Рәжәб айы ураҙаһы
Рәжәб айында ураҙа тотоуҙың сауабтары
Был баб (бүлек) рәжәб айының фазыйләте һәм рәжәб айында ураҙа тотоуҙың файҙаһын үә сауабын һеҙгә хикәйәт итә. Ихлас күңелдәрегеҙ менән ҡолаҡтарығыҙҙы һалып, был бабта әйтелгән һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылһағыҙ әгәр, был иһә Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә сумып, ожмахта мәңге ҡалыуығыҙға сәбәп булыр.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм әйткән:
- Рәжәб айының көндәре алтынсы күктең ишектәренә яҙылғандыр. Һәм әгәр бер кеше рәжәб айында бер көн ихлас күңелдән ураҙа тотһа, шул ишек һәм рәжәб айының көндәре, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән, һөйләшерҙәр һәм әйтерҙәр:
- Йә Раббым! Рәжәб айында ураҙа тотҡан бәндәнең барлыҡ гонаһын ярлыҡа! -тип.
Һәм әгәр, бер кеше, был рәжәб айында өс көн ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндә менән тамуҡ араһында бер пәрҙә ҡылыр, был кеше тамуғтың ғазабын күрмәҫ. Ә инде был айҙа ике көн генә ураҙа тотһа ла, бар ер мәхлүге үә күк әһле был кешегә ниндәй сауаптар, рәхмәт-кәрамәттәр булғанын хикәйәт ҡылһалар, әйтеп бөтөрә алмаҫтар.
Һөйләнеләр: рәжәб айы, тамам булғандан һуң, күккә ашыр. Шунан һуң, Аллаһы Тәғәлә һорар:
- Әй рәжәб айы! Бәндәләрем һине ололанылармы? — тип. Ләкин, рәжәб айы Уны ишетмәҫ. Аллаһы Тәғәлә икенсе һәм өсөнсө ҡат һорар. Шунан һуң ғына рәжәб айы яуап бирер:
- Әй, бар итеүсе Аллаһ! Һин бәндәләрҙең гонаһын ҡаплаусы һәм ярлыҡаусыһы. Бәндәләреңә бойорҙоң: “Бер — берегеҙҙең ғәйебен ҡаплағыҙ, бер-берегеҙҙең йөҙөнә ғәйебен бәреп әйтмәгеҙ!" — тип. Пәйғәмбәрең мине “һаңғырау ай" тип атаны, мин бәндәләреңдең тәғат үә ғибәҙәттәрен ишеттем, әммә гонаһ ҡылғандарын ишетмәнем, — тиер. Аллаһы Тәғәлә әйтер:
- Әй рәжәб айы! Һин минең ғәйепле һаңғырау айым. Һин һәм минең ҡолдарым да ғәйепле һәм гонаһтары күптер, быларның гонаһтарын ярлыҡармын, һиндә тәүбә да ғәфү ҡылыуҙары менән, — тиер.
Бер мәле пәйғәмбәребеҙ әйтте:
- Бер кеше рәжәб айының иң беренсе кисәһендә уяу тороп, итәғәт үә доға ҡылһа, был кешенең күңеле үлмәҫ, йәғни ул кеше көфөрлөккә төшмәҫ, доньяны ахирәттән өҫтөн ҡуймаҫ, ахирәт ҡайғыһында булыр һәм йән биргән ваҡытта ҡатылыҡ күрмәҫ. Аллаһы Тәғәлә ул кешегә һәр изгелекте тура килтерер, бөтә гонаһтары ярлыҡаныр, әсәһенән яңы туғандай булыр, етмеш мең тамуғҡа лайыҡлы кешеләргә ярҙам итеп, тамуҡтан ҡотҡарыр.
Ғаббас (уға Аллаһының ризаһы булһын) әйткәненән:
- Бер мәле пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ҡаршыһында ултыра инек. Шул заман бер мөләйем, оҙон буйлы кеше килеп керҙе, пәйғәмбәребеҙгә сәләм бирҙе. Шул тиклем оҙон буйлы һәм мөбәрәк кеше күргәнебеҙ юҡ ине, телен дә, ни һөйләшкәнен аңламаныҡ. Пәйғәмбәребеҙ уның сәләмен алды һәм һораны:
- Әй, ир! Ҡайҙан киләһең, ниндәй кешеһең? Хәлеңде һөйлә, — тине. Теге кеше яуап бирҙе:
- Мин Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһен Мәрйәмде тәрбиәләнем, балиғ булғансы хеҙмәт ҡылдым, Ғайса пәйғәмбәр ҡаршыһында Тәүратты үә Инжилде уҡыным. Пәйғәмбәр ҡыҙыҡһынып, һораны:
- Ни ғәжәп оҙон ғүмерле булғанһың, минең менән Ғайса пәйғәмбәр араһында алты йөҙ йылдыр, — тине.
Шуға яуап итеп, был ир кеше дауам итте:
- Тәүратта үә Инжилдә һинең хуш сифаттарыңды күреп, өммәтендең яҡшы сифаттарын күреп, теләнем: “ Йә Раббым! Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде үә өммәттәрен миңә күрһәтһәңсе?" — тип. Һәм Ғайса ғәләйһиссәләмгә әйттем: «Минең өсөн Аллаһы Тәғәләнән һора, миңә оҙон ғүмер бирһен». Рухулла ғәләйһиссәләм доға ҡылды, Аллаһы Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итте. Шул сәбәпле оҙон ғүмерле булдым, — тине.
Ары дауам итеп был ир ғәжәп ҡиссалар һөйләй башланы. Әйтте:
- Ғайса ғәләйһиссәләм менән бергә йөрөгән ваҡытта бейек тауға юлыҡтыҡ. Ул тауҙың өҫтөндә нурҙар балҡып тора, сөнки унда аҫылташтар күп икән. Ғәжәпләнеп, Ғайса ғәләйһиссәләм доға ҡылды:
- Йә Раббым! Тауға рөхсәт үә тел бир, минең менән һөйләшһә ине, — тип. Аллаһы Тәғәлә тауға тел бирҙе. Шунан һуң, тау әйтте:
- Әй Рухулла! Минән нимә һорайһың? — тине. Рухулла ғәләйһиссәләм әйтте:
- Әй-тау! Миңә яҡшы, ғәжәп хәбәр һөйлә, — тине. Тау әйтте:
- Рухулла! Минең эсемдә Муса ғәләйһиссәләм ҡәүеменән бер кеше барҙыр, — тине. Ул Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең хуш сифаттарын һәм уның өммәтен дуҫ тотар ине. Тәүратта Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең яҡшы сифаттарын һәм өммәтенең яҡшы яҡтарын күреп, уларға ғашиҡтыр, — тине. — Шул ир булыуы сәбәпле, миндә аҫыл таштар булды.
Шунан һуң, Рухулла ғәләйһиссәләм доға ҡылды:
- Йә Раббым! Ул кешене тау эсенән сығарып, миңә күрһәт, — тине. Шундуҡ тау ярылып, бер күркәм йөҙлө, оҙон буйлы ир сыҡты. Рухулла ғәләйһиссәләм әйтте:
- И шәйх! Яуап бир, һин ҡайһы пәйғәмбәр ҡәүеменәнһең, ғүмер кисереүең ни ҡәҙәрҙер? — тине. Шәйх яуап бирҙе.
- Муса ғәләйһиссәләм ҡәүеменән. Муса пәйғәмбәргә күп йылдар хеҙмәт иттем. Муса пәйғәмбәр, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе һәм уның өммәтен маҡтап һөйләгәнен ишетеп, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылдым: “ Йа Раббым! Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе миңә күрһәт, хатта Мөхәммәд пәйғәмбәр менән минең арамда күп йылдар булһа ла. Мине был тау эсенә индер, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең күргәнсе, ошо тау эсендә доға ҡылыр инем". Аллаһы Тәғәлә доғамды ҡабул итте. Бына инде алты йөҙ йыл буйы доға ҡылам, — тине.
Быны ишеткәс, Ғайса ғәләйһиссәләм мөнәжәт ҡылып әйтте:
- Йә Раббым! Һинең ҡаршыңда был бәндәнәндә ҡәҙерле дин тотҡан кеше бармы? — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте:
- Әй, Ғайса! Мөхәммәд өммәтенән бер кеше рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, йәһәннәмдең ишектәре бикләнер. Ә инде һигеҙ көн ураҙа тотһа, һигеҙ ожмах ишеге асылыр. Ун көн ураҙа тотһа, бөтә хәжәттәре үтәлер, доғаһы ҡабул булыр. Унбиш көн ураҙа тотһа, күктән тауыш булыр: “Әй ураҙа тотҡан бәндә! Һинең бөтә гонаһтарың ярлыҡанды, ғәмәл дәфтәреңдә изгелек кенә ҡалды", — тип. Әгәр был кеше бынан арттырһа, йәғни унбиш көндән артыҡ ураҙа тотһа, был рәжәб айында, Аллаһы Тәғәләбеҙ сауабын тағын да арттырыр.
Тимәк, рәжәб айында бындай сауаб һәм һөйөнөстәр булһа, һәр мосолманға ғибәҙәт йәһәтендә булыу кәрәк: ураҙа булһын, саҙаҡа биреү булһын, бөтә тағат үә ғибәҙәт булһын — бының өсөн башҡа айҙарҙа бер изгелеккә мең сауаб яҙылыр. Тағы был айҙың көндөҙөндә ураҙа тотоп, төндәрендә уяу булған кеше, ҡәбер ғазабын күрмәҫ.
Быға оҡшаш хәлде Сәүбән (уға Аллаһының ризаһы булһын) һөйләне:
- Мин пәйғәмбәр менән бергә йөрөгәндә, бер ҡәберлектән үткән ваҡытта, Рәсүлиллаһи ғәләйһиссәләм туҡтап, ҡаты иланы. Унан һуң миңә ҡарап әйтте:
- Әй Һәүбән! Был ҡәбер әһелдәре ҡәберҙәрендә ғазапланалар. Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылдым, быларҙың ғазабын кәмет, -тинем. Һәм тағы ла:
- Әй Һәүбән! Был ҡәбер эйәләре рәжәб айында бер көн ураҙа тотһалар ине, йәки төндәрендә уяу тороп, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылһалар, һис бер ҙә ҡәбер ғазабы күрмәҫтәр ине.
Мин һораным:
- Аллаһы Тәғәләнең Рәсүле! Бер көн ураҙа тотоу һәм бер төндә уяу булыу менән ҡәбер ғазабы күтәрелерме? — тип. Һорауға пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте:
- Әй Һәүбән! Аллаһы менән ант итеп әйтәм: әгәр бер ир, йә бер ҡатын рәжәб айында бер көн ураҙа тотһа, йәки кисәһендә уяу торһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешеләргә бер йыл ураҙа сауабын бирер, төндәрен уяу тороп, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылған сауабын бирер, — тине.
Был рәжәб айында ғәмәл-ғәбәҙәттә ҡылыуҙың сауабын яҙып бөтөрөү бик мөшкөлдөр (яҙып бөткөһөҙ). Һәр бер мөьмин-мосолман булған кешегә ғәмәл-ғибаҙәттә булыу бик хәйерле, бигерәктә бындай изге айҙарҙа бик тә урынлы. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙҙең тәүфиҡтарыбыҙҙы арттырып, донъяла булған ваҡытыбыҙҙа изгелектәр менән ғибәрәтләнеп, һуңғы һулышыбыҙҙа иманыбыҙҙы юлдаш итһен ине, амин!
«Фазаилеш шөһүр йәки саваплы гамәлләр», Джәмаледдин Бикташи
Рәжәб айы ураҙаларының хикмәттәре тураһында ошонда уҡығыҙ://nazir1965.com/din/r%D3%99zh%D3%99b-ajy.html