Йәндең һуңғы әсенеүе

   Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә : “ Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа бирелеп, беҙ Аллаһының ҡолы, тағын Аллаһ Тәғәләғә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ ышанабыҙ, беҙҙе бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Алланан килдек, тағын кире Аллаһыға ҡайтасаҡбыҙ.

               Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хаҡында хикәйәт.

   Рәсүлуллаһ өйөнә килеп ингәс тә сәләм бирә. Әүәлге ғәҙәте буйынса, хәҙрәти Ғәйшә аяҡ өҫтө баҫырға була. Ләкин, Рәсүлуллаһ әйтә: «Әй, мөьминдәр әсәһе, ни булды һиңә, ултыр урыныңа», —ти. Рәсүлуллаһ хәҙрәти Ғәйшә янына ултыра ла итәгенә башын ҡуя һәм шунда салҡан ятып йоҡлап китә. Ул йоҡлағанда хәҙрәти Ғәйшә Рәсулулланың һаҡалынан ҡартлыҡ билгеләрен күрә. Ун туғыҙ аҡ төк таба ла уйлана, Рәсүлулла донъянан китеп, өммәте бәйғәмбәрһеҙ ҡала, тип илай. Ике күҙенең йәше тамсылары сикәһенән ағып, Рәсулулланы битенә тама. Рәсүлуллаһ уянып: «Нимәгә илайһың?» — ти һорай.

   Хәҙрәти Ғәйшә уйлаған хистәрен һөйләп биргәс, Рәсүлуллаһ уға:

   "Үлек өсөн ҡайһы хәл бик ҡаты булыр?" — тигән һорау бирә.

   Хәҙрәти Ғәйшә уға: «Үлек өсөн өйөнән сығып китеү ваҡытынан да ауыр хәл юҡтыр», — тигән.

   Тағы Рәсүлуллаһ: «Был хәлдән дә ауыр тағы ниндәй мөшкөл хәлдәр бар?» — тип һорай.

   Хәҙрәти Ғәйшә: «Үлек өсөн ләхеткә ҡуйылғас, өҫтөнә тупраҡ һалып һәм туғандары, балалары, дуҫтары Аллаһ Тәғәләгә тапшырып ҡайтып киткән ваҡыттан да ауыр хәл юҡтыр, — тине.—Сөнки үлекте ҡалдырып киткәндән һуң уның янын Нәкир һәм Мөнкир фәрештәләр килерҙәр һәм һорау алырҙар Шушан да ҡаты ауыр хәл юҡтыр», — тип яуап бирә.

   Йәнә Рәсүлуллаһ хәҙрәти Ғәйшәгә: «Үлек өсөн бынан да ҡатыраҡ хәл тағы ниндәй?» —тигән һорау бирә. Хәҙрәти Ғәйшә: « Алланың Рәсүле үҙе бик белеүсе», — тип яуап бирә.

   Шунан һуң Аллаһ Рәсүле, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, әйтә:

   "Ии, хәҙрәти Ғәйшә, һин бел — үлек өсөн иң ауыр хәл шул: үлектең өйөнә инеп уны йыуындырыу, йәш кешенең бармағынан йөҙөк һалдырыу, ғалимдың сәлләһен һалдырыу, шул ваҡыт бик ауыр хәл, — тигән. —Шул ваҡытта йәне тәнен яланғас күреп, ҡысҡырыр икән. Ул тауышты ен менән кешеләр генә ишетмәҫтәр", — ти икән.

   Йән ҡысҡырыр икән: «Эй, йыуыусылар! Зинһар кейемемде йомшаҡлыҡ менән сисегеҙ, сөнки мин әле генә үлем фәрештәһе менән һуғыштым, язаландым», — ти икән. Өҫтөнә һыу ҡойола башлаһа йәне ҡыскырыр: « Эй йыуыусыларым! зинһар, һыуығыҙҙы бик ҡайнар йәки бик һалҡын итмәгеҙ. Йыуған ваҡытта тәнемде бик ҡаты тотмағыҙ, сөнки минең тәнем йән сығыу әсеһе менән яраланған», — ти икән.

   Һәм йыуылып бөткәндән һуң, кәфен өҫтөнә ҡуйылһа, ике аяғы бәйләнһә, тағы ла ҡысҡырыр: «Минең кәфенемдең баш яғын бәйләмәгеҙ, өй йәмәғәттәремде, бала-сағаларымды, йәиһә яҡындарымды күреп ҡалайым, — ти икән. —Сөнки мин уларҙан бөгөн айырылып ҡиәмәт көнөнә саҡлы күрешәсәк түгелмен».

   Мәйетте өйөнән сығарған ваҡытта, йәне ҡаты тауыш менән ҡысҡырыр: « Эй, йәмәғәт! Зинһар мине ҡабалан сығармағыҙ, мин үҙ йортомдо, өй йәмәғәттәремде, балаларымды күреп бәхилләшәйем! — ти икән. — Эй йәмәғәт! Минең ҡатыным тол (йәки ҡатын үлһә —ирем тол), һәм балаларым етем ҡала, һеҙ уларҙы рәнйетмәгеҙ, мин уларҙан бөгөн айырылдым, ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр улар менән күрешә алмам».

   Йыназа табут өҫтөнә ҡуйылһа, йән әйтер икән: «Ашығып мине күтәрмәгеҙ, мин һуңғы мәртәбә өй йәмәғәттәремдең тауыштарын ишетеп ҡалайым», — ти икән. Йыназаны күтәреп өс аҙым китһәләр, йән ҡаты тауыш менән ҡыскырыр икән: «Әй, һөйөклөләрем, әй, балаларым, әй, туғандарым! Донъя беҙҙе алдай икән, тере ваҡытта аңламайбыҙ икән донъяны, минең хәлемдән ғибрәт алығыҙ. Мин йыйған байлығымды вариҫтарға ҡалдырҙым, улар йыйған байлығымды алырҙар, әммә минең эшләгән гөнаһтарымды өҫтәренә алмаҫтар. Донъя өсөн Аллаһ Тәғәлә мине хисаплар, әммә һеҙ миңә доға ҡылмаҫһығыҙ», — ит әйтер икән.

   Үлек ләхеткә ҡуйылғас, йыназа намаҙы уҡып бәғзе кешеләр өйҙәренә ҡайтып киткәс, йән ҡысҡырыр икән: «Эй, туғандар тәнем зәмһәрир һыуығынан да һалҡын, һалҡын балсыҡта ҡалам!» — тип ҡысҡырып ҡалыр икән. Шунан да ауыр хәл юҡ икән, — ти.
Хәҙрәти Ғәйшә Рәсулуллага: « Йән эйәләренең сығыуҙары ҡасан һәм ҡайҙа була?» — тигән һорау бирә.

   Рәсүлуллаһ быға яуап итеп:

   "Үлем фәрештәләренең дүрт йөҙө бар: бер йөҙө алдында, икенсе йөҙө башында, өсөнсө йөҙө арҡаһында, дүртенсе йөҙ аяҡ аҫтында. Фәрештәләрҙең йәне башындағы йөҙө менән алыныр. Мөьминдәрҙең йәне алдындағы йөҙө менән алыныр. Кафырҙарҙың йәнен артындағы йөҙө менән алыр. Гөнаһлыларҙың йәнен аяҡ аҫтындағы йөҙө менән алыр. Үлем фәрештәһенең ҙурлығы хаҡында әйткәндәр: әгәр ҙә донъялағы һыу уның башына ҡойолһа, ул һыуҙың бер тамсыһы да ергә төшмәҫ икән. Үлем фәрештәһе теләгәнсә ниғмәттәрҙе ашар, донъяла теләгән рәүештә йөрөр, үҙе теләгәненсә әйләндерер, — тигән.

   "Ҡасан үлем фәрештәһенең ҡулына берәүҙең ауырығанлыҡ яҙыуы төшһә, йән эйәләренең ғүмерҙәренең ахыры шунда булыр. Шул ваҡытта үлем фирештәһе әйтер: «Ии, Аллаһ, ул ҡолдоң йәнен ҡайһы ваҡытта алырмын, ниндәй күренештә, ниндәй рәүештә?» — тип һорар. Шул ваҡытта Аллаһ Тәғәлә әйтер: «Эй, үлем фәрештәһе, быны белеү минән башҡа бер кемдең дә хәленән килә торған эш түгел. Был хәлде әзәл яҡынайған ваҡытта билгеләр яһармын, тигән, шул билгеләр буйынса һин уға төшөнөрһөң. Ул бәндәнең муйындарына ғәмәлдәре тапшырылған булыр, ти. Фәрештә килеп әйтер: „Фәлән кешенең һулауы бөттө, әзәле лә етте“, — тиер икән.

   Әгәр үләсәк кеше яуыздарҙан булһа, фәрештә ҡулына ҡара яҙыу төшөр, инде был кешенең үлеүе тамам беленер икән.

   Әгәр үләсәк кеше изгеләрҙән булһа, фәрештә ҡулына исем яҙылған аҡ яҙыу төшөр. Ғәреш аҫтында булған ағастың был кешенең исеме яҙылған япрағы төшөүе һуңында ғына эш тамам булып уның йәне алыныр», — тигән.

   Хәҙрәти Ғәйшә ул ағастың нисек яралыуы тураһынд Рәсүлуллаға һорау бирә.

   Рәсүлуллаһ уға: .

   "Аллаһ Тәғәлә ғәреш аҫтында бер ағас ярата, ул ағаста донъялағы халыҡ һанынса япраҡ була. Берәүҙең ғүмере ҡырҡ көнгә генә ҡалһа, шул ағастан теге кешенең исеме яҙылған япраҡ Ғазраилдың итәгенә килеп төшә икән. Шуның менән Ғазраил теге кешенең ғүмере бөтәүен аңлар ҙа, йән эйәһенең йәнен алыу менән шөғөлләнер, шул япраҡ төшкәндән һуң фәрештәләр араһында был кешене үле, тип һанарҙар икән. Микаил фәрештә, Аллаһ Тәғәлә алдында Ғазраил фирештәгә бер ҡағыҙ бирер, ул ҡағыҙға нисек йәнде алыу, кешенең исем һәм дә йәнде ҡайһы урында аласағы, ниндәй сәбәп менән донъянан китәсәге яҙылған булыр, ти. Үләсәк кешенең исеме яҙылған япрағы өҫтөнә, ғәреш аҫтында ике тамсы тамар, уларҙың береһе йәшел, икенсеһе аҡһыл булыр. Йәшел тамсылы әҙәм балаһына — яуыз ғәмәлле тиерҙәр. Әгәр аҡһыл тамсы тамһа, изге ғәмәлле тиерҙәр икән.

   Инде кешенең ҡайһы ерҙә үләсәген белеү нисек була икән тиһәң, ул былай икән. Аллаһ Тәғәлә һәр бер балаға бер фәрештә билгеләр. Ул фәрештә— әсәнең бала төргән урынының фәрештәһе. Ҡасан Аллаһ Тәғәлә бер баланы әсәһе ҡарынына төшөрһә, бер фәрештә бойора икән: ул баланың үләсәк еренең тупрағын алып, балалыҡ һыуына ҡушырға. Шул сәбәптән Әҙәм балаһы донъяла ваҡытта йөрөп, үләсәк еренә барып сыға икән. Ғүмер буйына өйөнән ун саҡырым ергә сәфәр сыҡмаған кеше, әзәл тупрағы тартыу менән ҡапыл бер ҙә сәбәпһеҙ унар мең саҡырым ергә сәфәргә сығыр икән дә, ғүмере шунда бөтәр", — тине.

   Имам-хатиб Ғариф-хажи Ғабдрахмановтың: “Рәсүлуллаға, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, бәйле хикәйәттәр”, китабынан