Нәҙер һәм ант итеү
Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыу
Нәҙер әйтеү һәм ниәт ҡылыуҙың айырмалыҡтарын аңлатһағыҙ ине.
Нәҙер ул тел менән әйтелә. Әгәр тел менән әйтелмәһә, ул күңелдәге уй-ниәт кенә була. Нәҙер тел менән әйтелергә тейеш, ҡысҡырып әйтелергә лә, бышылдап әйтелергә лә мөмкин. Нәҙер менән ант улар бер-береһенә үҙ-ара оҡшаш. Ант та тел менән әйтелә. Әммә нәҙер әйткәндә «нәҙер иттем» тигән һүҙ әйтелә, нәҙер һүҙе ҡулланыла. Күңелдән генә уйлау ул нәҙер булмай. Күңелдәге уйҙы, ниәтте эшләргә була, эшләмәҫкә була, йәғни үҙ ихтыярыңда. Ә нәҙер әйтһә, уны үтәү вәжип. Эшләмәһә, гонаһлы була.
Ант итеү һәм нәҙер әйтеү
Һорау: Нимә ул ант итеү?
Яуап: Ант итеү — ул тирә-йүндәгеләрҙе бер нәмәнең дөрөҫлөгөнә инандырыу өсөн әйтелә торған һүҙ.
Һорау: Ант итеүҙең ниндәй төрҙәре бар?
Яуап: Ант итеү өс төрлө була:
1. Әл-ғамус — ул ялған ант итеү, йәғни бер ҡылынмаған ғәмәлде ҡылманым тип, йә иһә киреһенсә әйтеп, ант итеү. Мәҫәлән, кемдер: «Ысынлап та, мин быны эшләмәнем», — тип ант итә, ләкин ысынында ул быны эшләгән була. Бындай ант итеү ҙур гонаһ һәм улар батыусылар тип аталалар, сөнки был донъяла гонаһҡа, ә һуңынан утҡа баталар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аллаһҡа ширек килтереү, ата-әсәне тыңламау, кеше үлтереү һәм ялған ант ҙур гонаһҡа керә», — тине. Бындай ант итеүсе кәффарәт түләргә тейеш түгел, Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылырға тейеш.
2. Ялбарыулы ант итеү — әл-мөнғаҡыд — ул бер кешенең киләсәктә бер ғәмәлде ҡылыуға йә иһә ҡылмауға һүҙ биреүе. Был антты сит кеше арҡаһында боҙһа ла ул кәффәрат түләргә тейеш.
3. Буш ант биреү — әл-ләғү — бер кешенең үткәндә булған бер хәл өсөн үҙен хаҡлы тип уйлап ант итеүе, ләкин ысынында ул яңылыша.
Һорау: Берәүҙе ант итергә мәжбүр итһәләр һәм ул ант итеп, уны боҙһа, кәффәрат түләргә тейешме?
Яуап: Әйе, тейеш .
Ант итеүгә бәйле шарттар
Һорау: Ниндәй осраҡтарҙа мосолман ант иткән булып һанала?
Яуап: Әгәр ул Аллаһы Тәғәләнең Әр-Рахмән, Әр-Рахим кеүек бер исеме йәки бөйөклөгө, Уның ҡөҙрәте кеүек бер сифаты менән ант итһә, анты дөрөҫ, Аллаһы Тәғәләнең ғилеме менән ант итеү дөрөҫ түгел.
Һорау: Әгәр кеше «Аллаһының асыуы менән ант итәм» тиһә, был ант итеү буламы?
Яуап: Юҡ, ант итеү булып һаналмай.
Һорау: Әгәр кеше: «Әгәр мин ошоно эшләһәм, миңә Аллаһының асыуы төшһөн» тип әйтеүе ант булып һаналамы?
Яуап: Юҡ, ант итеү булып һаналмай.
Һорау: Әгәр кемдер ант иткәндән һуң «Аллаһы теләһә» тип өҫтәһә, ант итеү буламы?
Яуап: Был ант итеү булмай, сөнки уның антын Аллаһы теләһә, боҙарға ла мөмкин.
Һорау: Әгәр кемдер: «Әгәр мин быны эшләһәм, мин йәһүд, йә иһә насара, йә иһә мәжүси, йә поттарға табыныусы кеше булам», — тиһә, был ант итеү булып һаналамы?
Яуап: Эйе, был ант итеү була һәм уны боҙған өсөн кәффәрат түләргә кәрәк.
Һорау: Әгәр кемдер пәйғәмбәр ﷺ менән йәки Ҡөръән менән йәки Кәғбә менән ант итһә, был ант итеүгә инәме?
Яуап: Юҡ, Аллаһынан һәм Уның исемдәренән һәм сифаттарынан башҡа әйберҙәр менән ант итеү ширек килтереү булып һанала. Әбү Дауыд Әбү Һурайранан хәҙис риүәйәт итә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Атайҙарығыҙ, әсәйҙәрегеҙ, үҙегеҙгә тиң булғандар менән, Аллаһынан башҡа теләһә ниндәй нәмә менән ант итмәгеҙ, бары тик дөрөҫөн әйткәндә Аллаһы менән генә әйтегеҙ», — тине.
Һорау: Әгәр кемдер намаҙ уҡымаҫҡа, йәки ата-әсәһе менән һөйләшмәҫкә, йәки кемде лә булһа үлтерергә ант итһә, нишләргә?
Яуап: Был гонаһлы эш булып һанала, был кешегә антын боҙоп, кәффәрат түләргә кәрәк. Әбү Мөслим Һурайранан хәҙис риүәйәт итә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Кем дә булһа бер нәмә менән ант итһә, һуңынан был әйберҙән һәйбәтерәкте күрһә, үҙенең антын боҙоп, хәйерлерәк эште эшләһен», — тине.
Һорау: Әгәр кемдер үҙенә-үҙе бер нәмәне тыйһа, был уға хәрам буламы?
Яуап: Юҡ, харам булмай, ләкин антын боҙған өсөн кәффәрат түләргә тейеш.
Һорау: Әгәр кәфер ант итеп, һуңынан Ислам ҡабул иткәндән һуң, антын боҙһа, уға кәффәрат түләргә кәрәкме?
Яуап: Юҡ, кәрәкмәй, сөнки шәриғәттә мосолмандың ғына ант итеүе дөрөҫ булып һанала.
Һорау: Әгәр кемдер үҙе эшләй алмаған, мәҫәлән, ташты алтынға әйләндереү кеүек нәмә менән ант итһә, ул антын боҙоусы булып һаналамы?
Яуап: Эйе, шулай итеп ант итеүсе шунда уҡ уны боҙоусы ла булып һанала.
Һорау: Кемдер Басрала (ҡала ла) булырға ант итһә, ләкин үлеменә тиклем шунда була алмаһа, уның тормошоноң ҡайһы ваҡытында был анты боҙолған булып һанала?
Яуап: Ғүмеренең һуңғы ваҡытында анты боҙолған булып һанала. Мәҫәлән, әгәр ире ҡатынына: «Әгәр мин Басраға бармаһам, һин айырылаһың», — тиһә, үлгәнсе Басраға бара алмаһа һәм ҡатыны менән жимағ ҡылмаған булһа, — ҡатыны иренең үлеменән һуң уның мөлкәтенән мираҫ ала алмай. Шулай уҡ ул ғыйдда ла көтмәй. Әгәр ҡатыны менән жимағ ҡылһа, ҡатыны мираҫ та ала һәм ғыйдда ла көтөргә тейеш була.
Һөйләшмәҫкә ант итеү
Һорау: Әгәр кемдер һөйләшмәҫкә ант итһә һәм намаҙҙа Ҡөръән уҡыһа, анты боҙолған булып һаналамы?
Яуап: Юҡ, анты боҙолған булып һаналмай.
Һорау: Әгәр кемдер бүтән кеше менән бер нисә көн буйына һөйләшмәҫкә ант итһә, ул нисә көн антын тоторға тейеш?
Яуап: Өс көн буйына антын тоторға тейеш була.
Һорау: Әгәр бер нисә ай буйына өндәшмәҫкә ант иткән булһа, нишләргә?
Яуап: Был осраҡта, Әбү Хәнифә фекеренсә, 10 ай, ә уҡыусылары әйтеүенсә, 12 ай буйына антын тоторға тейеш була.
Һорау: Әгәр кемдер икенсе кеше менән һөйләшмәҫкә ант итеп, йоҡлағанда һөйләшһә, анты боҙолған булып һаналамы?
Яуап: Эйе шул, анты боҙолған була.
Һорау: Кемдер икенсе кешегә уның рөхсәтенән башҡа һөйләшмәҫкә ант иткәндән һуң, был иптәше менән ул рөхсәт иткәс кенә һөйләшһә, ләкин ул уның рөхсәт итеүе тураһында белмәһә, анты боҙолған буламы?
Яуап: Эйе шул, анты боҙолған була.
Һорау: Кемдер икенсе кешенең ҡатыны менән һөйләшкә ант итһә һәм был ҡатын иренән айырылғас уның менән һөйләшһә, анты боҙолған буламы?
Яуап: Юҡ, анты боҙолмай.
Һорау: Кемдер икенсе кешенең ҡолы менән һөйләшмәҫкә ант итеп, хужаһы был ҡолдо азат иткәс һөйләшһә, антын боҙған буламы?
Яуап: Юҡ.
Ашау-эсеүҙән тыйылыуға ант итеү
Һорау: Әгәр берәү икмәк ашамаҫҡа ант итһә, уға ниндәй икмәк ашарға ярамай?
Яуап: Ул йәшәй торған илдә йәки ҡалала ғәҙәттә ниндәй икмәк ашаһалар, шул икмәкте ашарға ярамай. Әгәр ул дөгө йәки кукуруз көлсәһен ашаһа, анты боҙолмай.
Һорау: Кемдер билдәле бер бәрәстең итен ашамаҫҡа ант итһә һәм был бәрәсе үҫеп һарыҡ булғандан һуң һуйып ашаһа, уның анты боҙоламы?
Яуап: Эйе, боҙола.
Һорау: Бер кеше өлгөрмәгән емештәрҙе ашамаҫҡа ант итеп, өлгөргәндән һуң ашаһа, уның анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ, нәҡ өлгөрөү йәки өлгөрмәү халәте был кешенең фекерен билдәләгән сәбәпле боҙолмай.
Һорау: Кемдер силәктән һыу эсмәҫкә ант итһә, ләкин был силәктән сынаяҡҡа һалып эсһә, анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ.
Йортҡа инеү йәки сығыуға һәм йәшәүгә ант итеү
Һорау: Бер кеше билдәле бер йортҡа инмәҫкә ант итһә, ләкин йорт ишелгәс уға инһә, анты боҙоламы?
Яуап: Эйе, боҙола.
Һорау: Әгәр ул йорттарға инмәҫкә ант итһә һәм ишелгән йортҡа инһә, анты боҙоламы?
Яуап: Был осраҡта анты боҙолмай.
Һорау: Әгәр бер кеше йорттарға инмәҫкә ант иткәндән һуң Ҡағбәғә, мәсеткә һәм сиркәүгә инһә, анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ, боҙолмай.
Һорау: Бер кеше билдәле бер өйҙә тормаҫҡа ант итһә һәм унан мөлкәтен һәм ғаиләһен ҡалдырып сыҡһа, шәриғәт был осраҡта нисек хөкөм итә?
Яуап: Ул антын боҙоусы була, сөнки уға ант иткәндән һуң был өйҙән мөлкәте, ғаиләһе менән күсеп китергә кәрәк.
Башҡа төрлө ант итеүҙәр
Һорау: Бер кеше сауҙа итеү һәм аренда менән шөғөлләнмәҫкә ант иткәндән һуң был эшкә икенсе берәүҙе яллаһа, анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ, боҙолмай.
Һорау: Әгәр кемдер ергә ултырмаҫҡа ант итһә, ләкин балаҫҡа йәки сыптаға ултырһа, анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ, боҙолмай.
Һорау: Кемдер билдәле бер түшәккә ятмаҫҡа ант иткәндән һуң, уның өҫтөнә икенсе урын (түшәк) йәйеп ята, анты боҙоламы?
Яуап: Юҡ, боҙолмай.
Һорау: Бер кеше өҫтөндәге кейемен кеймәҫкә йәки йөрөгән (ултырған) транспортына ултырмаҫҡа ант итһә, ул антын боҙамы?
Яуап: Әгәр ул ант итеү менән үк был кейемен сисһә йәки транспорттан сыҡһа, анты боҙолмай, әгәр улай эшләмәһә, анты шунда уҡ боҙолған була.
Һорау: Бер кеше билдәле бер ваҡытҡа бурысын түләргә ант итһә һәм ул бурысын ялған аҡсалар менән бирһә, антын боҙоусы буламы?
Яуап: Әйе.
Һорау: Бер кеше бурысын яҡын арала бирергә вәғәҙә итһә, быны нисек аңларға?
Яуап: Ваҡыт бер айға ҡәҙәр һуҙыла.
Иҫкәрмә. Әгәр кеше ни ҙә булһа эшләргә ант итһә, антын үтәү өсөн үҙ ғүмерендә бер мәртәбә эшләү ҙә етә.
Әгәр бер ғәмәлде ғүмер буйы ҡылмаҫҡа ант итһә, антын үтәү өсөн ғүмере буйы был ғәмәлде ҡылырға ярамай, әгәр ул был ғәмәлде бер мәртәбә ҡылһа ла, анты боҙола.
Нәҙер әйтеүҙең ҡайһы бер халәттәре
Һорау: Әгәр бер кеше үҙенең вәғәҙәһен ниндәй ҙә булһа бер шарт менән бәйләһә, мәҫәлән, кемдер: «Әгәр Аллаһы Тәғәлә был ауырыуҙан мине шифаландырһа, мин фәлән тиклем ваҡытҡа ураҙа тотам йәки хаж ҡылам йәки ҡол азат итәм", — тиһә, был вәғәҙәне үтәү важибмы?
Яуап: Әйе, важиб, сөнки Аллаһының: «Үҙҙәренең вәғәҙәләрен үтәһендәр» тигән әмере бөтә кеше өсөн дә бер үк. Әбү Хәнифәнән риүәйәт ителә: «Әгәр берәү: «Был ғәмәлде ҡылһам, хаж ҡылам йәки бер йыл ураҙа тоторға вәғәҙә бирәм», — тиһә, уға вәғәҙәһен боҙоп кәффәрат түләү рөхсәт ителә». Уның уҡыусыһы Мөхәммәдтең дә фекере лә шулай уҡ.
Һорау: Әгәр кемдер гонаһ ҡылырға вәғәҙә бирһә, уға нишләргә?
Яуап: Гонаһ ҡылмаҫҡа һәм кәффәрат түләргә кәрәк.
Һорау: Әгәр кемдер үҙенең бөтә мөлкәтен меҫкендәргә таратырға вәғәҙә бирһә, нишләргә?
Яуап: Үҙен һәм ғаиләһен тәьмин итеү өсөн бер өлөш малын ҡалдырып, ҡалғанын таратырға, һуңынан аҡса эшләп тапҡандан һуң, ғаиләһен тәьмин итеүгә ҡалдырған ҡалған өлөшөн дә таратып бөтөрөргә кәрәк.
Антты боҙған өсөн кәффәрат түләү
Һорау: Әгәр мосолман антын боҙһа, уға нишләргә?
Яуап: Был турала Аллаһы Тәғәлә Үҙенең китабында былай тине: «Аллаһ һеҙҙе ғазап ҡылмаҫ уйнап әйткән анттарығыҙ өсөн уны үтәмәһәгеҙ, мәгәр ғазаб ҡылыр шәриғәт буйынса ант ителгән, дөрөҫ урында ант итеп тә, ул ант үтәлмәһә. Ул үтәлмәгән анттың кәффәрате: ун меҫкенгә аш ашатмаҡ, өй әһелдәребеҙ ашаған ризыҡтың уртаса булғаны менән, йәки ун меҫкенгә кейем кейҙермәк йәки бер ҡол азат итмәк, быларҙы эшләргә көсө етмәһә, өс көн буйы ураҙа тотар. Был йөкләтелгән эштәр үтәмәгән анттарығыҙҙың кәффәрате, анттарығыҙҙы әлбиттә үтәгеҙ! Бына шулай Аллаһ Үҙенең хөкөмдәрен һеҙгә асыҡ итеп аңлата, шулай булғас, шатланып Аллаһҡа шөкөр итәрһегеҙ».
«Мәидә / Аш-Яулығы», 5:89
Һорау: Әгәр кемдер антын боҙған өсөн кәффәратте ярлыларға ашатыу менән түләргә теләһә, уға быны нисек үтәргә?
Яуап: 10 ярлыны 1 көн дауамында ашатырға йәки ярты сағ бойҙай йәки бер сағ арпа йәки хөрмә (емеш) бирергә кәрәк. Шулай уҡ бының хаҡын аҡсала та бирергә мөмкин.
Һорау: Әгәр кәффәрате кейем-һалым таратыу менән түләргә теләһә, нисек үтәргә?
Яуап: Бар тәнде ҡапларлыҡ һәм намаҙ уҡырға яраған кейемдәрҙе таратырға кәрәк.
Һорау: Әгәр мосолман ҡол азат итергә теләһә, ул ниндәй ҡолды азат итергә тейеш?
Яуап: Азат ителеүсе ҡолдың сифаттарын беҙ «Зиһар кәффәраты» темаһында әйтеп үттек. Ҡол иҫән-һау булырға тейеш,
Һорау: Ураҙа менән кәффәрат түләгәндә өс көн буйына бер өҙлөкһөҙ тоторға кәрәкме?
Яуап: Әйе.
Әт- Тәсһил Әз-Зарури ли Мәсәил Әл-Ҡудури
Нәҙер ҡорбаны тураһында ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html
Нәҙер әйтеп — ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/n%D3%99%D2%99er-%D3%99jtep.html#more-6491