Коран

                                 Мәйет тәрбиәләү тәртибе

   Беҙҙең был йәшәгән донъябыҙ фәниҙыр. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ошо әлеге донъяға ебәреп һынай. Иртәнме, бөгөнме, беҙ мәңге әхирәт тормошона ҡайтабыҙ. Һәр йәшәгән үлер. Үлем хаҡтыр. Ул бер көн беҙгә лә киләсәк. Ҡөрьәндә Аллаһ : “Йән ташыған һәр барлыҡ үлемде татыясаҡтыр”, — тип әйтә (“Әнбия” сүрәне , 35-се аят). Динебеҙ аңлатҡанса, үлеп кенә юҡ булмайбыҙ. Киреһенсә, үлем яңы бер тормошты башлай. Ҡиәммәт көнөнә тиклем ҡәбер ғазабындамы, әллә ваҡытлыса икенсе тормоштамы? Быныһын Аллаһ Тәғәлә ҡылған ғәмәл-ғибәҙҙәттәргә ҡарап билдәйәсәк. Донъяла мәңге йәшәгән бер барлыҡ та юҡтыр, һәр йәнле зат вафат була. Үлем менән арабыҙҙан айырылғандар мәңге юғалып китмәйҙәр. Улар беҙҙән әүүәл юлға сығалар һәм билгеле бер урында беҙҙе көтөп торалар. Үлем менән әхирәт тормошоның ишеге асыла. Был ишектән мәңге йортҡа инәбеҙ. Был йорттоң ишеге ҡәберҙер. Шулай булғас, мәңге тормошобоҙ өсөн был донъяла әҙерлек менән йәшәргә кәрәк.

                                                Үлем хәлендәге кеше янында
   Үләргә ятҡан кешенең хәлен белешергә барғанда, ауырыуҙың кәйефенә ҡарап, янында күп ултырырға ярамай. Ныҡ ауырыу кешегә: «Иман кәлимәһе килтер», — тип ныҡышырға ярамай, ә үҙеңә сирле кеше ишетерлек итеп ҡолағына әкрен тауыш менән шәһәдәт кәлимәһен әйтергә кәрәк (Ләә илләһә илләллааһу). Үҙенә көсләп әйтерергә ярамай. Был һүҙҙәрҙе әйтеүҙең маҡсаты быларҙы вафат хәлендәге кешенең иҫенә төшөрөү. Ахыр һүҙе “Лә иләһә илләллаһ" булған кеше йәннәткә керер”, — тип һанала. Әжәле яҡынлашҡан кешене уң ҡабырғаһына ятҡырырға кәрәк.
   Уның янындағылар Йәсин йәки Мүлк(Тәбәрәк ) сүрәләрен уҡырҙар. Динебеҙ был сүрәләрҙең уҡылыуын һауаплы күрә. Үлем хәлендәге кешенең янында Ҡөрьән уҡый белмәгәндәр хәйер-доға ҡылырҙар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “ Бер хастуның йә иһә бер мәйеттең янында булһағыҙ, хәйерле бер һүҙ әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр, ул һүҙҙең ҡабул ителеүе өсөн “ Амин” тип, доға ҡылырҙар”, — тип бойора. Яҡын иптәше Әбү Сәләм вафат булғанда ла Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға хәйер доға ҡылған, иптәше өсөн Аллаһтан рәхмәт һәм мәғфирәт һораған, әхирәттә ҙур дәрәжәләр, ҡәберендә рәхәтлек теләгән.
                                               Вафат булған кешегә вазифаларыбыҙ
   Кеше был донъянан үткәс уның күҙҙәре ябыла. Ҡайһы бер мәйеттәрҙең вафаттан һуң күҙҙәре асыҡ ҡала. Ул ваҡыт мәйеттең күҙҙәрен ябырға кәрәк. Пәйгәмбәребеҙ ﷺ: “ Кешенең рухы тәненән сыҡҡандан һуң, күҙ рухты эҙләр”, — тигән.
   Аяҡтарын ҡиблаға бороп, аяҡ-ҡулдарын турайтып ҡуйыу кәрәк. Ҡулдары ике яҡҡа һуҙыла. Күкрәк йә иһә кендек өҫтөнә ҡуйылмай, сөнки был христиан һәм яһүдиләр ғәҙәтелер.
   Ауыҙын ябып, ул асылмаһын өсөн берәй яулыҡ йә сепрәк менән эйәгенән уратып баш өҫтөнә бәйләйҙәр. Күкрәге ҡабармаһын өсөн түшенә ҡайсы кеүек берәй тимер әйбер ҡуялар.
   Вафат булған кеше ятағынан сығарыла. Өҫтөнә йоҡа бер япма ябыла. Мөмкин булһа, һыуыҡ бер бүлмәгә ҡуйыла. Күптәр мәйетте алама, насар рәүештә һалып ҡуялар. Бысраҡ япмалар менән ары-бире ҡаплап, ерәнеп, тигәндәй. Әй, ҡәрҙәштәр, ул бит әле генә һеҙҙең эргәлә көлөп-йылмайып йөрөгән туғанығыҙ ләһәбә! Матур ҡиәфәттә ятһын, алдан кәфенләп йыуып һалып ҡуйһағыҙҙа бер-ни зыяны юҡ. Ни эшләптәр беҙҙең халыҡ ләхет алғанға тиклем мәйеткә ҡағылмай? Был дөрөҫ түгел, алдан тәрбиәләп ҡуйығыҙ.
   Мәйет йыуылғансы янында Ҡөрьән Кәрим уҡылмай, күрше бүлмәлә уҡырға була тейҙәр. Йыуылғандан һуң, Ҡөрьән уҡыла.
   Вафатты халыҡҡа белгертеү дин яғынан мөстәхәб, сауаплы эштер.
   Хәҙерге мәлдә муллалар күбәйгәс, күрше урамдағы шуны ерләнеләр тигәнде иртәгәһенә ишетәһең. Шунаң һуң китә үпкәләш, ни эшләп йыназа ла булманың? Иң башта ауылдың имамы быны белергә тейеш, уның ҡушыуы буйынса икенсе муллалар эш итә. Имамдарҙа берәйһе үлгәнең көтөп, көн һайын өй һайын йөрөп мәйет юҡмы икән тип барларға тейеш түгел. Уларҙың үҙ донъялары, үҙ эштәре бар. Мәсеттә ултырып эш хаҡы ала тип уйламағыҙ, улар бушлай һеҙҙең өсөн, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн хеҙмәт итә.
   Кеше үлгән хәбәрҙе ишеткәс ошо доға уҡыла:
   Иннә лилләәһи үә иннәә иләйһи раджиғун
   Мәғәнәһе: беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнекебеҙ һәм барыбыҙ ҙа Аллаһ Тәғәлә хозурына ҡайтасаҡбыҙ.
   1. Мәрхүмдең балалары, туғандары, яҡындары, сабыр итеп, мәйет өсөн доға ҡылалар.
   Ҡөрьәндә Аллаһ : “Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа бирелеп, беҙ Аллаһтың ҡолы, тағын Аллаһҡа ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ ышанабыҙ, беҙҙе бар иткән — Аллаһтыр. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһтыр. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла — Аллаһтыр. Аллаһтан килдек, тағын Аллаһҡа ҡайтасаҡбыҙ.
   2. Балалары, туғандары һәм хатта яҡындары, теләһәләр, мәйеттең йөҙөн асып үбәләр. Иптәше Ғосман бин Мазун вафат булғанда Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уның йөҙөн асып үпкән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ вафат булғанда ла яҡын иптәше хәҙрәти Әбү Бәкер Пәйғәмбәребеҙҙе үпкән.
   Беҙҙең халыҡтың насар ғәҙәте бар: берәйһе мәрхүм булһа барып йөҙҙөн ҡарайыҡ тип. Сит кешегә мәйеттең йөҙҙөн күрһәтеү кәрәкмәҫ аҙаҡ ғәйбәт һөйләп йөрөмәһендәр өсөн: йөҙө шулай ине былай ине, тип. Ҡатын-ҡыҙҙарға сит ирҙең йөҙөнә, хатта ир мәйетекенә ҡарарға ярамай икәнең беләһегеҙер?
   3. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ваҡытында мәйеттең артынан аҡырып-ҡысҡырып, ҡаты тауыш менән һөйләшеп, ҡулдары менән яңаҡтарына һуғып, сәстәрен йолҡоп, илаусылар булған. Был насар ғәҙәттәр булмаһын өсөн Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай бойорған: “Яңаҡтарына һуҡҡандар, кейемдәрен йыртҡандар, жәһилиәт ваҡытындағы кеүек (Исламийәттән әүүәлге ваҡытҡа жәһилиәт ваҡыты тейелә) аҡырып ҡысҡырғандар беҙҙән түгелдер”. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ күрә, был хәрәкәттәрҙе эшләгәндәр, мәйеттәренә ғаҙап иткән булырҙар. Был хәрәкәттәрҙең мәйеткә бер файҙаны юҡ. Киреһенсә, был кешеләр үҙҙәрен ҙур ҡайғыла, мәйеттен рухын да ғазапта ҡалдырырҙар. Мосолман кеше, Аллаһтың теләгенә бирелеп, сабыр итер. Был сабыры арҡылы ла Аллаһтың сауабын ҡаҙаныр.
   Башҡа бер хәдисендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Күҙ йәше мәйеткә ғаҙап килтермәй”, — ти. Телебеҙҙе тыйып, бер ни һөйләмәйенсә илауҙың гонаһы юҡтыр. Беҙ ҙә кеше, күңелебеҙ бар, эсебеҙҙә йәнебеҙ бар. Бер яҡыныбыҙ вафат булһа, иларбыҙ. Ейәне вафат булғанда, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙә илаған һәм янындағы бер кеше: “Һин дә илайһыңмы?”- тип һорағас, Аллаһ күҙ йәше һәм ҡайғы өсөн мәйетте ғаҙап итмәҫ. Ләкин бының өсөн (бармағы менән телен күрһәткән) мәйетте ғаҙап итер”, — тигән.
   Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәйеттәргә доға өсөн ҡәберҙәр өҫтөнә барған. Унда ҡарт бер ҡатын аҡырып-ҡысҡырып һәм һөйләнеп илай икән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, был хәлде күргәс, ҡатындың янына бара ла: “Әй ҡатын, улай тимә. Аллаһтан ҡурҡ һәм сабыр ит”, — ти. Ҡатын, ҡәберҙән башын күтәреп, артына ҡарамайса, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ҡысҡыра: “Кит бынан, минең башыма килгән һинең башыңа килмәне”, — ти.                        Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, бер ни әйтмәйсә унан айырылып китә. Ул ҡатын янында булғандар: “Һин ни эшләнең? Һиңә сабыр ит тейеүсе – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ине”, — тиҙәр.
   Ҡарт ҡатын бик үкенеп, Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бара: ”Һин икәнде белмәнем. Ғәфү ит, әй, Мөхәммәд ﷺ тип, Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ ғәфү һорай. Шул ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: ”Сабыр — ҡайғы килгән саҡта күрһәтелгән сабырҙыр ти.
                                                                Мәйет янында
   1. Мәйет янында тыныслыҡ менән йөрөлә. Кәрәкһеҙ һүҙҙәр әйтелмәй, мәжбүр булғанда ғына һөйләшелә.
   2. Ҡыҙыҡ һүҙҙәр әйтеп, көлөнмәй.
   3. Мәйетте оҙатыусылар мәйеткә мөмкин ҡәҙәр яҡын йөрөрҙәр.
   4. Мәйеттең алдында, артында, уң йәки һул яғында йөрөү жәиздер, дөрөҫтөр. Артынан йөрөү яҡшыраҡ, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: ” Мәйеттең артынан йөрөгөҙ тип бойорған. Хәҙрәти Ғәли лә мәйеттең артынан йөрө. Ике күҙең менән мәйеткә ҡара. Мәйет бер үгеттер, нәсихәттер, әхирәтте иҫкә төшөрөр тигән.
                                                                      Кәфен
   Кәфен — мәйеттең күлдәге.
   Кәфен ир-егет өсөн ҡамис (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.
   Әгәр туҡыма әҙ булһа, ир-егет өсөн изар һәм лифафә, ҡатын-ҡыҙ өсөн изар, лифафә һәм баш ҡапламаһы ла етә. Улай ҙа эшләп булмаһа, мәйет бер туҡымаға торолоп ерләнә. Кәфендең аҡ мамыҡ туҡыманан булыуы хәйерлерәк.
                                                             Кәфен киҫеү тәртибе
   Кәфен кискәндә тәһәрәтле булыу шарт. Кәфен ирҙәргә өс ҡат, ҡатындарға биш ҡат иҫәбенән үлсәнә. Беренсе һәм икенсә ҡаты мәйеттең башы яғынан да, аяҡ яғынан да 30 см артып торорҙай итеп үлсәнә.
Әхирәт күлдәген әҙерләгәндә, бер ҡат материалды мәйеттең муйынынан алып йөҙлөгөн ҡапларлыҡ итеп үлсәп алып, яңынан шуның ҡәҙәр алаһың, бөкләгән ерҙән баш һыйырлыҡ итеп киҫәһең.
   Бөркәнсек (яулыҡ) башынан кендегенә ҡәҙәр үлсәнә.
   Хирҡа (билбау) мәйеттең кәүҙәһенә урап үлсәһәң ике ҡат, өҫтөнә ҡуйып үлсәһәң 4 мәртәбә иҫәбенән алына. Хирҡаның киңлеге — ярты иң.

   Кәфенде төнөн мәйет ҡараусылар, йәки башҡа ваҡытта ирҙәрҙә һәм ҡатындарҙа әҙерләй ала. Шул кешеләр, был кешеләр киҫергә тейеш тигән нәмә юҡ. Һәм мәйет йыуырға ла һыуҙы шул-был алып килергә тейеш һәм йылға һыуы, башҡаһы артыҡ булған йолалар. Энә-менәне киреһенсә тотоп кәфен тегеүҙәре лә артыҡ ҡыланыш. Төнөн ҡырҡ көн буйына лампочка яндырып ҡуйыу, ишеккә бысаҡ, йә ҡайсы ҡаҙап ҡуйыуҙар дөрөҫ түгел. Ҡәбер ҡаҙғанда ла туғандары ҡәбер ҡаҙырға тейеш түгел тигәндәре бигерәк шаштыра.
                                                                   Йыуыу тәртибе
   Мәйетте йыуғанда, һул ҡул менән аҫтын таҙартыу һәм истинжә ҡалдырыу өсөн, һул яғынан торалар. Йыуа торған һыуҙың температураһы ҡан йылылығындай булырға тейеш. Мәйет йыуғанда һыу йөрөтөү өйҙөң уңайына ҡарап (ишек торошона ҡарап) була. Бүлмәлә нисек уңайлы шулай һалып.
   Эске тәһәрәтен алдырыу өсөн өс киҫәк һәм ауыҙы, моронон таҙартыу өсөн алты киҫәк сепрәк әҙерләгәндән һуң, мәйетте күлдәге йәки сепрәге менән ҡолашаға күтәреп һалалар. Күлдәген аҫтан өҫкә ҡарай, еңен беләҙектән юғарыға табан киҫеп алалар. Күлдәкте киҫмәйенсә систереп алһаң да ярай. Ғәүрәт ерен ҡаплап ҡуялар.
   Башта әҙерләп ҡуйылған өс киҫәк сепрәк менән эске тәһәрәтен алдыралар. Шунан һуң тәнен йомшартыу өсөн марляны һабынлап, һылатып сығалар. Сәсен һүтеп, башын яҡшылап һабынлап йыуалар, һабын күбеген бөтөрөү өсөн алғы яғын ҡайтанан йыуалар.
   Бынан һуң һул ҡабырғаһына ятҡырып, уң яҡ өлөшөн һәм арҡаларын һабынлап йыуалар.
   Ҡолашаны йыуып мәйетте кире һалалар ҙа уң яғына әйләндереп, һул яҡ өлөшөн һәм арҡаларын йыуып, яңынан ҡолашаны таҙартып мәйетте һалалар.
   Эске тәһәрәтен алдырыр алдынан, кәүҙәһен ҡалҡытып эсенә баҫа-баҫа нәжәсен сығарып бөтөрәләр.
   Ахырҙа камил тәһәрәт алдырталар: Тәүҙә уң ҡулын, шунан һул ҡулын йыуалар. Әҙерләнгән өс киҫәк сепрәк менән өс мәртәбә ауыҙын йыуалар. Өс сепрәк менән моронон йыуалар. Өс мәртәбә йөҙөн йыуалар. Өс мәртәбә уң беләген, унан һуң һул беләген йыуалар, унан һуң уң аяҡты һәм һул аяҡты йыуалар. Тере кеше нисек мәсих ҡыла, мәйеткә лә шул тәртиптә мәсих ҡылалар.
                                                            Мәетте ғөсөлләндереү
   Ғөсөл ҡойондорғанда: «Илаһи ниәт ҡылдым әхирәт ғөсөлөн ҡойондормаҡҡа, тәндәрен таҙаламаҡҡа. Әшһәдү әл лә илләһә илләллааһу үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ» — тип әйтелә.
   Мәйеттең башын бер аҙ күтәргән хәлдә башына һыу ҡойоп, шул тәңгәлдән ҡолашаны йыуып ебәрәләр.
   Уң яҡ елкәһенән ботона, шунан һул яҡ елкәһенән ботона ҡәҙәр һыу ҡоялар.
   Һул яғына ятҡырып кәүҙәнең уң өлөшөн, арҡаларын ғөсөлләндергәс, ҡолашаны йыуып ебәрәләр.
   Уң яғына әйләндереп һул яғын ғөсөлләндереү шул уҡ тәртиптә.
   Ике аяғының да бармаҡ араларын, аяҡтың үҙен ғөсөлләндерәләр.
   Сәстәрен ике яҡҡа һуҙып һалалар.
   Әгәр нәжесе сығып бөтмәү шиге булһа, мамыҡты марляға төрөп, шунан бөкө (пробка) ҡуялар.
   Нәжесе ҡабаттан сыҡҡан хәлдә башҡаса ғөсөл ҡойондоролмай, тик шул урынын ғына таҙарталар ҙа мамыҡ менән бөкөләп ҡуялар.
   Боттарын ҡуша бәйләп ҡуйып, тәнен яҡшылап ҡоротҡас, йыуыу тамам була.
   Мәйетте кәфен өҫтөнә күтәреп һалыу уңайлы булһын өсөн, биленән берәй тауар уратып алып, күтәреп һалғанда өсөнсө кеше шул сепрәктән ҡалҡытыша.
                                                               Мәйетте төрөү
   Башта таҙа урынға берәр юрған йәки одеял түшәп, уға тап төшмәһен өсөн өҫөтөнә полиэтилен (йә клеенка) йәйәләр.
   Гүргә төшөрөү өсөн 2,5-3 метр оҙонлоҡтағы өс таҫтамалды төрөлгән килеш ҡуялар.
   Хирҡаны (билбау) бил тәңгәленә ҡуялар.
   Кәфендең ике ҡатын йәйгәс, өҫтөнә яулыҡ ҡуялар, улар өҫтөнә әхирәт күлдәген ҡуялар. Унан һуң сәсен күкрәк өҫтөнә йәйеп, мәйетте әҙер кәфен өҫтөнә һалалар, әхирәт күлдәгенең уйылған тишегенән мәйеттең башын сығарып кәүҙәһе өҫтөнә ҡаплайҙар.
   Ауыҙы асылмаһын өсөн эйәгенән башына ҡәҙәр сепрәк менән бәйләп ҡуйып, яулыҡ бөркәндерәбеҙ.
   Беренсе ҡат кәфендең тәүҙә һул яғын, шунан һуң уң яғын ябалар. Артабан хирҡаны ябып, аяғы осондағы кәфенде бәйләйҙәр.
   Таҫтамалдарҙы мәйеттең өҫтөнә ҡуйып, юрғаны менән ҡуша төрәләр, алып барғанда таралмаһын өсөн, аяҡ яғын бәйләргә кәрәк.
   Өйҙә мәйетте йыуғанда, иҙәнгә һыу тамһа иҙәнде ишектән түргә тиклем йыуып-һөртөп сығалар.
Зыяратҡа алып барыу
   Мәйеткә ҡәбер әҙер булғас, йәки әҙерәк алдараҡ (ҡыш көндәре бигерәктә) тәһлил әйтеп, Ҡөръән уҡып доға ҡылып алалар. Бында кеше көтөрөп оҙон сүрәләр уҡыу кәрәкмәҫ. Мүлк (Тәбәрәк) сүрәһен уҡырға була.
   

   Мәйетте өйҙән аяғы менән алға табан күтәреп алып сығалар. Алып барғанда башы алда була.
   Йыназа намаҙын ҡапҡа эсендәме, йә урамда иркен урындамы, йә зыяратҡа инмәҫ борон бер таҙа ерҙә уҡырға мөмкин.
   Мәрхүмде ҡәбергә табан күтәреп алып барыу — сөннәт. Мөмкин булһа, мәйетте кәмендә ҡырҡ аҙым күтәреп барырға кәрәк. Күтәреүселәр абынып китмәҫ өсөн иғтибар менән атларға һәм бик һелкетмәйенсә алып барырға тейеш.
   Мәйетте күтәреп алып барғанда һәм ерләгәндә ҡысҡырып ҙикер әйтеү, мәйетте ерләгәнсе ергә ултырыу — мәкруһ.

   Муллаларҙың наҙанлығы арҡаһында мәйетте тик айғыр егелгән ат менән генә тейәп алып барырға, бейә малы ярамай тип, халыҡты ҡыш көнө буйы көтөрөп ҡуйғандары ла бар. Йәки, ҡатын-ҡыҙ  мәйетте оҙатҡанда шишмә-йылға аша сығырға тейеш түгел тигәндәр, аптырата. Ҡатын-ҡыҙ зыяраттың тыш яғында ҡалып, мәйет ерләүҙә генә ҡатнашмай.
                                         Мәйетте оҙатыуҙа, ерләүҙә ҡатнашыу.
   1. Мосолманды ерләүҙә башҡа мосолмандар ҡатнашырға тейеш. Шунлыҡтан мосолман, мәрхүмде белеүенә йәки белмәүенә ҡарамаҫтан, ерләүҙә ҡатнашыу мәсьәләһендә икеләнеп тормаҫҡа тейеш.
   2. Ерләүҙә ҡатнашыу ике этаптан тора. Беренсеһе намаҙ уҡыу тамамланғанға ҡәҙәр, икенсеһе мәйетте ҡуйғанға ҡәҙәр дауам итә. Беренсеһендә ҡатнашыусыларҙың икенсеһендә лә ҡатнашыуҙары мәғҡүл һанала.
   3. Йыназа намаҙы үлгән барлыҡ мосолмандарға, шул иҫәптән сабый балаларға ла уҡылырға тейеш. Үлгән кешене мәсеттә тоторға кәңәш ителмәй. Намаҙ мәсеттән тышта, мәҫәлән, ишек алдында, уҡыла ала.
   4. Башҡа кешеләрҙең ҡатнашыуын көтөп, ерләр алдынан намаҙ уҡыуҙа ҡайһы берәүҙәрҙең, бигерәк тә туғандарының ҡатнашмауы дөрөҫ түгел.
   5. Мәйетте зыяратҡа алып барғанда һалмаҡ ҡына барырға, ашыҡмаҫҡа ла, бик әкрен дә бармаҫҡа кәрәк.
   6. Мәйетте, оҙатыуҙа ҡатнашыусы йәйәүлеләр мәйет алдынан, артынан, уң йәки һул яғынан, ә яйҙаҡтар артта ҡалырға тейеш.
   7. Мәйетте оҙата барғанда веноктар, шәм тоторға, ҡысҡырып Алланы иҫкә алырға, ҡысҡырып иларға һәм ҡысҡырып Ҡөрьән уҡырға рөхсәт ителмәй.
   8. Нотоҡтар ҡыҫҡа һәм әҙ һүҙле булырға тейеш.
   9. Мәйет алып барғанды күргән мосолман аяғүрә баҫырға тейеш.
   10. Зыярат алыҫ булмаған осраҡтарҙа мәйетте машинала йәки башҡа транспортта алып барырға кәңәш ителмәй.
   11. Мәйетте алып барған кешеләргә һуңынан тәһәрәтләнергә кәңәш ителә. Был сафланырға һәм эмоциональ кисерештәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
   12. Мәйет күмеүҙә ҡатнашҡанда йәйәү барыу мәгҡүлерәк (зыярат алыҫ булмаһа), ә инде ҡайтҡанда йәйәү ҙә, ултырып та ҡайтырга була.
   Йыназа уҙып барғанда ошо доға уҡыла (аяғүрә баҫып): Мәйеттең эргәһендәге фәрештәләр хөрмәтенә, диненә ҡарамай, баҫып оҙатырға кәрәк.
   «Аллааһү әкбәр (3 мәртәбә). Әшһәдү әннәл-лааһә йүхйии үә йүмиитү үә һүә хәййүл ләә йәмүүт. Һәәҙәә мәә үәғәдәнәллааһү үә расүүлүһ, Үә садәҡаллааһү үә расүүлүһ. Аллааһүммәә зиднәә иимәәнән үә тәслиимәә».
   Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәнән олораҡ. Күңелемдән геүаһлыҡ бирәмен, тәхҡиҡ, тереклек тә, үлем дә Аллаһы Тәғәләнән генә. Ул Аллаһы Тәғәлә үҙе терелер, мәңге үләсәк түгелдер. Был үлем беҙгә Аллаһы Тәғәләнең һәм Уның пәйғәмбәренең вәғәҙә иткән эшелер. Аллаһы Тәғәлә үә пәйғәмбәре раҫ әйткәндер. Йә, Рабби, иман үә тәслимебеҙҙе арттыр.
   Мәйетте мөмкин ҡәҙәрле ашыҡтырыу хәйерле, сөнки бынан һуң ул инде гүр кешеһе, уны үҙ урынына ашыҡтырыу яҡшы.
   Мәйет намаҙы уҡыу һәм күмеү ярамаған ваҡыт
   1. Ҡояш сыҡҡанда.
   2. Ҡояш байығанда.
   3. Мәжбүрилек булмаһа, төндә мәйет күмелмәҫ.
   Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ваҡытында ҡояшҡа табыныусылар булған. Әле лә бар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларға оҡшамаҫ өсөн был ваҡыттарға намаҙ уҡыуҙы, мәйет күмеүҙе таусия итмәгәндер. Төндә мәйет күмеү ҙә дөрөҫ түгел. Сәхәбәләрҙең береһенең төндә күмелгәнең Пәйғәмбэребеҙгә ﷺ хәбәр иткәндәр. Шул ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: ” Мәжбүр булмаһағыҙ, мәйеттәрегеҙҙе төндә күммәгеҙ”, — тип бойорған.
                                                            Йыназа намаҙы уҡыу
   Йыназа уҡылған заманда мәйет, башы мәғриб (көнбайыш) тарафында, ә аяғы мәшриҡ (көнсығыш) тарафында булып, салҡан ятыр. Имам, ойоған кешеләрҙән алдараҡ булып, мәйеттең күкрәге тапҡырында ҡиблаға табан торор.
   Йыназа намаҙында ҡыйра әт, рөкүғ, сәждә һәм ҡағдә юҡтыр, ҡыйям хәлендә дүрт тәкбир һәм ике сәләм менән тамам ҡылыныр
   Мәйетте йыуыу, кәфенләу, күмеү һәм йыназа намаҙын уҡыу мосолмандарға фарз-кифәйәлер. Мәйеткә һуңғы вазифаларыбыҙҙан береһе — йыназа намаҙын уҡыу. Йыназа намаҙы ауыр бер намаҙ түгел. Йыназа намаҙы дүрт тәкбир аяғүрә уҡыла. Имам мәйеттең күкрәге тәңгәленә тапҡырына баҫа, ә йәмәғәт уның артында саф-саф булын теҙелә. Йыйылыусыларға мәрхүмдең ир-атмы, ҡатын-ҡыҙмы икәнлеге иғлан ителә һәм уға ҡарата йыназаға ниәт ителә. Йәғни: «Иләһи, ниәт ҡылдым йыназа намаҙы уҡымаҡҡа, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн, был мәйеткә доға үә сауап өсөн. Хәлисән лилләһи тәғәлә. Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡулдарын күтәреп, беренсе тәкбирҙе ала һәм ҡулдарын бағлай. Йәмәғәттә «Иләһи, ниәт ҡылдым ошо мәйет өсөн йыназа намаҙы уҡырға, ойоном ошо имамға. Хәлисан лилләһи Тәғәлә. Аллаһу Әкбәр», — тип, күңелдән ниәт итеп имам артынан тәкбир әйтәләр. Әүәлге тәкбирҙә ҡулдар ҡолаҡ тәңгәленә күтәреп, артабан кендек аҫтына ҡуйып имамға эйәрәләр.
   Имам ҫәнә доғаһы уҡый (Сүбхәнәкә).
   1- нсе тәкбирҙә сүбхәнәкә доғаһы уҡыла. Был доғаны уҡып бөтөргәс, имам ҡулдарын күтәрмәйсә, “ Аллаһү әкбәр “ тип, икенсе тәкбирҙе ала. Йәмәғәт тә, ҡулдарын күтәрмәйсә һәм эсенән генә, тәкбирҙе ала.
   2- нсе тәкбирҙә салауат доғалары ( “Аллаһуммә салли “ , “Аллаһумма бәрик”) уҡыла. Икенсе тәкбирҙән һуң, имам, ҡулдарын күтәрмәйсә, 3-нсе тәкбирҙе ала.
   3- нсө тәкбирҙә йыназа доғаьы уҡыла. Был доғаны белмәгәндәр үҙәренә еңел булған доғаларҙы уҡырҙар, мәҫәлән, йәки доға ниәте менән «Әл-Фатиха»ны уҡырға мөмкин. “Кунут “ доғаларын йәки “ Раббәнә атинә “, “Раббәнәғфирли “ доғаларын. Мәйет өсөн Аллаһтан ғәфү һәм мәғфирәт һорарҙар. 4 нсе тәкбир алыныр.
   4- нсе тәкбирҙән һуң бер ни уҡылмаҫ. Уңға һәм һулға сәләм бирелер. Шуның менән йыназа намаҙы тамам булыр.
   Йыназа намаҙын шул рәүештә лә күрһәтеп була:
   1- нсе тәкбир: “Сүбхәнәкә” доғаһы: Сүбхәәнәкәл-лааһүммә үә бихәмдикә үә тәбәәракәсмүкә үә тәғәәләә жәддүкә үә ләә иләәһә ғайрук.
   Мәғәнәһе:(Дан Һиңә, Әй Аллаһ, һәм Һиңә маҡтау, Һинең исемең мөбәрәк, Һинең бөйөклөгөң юғары һәм Һинән башҡа илаһ юҡ.)
   2- нсе тәкбир : “Салауат” доғалары: Аллааһүммә салли ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәммәд, кәмә салләйтә ғәләә ибрааһиимә үә ғәлә әәли ибрааһиим иннәкә хәмидүн мәжид, Аллааһүммә бәәрик ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әәли мүхәммәд, кәмә бәрактә ғәлә ибрааһиимә үә ғәлә әәли ибрааһиимә иннәкә хәмидүн мәжид.
   Мәғәнәһе: (Аллаһым! Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның ғаиләһенә Үҙ рәхмәтенде биргән кеүек Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның ғаиләһенә Үҙ рәхмәтеңде бир. Дөрөҫлөктә, һин маҡтаулы, данлы. Аллаһым! Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның ғаиләһенә Үҙ бәрәкәтеңде биргән кеүек Мөхәммәдкә ﷺ һәм уның ғаиләһенә Үҙ бәрәкәтеңде бир. Дөрөҫлөктә, һин маҡтаулы, данлы.)
   3- нсө тәкбир: “Йыназа” доғаһы. 
   4- нсе тәкбир: бер ни уҡылмайса, сәләм бирелә. Намаҙ тамам була. Ҡулдар кендек тапҡырына бағланған килеш була беренсе  тәҡбирҙән алып, дүртенсе генә тәҡбирҙә сәләм бирер алдынан ебәрелә. Уңға, һулға ҡулдарҙы ишаралау дөрөҫ түгел.

   Йыназа доғаһы: «Аллааһүммә-ғфир лихәййинәә үә мәййитинәә үә шәәһидиннәә үә ғәә, ибинә үә сағииринәә үә кәбииринәә үә ҙәкәринәә үә үнҫәәнәә. Аллааһүммә мән әхйәйтәһүү миннәә фә әхйиһии ғәләл-исләәми, үә мән тәүәффәйтәһүү миннә фәтәүәффәһүү ғәләл-иимән. Аллааһүммә ин кәәнә һәәҙәлмәй, мәййитү мүхсинән фәзид фии ихсәәниһии үә ин кәәнә мүсии, ән фәтәжәүүәзғәнһ».
   Мәғәнәһе: Йә, Рабби, беҙҙең тереләребеҙҙе лә, үлеләребеҙҙе лә, хәҙергебеҙҙе лә, ғәйептәребеҙҙе лә, бәләкәйҙәребеҙҙе лә, ололарыбыҙҙы ла, туғандарбыҙҙы ла, ҡатындарыбыҙҙы ла ярлыҡа. Йә, Рабби, тереләребеҙҙе Ислам дине аҫтында йәшәт, үлгәндәребеҙҙе иман менән вафат ҡыл. Әй, Аллаһы, әгәр ошо мәйет изге кеше булған хәлдә, изгелеген арттыр, әгәр гонаһлы кеше булһа, гонаһтарын ғафу ҡыл.
Әгәр йыназа ҡатын-ҡыҙ булһа, алмашлыҡтарҙы ҡатын-ҡыҙ енесенә тура килтереп уҡырға кәрәк. Ул ваҡытта доғаның был өлөшө шулай уҡылыр:
   "Аллааһүммә ин кәәнәт мүхсинәтән фәзид фии ихсәәниһәә үә ин кәәнәт мүси-әтән фәтәджәәүәз ғәнһәә.
   Әгәр мәйет сабый йәки диуана булһа, өсөнсө тәкбирҙән һуң ошо доға уҡылыр: « Аллааһүммә-жғәл һәҙәл-мәййитә ләнәә фәратан үә ҙүхрәү-үәжғәлһүү ләнәә шәәфиғәү-үә мүшәффәғәә». Мәғәнәһе: Йә, Рабби, был мәйетте беҙҙең өсөн шәфәғәтле үә шәфәғәтен мәҡбүл ҡыл.
   Дүртенсе тәкбирҙән һуң, ике тарафҡа сәләм биреп намаҙ тамамлана.

   Йыназ намаҙының тулы варианты ошо ссылка буйынса:
   Йыназа намаҙы тамам булғандан һуң ошо доға уҡыла: «Рабби-ғфир ләнәә үә лиһәәҙәл- мәййити үәфсәх ләһһү фии ҡабриһ. Аллааһүммә зид әжрәһүү үә ләә тудилләнәә бәғдәһ». Мәғәнәһе: Әй, Раббым, беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ла, был мәйеттең гонаһтарын да ярлыҡа үә йәнә уға ҡәберендә киңлек ҡыл. Йә, Рабби, был мәйеттең әжерен арттыр үә унан һуң беҙҙе аҙҙырма.

                                                                        Ерләү.
   1. Мосолмандарҙың үҙ зыяраттары булыуы бик мөһим. Мосолмандар мосолман булғандар зыяратына һәм киреһенсә ерләнергә тейеш түгел.
   2. Үлгән кеше иҫән ваҡытта үҙе теләк белдергән осраҡта ла бер кемде лә яндырырға ярамай. Ундай теләк үтәлмәҫкә тейеш.
   3. Үлгән кешеләр зыяратта ерләнергә тейеш. Тик шәһиттәр генә үҙҙәре шәһит киткән урында күмелә.
   4. Үлгән кеше үҙе үлгән урынға яҡын зыяратта ерләнергә тейеш. Уның кәүҙәһен тыуған еренә йәки башҡа урынға алып барыу кәңәш ителмәй.
   5. Мәйетте тиҙерәк ерләргә тырышырға кәрәк
   6. Дәүләт эшмәкәрҙәре йәки байҙар өсөн айырым зыярат булдырыу тыйыла. Ислам синфи системаны тормошта ла, үлгәс тә инҡар итә.
   7. Әгәр ҡәбергә бер кешенән артытыраҡты ерләйҙәр икән (мәҫәлән, һуғыш йәки эпидемия ваҡытында) башта Ҡөрьәнде күберәк уҡыған кешене дәфен итәләр.
   8. Мәйетте ҡәбергә ир-ат ҡына һала. Үлгән ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы ҡәбергә туған тейешле кешеләре һалыу мәгҡүлерәк.
   9. Үлгән кешеләрҙе йыуыу, төрөү һәм ерләү өсөн башҡаларҙы ялларға ярамай. Быны мәрхүмдең туғандары һәм ғаиләһе үҙҙәре эшләр тип уйланыла. Ислам тормошта һәм үлгәндән һуң ғаилә ағзалары араһындагы ныҡлы элемтәгә ҙур иғтибар бирә.
   10. Мәйет ҡәбергә уң яғына йөҙө менән Ҡәғбәгә ҡаратып һалына.
   11. Мәйет ҡәбергә салҡан килеш төшөрөлә.
   12. Мәйетте ҡәбергә урынлаштырыусыларҙан тыш, башҡаларҙың зыяратта мәйетте ҡәбергә индереүҙәрен көтөп баҫып тороуҙары мәжбүри түгел, ҡалғандар ултыра ала.
   13. Ҡәбер тирәһендә тороусыларға мәйет төшөрөлгәс һәм уны күмә башлау алдынан ҡәбергә өс ус тупраҡ ташларға кәңәш ителә.
   14. Мәрхум хөрмәтенә доға уҡырға кәңәш ителә.
   15. Мәйеттең күкрәгенә яуапнамә һәм уға өгөт-нәсихәт биреү бидғәт булып һанала.
   Ҡәбер янында мәйетте көттөрөү яҡшы түгел. Ҡәбер кәмендә ярты кеше буйы тәрәнлегендә һәм мәйет иркен төшөрөрлөк киңлектә булырға тейеш. Тәрәнерәк ҡаҙылһа ла насар түгел. Буйын ҡояш сығышынан ҡояш байышына табан һуҙып, ҡиблаға арҡыры итеп ҡаҙалар. Артабан аҫҡы ҡибла яғынан мәйет һыйырлыҡ итеп ләхет уйыла, балсығы төн яҡҡа өйөлә. Мәйет шунда индерелеп һалына. Мәйетте ҡәбер янына килтергәс, ҡояш байышы яғына ҡалдырып ҡибла яғына ҡуйылыр. Һәм ләхеткә ҡуйғанда ла башын ҡояш байышына, аяғын ҡояш сығышына табан ҡуйып, йөҙөн ҡиблаға ҡаратып ҡырын һалалар. Мәйетте төшөрөп ләхеткә ҡуйған ваҡытта ошо доға уҡылыр:
   Бисмилләәһи үә ғәләә милләти расүүлилләәһи салләллааһү тәғәәләә ғәләйһи үә сәлләм.
   Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән, был мәйет Расулуллаһ милләтенән.
   Йыназа ҡатын-ҡыҙ булғанда уны ҡәбергә ир-аттан иң яҡын булған һәм никах төшмәгән яҡындары төшөрә.
Кәфендең бәйҙәлгән бауҙары сиселә. Ары мәйет ятҡан ләхетте ҡабыҡ, йәки кирбес, йә таҡта менән ҡаплана. Ҡәберҙе күмә башлағансы һәр кеше бисмиллә әйтеп, ҡәбергә өс мәртәбә ҡул менән тупраҡ һала.
   Беренсе устағы тупраҡты ташлағанда: ”Минһәә халәҡнәәҡүм" «Һеҙҙе унан (тупраҡтан) яралттыҡ»,
икенсе ташлауҙа: ”Үә фииһәә нүғыыдүкүм", «Һәм һеҙҙе яңынан уға ҡайтарабыҙ», өсөнсө тапҡыр тупраҡ һалғанда: ”Үә минһәә нүхъриджүкүм тәәратән ухъраа” «Һеҙҙе бер тапҡыр тағы унан сығарасаҡбыҙ», — тиҙәр. Быларҙы уҡыу мөстәхәбтер. Белмәгән кеше ”Тупраҡтан килдек (яратылдыҡ), кире тупраҡҡа ҡайтабыҙ һәм тағы тереләсәкбеҙ", тиһә лә ярай.
   Ҡәберҙе күмеп бөткәс, Ҡөръән уҡылып мәйет рухына доға ҡылып саҙаҡа өләшәләр. Ҡөръән китабы тотоп уҡыу бында ярамай. Халыҡты көтөрөп һәм өшөтөп ҡуйырға ярамаҫ. Динебеҙ кешеләрҙең хәйер-доғаһына һәм таныҡлығына әһәмиәт бирә. Шуның өсөн был эштең иң аҙағында халыҡтан: Яҡшы кеше инеме? – тип һорала. Халыҡ: Яҡшы кеше ине. Аллаһының рәхмәтендә булһын – тип яуап бирә. Шулай итеп уның яҡшылығына таныҡлыҡ иткән булалар. Шунан һуң һаубулашып халыҡ тарала.
   Ҡәберҙең таҡтаға, йәки башҡа нәмәгә эшләнгән айын ҡайһы яҡҡа ҡаратырға тигәндә: айҙы төньяҡҡа ҡаратырға, мәсеттекенә ҡарағанда артҡа табан тигәне дөрөҫ. Мәсеттең айы ҡиблаға ҡарай, ә ҡәберҙәр мәсет түгел һәм ҡәберлектә намаҙ уҡыуҙа тыйыла. Ошо хәҙистән сығып шулай ҡуйыла. Күктәге айҙың торошона ҡарап түгел, кешеләр әллә ай айы башланғанда һәм календарь айы бөткәндә генә үләме? Ни эшләп һуң ул ваҡытта тулы ай итеп түңәрәк айҙы ҡәбергә ҡуймайҙар? Ҡәбергә ай формаһы ҡуйыу бында мосолман кеше ята тигәнде аңлата ( тере мосолмандар ошо мәрхүмгә доға ҡылһындар өсөн) һәм динебеҙҙә был урындағы халыҡтарҙын йолаһы ғына.
                                                            Ерләүҙән һуң.
   1. Кемдер берәу бурыслы булын үлһә, хәлдәренән килгән осраҡта уның туғандары был бурысты мөмкин булғанса тиҙ арала түләргә тейештәр. Был турала мәйетте өйҙән алып сыҡмаҫ борон һорала. Туғандарының береһе был бурысты алып мәрхүмдең бурысын түләргә тейеш. Был мәсьәләгә етди ҡарар кәрәк. Йән биргән ваҡытта ла бурыстар кешенең йәненә сығырға ҡамаусалай тиҙәр.
   2. Мәрхүмдең үлер алдынан әйткән васыяттары үтәлергә тейеш. Ләкин быға Исламға ҡаршы килә торғандары инмәй. Мәҫәлән, уның үҙ вариҫтарының береһенә күп аҡса биреү тураһындагы теләге үтәлә алмай, сөнки, мираҫты бүлеү мәсьәләһен Ислам хәл итә.

 

Мосолман зыяраттары ошо ссылка буйынса: //nazir1965.com/din/mosolman-zyyarattary.html#more-5319

Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү: //nazir1965.com/din/m%D3%99jette-jyuyu-%D2%BB%D3%99m-k%D3%99fenl%D3%99%D2%AF.html

Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ: //nazir1965.com/din/m%D3%99rx%D2%AFm-%D2%AFlg%D3%99n-kesheg%D3%99-%D2%93%D3%99m%D3%99lebe%D2%99.html 

Йәндең һуңғы әсенеүе//nazir1965.com/din/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html

Йыназа сәхифәһе: //nazir1965.com/din/jynaza-s%D3%99xif%D3%99.html