Ҡорбан.
Ҡорбан — Аллаһ Тәғәләгә билгеле бер ваҡытта йөрәк күңеллебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ул билгеле ваҡыт – Ҡорбан байрамы көндәре. Ҡайһы бер ғибәҙҙәтәр тән менән булһа, был ғибәҙҙәт мал менән үтәлә торған ғибәҙҙәттән булып һанала.
Ҡорбан барыһынан да алда Аллаһ әмер иткәне өсөн салына. «Хаж» сүрәһендә әйтелә: «Беҙ һәр өммәткә Аллаһ тарафынан ризыҡ булараҡ бирелгән хайуандарҙы салғанда, Аллаһ исемен иҫкә алһындар тип, үҙен ҡорбан үтәү ғибәҙәте ҡуйҙыҡ (билдәләнек)...» («Хаж», 22/34).
Беҙҙең Әбү Хәнифә мәҙһәбендә ҡорбан салыу вәжеп ғәмәл (үтәлергә тейеш, үтәмәһән гонаһлы булаһын). Дәлиле; Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Кәүҫәр» сүрәһендә Ҡорбан салығыҙ тип әмер иткән;
— Әй Мөхәммәд, һин Рабындың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал, — тип әйкән.
Шулай пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәжеп булғас, беҙгә, уның өмәтте булараҡ, ҡорбан салыу ғибәҙҙәтен үтәү — мотлаҡ ғәмәл — барыбыҙғала.
Бер хәҙистә; Әй мосолмандар, ҡорбан салығыҙ, сөнки ул атағыҙ Ибраһим изге ғәмәленән – тип әйтелә. Ошо әйтелгәндәрҙән сығып беҙ Ҡорбан салыу ғәмәлен үтәргә тейешбеҙ, үтәмәһәк — бурыслы булып ҡалабыҙ Аллаһ Тәғәлә алдында. Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ сөннәтен үтәмәүсе булабыҙ.
Һәр мосолман кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһала ошо бурысын үтәргә тейеш. Өс-дүрт мең аҡсаны ҡорбан мал һатып алырға һәр кемдең хәленән киләлер, фәҡир тигәндәребеҙ – шул эшкә, донъяға ынтылмаусы әҙәмдәрҙер.
Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Һеҙҙең ҡайһы берегеҙ ҡорбан салырға көсө етеп тә, шуны үтәмәһә, ул кеше беҙҙең намаҙ уҡый торған еребеҙгә яҡын килмәһен» — тигән.
Ошонан сығып, беҙ ҡорбан салыуҙы әмер икәнен беләбеҙ.
Әгәр мосолман кешеһе ихлас күңелдән ҡорбан салһа, ҡиәмәт көнөндә бының күп тапҡыр әжерен күрер. Пәйғәмбәребеҙ был хаҡта былай тип әйткән:
"Әҙәм балаһы, Ҡорбан байрамы көндәрендә ҡорбан салып, Аллаһы Тәғәлә алдында оло мәртәбә ҡаҙана. Ул ҡорбан ҡиәмәт көнөндә мөгөҙҙәре, тиреһе һәм тояҡтары менән килер. Хайуандың ҡаны ергә тамғансы уҡ, ҡорбан ҡабул ителгән булыр".
"Ҡорбан эйәһе шул ҡорбанына атланып сират күперен үтәр" — тип әйтелә хәҙистәрҙә.
Аллаһы Тәғәләнең аятыңда: “Ул ҡорбан иттәрен ашағыҙ, фәҡирҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ”, — тип бойоролған. Әл-Хаджж" (Хаж) сүрәһе, 36-сы аят.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, уның ҡушыуы буйынса Ҡорбан байрамы көндәрендә ҡорбанға рөхсәт ителгән малдарҙы салайыҡ, Хоҙай насип итһә.
Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ихлас күңелдән салынған ҡорбандың беренсе тамсы ҡаны ергә төшмәҫ борон ҡорбан хужаһының гонаһлары йыуыла Аллаһ Тәғәлә насыйп итһә.
Ҡорбан ғәйете вәғәзе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99ze.html
Ҡорбан салыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html
Ҡорбан малы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-maly.html
Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-b%D3%99li%D2%93-bulma%D2%93an-balalar-%D3%A9s%D3%A9n-%D2%A1orban.html#more-6335
Балаға ҡорбан: //nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html
Нәҙер ҡорбаны: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html#more-5631