Балаға ҡорбан

                                      Бала тыуғас салынған ҡорбан — ғаҡиҡа ҡорбаны
     Яңы тыуған баланың башында булған сәс, шәйех Әбү Ғүбәйд, әл-Әсмәғи үә Зәмәхшәри фекеренсә, ғаҡиҡа тип тәржемә ителә. Шул һүҙҙән алып, тыуған бала өсөн ҡылынған ҡорбанды «ғаҡиҡа ҡорбаны» тип атайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә тыуғандан алып етенсе көндә берәр һарыҡ ҡорбан итеп салған. Ғәләйһис-сәләм ейәндәренә төбәп әйткән: «Ир балаға ғаҡиҡа бар, шуға ла терлектең  ҡанын ағыҙығыҙ үә баланың сәсен ҡырығыҙ».
     Башҡа өс мәҙһәбтә был ғәмәл сөннәт булып һаналһа, беҙҙә, Хәнәфиләрҙә, мөбах була. (Джәмиғул-мәхбүби). «Шәрх Тәхәүи» китабанда — сөннәт тиелә. Быға дәлил итеп Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән, һүҙҙәре килтерелгән. «Вәжиб ҡорбанынан һуң башҡа бөтөн төр ҡорбандар юҡ», — тигән ул. Ләкин ҡәтғи тыйыу ул ваҡытта уҡ булмаған.
     Ғаҡиҡә ҡорбанын бала тыуғандан алып, бәләғәткә ирешкәнсе салырға була. Иң яҡшы ваҡыты, бала ете көнлөк саҡта. Шул уҡ көндә баланың башындағы сәсте ҡырып, шул ауырлыҡта алтындан йәки көмөштән саҙаҡа бирергә кәрәк. Иртәрәк исем ҡушыу ҙа дөрөҫ. Бәйхаҡи хәҙрәттәре әйткән: «Балаға етенсе көндә исем ҡушыуға ҡарағанда, тыуғас та ҡушыу дөрөҫөрәк».


     Ҡыҙ балаға — бер, малайға — ике һарыҡ ҡорбан итеп салына, Раддуль-мухтар китабында имам Шафиғи үә Әхмәд бының сөннәт икәненә дәлил килтерә. Мөмкинселек булмағанда, бер һарыҡ менән дә сикләнергә ярай. Был ҡорбандың итен ата-әсәһенә ашарға ярай. Хөкөмө менән ҡорбанға яраған мал, ғаҡиҡаға ла ярай. Ите лә вәжиб ҡорбаны хөкөмөндә булыр. Исем ҡушыу туйына ҡулланыу сөннәт була.(Исем ҡушҡан көндө мәжлес саҡырып халыҡты һыйларға була. Беҙҙең шарттарҙа салынған ҡорбанды ваҡытлыса һаҡларға мөмкин. Бала тыуғас та ошо тәүге көндәрҙә ҡорбан салыу — сөннәт ғәмәл. Ҡорбандың ҡаны ергә теймәҫ борон ҡорбан ҡабул була тигәнде онотмағыҙ. Ә инде һуйылған малдың иттен ни эшләргә? Был икенсе мәсьәлә. Үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ – шулай ҡуланағыҙ).
     Һорау: Яңы тыуған балаға ҡорбан байрамында ҡорбан салдырырға ине. Уға нисек ниәтләргә? Ҡорбан итепме әллә ғәҡиҡа итепме?
     Яуап: Ҡорбан байрамында (ошонда уҡығыҙ //nazir1965.com/din/%D2%A1orban-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99ze.html#more-3760 ) мал салыу – вәжиб дәрәжәһендәге ғәмәл, ә ғәҡиҡа ҡорбанын салдырыу — сөннәт. Шуға ла вәжиб булған ҡорбандан әжер-сауаптары күберәк булыр. Ә ғаҡиҡә ҡорбанын башҡа ваҡытта ла салдырырға була. Мөмкинселеге булған һәр мосолманға ҡорбан байрамы көнөндә (тәшриҡ көндәрендә) ҡорбан салыуҙың сауабы ҙур. Пәйғәмбәребеҙ йыл да ике ҡорбан боғаҙлай торған булған. Береһе — үҙенең, икенсеһе ғаиләһенең исеменән.
     Ите шулай уҡ ҡулланыла: 1/3 — ҡунаҡтар һыйларға, 1/3 — фәҡир-фоҡараларға, 1/3 — үҙеңә. Был ҡорбан итен үҙеңә ашау ярай. Нәҙер ҡорбанының ғына итен хужа үҙе ашамай.

       Дауам итеп хәҙрәт Идрис Гәләүитдиндең “Ҡорбан сала беләһеңме? ” китабынан аҫҡы юлдар...

     Ғәҡиҡа ҡорбанын салыу өсөн дәлилдәр күп. Шуларҙың береһе: “Һәр бер бала ғәҡиҡә ҡорбанын салғансы ҡурҡыныс аҫтында. ” – тигән бер хәҙистә.
     Был хәҙис беҙгә балалар тыуғас улар ҡурҡыныс аҫтында булғанлығын иҫкәртә. Ә уларҙы шул ҡурҡыныс аҫтынан сығарыу өсөн ғәҡиҡә ҡорбаны салырға кәрәклеген аңлата.
                               Ир бала менән ҡыҙ балаға икеһенә лә берәр ҡорбанмы?
     Шәриғәт ул минем дә, һинең дә уйлап сығарған законың түгел, хатта уны пәйғәмбәрҙәр ҙә уйлап сығармағандар. Ул бөтөн дөньяның хужаһы булған Аллаһы Тәғәлә тарафыннан иңдерелгән дин. Шулай булғас беҙҙең “Ни эшләп улай ҙа? Ни эшләп былай?” — тип һорарға хаҡыбыҙ юҡ. “Хикмәт эйәһе шулай теләгән һәм беҙгә аны шулай эшләргә бойорған», — тип әйтәбеҙ дә Аллаһыға тәүәккәл ҡылып эштәребеҙҙе үтәй башлайбыҙ. Беребеҙ ҙә бит: “Ниңә Аллаһы Тәғәлә намаҙ уҡырға ҡушҡан?” — тип һорамайбыҙ. Иман килтереп, Уның ҡоло булғас, фарыз, вәжеп, сөннәт намаҙҙарын үтәйбеҙ. Ураҙаны ла беҙ: “Ниңә ураҙа тотарға ҡушҡан?” — дип һорамайбыҙ, һораусыларҙың иманы бик зәғиф булыуы мөмкин.
     Ә бына “Бала тыуғас, ир балаға нисә һәм ҡыҙ балаға нисә һарыҡ боғаҙларға кәрәк?” — тигән һорау бирелһә, дөрөҫ һорау була.
     Был һорауға пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм хәҙисе менән яуап бирәбеҙ: Ғәйшәнән радый Аллаһу ғәнһәнән, риүәйәт ҡылынды, ул пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үә-сәләм: “Ир бала тыуһа икеһе лә бер тигеҙ 2 һарыҡ, ә ҡыҙ бала тыуһа 1 һарыҡ салырға” — тип әйтте, тине. Тимәк, кемгә күпме икәнлеге асыҡланды.
                                        Ҡасан һәм ниндәй көндә малды салырға?
     Ҡорбан айында (ошонда уҡығыҙ //nazir1965.com/din/%D2%A1orban.html#more-1432) малды байрам көнөндә генә түгел, бәлки ҡорбан салырға ниәтләгәндәргә байрам көн үтеп икенсе һәм өсөнсө көндәрендә лә боғаҙлау рөхсәт ителә. Шулай булғас, ғәҡиҡә ҡорбанын да үҙ яйы менән салырға мөмкин.                           Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһи үәс-сәләм, ейәндәре Хәсән белән Хөсәйен тыуғас, Аллаһ ризалығы өсөн 7 нсе көндө ғәҡиҡә ҡорбаны салған. Әлбиттә, пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтенә тура килтереп эшләү бик хәйерле эшләрҙән булып һанала. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә 7 нсе, 14 нсе көндәрҙә үткәрелә тигән һүҙҙәр ҙә бар. Иң мөһиме үткәреү. Үткәрһәң хәйерле була, иншә Аллаһ.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә:
     “Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй”- тигән. (“Әл-Бәкара”, 185)
     Был аяттан, Аллаһы Тәғәлә беҙгә ауырлыҡ теләмәгәне аңлашыла. Әгәр яңы өйләнеүсе кешеләр был сөннәт ғәмәлен ваҡытында үтәй алмаһалар, улар уны һуңғараҡҡа ҡалдырып әҙерәк хәлләнгәндән һуң да үтәй алалар. Миҫал өсөн, бер-ике йылдан һуң, әгәр улай ҙа булдыра алмаһалар, 4-5 йылдан һуң да рөхсәт, инша Аллаһ. Көстәре етһә иртәрәк салһалар хәйерлерәк.
                                         Ғәҡиҡә ҡорбанының һөйәген һындырмаҫҡа!
     Ғәҡиҡә ҡорбанында бер иҫкәрмә бар. Ул иһә һарыҡтың һөйәктәре хаҡында. Ғәҡиҡә ҡорбанының һөйәктәре һындырылмай. Уны ҡаҙанға тулайым һалып бешерәләр ҙә һөйәктәреннән иттәре айырылғас һөйәктәре йыйып алына. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһи үәс-сәләм: “Ғәҡиҡә ҡорбанының һөйәктәрен һындырмағыҙ!” — тигән.
     Һорау. Ә ни өсөн һөйәктәрҙе һындырмаһаң яҡшы?
     Яуап. Баланың һөйәктәре һынмаһын тигән изге ниәт менән һындырылмай. Һындырмау ул мөстәхәб ғәмәл булып һанала. (мәгәр баланың һөйәктәре ошо һарыҡтың һөйәктәре һымаҡ ныҡ булһын тигән мәғәнәләлер).
     Һорау. Һөйәктәрен һындырмайынса быуындарыннан киҫкеләп (айырып) һарыҡтың бер өлөшөн генә бешерергә яраймы?
     Яуап. Әгәр ҡунаҡтар әҙ булһа, һарыҡтың ҡайһы бер ерен быуындарыннан киҫеп алып бешерергә лә була. Һөйәктәрен һындырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Әгәр яңылыш һынһа ҡайғырырға ярамай. Тимәк Аллаһ шулай теләгән.
     Һорау. Уның итен кемдәргә ашатырға?
     Яуап. Мәжлескә йыйған кешеләрҙе ашатаһың: фәкир-меҫкендәр, тирә күршеләр, дуҫтар, туғандар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, ата-әсәләр һәм башҡа мосолмандарҙы һыйлайһың.
     Һорау. Һарык ниндәй булырға тейеш?
     Яуап. Бер йәшлек булырға тейеш. Ҙур һәм һимеҙ булһа 6 айлыҡ та ярый.
Кәзә булһа 1 йәш тулған булырға тейеш.
     Кәмселекһеҙ булһын. (ҡорбан малы хаҡында ошо биттә //nazir1965.com/din/%D2%A1orban-maly.html#more-1440).
     Һорау. Һарыҡтан башҡа һыйыр, дөйә шикелле хайуандарҙы ғәҡиҡә ҡорбаны итеп салыу рөхсәтме?
     Яуап. Был хаҡта ғалимдарҙың фикере төрлө. Ҡайһы берәүҙәр һарыҡ малы ғына булһын тип дәлилләйҙәр, ә ҡайберҙәре һыйыр менән дөйә лә рөхсәт ителгән тип әйтәләр.
     Һорау. Һыйыр менән дөйә ете һарыҡты алыштыра, шуның өсөн ҡорбан айында уны 7 кеше исеменнән салалар, ғәҡиҡә ҡорбанында да шулаймы?
     Яуап. Ғәҡиҡә ҡорбанында һыйыр ҙа 1 һарыҡ хөкөмөндә, шулай уҡ дөйә лә 1 һарыҡ хөкөмөндә була.
Һорау. Һыйырға нисә йәш булырға тейеш?
     Яуап. Һыйырға 2 йәш тулған булһын, ә дөйәгә 5 йәш тулырға тейеш. Нәҡ вәжеп ҡорбанындағы шикелле.
     Һорау. Ғәҡиҡә ҡорбанын да вәжеп ҡорбаны шикелле өскә бүләләрме?
     Яуап. Әгәр өскә бүлергә теләһәң, улай ҙа ярай.
Беренсе өлөшөн фәҡир-меҫкендәргә таратаһың, икенсеһе менән мәжлес йыяһың, өсөнсө өлөшөн үҙең ашайһың.
     Һорау. Үҙеңә генә ҡулланыу дөрөҫме?
     Яуап. Һисшикһеҙ, дөрөҫ. Шулай уҡ уны бөтөнләйе менән бешереп барыһын да оло мәжлес йыйып ашатыу ҙа дөрөҫ, бер ниндәй ҙә гонаһы юҡ, бәлки әжерле генә булаһың.
     Һорау. Һуйғанда ни рәүешле һуйырға? Баланың исемен әйтергә кәрәкме, әллә юҡмы?
     Яуап. Әлбиттә, әйтергә кәрәк.
     Һорау. Ә нисек әйтергә?
     Яуап. Һарыҡты ятҡырғас баштан “Бисмилләһи, Аллаһу әкбәр”-тип әйтәһең, унан һуң: “Был фәлән улы фәлән исеменнән Һинең ризалығын өсөн” — тип әйтәһең дә бысаҡты тартып ебәрәһең. (ҡорбан салыу тәртибе ошо биттә //nazir1965.com/din/%D2%A1orban-salyu-t%D3%99rtibe.html#more-1454)
                                                      Ғәҡиҡәның хикмәттәре?
     Ғәҡиҡәның хикмәттәре һәм файҙалары байтаҡ: фәҡир-меҫкендәрҙең тамаҡлары туя, улар шатлана, улар ул көндә бәхетле булалар.
     Бала ҡурҡыныс аҫтыннан сыға.
     Әгәр ғәҡиҡә ҡорбаны салғандан һуң бала үлеп китһә, ул бала ата-әсәһенә Ҡиәмәт көнде шәфәғәтсе була, әгәр ғәҡиҡә салмайынса үлеп китһә, шәфәғәтсе була алмай.
     Ғәҡиҡә ҡорбаны салып — мәжлес йыйып уҙҙырыу ул туғандар араһында өлфәт мөхәббәт, күрше — тирә менән дуҫлыҡтың артыуына бер сәбәп була.
     Йәмғиәт тормошо яҡшырыуға сәбәп була.

     Һорау. Әгәр бер кешенең атаһы белмәүе сәбәпле балаһы исеменнән ғәҡиҡә ҡорбаны салмаған булһа һәм ата-әсәһе үлеп китһәләр ул уны үҙе башҡара аламы?
     Яуап. Пәйғәмбәребеҙ ҙә, ғәләйһи үәс-сәләм, үҙ исеменнән Аллаһ ризалығы өсөн 2 һарыҡ салды. Ул салғас, беҙгә лә ярай, иншә Аллаһ.

                                Жертва, приносимая по случаю рождения ребенка (акыка)
     Акыка — название жертвоприношения по случаю рождения ребенка. Ученые разделились во мнениях по поводу этимологии этого слова.
     Абу Убейд и аль-Асмаи считали, что его основа — это волосы, вырастающие на голове ребенка. За ними последовали аз-Замахшари и другие. По их мнению, баран, которого приносят в жертву за новорожденного в данном случае, был назван «акыкой» по причине сбривания волос новорожденного при заклании животного.    А со слов Ахмада, оно образовано от арабского «акк» — «разрыв, разрез». Это считали вероятным Ибн Абд аль-Барр и некоторые другие ученые.
     Ученые также разделились в отношении суждения (хукма) о ней. У наших богословов на этот счет два мнения: дозволенность жертвы (ибаха) или добровольность (татавву) ее. Их упомянул Ибн Абидин в конце книги о жертвенных животных, сказав, что, по мнению трех имамов, тому, у кого родится ребенок, желательно на седьмой день провести обряд имянаречения, затем обрить голову и раздать подаяние серебром или золотом, равным весу волос. Во время обривания совершают и жертвоприношение. Согласно приведенному в книге «Аль-Джами» аль-Махбуби, оно будет считаться дозволенным (ибаха), а согласно «Шарх ат-Тахави» — добровольным.
     Для этого вида жертвоприношения пригоден баран, отвечающий тем же критериям, что и для праздничного жертвоприношения (удхия), которое совершается как за мальчика, так и за девочку. Мясом жертвенного животного распоряжаются по своему усмотрению, т.е. можно раздать мясо или приготовленные из него блюда либо устроить торжества. Также считал и Малик. А аш-Шафии и Ахмад писали, что подтвержденной Сунной является заклание двух баранов за мальчика и одного — за девочку.
     Имам аль-Бухари в своем сборнике хадисов «Сахих» определил главу назвав ее главой об имянаречении ре6енка; и передал со своим иснадом со слов Абу-Мусы, да будет доволен им Аллах, который рассказал: «Когда у меня родился ребенок, и я отнес его к Пророку, тот назвал его Ибрахимом, потом протер ему небо разжеванным фиником и попросил благословения, А потом передал его мне» (аль- Бухари).
     Слова «отнес его к Пророку» и «потом протер ему небо фиником» извещают о том, что он поспешил отнести новорожденного к Посланнику Аллаха, и что протирание неба было после имянаречения. В этом хадисе также содержится указание на скорое наречение ребенка именем, не откладывая до седьмого дня.
     На то, что имянаречение не связано только с седьмым днем, указывают переданный ранее хадис и хадис из главы о бракосочетании от Абу Усайда, где сказано, что, когда у него родился сын, он принес его к Пророку, и тот назвал его Мунзиром.
     Аль-Байхаки сказал: «Наречение ребенка тогда, когда он рождается, более достоверно, чем хадисы о наречении на седьмой день».
     Но я скажу, что есть и другие хадисы, помимо упомянутых. В сборнике хадисов аль-Баззара и сахихах Ибн Хиббана и аль-Хакимх с достоверным иснадом со слов Аиши приводится, что она сказала. «Посланник Аллаха совершил жертвоприношение за Хасана и Хусейна на седьмой день и дал им имя». А у ат-Тирмизи передается что Посланник Аллаха велел одному сподвижнику дать имя ребенку на седьмой день.
                                           Ханафитский фикх, том 2, Абдальхамид Махмуд Тахмаз