле һәм йәнһеҙ барлыҡтарҙы яратҡан, ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәләгә бик күп рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең өҫтөнө һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы булған, беҙгә бәхет-сәғәҙәткә илтә торған юлды күрһәтеп ҡалдырған һөйөклө, нурлы Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле ғәиләһенә, сәхәбәләренә, барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине.
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһү. Читать далее

Ялған тураһында

                                                         Ялған тураһында
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхабиһи әджмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар итеп тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә сикһеҙ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө кеше Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Аллаһтың ғазабынан ҡурҡып, Уның рәхмәтенә өмөт итеп ихлас күңел менән Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр өсөн йома намаҙына йыйылған хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем, әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ. Читать далее

Гонаһтарға ҡаршы изгелек

                                            Гонаһтарға ҡаршы изгелек
     Хөрмәтле мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәр,
     Ҡөҙрәте менән бөтә ғәләмдәрҙе хөкөм итеүсе, рәхмәтен ике донъяға биреүсе, яҡшылыҡ өсөн әжер-сауапты ҡат-ҡат биреүсе, тәүбә итеүселәрҙе ғәфү итеүсе, гонаһтарында дауам итеүселәрҙе лә ҡаты ғазап менән язалаусы – һис шикһеҙ Аллаһ Тәғәләлер. Ул Аллаһ Бер, Уның тиңдәше һәм оҡшашы юҡ. Донъя һәм ахирәттең берҙән-бер хужаһы – Ул. Һәр беребеҙҙең ҡайтасаҡ урын да Аллаһҡа ғына.
     Ҡолдарына мәрхәмәте сикһеҙ булған һәм уларҙы ғазапҡа тартырырға һис ҡасан да ашыҡмаған Аллаһ Сүбханәһү үә Тәғәлә, ҡолдары өсөн булған тәүбә ишектәрен асып, гонаһтарҙан тәүбә һәм яҡшы, изге ғәмәлдәр менән ҡотолорға әмер итә, тәүбә итеү һәм яҡшылыҡ эшләүҙең әжере гонаһты бөтөрә тип һөйөнөслө хәбәрен әҙәмдәренә еткерә. Читать далее

Ураҙа аҙағына вәғәҙ

                                                      Ураҙа аҙағына вәғәҙ
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үә әсхабиһи әджмәғин.
     Бөтә ғәләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе төрлө ниғмәттәр менән ниғмәтләндергән Аллаһы Сүбханә үә Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөрҙәребеҙ булһа ине.
     Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине. Читать далее

Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү

                                                       Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү
     Сикһеҙ әжер-сауаплы Рамаҙан айында көн һайын ураҙа тотоу ҡыйын йә мөмкин түгел тигәндәрҙе ишетергә тура килә. Берәй еңелек юҡмы һуң тип теләгәндәр бар. Ошо ай эсендә бер-нисә көн генә ураҙа тоторға, йәки ай башында өс көн, уртаһында өс көн, йә аҙағында өс көн тотоп булмаймы һуң тиҙәр. Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарының берәүһе булған, мотлаҡ үтәлергә тейеш булған ошо һөйөнөслө Рамаҙан айын, гонаһлар ярлыҡана торған, ожмағҡа илтә торған айҙың әмерен Аллаһтан башҡа бер кемдә шулай итегеҙ, былай эшләгеҙ тип әйтә алмай!
     Шулай-былай эшләгеҙ тип әйтеү ул Аллаһ Тәғәлә, Уның һүҙҙәренә – Ҡөръән китабына һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт-хәҙистәренә ҡаршы сығыу булыр. Әгәрҙә үҙ хәлегеҙҙе аңлап, был ураҙаны теүәл тота алмаһағыҙ Аллаһҡа өмөтләнеп, киләһе көндәргә ҡалдырырға тура килә инде. Әммә беҙҙең күпме йәшәйәсәк ғүмеребеҙ билдәһеҙ, ә үтәлмәгән бурыстар баштан ашҡан. Һәр көнөбөҙ һуңғы көн тип тырышлыҡ күрһәтмәһәк, иртәгәһенә тел, аяҡ-ҡулдан яҙып ятһаҡ ни үкенес булыр, был донъяға бирелгән көн-төндәребеҙ һанаулы бит. Читать далее