Нәҙер ҡорбаны

                                                     Нәҙер ҡорбаны

                                      Нәҙер ҡорбаны хаҡында динебеҙҙә ни әйтелә?
   Ҡорбандың әһәмиәтең һәм әжерен беҙҙең халыҡ әлле аңлап та етмәй. Аллаһ Тәғәлә “Кәүҫәр" сүрәһендә:
   Иннәә әғтәйнәәкәл-кәүҫәр. Фәсалли лираббикә үәнхәр. Иннә шәәни-әкә һүәл-әбтәр.
   Мәғәнәһе: Эй. Мөхәммәт, тәхҡиҡ, Беҙ һиңә күп хәйерле нәмәләр бирҙек. Раббың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм етемдәрҙе үә фәҡирҙәрҙе ашатыр өсөн ҡорбан сал, дөрөҫөн генә әйткәндә, һине әбтәр тип кәмһетеүсе дошманың үҙе әбетәр – нәҫеле бөтөүсе.

   Ошо сүрәгә ярашлы беҙ йәшәгән ғүмеребеҙҙә, Ҡорбан байрамдары көндәрендә бер тапҡыр булһа ла ҡорбан салырға тейешбеҙ. Бынан башҡа ла ҡорбан салабыҙ, ләкин улар был ҡорбанды алмаштырмай. Был байрамдан тыш салынған малдар нәфел (ирекле) ҡорбандар була ла инде. Шулар араһында нәҙер тип аталған ҡорбанда бар.
   Нәҙер ҡорбаны: берәй кеше шул ниәт-эшем үтәлһә, бер һарыҡты Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салыр инем тигән уй-хәбәре. Был һаулыҡҡа ла ҡағышлы, мәҫәлән: ошо ауырыуҙан шифа табып терелһәм, ҡорбан салыр инем, тей. Йәки, малайым юлдан, уҡыуҙан, армиянан иҫән-һау ҡайтһа, мал салыр инем тигән маҡсаты.
   Шулай итеп кеше ҡорбан салырға ниәтләһә, нәҙерҙе үтәргә кәрәклегенә Ҡөръәндән дәлил бар:

                                                                                                                                       يُوفُونَ بِالنَّذْرِ وَيَخَافُونَ يَوْمًا كَانَ شَرُّهُ مُسْتَطِيرًا
   “Мөьмин-мосолмандар Аллаһының бөтөн ҡушҡан фарыз-вәжибтәрен үтәүселәр. Улар үҙҙәренә вәжеп ҡылған нәҙерҙәрен үтәйҙәр". («Инсан», сүрәһе, 7 аят.)
   Аллаһы Тәғәлә нәҙер тураһында тағы былай тип әйт:

                                                                                                    وَمَا أَنفَقْتُم مِّن نَّفَقَةٍ أَوْ نَذَرْتُم مِّن نَّذْرٍ فَإِنَّ اللَّهَ يَعْلَمُهُ وَمَا لِلظَّالِمِينَ مِنْ أَنصَار
   "Аллаһ күрһәткән урындарға саҙаҡа бирһәгеҙ, йәки берәр нәмә бирергә нәҙер әйткән булһағыҙ, уны, һис шикһеҙ, Аллаһ белә". («Әл-Бәҡара»сүрәһе, 270 аят.)
   Әйткән нәҙерҙе үтәү вәжиб икәнлеген дәлилләүсе хәҙистә бар: Дөрөҫөн әйткәндә Аллаһы илсеһе : “Кем «Аллаһыға итәғәт ҡылам», — тип нәҙер әйтһә, Уға итәғәт ҡылһын, ә кем “Аллаһыға ғасилыҡ ҡылам, — тиеп нәҙер әйтһә, Уға ғасилыҡ ҡылмаһын", -тиеп әйтте. (Сахих хәҙис, Ғәйшәнән р.г.)
   Аңлатма. Был бер хәҙистә бер кеше хәләл булған нәмәләрҙе үҙ-үҙенә нәҙер әйтеп вәжиб итһә, миҫал өсөн, «Әгәр балам терелһә, Аллаһ ризалығы өсөн бер һарыҡ боғаҙлайым», — тиеп әйтһә, ул уның өҫтөндә вәжиб булып ҡала, йәғни үтәмәһә гонаһлы була тигән һүҙ. Әгәр кемдер хәрәм нәмәне нәҙер әйтһә һәм уны үтәһә гонаһлы була, әгәр үтәмәһә әжерле була, — тигән мәғәнәлә килеп сыға был хәҙистән. Шулай итеп, хәләл нәмә менән нәҙер әйтеүселәр үтәһендәр, хәрәм нәмә менән нәҙер әйтеүселәр үтәмәһендәр. Нәҙерҙе әйтмәһәң, тағы ла һәйбәтерәк, сөнки Аллаһ Тәғәлә тарафынан әмер ителгән вәжибтәребеҙ ҙә етерлек. Шуға нәҙер әйтергә тырышмағыҙ, әйтеп үтәмәһәгеҙ һеҙҙең елкә лә бурыс булып тора.
   Тимәк, ниндәй ҙә булһа эштең, йә хәлдең хәйере менән булып сығыуына өмөтләнеп һуйҙырырға ышандырылған ҡорбанға «нәҙер»ҡорбаны тиҙәр.
   Был ҡорбанды салырға ышандырған кеше, һуйылған ҡорбандың итен үҙе ашамаҫ. Бар итен өләшеп, йә мәжлес ҡороп, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ышандырған бурысын үтәү тейешле.
   Ҡайһы берҙәр, мәҫәлән, «Шәриғәт» китабында, Ғабделхаҡ Саматов, Татарстан мосолмандары баш ҡазыйы яҙғаны: Әгәр ҙә ҡорбан итенең бер өлөшөн ашаһа, уның хаҡын саҙаҡа рәүешендә бирелергә тейеш була тип, әйтелә. Ашаған иттең күләменә ҡарап саҙаҡа таратырға инде.
   Беҙҙең Хәнәфи фиғҡы китабында ла әгәр ашаһа, ашаған өлөшөн саҙаҡа итеп таратһын тип яҙылған.
Икенсе бер китапта: Нәҙер әйтеп ҡорбан салған кеше уның итен ашарға тейеш түгел. Инде ашаған осраҡта, шул ит бәрәбәренә ҡәҙәр фәҡирҙәргә саҙаҡа бирергә тейеш кәрәк, тип яҙылған.
   Бында ҡәтғи тыйыу юҡ, ләкин бар эш ниәткә ҡарап баһалана. Әгәр ҙә ул, ҡорбан салып, тыуған-тыумасаны саҡырып ҡунаҡ итәр инем, тип нәҙер әйткән булһа, был инде шул рәүештә үтәлә.
   Тағы ла шуны аңлап етмәйҙәр: итте ҡорбан салырға ниәтләгән кеше – нәҙер әйткәне ашамай. Ә кемгә бағышланған ул ашай.
   Ғалим кешеләр ни яҙҙа: нәҙер ҡорбаның үҙендә ашарға тейеш түгел, үҙендең яҡындарына ашатыу ҙа дөрөҫ түгел. Салынған ҡорбан итте матди хәле ауыр булған кешеләрҙең хаҡы булып һанала. Шул сәбәпле ҡорбандың иттең хәлле дуҫ-иштәреңә лә ауыҙ иттерергә лә ярамай. Шул ваҡытта фәҡир кеше үҙенә бирелгән ҡорбан ите менән бай кешеләрҙе ҡунаҡ итһә, был мәслихәт булып һанала.
   Ошоларҙан сығып иң яҡшыһы нәҙер ҡорбаның таратып биреү хәйерле.
   Башҡа нәҙер ҡорбаны салыуға ҡағышлы мәсьәләләргә килгәндә мал салыу тәртибе шул уҡ. Ниәтләнеп, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тип, шул фәлән кеше исеменән, шул фәләндең һау йөрөп ҡайтҡаны өсөнме, һаулығы өсөнме тип, ошо ҡорбанды ҡабул ит, «Бисмилләһии, Аллаһ Әкбәр» тип, салыныр. Айырым доғалар юҡ бында.
   Әгәр берәйһе нәҙерен үтәй алмай үлеп китһә, уның вариҫтары, йәки туғандары быны үтәүе хәйерле, сөнки мәрхүмдең үтәлмәгән бурысы ҡалмаһын.
   Ҡулында булмаған һарыҡ менән, йәки һарыҡ һатып алырға хәлендән килмәһә мал салырға нәҙер әйтеү кәрәкмәҫ, шуға ла әйтерегеҙҙе алдан самалағыҙ.  Аллаһ Тәғәлә алдында бурыс алмағыҙ.
   Кеше нәҙер әйткәндә ул әйткән нәмәһе (һарығы) уның милкендә булырға тейеш. Әгәр ҙә кеше: «Атайымдың, йә әсәйемдең берәр һарығын алып салырмын әле», тип нәҙер әйтһә, был ахмаҡлыҡ була. Ата-әсәндең милке уларҙың байлығы, уларҙың өлөшөнә төшөргә хаҡын бармы?
            Нәҙер һәм ант итеү: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/n%D3%99%D2%99er-%D2%BB%D3%99m-ant-ite%D2%AF.html

             Нәҙер әйтеп: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/n%D3%99%D2%99er-%D3%99jtep.html

            Ҡорбан салыу тәртибе ошо биттә://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html

            Ҡорбан://nazir1965.com/din/%D2%A1orban.html

            Ҡорбан малы://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-maly.html

            Балаға ҡорбан: //nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html