Ҡорбан салыу тәртибе

     Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: «Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда ҡорбан (ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа „Кәүҫәр“ (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ.

     Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар — ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”, — тип әйтелгән.

     Ҡорбан салыу ваҡыты һәр мосолмандын үҙе йәшәгән ерҙә ошо байрам ғәйете намаҙы тамамланғас башлана. Ә Ғәйет байрамы намаҙын мәсеттәрҙә төрлөсә уҡыйҙар.

     Мәсеттәре булмаған ауылдарҙа иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салыу дөрөҫ.

     Ҡорбан байрамынын беренсе көнөндә был эште башҡарыу бик мәслихәт. Байрамдың өсөнсө көнөндә аҡшамға ҡәҙәр йәки ҡояш байығанса ҡорбан салыу ҙа дөрөҫтөр. Өсөнсө көндөң аҡшамынан һуң салған ҡорбан малдары шулай ук саҙаҡаға бирелер.

     Инде мал салынмаһа, берәй нәмә арҡаһында (мәҫәлән; малды йәлләп) шул миҡдарҙа аҡсалата саҙаҡа булараҡ тараталар. Был сүрәттә лә ҡорбан бурысы үтәлер, әммә ваҡытында салынған ҡорбан бурысын тулыһынса үтәү сауабы булыр микән. Әйтелә бит, ниәт менән салынған ҡорбандың беренсе тамсы ҡаны тамыу менән ҡорбанығыҙ ҡабул була тип. Аллаһ Тәғәлә ихтиярында барыһыла.

     Икенсе яғы бар: Аллаһ Тәғәлә «Йәсин» сүрәһендә 71 аяттында: “Күрмәйҙәрме, беҙ улар өсөн хайуандар яраттыҡ”- тип әйтә һәм 72 аятта: “һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ашар өсөн” — тип аңлата. Мал үҙенең ҡорбан икәнен белә, был турала риүәйәттәр күп.

     Аллаһы Тәғәләнең аятыңда: “Ул ҡорбан иттәрен ашағыҙ, фәҡирҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ”, — тип бойоролған. “Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 36-сы аят.

     Кешегә үҙ ғәиләң менән ҡорбан итен ауыҙ итеү, ашау мөмкин (ярлылар тулыһынса ла ҡалдыра ала), бер өлөшөн запасҡа һаҡлауға ҡалдырыу, саҙаҡа итеп ярлы- фәҡирҙәргә таратыу бик сауаплы (бар бит ит ашамаған ғәиләләр).

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Ҡорбан итеп салған мал итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ», —тип әйтә. Бынан шул аңлашыла: мосолман кеше ҡорбан итенең бер өлөшөн ғаиләһе менән бергә ашарға, икенсе өлөшөн ярлы-фоҡараға таратырға тейеш. Хәҙистә «туплау» һүҙе ҡорбан итен ғаилә ағзалары менән бергә ашарға, һаҡларға ишара.

     Ҡорбан салыуҙы ышаныслы ир-атҡа тапшыралар. Ҡорбанды салыр алдынан тәһәрәт алыу кәрәктер һәм ниәт ҡылыу: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн... шул-шул кеше исеменән” — тип. Ә инде ҙур малды салғанда ла Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип тәүҙә үҙ исемен (әгәр был өлөшкә ҡатнашһа), шунан – башҡа кеше исемдәрен һанап сыға.

     Беҙҙең кешеләр, шул ғилем етмәү арҡаһында малды мулла салырға тейеш тигән фекерҙә йөрөйҙәр. Мулла ошо байрам көндәрендә мясник була ла китә. Был дөрөҫ түгел – мулланын эше һеҙгә ғибәҙәттең рәтен, тәртибен өйрәтеү, ә өйҙәр буйлап мал салып, тунап, эшкәртеп йөрөү түгел. Һеҙ мосолман икән, үҙ ҡулығыҙ менән салыуығыҙ бик сауаблы һәм ҡабул булыуыла һис шикһеҙ, сөнки үҙ күңелегеҙ менән был эште башҡарағыҙ, ниәтегеҙҙә ихлас. Намаҙ уҡымайһығыҙ икән – үҙегеҙ ғәйепле, гонаһлы. Ә мулланың намаҙҙы ул аның үҙе өсөн, һеҙгә бер ниҙә килтермәй, тик доғаһы ғына ҡабул булыуы ихтимал. Бер мосолмандын икенсе мосолманға ҡылған доғаһы ҡабул була тигәнде онотмағыҙ.

     Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында «Ихлас» сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп ҡорбан салына.

     “Аллаһү Әкбәр! Аллаһүммә иннә һәҙә минкә үә лә фәтәҡаббәл минни" тип әйтергә лә була (Аллаһ! бөйөк Аллаһым, был Һинә һәм Һинең өсөн,(шуға ла быны) минән ҡабул итсе).

     Әгәр хайуанды хужаһы үҙе салмаһа, салған кеше эргәһендә тороп, уның да «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп тороуы бик хуп.

     Әгәр ҡорбан салыусы уҡылырға тейешле аяттарҙы белмәһә, уның ихлас йөрәктән, пак ниәт һәм күңел менән «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеүе лә етә.

     Ҡорбан салған ике кеше рәкәғәт намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр.
      Ҡорбан салырға керешкәнсе, бер нисә шарттың үтәлеүе мәжбүри. Беренсенән, бысаҡ бик яҡшы ҡайралған булырға тейеш. Аллаһ Рәсүленең бер хәҙисендә былай тип әйтә: «Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәлә (эштә) яҡшылыҡ (тәртип) итеүҙе лә әмер иттелер. Шулай булғас, (хайуанды) салғанда быны оҫта башҡарығыҙ. Боғаҙлағанда был эште яҡшы белеп башҡарығыҙ. Бысаҡтарығыҙҙы ҡайрағыҙ, хайуанды ғазапламағыҙ».

     Мал салыуҙы көсө һәм оҫталығы еткән кеше башҡара ала. Йәғни ир кеше лә, йәш үҫмер ҙә, хатта ҡатын –ҡыҙ башҡара ала, һуйыуҙары дөрөҫ (Бухари,5504-нсе хәҙис)
     Хәҙистәрҙә хайуанды боғаҙлағанда ла, тәртибе буйынса сығып эш итергә кәрәк. Башҡа риүәйәттәрҙә бысаҡты хайуанға күрһәтмәү, бер хайуанды башҡаһы эргәһендә салмау, хайуанды салыу урынына һөрәтеп килтермәү тураһында әйтелә.

   Ҡорбан салыусы, эшкә тотонғанда, иң тәүҙә «бисмилләһ» тип әйтергә тейеш. «Хаж» сүрәсенең аят-кәримәһендә бының үәжиб булыуы тураһында әйтелә. Башҡа аятта Аллаһ Тәғәлә: "Аллаһ исеме менән һуйылмаған хайуандың итен ашамағыҙ! («Әнғәм», 6/121). Мал итен ашау өсөн «бисмиллаһ» әйтеүҙең шарт булыуын белдерә.
     Ғәҙәттә, ҡорбан салғанда, «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтелә. «Аллаһ, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әғзәм...» һүҙҙәрен лә ҡулланырға мөмкин, тик улар доға рәүешендә әйтелмәһен.

   Кем биссмилләне әйтергә онотҡан икән, һуйылған ит барыбер хәләл тип һанала. Сөнки динебеҙҙә онотоу гонаһ түгел, ә инде белә тороп әйтмәһә, был итте ашау хәрәм була.

                                                  Мал боғаҙлау миҫалдары
     1 -нсе миҫал: бисмилләһне яңылыш ҡалдырһа, хәләл булыр. Әммә юрый ҡалдырһа, хәләл булмаҫ. Әгәр ҙә бисмилләһнән һуң боғаҙланмайынса бер-бер эш ҡылып, йә иһә һөйләшеп ваҡытын үткәрһә, һуңынан боғаҙлаһа ла, дөрөҫ булмаҫ. Әммә бик аҙ ғына торһа дөрөҫ булыр.

     2 -нсе миҫал: боғаҙлаған хайуандың эсенән: балаһы сыҡһа, тере булһа, тиҙ үк шәриғәт буйынса салынһа хәләл булыр. Әммә йәнһеҙ булһа, имам Әгзам мәҙһәбе буйынса хәләл булмаҫ.

     3 -сө миҫал: бер кеше бер хайуанды боғаҙламаҡсы булып, бисмилләне әйткәс, тиҙ генә ҡулындағы бысағын ҡуйып, икенсе бысаҡ менән боғаҙлаһа, ул хайуандың ите дөрөҫ һәм хәләл булыр.

     4 -нсе миҫал: бер хайуанды шәриғәт буйынса салғандан һуң ул хайуандың бер тәүлек самаһ эсендәге тиҙәктәре менән тотһалар, бының ашарға дөрөҫ булмаҫ. Сөнки эсендәге нәжестә бөтөн гәүҙәһенә йәйелеүе ихтималдыр. (Ҡаҙ һәм өйрәк кеүек ҡоштарғала ҡағыла – нәжестәре бик бысраҡ, ауыр һанала).

                                                                    Ҡайһы бер миҫалдар «Башҡортса дини календарь»ҙан алынды.

Ҡорбан доғаһы бармы?: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/6356.html

Ҡорбан ғәйете вәғәзе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99ze.html
Ҡорбан малы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-maly.html
Ҡорбан: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban.html

Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан:https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-b%D3%99li%D2%93-bulma%D2%93an-balalar-%D3%A9s%D3%A9n-%D2%A1orban.html#more-6335

Балаға ҡорбан: //nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html

Нәҙер ҡорбаны: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html#more-5631