Ҡорбан малы

                                               Ҡорбан малы

     Пәйғәмбәребеҙҙең Мөхәммәд ғәләйһиссәләм; «Матди хәле яҡшы булған хәлдә лә ҡорбан салмаған (кеше) мәсетебеҙгә яҡын килмәһен» тигән һүҙе лә бар. Тағы ла бер хәҙистә әйтелә: «Ҡорбанға эрерәк хайуанды боғаҙлағыҙ. Ысынында, уларға атланып сират (күперенән) сығарһығыҙ».
     Ниндәй хайуандар ҡорбанға салына? Ҡорбанға (ошонда баҫ) мөмкин булған тиклем яҡшыраҡ, һимеҙерәк хайуанды салыу хәйерлерәк һәм сауаплыраҡтыр. Ислам тәғлимәте буйынса ҡорбанлыҡҡа түбәндәге хайуандар яҡшы:

     һарыҡ йәки ҡуй (бер йәшлек булырға тейеш, әгәр йәше тулмаһа, икенсе төрлө әйткәндә, ете-һигеҙ айлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, бер йәшлек кеүек һимеҙ күренһә ярай),

     кәзә малы бер йәшлек булыуы шарт, әгәр йәше тулмаһа, ҡорбанға дөрөҫ түгел.

     Эре мал – һыйыр малы (ике йәшен тултырған булырға тейеш), буйвол (ике йәштә булырға тейеш), дөйә (биш йәшен тултырған булырға тейеш).
   

     Бер баш һарыҡ йәки кәзә фәҡәт бер кеше исеменән салына. Ҙур мал ете кеше исеменән салына. Тик был осраҡта уларҙың һәр береһе мосолман булыуы, һәр береһен һуйылған хайуан итенең етенән бер өлөшөнә эйә булыуы һәм һәр береһен ҡорбаны Аллаһ ризалығы өсөн салырға ниәт итеүе шарт.                       Салыусылар араһынан берәйһе ит өлөшө алыу өсөн ниәтләнһә, был ҡорбан булып һаналмай.Ҡорбан итеп салынырға тейешле мал-тыуар сәләмәт һәм уртаса көрлөктә булырға тейеш. Ҡорбандын итен үлсәп, тигеҙ уртаҡ ете өлөшкә бүленергә тейеш. Ҡорбандың ите һәм тиреһе һатылмай.
     Ҡорбандын тиреһен саҙаҡа итеп бирергә мөмкин. Шулай уҡ тиреһенән өйҙә тотонорҙыҡ берәр нәмә, мәҫәлән, балаҫ, йә башҡа әйбер яһалһа — ярайҙыр.
   

      Ҡорбанға салынасаҡ хайуандарҙын ағзалары теүәл булыуы шартыр.
   

        Түбәндәге кәмселектәре булған мал ҡорбанға яраҡһыҙ:
       

        Бөтөнләй һуҡыр, йә бер күҙе һуҡыр мал бармай
        Атлай алмаҫлыҡ хәлдә булып, боғаҙлана торған ергә үҙе атлап бармаһа
        Бик ябыҡ булһа
        Тештәре ҡойолоп төшкән булһа
        Тыумыштан уҡ ҡолаҡһыҙ булһа
        Ҡолаҡтарының яртыһы, йә артығы киҫелгән булһа
        Ҡойроғоноң яртыһы, йәки артығы ҡырҡылған булһа
        Еленендә имсәге булмаһа
        Тыумыштан ҡойроҡһыҙ булһа
   

     Мөгөҙөнең яртыһы, йәки артығы киҫелгән булһа, әммә мөгөҙөнең һөйәге һынып елегенә ҡәҙәр һынмаһа һәм тыуғанда уҡ мөгөҙһеҙ булһа ҡорбанға ярай.
     

       Ҡорбанға рөхсәт ителгәне ҡайһы бер кәмселектәренә ҡарамай:
       

        Күҙе насар күрһәлә
        Ҡылый күҙле хайуанда бара
        Бер аяҡҡа аҡһаһа, ҡалғандары сәләмәт булып
        Мөгөҙө тулыһынса үҫеп етмәһәлә
        Тамға өсөн ҡолаҡтарының өстән бер өлөшө киҫелгән булһала
        Ҡолаҡтары бик ҡыҫҡа булһала
        Ҡойроғоның өстән бер өлөшө киҫелгән булһала
        Ҡорсаңғы ауырыуы менән ауырыған булһала
 

     Иң яҡшыһы Ҡорбанға аҡ йә күк төҫтәге зур мөгөҙле һәр бер ағзаһы теүәл сәләмәт һимеҙ тәкә тотоноу сауаплы.

Ҡорбан ғәйете вәғәзе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99ze.html
Ҡорбан салыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html
Ҡорбан: https://nazir1965.com/din/%D2%A1orban.html
Мәрхүмдәр һәм бәлиғ булмаған балалар өсөн ҡорбан:https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/m%D3%99rx%D2%AFmd%D3%99r-%D2%BB%D3%99m-b%D3%99li%D2%93-bulma%D2%93an-balalar-%D3%A9s%D3%A9n-%D2%A1orban.html#more-6335
Балаға ҡорбан: //nazir1965.com/din/bala%D2%93a-%D2%A1orban.html
Нәҙер ҡорбаны: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html#more-5631