Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү
Кәфен — мәйеттең күлдәге. Кәфен ир-егет өсөн ҡамис, (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.
Әгәр туҡыма әҙ булһа, ир-егет өсөн изар һәм лифафә, ҡатын-ҡыҙ өҫөн изар, лифафә һәм баш ҡапламаһы ла етә. Улай ҙа эшләп булмаһа, мәйет бер туҡымаға төрөлөп ерләнә. Кәфендең аҡ мамыҡ, туҡыманан булыуы хәйерлерәк.
Кәфен киҫеү тәртибе
Кәфен ирҙәргә 3 ҡат, ҡатындарға 5 ҡат иҫәбенән киҫелә.
Беренсе ҡат кәфен киҫелгәндә мәйеттең башы яғынан да, аяғы яғынан да 30 см-ға артығыраҡ алына һәм икенсе ҡаты ла шулай уҡ башынан һәм аяғынан 30 см-ға оҙонораҡ киҫелә.
Кәфендең киңлеге мәйеттең йыуанлығына ҡарап алына. Әгәр тар булһа, шундай оҙонлоғо тәүгеһенә ҡуша тегелә. Хәҙер киң кәфенлектәр һатыла. Әҙер үлсәнеп, ҡырҡылған, бар кәрәк нәмәһе булғандарҙа пакет менән һатыла.
Әхирәт күлдәге мәйеттең елкәһенән алып, аяҡ йөҙҙәрен ҡапларлыҡ итеп киҫелә. Тубыҡтан аҫҡа табан оҙонораҡ алына. Икенсе яғыла (арҡа яғындағы) шул уҡ оҙонлоҡта. Бер ҡат материалды мәйеттең муйынынан алып аяҡтың тубығы аҫтын ҡапларлыҡ итеп үлсәнә лә яңынан шул ҡәҙәр алына, бөкләнгән ерҙән баш һыйырлыҡ итеп киҫелә.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөркәнсек ( яулыҡ) башынан кендегенә ҡәҙәр алына. Киңлеге ярты метрҙай ике тарафҡа ла.
Өс билбау әҙерләнә. Береһе кәфенде төргәс баш осонан, икенсеһе бил тапҡырынан, өсөнсөһө аяҡ осонан бәйләргә.
Бынан һуң өс киҫәк сепрәк әҙерләнә; — эске тәһәрәтен алдырыу өсөң.
Алты киҫәк сепрәк әҙерләнә — ауыҙын, танауын таҙартыу өсөн.
Шулай уҡ өс таҫтамал 2.5 метр самаһы, быныһы мәйетте тотоп ҡәбергә төшөргәндә кәрәк.
Мәйет йыуыу.
Мәйеттәребеҙ асылда бысраҡ түгел , әммә Аллаһ Тәғәлә ҡаршына пак һәм тәһәрәтле барыуҙары өсөн йыуыу талап ителә. Мәйетте иң яҡындары йыуа. Әгәр яҡындарынан йыуыусылар булмаһа, ул ваҡыт был эште башҡа мосолмандар башҡара. Мәйетте йыуыуҙа һәм кәфенләүҙә ҡыйынлыҡ юҡ. Мәйеттәрҙе йыуыу һәм кәфенләү сауаплы эш. Был хаҡта үткән яҙыуҙарҙан уҡый алаһығыҙ.
Мәйет йыуғанда һыу йөрөтөү өйҙөң уңайына ҡарап (ишек торошона ҡарап).
Мөмкинселек булһа, бүлмә иркен икән, аяҡтары менән ҡибла тарафына һалып.
Мәйет йыуыла торған ергә йыуыусы һәм ярҙамсыларҙан башҡа инеп сығыусылар булмаһын.
Мәйет йыуғанда, кәрәкле һүҙҙәр генә һөйләнелә, юҡ-бар һүҙҙәр һөйләнелмәй.
Мәйет йыуыусы тәһәрәтле булырға тейеш. Тәһәрәтһеҙ йәки ҡатын-ҡыҙ күремле хәлендә булһа мәйет йыуыу мәкрүктер.
Ләхет таҡтаһының (ҡолашаның) аяҡ яғын аҫҡараҡ һарҡыу эшләп, өҫтөнә полиэтелен (кленка) түшәйҙәр, аҫтына түбән яҡтан тас ултырталар.
Йылы һыу: тән температураһы самаһы алдан әҙер булырға тейеш.
Мәйетте ләхет таҡтаһына (ҡолашаға) күтәреп арҡаһы менән һалалар кейем, сепрәге менән ҡуша. Мәйеттең (ҡатын-ҡыҙ) өҫтөндәге күлдәген аяҡ осонан юғарыға табан, еңен беләҙектән юғарыға табан киҫәләр. Күлдәкте киҫмәйенсә систереп алһаң да ярай.
Ғәүрәт ерен ҡаплайҙар.
Мәйетте йыуыу
Мәйетте йыуғанда, һул ҡул менән аҫтын таҙартыу һәм истинжә ҡылдырыу өсөн һул яғынан торалар. Өҫтөгөҙгә алъяпҡыс, ҡулдарығыҙға резина перчатка кейергә онотмағыҙ.
Мәйет йыуыусы ниәт ҡыла: “Ниәт ҡылдым был мәйеткә ғөсөл тәһәрәте алдырырға.
Мәйетте йыуа башлағанда: “ Бисмилләһир-рахмәнир-рахим “, - тип башлана һәм бөткәнсе “ Ғуфранәкә йә Рахмән “ доғаһы йыш-йыш уҡыла. Был доғаның мәғәнәһе: “Аллаһым, мәғфирәтеңде теләйем”.
Өс сепрәк менән истинжә алдырыла. Йыуыусы , сепрәкте бармаҡтарына сорнап, мәйеткә истинжә алдыра. Был эште ике-өс мәртәбә ҡабатлай, һәр мәртәбәһендә сепрәктәрҙе алмаштыра.
Мәйеттең ғәурәт ерҙәрен йыуыу һәм кәфенләү ваҡытында ябып, торалар. Бынан һуң ҡулды өс тапҡыр һабынлап йыуып тәһәрәт алдырабыҙ.
Тәһәрәт алдырғанда:
1. Ауыҙ-танау мәсех иттерелә, эстәренә һыу керетелмәй. Йыуыусы сепрәкте бармаҡтарына сорнап, еүешләтә. Был еүеш сепрәк менән мәйеттең ирендәрен һәм танау тишектәрен еүешләтә (мәсех иттерә): өс сепрәк менән ауыҙын, өс сепрәк менән танауын.
2. Бит йыуыла өс мәртәбә.
3. Ҡулдар йыуыла: уң ҡул беләккә тиклем, шунан һул ҡул – һәр береһе өс мәртәбә.
4. Баш мәсех иттерелә (алғы өлөшө генә);
5. Аяҡтар йыуыла (уң аяҡ, һул аяҡ, өс мәртәбә ) .
Тәһәрәттән һуң, мәйеттең өҫтөнә йылы һыу түгелә.
Кәүҙәне йыуыу
Кәүҙәне йыуған ваҡытта бөтөн тәнен йомшартыу өсөн марляны һабынлап, күбек менән сылаталар, мәйеттең сәсен тағатып башын һабынлап йыуалар.
1. Мәйеттең сәстәре һәм башы йыуыла (өс мәртәбә).
2. Алғы яғы йыуылып бөткәс, һул ҡабырғаһына ятҡырып, уң яғын һәм арҡаһын һабынлап йыуалар. Ҡолашаны бер ыңғай сайып торабыҙ. (өс мәртәбә)
3. Мәйетте уң ҡабырғаһына ятҡырып, һул яғын һәм арҡаһын йыуалар.(өс мәртәбә).
4. Йыуып бөтөргәс, мәйетте әҙ генә ултыртҡан кеүек торғоҙоп ҡорһағы һыйпала. Нәжес сыҡһа, өҫтөнә һыу түгелә. Мәйет яңынан йыуылмай. Шунан һуң тәне таҙа сепрәк менән һөртөп киптерелә. Мәйет йыуған һыуҙы ҡала ерендә унитазға, ауыл ерендә кеше йөрөмәгән урынға түгәләр. Мәйетте йыуғас иҙәнде ишектән түргә табан һөртәләр.
Мәйет йыуыуҙын рәте икенсе ерҙә бер аҙ икенсе төрлө булыуы мөмкин.
Мәйетте өйҙә йыуырға мөмкинселек булмаһа (берәй сәбәптәр менән: яныуы, тарҡалыуы арҡаһында һәм башҡаһы) уны мәйетханала йыуҙырып, кәфенләп, туранан зыяратҡа алып барырға мөмкин. Өйгә бер көн һалып ҡуйыу тигән нәмә юҡ. Был хәлдә тәһлилдә, йыназа ла зыярат эргәһендә уҡыла.
Кәфенләндереү
Таҙа урынғамы, йә икенсе ләхет таҡтаһынамы, беҙҙә әлеге мәйетте полиэтилены менән ҡуша күтәреп, икенсе ергә мәрхүмде һалабыҙ. Әлеге ләхет таҡтаһына хирҡаны (билбау) бил тәңгәленә һалалар. Шунан 2.5 метр таҫтамалдарҙын берәүһен һаласаҡ мәйеттең баш яурыны аҫтына, икенсеһен бил тәңгәленә, өсөнсөһөн тубыҡтар тирәһенә һалабыҙ.
Ҡатын-ҡыҙар өсөн яҙыла:
Ҡатын-ҡыҙҙын кәфене биш өлөштән тора
1. Әхирәт күлмәге муйындан аяҡҡа хәтле. Мәйеттең сәстәре үрелеп, был әхирәт күлмәге өҫтөнә ҡуйыла.
2. Баш яулығы сәстәрен-ҡапларлыҡ ҙурлыҡта. Бите һәм сәстәре
был яулыҡ менән ябыла.
3. Изар: баштан аяҡҡа ҡәҙәр япма.
4. Күкрәк яулығы: түштән кендеккә ҡәҙәр оҙонлоҡта. Күкрәк өҫтөнә ябыла.
5.Лифафә : изарҙан ярты метр ҡәҙәр оҙонораҡ.
Кәфендең ике ҡатын да йәйәбеҙ. Өҫтөнә яулыҡ, улар өҫтөнә әхирәт күлдәге һалына. Мәйетте әҙер кәфен өҫтөнә һалалар, сәсе буйы менән күкрәк өҫтөнө һалына.
Әхирәт күлдәген тулыһынса кәфен өҫтөнә ҡуйып, бер ҡатын бөкләй-бөкләй баш осона ҡәҙәр күтәрәләр ҙә мәйетте һалғас, күлдәктән башын сығарып өҫтөнә төшөрөләр. Ауыҙы асылмаһын өсөн эйәгенән башына ҡәҙәр ауыҙын бәйләйҙәр һәм яулығын бөркәйҙәр. Беренсе ҡат кәфеңдең тәүҙә һул яғын башы менән ҡуша ҡаплап, шунан уң яғын ябалар.
Икенсе ҡат кәфендең һул яғын һәм уң яғын ябалар.
Артабан хирҡаны (билбауҙы) бәйләйҙәр, аяғы осондағы кәфенде лә бәйләйҙәр. Аҫҡа һалынған таҫтамалдарҙы мәйеттең өҫтөнә ҡупшылап һалалар. Баш осон аҙаҡ сығарыр алдынан бәйләһәңдә була. Шунан һуң одеялды ҡымтып мәйет өҫтөнә ябабыҙ. Был одеял ҡатын-ҡыҙ мәйетен ҡәбергә төшөргән ваҡытта уны ҡаплап тороу өсөн кәрәк. Мәйет был одеял менән төрөлмәй.
Ирҙәрҙең кәфене өс өлөштән тора
1. Әхирәт күлмәге
2. изар
3. лифафә