Нәҙер әйтеп
Жәлил хәҙрәт Фазлыев: «Нәҙер әйтеп, күп кеше үҙенә ауырлыҡ ҡына тыуҙыра»
«Бынан бер нисә йыл элек бик алыҫта йәшәүсе бала саҡ дуҫым янына барырға тура килде. Ҡыш көнө ине, өс тәүлек буйы буран булды. Самолетҡа алған билеттарыбыҙҙы кире тапшырырға тура килде. Поезда ла кире ҡайтыу ҙа бик ауыр булды. Юл ғазаптарынан инде, иҫән-һау ҡайтып етһәм, был ҡалаға аяғымды ла атламаҫ инем тип, нәҙер ҙә әйтеп...
— Нәҙер әйтеү ул — бик сетерекле мәсьәлә. Нәҙерҙе харам тип әйтә алмайбыҙ, сөнки уны Ибраһим ғәләйһиссәләм дә әйткән. «Әгәр ҙә миңә ир бала бирһәң, мин шул баламды ҡорбан итеп салырға әҙер», — тигән ул. Әммә Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙең ҡандарын түгеүсе түгел. «Йә, Ибраһим, Раббыңа әйткән нәҙереңә тоғро булыуыңды иҫбатланың. Аллаһ һинән риза булды. Инде ҡорбан итеп улыңды түгел, һарыҡ сал», — тип, уға бер һарыҡ ебәрҙе. Шул рәүешле нәҙер электән үк килә. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк: нәҙер әйтелгән икән, үтәлергә тейеш.
- Ҡайһы берәүҙәр, ҙур бер эшкә тотонғанда йәки ауырып китһә, аҙағы хәйерле булһа, ураҙа тотор инем, ҡорбан салыр инем йә булмаһа намаҙға баҫыр инем тип тә үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
- Нәҙер ике төрлө була. Береһе Аллаһы Тәғәлә менән әйтелә торған нәҙер. Иң киң таралғаны — ҡорбан салыр инем тигәне. Байлығың билдәле бер нисабҡа етһә, һин былай ҙа үҙен ҡорбан салырға тейешһең. Нәҙер ҡорбаны иһә үҙенсә айырым була. Шул рәүешле кеше өҫтөндә ике ҡорбан була. Бына ҡайһы берәүҙәр шуларҙы бутап ебәрә, бер ҡорбанды икеһенә лә етә лә тип уйлай. Кемдер нәҙерен әйтә лә йә ул уны онота, йәки мал салырға мөмкинлеге булмай. Ә нәҙер өҫтөндә тора. Шуларҙы иҫтә тотоп, беҙ нәҙер әйтмәүең хәйерлерәк тибеҙ, сөнки уның үтәлмәгәне өсөн гонаһлы булаһың. Биш ваҡыт намаҙ уҡыу ҙа, ураҙа тотоу ҙа беҙгә фарыз. Шулай булғас, һин былай ҙа намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға тейешһең.
- Нәҙерҙең икенсе төрө тураһында ла әйтеп китегеҙ әле?
- Ҡаҙый булғас, миңә халыҡтан бик күп һорауҙар килә. Бер ханым, алма ашамаҫ инем тип нәҙер әйткән булған. Балаға уҙғас, алма ашағыһы килә башлаған. Инде нишләргә тип һорай. Шәриғәттә, ун меҫкенде туйҙырыу йәки уларҙы кейендереү, йәки булмаһа бер ҡолдо азат итеү тейеш, тип тә әйтелә. Меҫкендәр (ярлылар) табылмаһа, был осраҡта тәүбә ҡылып, өс көн тоташтан ураҙа тоторға кәрәк. Шул сағыңда һин кәффәрәтен үтәгән булаһың, үтәмәһәң, өҫтөңдә гонаһ, бер йөк булып тора. Нәҙер әйтеп, күп кеше үҙенә ауырлыҡ ҡына тыуҙыра. Икенсе бер кешеләр, күршем менән һөйләшмәҫ инем, туғаныма аяҡ та баҫмаҫ инем, тип нәҙер әйтәләр. Был бигерәк тә харам нәмә. Һин өс көндә асыуыңды оноторға йәки килешергә тейешһең. Хаҡһыҙ булып килешеүгә барһа, уға йәннәттең ситенән урын булыр, хаҡлы булып та килешһә, уға йәннәттең уртаһынан урын булыр, тиелә.
Нәҙер ҡорбан итеп салған кеше, уның итен ашарға тейеш түгел. Әгәр белмәй ашаған булһа, ашаған ит күләменең хаҡына ҡарап фәҡирҙәргә хәйер бирергә тейеш булыр. Нәҙер ҡорбанының итен үҙеңдең яҡындарыңа ашатыу ҙа дөрөҫ түгел. Нәҙер итеп салынған ҡорбан ите матди яғы ауыр, ярлы ғаиләләрҙең хаҡы булып һанала. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм нәҙер әйтеүҙән һаҡланырға ҡушҡан.
Нәҙер ҡорбаны тураһында ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/n%D3%99%D2%99er-%D2%A1orbany-2.html