Йыназа намаҙы

                                          Ислам нигезеЙыназа намаҙы

   Йыназа намаҙы — мәрхүм булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухына доға ҡылыу менән бәйле булған үтәлә торған ғәмәл-ғибәҙәт — фарыз кифая.
                          Уның шарттары түбәндә яҙылғанса:
   1. Йыназаһы уҡыла торған мәрхүмдең мосолман булыуы (мосолман булыуы билдәле булмаһа, йәки был хәлдә мосолманмы, түгелме икәнлеге беленмәгән кешегә йыназа уҡылмай, уның мосолманлығына дәлил һәм шаһиттар кәрәк була. Дәлилдәр һәм шаһиттар мөхтәбәр кешеләр тарафынан айырым билдәләнә).
   2. Мәйеттең кәүҙәһе йыуылғас пак кәфенгә төрөлөүе.
   3. Мәйеттең кәүҙәһе имам һәм йәмәғәт алдында булыуы.
   4. Мәйеттең кәүҙәһенең тулыһынса, һис юғында, күпселек өлөшөнөң булыуы (әгәр кәүҙәһенең ҙур өлөшө йәки башы булмаһа, йыназа намаҙы уҡылмай һәм мәйет йыуылмай, берәй туҡымаға төрөп күмелә).

                                          Йыназа намаҙы уҡыу тәртибе
   Йыназа намаҙы дүрт тәкбир һәм ҡыям менән үтәлә. Был намаҙ сәждәһеҙ һәм рөҡүғһыҙ башҡарыла.
Имам мәйеттең күкрәге тәңгәленә баҫа, ә йәмәғәт уның артында саф-саф булып теҙелә. Йыйылыусыларға мәрхүмдең ир-атмы, ҡатын-ҡыҙмы икәнлеге иғлан ителә һәм уға ҡарата ниәт ителә. Йәғни: «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙға, мәйет өсөн доғаға, ир кеше (йәки ҡатын-ҡыҙ) ниәтенә ойоном ошо имамға», — тип күңелдән ниәт ителә һәм имам артынан тәкбир әйтелә. Әүәлге тәкбирҙә ҡулдар ҡолаҡ тәңгәленә күтәрелеп, артабан кендек аҫтына ҡуйылып «Сүбхәнәкә...» доғаһы «Үә джәллә ҫәнәүкә...» менән бергә уҡыла. Ҡулдарҙы ҡабат күтәрмәйенсә генә икенсе тәкбир ителә, был тәҡбирҙәрҙе имам ҡысҡырып, йәмәғәт эстән генә әйтә. Артабан «Аллаһүммә салли...» һәм «Аллаһүммә бәрик ...» уҡыла. Бынан һуң өсөнсө тәҡбир әйтелә. Шунан йыназа доғаһы уҡыла.
   Йыназа доғаһын белмәгәндәргә был осраҡта «Аллаһүммә иннә нәстәғинүкә...», йәғни «'Ҡунут» доғаһын, йәки доға ниәте менән «Әл-Фатиха»ны уҡырға мөмкин. Унан һуң, дүртенсе тәкбир әйтелеп, ҡулдар төшөрөлә һәм сәләм бирелә.
   Өсөнсө тәкбирҙән һуң уҡыла торған йыназа доғаһы, төрлө ерҙә төрлөсә уҡыйҙар, текстары ла төрлө:

         اَللّهُمَّ اغْفِرْ لِحَيِّنا وَمَيِّتِنا وَشاهِدِنا وَغائِبِنا وَصَغيرِنا وَ كَبيرِنا وَذَكَرِنا وَأُنْثانا. اَللّهُمَّ مَنْ أَحْيَيْتَه مِنّا فَأَحْيِه عَلَى الْإِسْلامِ، وَمَنْ تَوَفَّيْتَهُ مِنّا فَتَوَفَّهُ عَلَى الْإيمانِ

                                                                                  МР3 плеерҙе тыңлағас уң яҡта, өҫтәге крестика баҫығыҙ

   Әллааһүммә-ғфир лихәййинәә үә мәйитинәә үә шәәһидииәә үә ғааибинәә үә кәбииринәә үә сағыыринәә үә ҙәкәринәә үә үнҫәәнәә.
   Әллааһүммә мәй әхйәйтәһүү миннәә фә әхйиһии ғаләл-исләәми үә мән тәүәффәйтәһүү миннәә фәтәүәффәһүү ғаләл-иимәәни – был пәйғәмбәребеҙ уҡыған доға, ары дауам итеп ошоларҙы уҡырға мөмкин — үә хусса һәәзәл-мәййитә бир-раухи үәр-раахәти үәр-рахмәти үәл-мәғьфирати үәр-ридуан.
   Әллааһүммә ***(ин кәәнә мүхсинән фәзид фи-ихсәәниһии үә ин кәәнә мүсииән фәтәжәәүәз ғәнһү)*** үә ләҡҡиһиләмнә үәл-бүшраа үәл-кәраамәтә үәз-зүлфәә бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин.

   * Ҡатын-ҡыҙ булһа, ошо урында: ***«Ин кәәнәт мүхсинәтән фәзид фиихсәәниһәә үә ин кәәнәт мүхсиәтән фәтәжәәүәз ғәнһә ләккиһәл-әмнә»***, тип әйтелә.

   Мәғәнәһе: «Аллаһым! Беҙҙең тереләребеҙгә, үлгәндәребеҙгә, бындағыларға һәм бында булмағандарға, ололарыбыҙға һәм кеселәребеҙгә, ир-аттарыбыҙға һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ғәфү һәм мәғфирәт бир! Эй, Раббыббыҙ! Беҙҙән һуң йәшәүселәребеҙҙе Ислам буйынса йәшәт, үлеүселәребеҙҙе иман менән үлтер. Хосусан, был мәрхүмде уңайлыҡҡа, рәхәтлеккә, ғәфү ителеүгә, ризалығыңа ирештер. Эй, Раббыбыҙ! Әгәр был мәрхүм ихсанлы булһа, ихсанын (рухи гүзәллеген) арттыр һәм әгәр ярамаҫ эштәр ҡылған булһа, ғәфү ит. Рәхмәтең менән үҙенә именлек, һөйөнөслек, йомартлыҡ һәм яҡынлыҡ насип ит, эй мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе!»
   Вафат булған кеше ир бала булһа, алдағы доға «ғаләл- имәәни»ҙән һуң түбәндәгесә уҡыла: ***«Аллаһүммәжғәлһү ләнә фәратән үәжғәлһү ләнә әжран үә зүһра. Аллаһүммәжғәлһү ләнә шәфиғән үә мүшәффәғән»***.
   Мәрхүмә ҡыҙ бала булһа, «ғаләл-имәәни»ҙән һуң былай уҡыла: ***«Аллаһүммәжғәлһә ләнә фәратән үәжғәлхә ләнә әжран үә зүһра. Аллаһүммәжғәлһә ләнә шәфиғәтән үә мүшәффәғәтән»***.

   Иҫкәрмә:
   1. Йыназа намаҙының дүртенсе тәкбирендә ҡулдарҙы төшөрмәйенсә сәләм биреү, йәки уң тарафҡа сәләм биргәндә уң ҡулдарҙы, һул тарафҡа сәләм биргәндә һул ҡулдарҙы күтәреү-ишаралау дөрөҫ түгел. Дүртенсе тәкбирҙә ҡулдарҙы төшөрөп шунаң һуң сәләм биреү дөрөҫ була. («Дүрәр», 1/53).

   2. Йыназа намаҙында имам «Аллаһу әкбәр» тип тәкбир әйткәс, ҡайһы бер кешеләр баштарын юғары күтәрә. Был да — бик яңылыш хәрәкәт. Иң дөрөҫө — намаҙ тамамланғансы баш менән дә, бүтән ағза менән дә һис бер хәрәкәттәр яһамау.

   Өҫтәге доғаларҙы белмәгәндәр ошо доғаны уҡый ала:
   «Аллааһүммәғфир лии үә ләһүү үә лил-мүьминиинә үәл-мүьминәәт».
   Мәғәнәһе: Аллаһым! Мине һәм ҡатындарҙан, ирҙәрҙән бөтә мөьминдәрҙе ғәфү ит!

Мосолман зыяраттары ошо ссылка буйынса: //nazir1965.com/din/mosolman-zyyarattary.html#more-5319

Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү: //nazir1965.com/din/m%D3%99jette-jyuyu-%D2%BB%D3%99m-k%D3%99fenl%D3%99%D2%AF.html

Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ: //nazir1965.com/din/m%D3%99rx%D2%AFm-%D2%AFlg%D3%99n-kesheg%D3%99-%D2%93%D3%99m%D3%99lebe%D2%99.html 

Йәндең һуңғы әсенеүе//nazir1965.com/din/j%D3%99nde%D2%A3-%D2%BBu%D2%A3%D2%93y-%D3%99sene%D2%AFe.html

Йыназа сәхифәһе: //nazir1965.com/din/jynaza-s%D3%99xif%D3%99.html

тәһлил //nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BBlil.html#more-5346