Кәфен йә пиджәк?
Бөгөнгө көндә лә мәйетте ерләгән ваҡытта аңлашылмаған һәм халыҡты борсоған һорауҙар бар. Ул — мәйет оҙатыу мәсьәләһе. Тыуып торабыҙ, үлеп торабыҙ, ә мәрхүмдәрҙе ҡәбергә ҡуйған ваҡытта низағ-ыҙғыштар булып ала. Мәйет оҙатҡанда йыш ҡына, дин әһелдәре менән үлгән кешенең туғандары араһында ниндәйҙер үпкәләш, кәрәкле ғәмәлдәрҙе еренә еткереп үтәү алмау осраҡтары була. Мәҫәлән: мәйеттәргә пиджәк, йәки кейәүгә сыҡмаған мәрхүм йәш ҡыҙҙарға туй күлмәге кейгеҙеп һалыу кеүек... ҡыланыштар. Әлеге уңайһыҙ хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем, һеҙгә мөрәжәғәт итеп ошо аҫҡы юлдарҙа был хаҡта аңлатып яҙам. Беҙ, дин әһелдәре, һәрваҡыт шәриғәт ҡушҡан буйынса ғәмәл ҡылабыҙ. Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ салләллаһү ғәләйһи үәссәлләмгә Ҡөръәни Кәримде индерҙе һәм Пәйғәмбәребеҙ (с.г.в.) Ҡөръән ҡушҡанса йәшәне. Беҙ ҙә, уның өммәтендә булыусылар, ул өйрәткән юлдан барырға тейешбеҙ, унан ситкә сыға, тайпыла алмайбыҙ. Ҡушҡан фарыздарын үтәп, сөннәттәренә лә эйәреп йәшәргә тейешбеҙ. Беҙҙең беркемде лә йәберләргә йә үпкәләтергә теләгебеҙ юҡ, ләкин шәриғәтебеҙҙе боҙорға ла хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең “Шура” сүрәһендә лә шул хаҡта киҫәтте.
Ислам шәриғәте буйынса мәйетте ахирәт сәфәренә оҙатыу бик хөрмәтләп башҡарыла. Башта аны ғөсөлләндереп, паҡландырып аҡ кәфенгә төрәләр. Һуңынан йыназаға алып баралар, ҡәбер ҡаҙылып, ләхет алынғас, ул ләхеткә күмелә.
“Ләхет — беҙҙең тәртибебеҙ”, — тигән Аллаһы Тәғәлә. Ә инде башҡаларҙыҡы: табут, мәйетте кейендереү, оркестрҙар менән оҙатыу кеүек әйберҙәр беҙгә хас түгел һәм динебеҙҙә ҡаты рәүештә тыйыла. Кем шәриғәттән бер ҡарыш менән генә айырылһа, тимәк, ул Ислам диненнән сыға.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үәссәлләмдең кәфен тураһында айырып әйткән һүҙҙәре лә бар: “Һеҙгә ләзем булһын аҡ кейемде кейеү, аҡты ҡулланыу, тере кешеләрегеҙ аҡты киҫеп, мәйеттәрегеҙҙе аҡ кәфенгә төрөгөҙ”. Был турала Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә әйтелә. Ә хәҙистәр улар Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡушылған беҙҙең йәшәү рәүеше.
Беҙ мәйетте йыуып, ғөсөлләп, аҡ кәфенгә төрәбеҙ, һәм ниндәй ҙә булһа кейем кейгеҙеү хәрәм була. Ҡәбергә һалғанда мәйеттең аҫтына, өҫтөнә нимә лә булһа йәйеү, кескенәме ул, ҙурмы, дөрөҫ түгел. Артыҡ әйбер исраф –әрәм итеү. Иҫтә тотоғоҙ, һәрбер исраф — хәрәм. Ҡәберҙә кәфенгә төрөлгән мәйеттән башҡа бер нәмә лә булырға тейеш түгел. Ҡайһы бер йомшаҡ күңелле муллалар мәрхүмдең һуңғы бысраҡ кейемдәрендә ҡәбергә ташлатып күмәләр. Мә, бысрағын эргәндә ятһын, тигән һымаҡ килеп сыға инде был ҡыланыуҙар.
Шуға ла дөрөҫөң өйрәткән һәм күрһәткән дин әһелдәренә үпкәләмәгеҙ, уларҙың шәриғәтте боҙорға хаҡтары юҡ. Мәйеттәре бар икән, туғандары баштан уҡ кәңәшләшеп, хәл итеп ҡуйһындар. Әгәр мәрхүмдәре алдан тере саҡтарында васыят әйтеп уларҙы пиджәк, йә башҡа нәмәгә төрөп һалырға ҡушҡан икән, был ғәләмәттәре зиһен-аҡылы тарҡалыуы арҡаһындалыр, йә наҙанлығы сәбәптер. Иблистә тик, тормай, кешене үлер алдынан имандан сығарырға мөмкин. Был шәриғәткә ҡаршы эштәр үтәлергә тейеш түгел, хатта васыяты ла. Әгәр ҙә кеше ысынлап, теүәл аҡылы менән пиджәк, табутҡа һалып ерләүҙе һорай икән – уның урыны мосолман зыяратында түгел. Был кеше көфөрлөккә төшкән, имандан сыҡҡан.
Бындай әҙәмдәрҙе йыумайбыҙҙа, кейемдәрендә кейгеҙмәйбеҙ, йыназаларында уҡымайбыҙ. Сөнки Аллаһы Сүбехәнә Үә Тәғәлә: “Уларҙан береһе үлһә, уларға йыназа намаҙҙарын уҡымағыҙ һәм ҡәберҙәренә мәңге яҡын бармағыҙ”, — тип әйтте. Беҙ шул аяттҡа нигеҙләнеп эш йөрөтәбеҙ. Мәйет була тороп, йыназа уҡымыйынса ҡалған осраҡтарҙа булғылай. Дин ҡанундарына тура килгәнен беҙ үтәйбеҙ, ә ҡалғандарын юҡ. Беҙгә үпкәләмәһендәр, рәнйемәһендәр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы ҡамсылап туҡтатырға ла беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Ләкин: “Мин Ислам динендә”, тигән кешеләр, иншаАллаһ, әлеге һүҙҙәргә ҡолаҡ һалырҙар һәм мәйеттәрен Ислам тәртибенә тура килтереп паҡландырып, ғөсөлләндереп, аҡ кәфенгә төрөп, йыназа уҡытып, Ҡөръән уҡытып — хөрмәтләп ахирәт сәфәрҙәренә оҙатырҙар, тип ышанабыҙ.
Дауам итеп, Иҙрис Ғәләүетдиндең “Мосолман зыяраттары” тигән китабынан өҙөк:
Һорау: Мәйетте кейендереп, табутҡа һалып күмеү хәрәм икәне билгеле. Ә бына мосолмандарға, бигерәк тә имамдарға уның йыназаһын уҡырға яраймы?
Яуап: Мәйетте шәриғәтсә кәфенләгәс, йыназа уҡыла. Ә мәйетте кәфенләү ул важиб булып тора. Важибты үтәмәйенсә, фарыз кифаяны, йәғни йыназа намаҙын уҡып булмай. Башта мәйет йыуыла, унан һуң кәфенләнә, унан һуң йыназа уҡыла. Фикх китаптарында шулай өйрәтелгән. Был — Пәйғәмбәребеҙҙең юлы, уның сөннәтелер. Мосолман кешеһен костюм-салбарға кейендереп, гробҡа һалып күмеү ҡатғи тыйыла, сөнки табуттар, костюм-салбарҙар — барыһы ла сереп исраф була. Әгәр хәҙрәттәр быға юл ҡуйһалар, башҡалар ҙа, кейендереп, табутҡа һалып, башҡа милләттәргә оҡшатып күмә башларҙар. Шуларҙы иҫкә алып, ғибрәт өсөн ундай йыназаларҙа ҡатнашмау хәйерлерәк. Ундай йыназаларҙа ҡатнашыусы имамдар — Пәйғәмбәребеҙең сөннәтен бөтөрөргә ең һыҙғанып керешеүселәр. Ә биҙәғәттәрҙе арттырыусы ул үҙе лә биҙәгәтсе.
Алма-Атала Морат Насыровтың ҡәбере өҫтөндәге бронза һәйкәлде Алма-Ата хәҙрәттәре тантаналы рәүештә Ҡөрьән уҡып асҡанды гәзит-журналдар аша уҡып белдек. Был ғәмәлгә башҡа наҙан мосолмандарҙың эйәреүе мөмкин. Сөнки бындай үрнәкте хәҙрәттәр үҙҙәре күрһәтте. Костюм-салбарға кейендереп, табутта күмеү үрнәген дә хәҙрәттәребеҙ күрһәтһә, наҙан халыҡ уҙыша-уҙыша ҡиммәтле табуттар һатып алып күмә башламаҫтар тип кем гарантия бирә ала?
Бына шулай хәҙрәттең яуабы.
Иҫкәрмә: һирәк осраҡта мәйет табутҡа һалынып ерләнә, әгәр өҙгәләнеп-теткеләнеп бөтһә, ныҡ тарҡалған булһа һәм башҡаһы...
Бына шулай ҡаты тәртиптәр: йә иманынды юғалтып мәрхүмдең туғандары хәленә инәң, йә иманың ныҡлығын күрһәтеп, дөрөҫ юлды, беҙгә Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы буйынса эш иттәң. Өҫтә яҙылғанса Ислам дине буйынса мәйет ерләү фарыз-кифаяға инә. Ә фарыз ул беҙҙең шәриғәт буйынса мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәл-ғибәҙәт. Үтәлмәй-ҡылмай ҡалдырған ғәмәле өсөн кеше гонаһлы булыр. Ә инде фарызлығына икеләнгән–инанмаған әҙәм иһә иманһыҙҙан һаналыр. Мәйетте тәртибендә йыуып, кәфенгә кәфенләү фарыз. Ә инде шәриғәтткә ҡаршы сығып, үҙҙәренсә мәйетте кейендереп ерләһәләр, унда ҡатнашҡан мосолмандарҙың барыһы ла гонаһлы булып ҡалыр, сөнки бер йәмәғәт эсендә улар тейешенсә ғәмәл ҡылманылар, һәм шул йәмәғәт гонаһлы була.
Йомғаҡлап ошо риүәйәтте уҡығыҙ: "Бер бик бай һәм аҡыл эйәһе сауҙәгәр ауырып китә. Үҙенең тиҙҙән теге донъяға күсәсәген аңлағас, янына берҙән-бер улын саҡырып ала һәм былай ти: «Улым, миңә был донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа , күсергә ваҡыт килеп етте. Һуңгы үтенесем шул: мәйетемде кәфенгә төрә башлағас, хеҙмәтселәргә минең һул ағыма иҫке башмағымды кейҙерергә бойороҡ бир». Ошо һүҙҙәрҙе әйтә лә, йән бирә сауҙагәр.
Уны һуңғы юлға оҙатырға бик күп халыҡ йыйыла. Мәйетте мосолман йолаһы буйынса тәрбиәләп, кәфенгә төрә башлағас, улы бер хеҙмәтсеһенә иҫке башмаҡ тоттора һәм атаһының һул аяғына кейҙерергә бойора. «Был мөмкин түгел, — ти хеҙмәтсе, — беҙҙә ундай йола юҡ!» «Был бит атайымдың һуңғы үтенесе, ул теләгәнсә эшләгеҙ, зинһар...» — ти егет илай-илай. «Мосолман ҡануны буйынса мәйет бары тик кәфенгә төрөлөргә тейеш. Мин был ҡағиҙәне боҙа алмайым» , ти хеҙмәтсе. Егет кеше ни эшләргә лә белмәй, һуңғы үтенесен үтәмәйенсә, атаһынын мәйетен зыяратҡа алып китеүҙәрен теләмәй ул. Шунан мәйетте: мосолманса ерләү ҡанундарын ныҡлап белгән башҡа кешеләрҙе эҙләтә башлай. Ул кешеләр ҙә мәйеттең аяғына башмаҡ кейҙереүгә ҡаршы була. Шулай итеп, сауҙәгәрҙе уның һунғы үтенесен үтәмәйенсә, әммә бар ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп, зыяратҡа алып барып ерләйҙәр.
Ҡәбер эргәһендә күҙ йәше түгеп ултырған егеткә атаһының яҡын дуҫы килеп өндәшә һәм уға хат тоттора. Был хатты уға атаһы тере сағында яҙған була: "Улым, мин һиңә бар байлығымды ҡалдырам, уларҙы аҡыл менән тотон, һаранланма, юҡҡа-барға туҙҙырма ла. Мин туплаған байлыҡ һиңә тормошта дөрөҫ юл һайларға ярҙам итһен. Ҡасандыр берәй ваҡыт һин дә минең эргәмә күсерһең — кеше мәңгелек түгел. Шуны хәтереңдә тот: ерҙәге юлың тамамланғас, һин ул тормоштагы бер байлығыңды ла, хатта бер нигә ярамаған иҫке башмаҡтарынды ла үҙең менән алып китә алмаҫһың... "