Мосолман зыяраттары
Үлем хаҡ
Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был биттә Идрис Ғәләүетдиндең “Мосолман зыяраттары” тигән китабында яҙылған мәғлүмәт ҡуйылды. Бында мәрхүмдәргә, мәйеттәргә, ҡәберҙәргә, зыяраттарға ҡағышлы һорау – яуап рәүешендә аңлатып яҙылған мәҡәләләр. Рәхим итеп уҡығыҙ.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
إِنَّا نَحْنُ نُحْيِي وَنُمِيتُ وَإِلَيْنَا الْمَصِيرُ
“Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булырбыҙ. Бар халыҡтың ҡайтасаҡ ере Беҙгә”, — ти. (Ҡаф, 43)
Беҙҙе юҡтан бар итеп, ер өҫтөндә Үҙенең ниғмәттәрен биреп, ризыҡландырып тороусы Раббыбыҙ — Аллаһ. Ул беҙгә йәнде, тәнде аманат итеп биргән. Ул биргән йәнде Үҙенең рөхсәтенән башҡа беркем дә алмаясаҡ. Беҙ быны һеҙҙең менән күреп торабыҙ. Хәҙерге көндә 9 секунд һайын бер кеше донъя ҡуя. Көндәрҙән бер көндө был китапты яҙыусыға ла һәм уны уҡыусыға ла әжәл уаҡыты килеп етәсәк, һәм беҙ һеҙҙең менән Аллаһ хозурына китәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәлә был эштәрҙе башҡарыр өсөн Үлем фәрештәһен билгеләгән. Үлем фәрештәһе, Аллаһы Тәғәләнең әмеренән сыҡмайынса, бар йән эйәләренең йәндәрен алып тора. Ҡайһы бер саҡта Ябраил фәрештә лә ярҙам күрһәтә.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә:
إِن كَانَتْ إِلَّا صَيْحَةً وَاحِدَةً فَإِذَا هُمْ خَامِدُونَ
“Ул кафырҙарҙы һәләк итеүебеҙ фәҡәт Ябраил фәрештәнең бер мәртәбә ҡысҡырыуы менән булды, һәм улар һүнгән ут кеүек һәләк ителделәр”. (Йәсин, 29) /Ноғмани тәфсире/
Үлем Аллаһы Тәғәләнең сөннәте. Әгәр ер шарында үлем булмаһа, ул сағында ер өҫтөндә баҫырлыҡ та урын ҡалмаҫ ине. Үлем — хаҡ. Барыбыҙ ҙа, төҙөгән йорттарыбыҙҙы, йәшәгән фатирҙарыбыҙҙы, йыйған малдарыбыҙҙы ҡалдырып, Аллаһ хозурына — төп йортҡа ҡайтасаҡбыҙ һәм унда Мәхшәр майҙанында Аллаһ ҡаршында ҡылған эштәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәлә ҡылған изгелектәребеҙҙе, яуызлыҡтарыбыҙҙы күҙ алдыбыҙға килтереп ҡуясаҡ, күрһәтәсәк. Лоҡман Хәким балаһына әйтте:
يَا بُنَيَّ إِنَّهَا إِن تَكُ مِثْقَالَ حَبَّةٍ مِّنْ خَرْدَلٍ فَتَكُن فِي صَخْرَةٍ أَوْ فِي السَّمَاوَاتِ أَوْ فِي الْأَرْضِ يَأْتِ بِهَا اللَّهُ إِنَّ اللَّهَ لَطِيفٌ خَبِيرٌ
“Эй, улым!” — тине Лоҡман. — (Игелекме ул, яманлыҡмы) хәрдәл (гәрчич) бөртөгө хәтле генә булып, ул да тау ҡаяһына йәки күктәргә, ер аҫтына йәшерелгән булһа ла, Аллаһ (Ҡиәмәттә) уны һинең ҡаршыңа сығарып ҡуяр.Ысынлап та, Аллаһ иң нескә, йәшерен эштәрҙе лә күреп-белеп тора, Ул бар нәмәнән дә хәбәрҙар”. (Луҡман, 16) /Батулла тәфсире/
Мөхтәрәм йәмәғәт, бераҙ уйлап ҡарайыҡ әле. Ер өҫтөндә ниндәй генә кешеләр йәшәмәгәндәр. Улар араһында 124 мең пәйғәмбәр, 313 рәсүл, ниҡәҙәрле әүлийәләр, изгеләр, Лоҡман Хәким шикелле хикмәтле кешеләр, байҙар булған. Ҡарун исемле байҙың амбар асҡыстарын ғына ла 40 кеше күтәреп йөрөткән. Шулҡәҙәрле байлыҡ йыйып, әжәл етеү менән донъяны ҡуйып киткәндәр. Ҡайҙа һуң хәҙер улар? Ҡайҙа уларҙың байлыҡтары? Хәҙерге көндә 62 миллиард доллар аҡсалы кешеләр бар.
Улар ҙа бит йыйғандарын ҡалдырып китәләр, һәм Аллаһ хозурында һәрбер тин өсөн яуап бирәсәктәр. Донъя артынан ғына ҡыуып, Ахирәтте онота күрмәйек. Донъяһын да алып барайыҡ, Ахирәтен дә онотмайыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә:
وَلَا تَنسَ نَصِيبَكَ مِنَ الدُّنْيَا
“...Әй, бәндә, донъялағы үҙеңдең өлөшөңдө онотма...”, — ти. (Касас, 77)
Донъялағы мал-мөлкәт, алтын-көмөш, энйе-мәрйендәр шайтан менән ендәргә, һыйыр-һарыҡтарға тип яратылмаған, һыйыр-һарыҡҡа — бесән, ә ендәргә — уларҙың тиҙәге. Ул ниғмәттәр әҙәм балаһы өсөн. Һин шуны онотма, күҙеңде асып, ул ниғмәттәргә ҡара! Аллаһ биргән аяҡтарың менән улар янына ялҡауланмайынса бар. Аллаһ биргән ҡулдар менән ул ниғмәттәрҙе тот. Аллаһ биргән көс менән уларҙы ерҙән күтәр.
Ләкин аң бул: кешенекенә теймә! Аллаһтың ниғмәттәре шул ҡәҙәрле күп, уларҙы һанап бөтөрөп тә булмай. Тимәк, улар һиңә лә етә, һинән дә ҡала. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә:
وَإِن تَعُدُّوا نِعْمَتَ اللَّهِ لَا تُحْصُوهَا إِنَّ الْإِنسَانَ لَظَلُومٌ كَفَّارٌ
“Аллаһтың ниғмәттәрен һанарға ниҡәҙәр тырышһағыҙ ҙа, осона сыға алмаҫһығыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кеше — залим, уйы гел көфөрлөктә булыр (булғанына шөкөр итмәүсе зат)'\ (Ибраһим, 34) /Батулла тәфсире/
Әйе, Аллаһтың ниғмәттәре күп, уларҙы ашап, эсеп, кейенеп, ҡулланып түгел, хатта һанап бөтөрөп тә булмай.
Шулай булғас, һин уларҙы үҙеңә кәрәгенсә ал һәм Раббыңа даими рәүештә рәхмәт әйт. Шуны онота күрмә: үлем бит ул хаҡ, һин уны даими рәүештә иҫеңә төшөр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм: “Ҡәберҙәрегеҙҙе зыярат ҡылығыҙ, ул һеҙгә Ахирәтте иҫкә төшөрөр”, — ти. Беҙҙең халыҡта: “Иҫәндәрҙең ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”, — тигән мәҡәл бар. Ул хәҙискә лә тура килә. Беҙ зыяратҡа барып, мәйеттәргә сәләм биреп, доғалар ҡылып йәшәргә тейешбеҙ. Был — Пәйғәмбәребеҙ ҡылған ғәмәл. Ләкин һәрнәмәнең тәртибе булған шикелле, мәйетте оҙатыу һәм уны ерләү тәртибе лә бар. Шулар хаҡында һүҙебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Һорау: Ауылдар, ҡалалар янынан үткәндә, урман шикелле үҫеп ултырыусы ағаслыҡтар күренә. Төбәлеберәк ҡараһаң, ул урында зыярат икәнлеге аңлашыла. Ағастар мосолмандар зыяратында ғына түгел, урыҫ зыяраттарында ла үҫә. Беҙ, мосолмандар, ҡәбер өҫтөнә ағас ултыртырға тейешбеҙме, әллә уны ултыртыу кәрәк түгелме?
Яуап: Ағас ултыртыу кәрәк нәмә түгел.
Беренсенән, ағас ултыртыу хаҡында Ҡөрьәндә берниндәй бойороҡ юҡ. Аллаһы Тәғәлә: “Зыярат өҫтөнә ағас ултыртыусыларҙы яратам, уның өсөн күп әжер бирәм”, — тип әйткән булһа, ул беҙгә фарыз, вәжиб хөкөмөндә булыр ине. Икенсенән, Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм күпме мәйеттәрҙе йыназа уҡып ерләне, ләкин уларҙың береһенә лә ағас ултыртҡаны булманы. Атаһының бертуғаны Хәмзә р.а.ғ. Өхөд һуғышында шаһит булып, уның менән 70ләп сәхәбә ерләнде.
Ул йәшәгәндә, күпме сәхәбәләр, үҙенең балалары, Хәҙисә исемле ҡатыны уафат булды, улар өҫтөнә лә ағас ултыртманы.
Һорау: Пәйғәмбәребеҙҙең саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм, ике ҡәбер янынан үтеп барғанда, ҡулындағы таяғын икегә бүлеп, береһен бер, икенсеһен икенсе ҡәбергә ағас булып үҫһен тип ултыртҡан ғәмәлен беләбеҙ. Сәхәбәләр шул саҡта: “Я Рәсүл Аллаһ! Ниңә быны эшләнең?” — тип һоранылар. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм уларға: “Был ҡәберҙең береһендә — һүҙ йөрөтөүсе, икенсеһендә — бәүеленән һаҡланмаусы кеше. Быларҙың икеһе лә ғазапта. Ултыртҡан ағастарым үҫеп ҡороғансыға ҡәҙәр уларға ғазап туҡтатылып торасаҡ, шуның өсөн ултырттым”, — тип яуап биргән. Был бит пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте түгелме һуң? Пәйғәмбәр саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләмдән ҡәбер өҫтөнә ағас ултыртҡас, беҙ ҙә уның шикелле булмабыҙмы?
Яуап:
1) Дөрөҫлөктә, Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәберҙәге ул ике кешенең хәлен белде. Аллаһы Тәғәлә уларҙың хәлен белгерткәс, уларға булған ғазапты туҡтатып торор өсөн ағас ултыртты. Ләкин был уның үҙенә генә хас булған эштәрҙән ине. Әйе, Пәйғәмбәребеҙгә генә хас булған эштәр бар. Миҫал өсөн: ул ике көн рәттән сәхәр ашамайынса ураҙа тотто, ул туғыҙ ҡатынға өйләнде. Пәйғәмбәребеҙ шулай эшләгән тип, беҙ бит 9 ҡатынға өйләнмәйбеҙ йәки ике көн рәттән сәхәрһеҙ ураҙа тотмайбыҙ.
2) Беҙҙең илдән меңләгән кеше, Мәккә, Мәҙинә ҡалаларына барып, Пәйғәмбәребеҙҙең һәм сәхәбәләрҙең ҡәберҙәрен зыярат итеп ҡайттылар. Улар унда бер ағас та күрмәнеләр. Ағас аҫтындағы күләгәләргә ултырып, ғибәҙәттәрен дә ҡылманылар. Кешегә файҙа килтерә торған урындарға ағас ултыртыу — әжерле һәм сауаплы. Ундай файҙалы урындарға ултыртһаҡ, барыбыҙ ҙа әжерле эш эшләгән булырбыҙ, ин шәә Аллаһ.
3) Ағас үҫә, ҡалыная һәм ҡартая. Көндәрҙән бер көндө ул да, кеше үлгән шикелле, сәғәте етеп ауасаҡ. Ауғас, ҡәбер ҡаҙыусыларға ҡамасаулаясаҡ, тирә-якгағы ҡәберҙәр өҫтөн ҡаплап, ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыусыларға мәшәҡәт тыуҙырасаҡ. Шуға күрә был йәһәттән дә ултыртмау хәйерле икәнен күрәбеҙ.
4) Ҡайһы бер ҡала зыяраттарына кереп, мәйеттәргә сәләм бирәйем тиһәң, ул зыяраттар джунгли шикелле. Ағас ултыртһаң, уның бит үрсей торған ғәҙәте бар. Әгәр ул ағас янына биш-алты йыл бармайынса торһаң, уның янында егермеләп ағас үҫә башлағанын күрәбеҙ, һәм көндәрҙән бер көндө улар урман булып китәләр. Шуның өсөн ҡәбер өҫтөнә ағас ултыртыу кәрәк нәмә түгел.
Иҫкәрмә: Эҫе яҡтарҙа ҡәбер ҡаҙыусыларға күләгә булһын йәиһә мәйетте зыярат ҡылган уаҡытта ҡыҙыу көндө күләгә аҫтында доға ҡылһындар тигән ниәт менән ултыртылһа, рөхсәт тейелгән. Аллаһу әғләм.
Һорау: Быға тиклем зыяратта ағас ултыртылған. Улар хәҙер бик бейек һәм ҡалын булып үҫкәндәр. Ҡайһы берҙәре ел-дауыл уаҡытында ергә лә ауғандар. Ундай ағастарҙы ни эшләтергә?
Яуап: Хиҡмәт менән эшләгәндә, уны мохтаж кешеләргә, ҡарауһыҙ әбей-бабайҙарға ярҙам йөҙөнән алып ҡайтып, киҫеп, турап, утынлыҡтарына өйөп ҡуярға була.
Һорау: Унда үҫкән бесәнде ни эшләтергә?
Яуап: Мосолман зыяраттарында үҫә торған үлән-бесәнде беҙ 3 төргә бүләбеҙ:
1) яңы ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырыусы;
2) ҡәбер ҡаҙылмаған ерҙә үҫеүсе;
3) элек, йәғни, 40 йылдап уаҡыт уҙып, өҫтәре бөтөнләй тигеҙләнгән, ҡәбер әҫәре беленмәгән ҡәберҙәр өҫтөндәгеләре.
Беренсеһенә килгәндә, улар өҫтөнән бесән сабыу дөрөҫ түгел. Ә икенсеһе менән өсөнсөһөнән мөмкин. Сөнки икснсеһенә әле мәйет күмелмәгән. Ә өсөнсөһөнә инде 40 йыл үткән.
Һорау: Ағастағы алмаларҙы, сәтләүектәрҙе, ерҙәге еләктәрҙе ашау дөрөҫмө?
Яуап: Зыярат өҫтөндәге еләк-емештәрҙе ашау мәкруһ.
Һорау: Зыяраттың ҡырыйын ҡайһы берәүҙәр ағас, ҡайһы берәүҙәр тимер рәшәткә менән тоталар. Нисек дөрөҫөрәк?
Яуап: Мөмкинселеккә ҡарап тотоу хәйерлелер.
Берәүҙәрҙә ағас күп, тимергә мохтажлыҡтары бар, икенселәрҙең тимерҙәре күп, ағастары юҡ. Өсөнсөләрҙә таш күп. Миҫал өсөн, Мәҙинә Мөнәүәрәлә зыяраттың ҡырыйы таш, кирбес менән кәртәләп алынған. Тимәк, зыярат мөмкинлеккә ҡарап уратылып алына.
Һорау: Ни өсөн зыяраттың ситен уратып алалар?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәберҙәрҙең өҫтөнә менеп баҫыуҙан, ултырыуҙан, ятыуҙан һәм унда намаҙ уҡыуҙан да тыйған. Быға дәлил — Пәйғәмбәребеҙ :
Ҡәбер өҫтөнә ултырмағыҙ Һәм ҡәбер янында уға ҡарап намаҙ ҙа уҡымағыҙ ”, — тип әмер иткән. (Мөслим) Икенсе бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм:
'‘Һеҙҙең берәрһегеҙ утлы күмер өҫтөнә ултырып, кейемен яндырып, ул утлы күмер, тәненә ирешеп, уның тәнен яндырыуы ҡәбер өҫтөнә ултырыуға ҡараганда хәйерлерәк”, — ти. (Мөслим)
Беҙ был хәҙистән ҡәбер өҫтөнә ултырыу, баҫыу, ятыу шикелле ғәмәл дәрҙең хәрәм икәнлеген аңлайбыҙ. Аҡыллы кешеләргә ҡәбер өҫтөнә ултырыу рөхсәт ителмәгәс, аҡылһыҙ хайуандарҙың зыяраттарға кереп, уның өҫтөндә йомоштарын йомошлап, ҡәбер өҫтөнә менеп ятып йоҡлауҙары тағын да йәмһеҙерәк күренеш. Шуға күрә, зыярат, унда хайуандар кереп бысратмаһын өсөн дә тотола.
Һорау: Ҡәбер өҫтөнә, кеше йәки хайуан баҫмаһын тип, ҡәберлекте кәртәләп алыу дөрөҫмө?
Яуап: Был исраф ғәмәл.
Беренсенән, зыяраттың сиктәре кәртәләнгәндән һуң , уға һарыҡ, һыйырҙар керә алмаясаҡтар. Икенсенән, Аллаһтың Ҡөрьәнендә лә, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә лә уларҙы ҡуйыу хаҡында берниндәй әмер-бойороҡтар юҡ.
Өсөнсөнән, ҡәберҙе кәртәләп ҡуйыу — бер исраф ғәмәлдер. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә:
وَكُلُوا وَاشْرَبُوا وَلَا تُسْرِفُوا إِنَّهُ لَا يُحِبُّ الْمُسْرِفِينَ
“...Ашағыҙ-эсегеҙ, ләкин (артығын) исраф ҡылмағыҙ. Аллаһ исрафсыларҙы һөймәй”, (Әл-Әғрәф, 31)
“Әл-Исра” сүрәһенең 27 нсе аятында:
إِنَّ الْمُبَذِّرِينَ كَانُوا إِخْوَانَ الشَّيَاطِينِ وَكَانَ الشَّيْطَانُ لِرَبِّهِ كَفُورًا
“Малын әрәм-шәрәм итеүселәр – шайтандың ҡәрҙәштәре...” — ти. (Әл-Исра, 27)
Саллыла бер айлыҡ уртаса эш хаҡы 10 мең һум. Әгәр ҙә ай ярымлыҡ эш хаҡына тимер ҡойма яһатып, уны ҡәбер өҫтөнә алып барып ҡуйһаң, был исраф түгелме? Әлбиттә, исраф.
Дүртенсенән, ҡәбер өҫтөндәге тимер ҡойма һинең милкең булып һанала. Әгәр ҙә үҙ милкеңде ҡулланмайынса тотаһың икән, һин унан зәкәт сығарырға тейешле булаһың. Беҙ өйөбөҙҙәге ҡулланылмай торған келәмдәрҙән, костюмдарҙан зәкәт сығарабыҙ, ҡәбер өҫтөнә алып барып ҡуйған 15 меңлек тимерҙән ҡуйылған ҡойманан да йыл һайын шуның шикелле зәкәт сығарырға тейешле булаһың.
Һорау: “Ул тимер ҡойманы мин мәйеткә бирҙем, ул минеке түгел”, — тип әйтеүселәргә нәмә тип яуап бирергә?
Яуап:
1) Мәйеткә тимер ҡойма кәрәк түгел,уға һинең доғаң ғына кәрәк.
2)Әгәр ул тимер ҡойманы урлап алып китһәләр, һин тауыш ҡуптарасаҡһың. Әгәр ҙә һинеке булмаһа, ниңә тауыш сығарырға?
3) Аҡыллы, иманлы кеше ҡәбер өҫтөнә менмәй ҙә, ултырмай ҙа. Әгәр ҙә ҡәбер өҫтөнә менә икән, ул үҙенә үпкәләһен. Уға Аллаһы Тәғәлә тейешле язаһын бирәсәк, һәм ул уны донъяла йәиһә ахирәттә аласаҡ.
Һорау: Ҡайһы бер кешеләр, матур булһын тип, ап-аҡ мәрмәр таштар теҙеп, ҡәберҙе ҡаплап ҡуялар. Был эштең хөкөмө ниндәй?
Яуап: Был эштең хөкөмө — хәрәм түгел, ләкин Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ундай ғәмәлдәрҙән мосолмандарҙы тыйған. Дәлиле:
“Дөрөҫлөктә Мөхәммәд саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм ҡәбер өҫтөн яндырылған таш менән ҡаплауҙан һәм уның өҫтөнә берәр бина ҡылыуҙан тыйҙы (Мөслим)
Пәйғәмбәребеҙҙең ҡәбер өҫтөнә яндырылған таштар ҡуйыуҙан тыйыу хәрәм хөкөмөн аңлата.
Быныһы бер булһа, икенсенән — исраф. Исраф тураһындағы дәлилдәр барыһы ла хәрәмгә сығаралар.
Һорау: Ҡайһы бер ерҙәрҙә, илдәрҙә, бигерәк тә Казахстан, Ҡырғыҙстан яҡтарында ҡәбер өҫтөнә мавзолейҙар һәм төрбәләр төҙөйҙәр. Бының хөкөмө нисек?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәбер өҫтөнә бина төҙөүҙе тыйҙы, ул хәрәм хөкөмөндә. Ҡайһы бер кешеләрҙең йәшәргә өйҙәре юҡ, ризыҡтары етмәй, ә ул мәйеттең өҫтөнә бина төҙөр өсөн бурысҡа аҡса ала һәм төҙөй. Был кеше Пәйғәмбәребеҙгә итәғәт итмәгән була. Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙгә итәғәт итеүҙе фарыз иткән, дәлиле:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا أَطِيعُوا اللَّهَ وَأَطِيعُوا الرَّسُولَ وَلَا تُبْطِلُوا أَعْمَالَكُمْ
“Әй, иман килтергән Әҙәм балалары! Аллаһҡа һәм Уның Пәйғәмбәренә итәғәт итегеҙ. Ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен”. (Мухәммәд, 33)
Был аятгың һуңғы һүҙҙәре, йәғни “ҡылған эштәрегеҙ заяға китмәһен’' тигән һөйләм ҡылған изгелектәрҙең гонаһ эштәр менән юҡҡа сығасағын аңлата. Әгәр бер кеше, Аллаһка һәм Пәйғәмбәребеҙгә саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм ҡаршы сығып, хәрәм эш эшләһә, уның изгелектәре юҡҡа сыға, һәм уға исраф өсөн тағын бер оло гонаһ өҫтәлә. Ул Аллаһ ҡаршыһында баштанаяҡ гонаһҡа сумған кешеләрҙән булып һанала.
Мин 1991 йылда Мысырға Ҡаһирә ҡалаһына 3 айға ғилемемде арттырырға тип барҙым. Шунда ҡотосҡос ғәләмәттәр күреп ҡайттым. Ундағы фәҡир мосолмандар һәм башҡалар зыяраттағы ҡәберҙәренә ҡылынған биналарҙа йәшәйҙәр. Йәғни улар, өйҙәре булмағас, ҡәбер өҫтөндәге биналарҙың эсенә кереп, шунда ҡуналар, шунда ашайҙар, керҙәрен йыуып киптерәләр, йомоштарын үтәйҙәр. Былар бит бер ҙә шәриғәткә тура килмәгән эштәр. Аллаһы Тәғәлә ундай тормошто беребеҙгә лә күрһәтмәһә ине.
Һорау: Ҡайһы бер мосолман зыяраттарында, бигерәк тә Өфө, Казань, Саллы кеүек ҙур ҡалаларҙа ҡәбер өҫтәренә үлгән кешеләрҙең һәйкәлдәрен ҡуя башланылар. Бының хөкөмөн әйтегеҙ әле?
Яуап: Был — гонаһлы эш, уның хөкөмө хәрәм булып һанала.
Һорау: Ни өсөн хәрәм, уның ни зыяны бар?
Яуап: Аллаһы Тәғәләгә хас булған эштәр бар, шуларҙың береһе — һүрәт яһау. Ҡөрьәндә:
هُوَ الَّذِي يُصَوِّرُكُمْ فِي الْأَرْحَامِ كَيْفَ يَشَاءُ لَا إِلَهَ إِلَّا هُوَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ
“Әсәләрегеҙ ҡарынында уҡ, Үҙе нисек теләһә, һеҙгә шундай рәүеш биреүсе лә — Улдыр...”- тиелә. (Әлү Ғимран, 6) /Батулла тәфсире/
Һәм шулай уҡ:
وَلَقَدْ خَلَقْنَاكُمْ ثُمَّ صَوَّرْنَاكُمْ ثُمَّ قُلْنَا لِلْمَلَائِكَةِ اسْجُدُوا لِآدَمَ فَسَجَدُوا إِلَّا إِبْلِيسَ لَمْ يَكُن مِّنَ السَّاجِدِينَ
“Беҙ һеҙҙе яраттыҡ, һуңынан һеҙҙе билдәле бер һүрәткә килтерҙек, унан һуң фәрештәләргә: “Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!” — тинек. Иблестән башҡалары сәждә ҡылды. Иблес сәждә ҡылыусыларҙан булманы”. (Әл- Әғрәф, 11) һәм шулай уҡ:
هُوَ اللَّهُ الْخَالِقُ الْبَارِئُ الْمُصَوِّرُ لَهُ الْأَسْمَاءُ الْحُسْنَى يُسَبِّحُ لَهُ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَهُوَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ
“ Ул — Аллаһ, (ғәләмдәрҙе) барлыҡҡа (юҡтан бар итеүсе) килтереүсе яралтыусы, хасил иткәннәргә рәүеш (тәртип, һүрәт, система) биреүсе. Иң матур исемдәр Аллаһта ғыналыр. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләр Уға тәсбих әйтәләр. Ул — Бөйөк, Хикмәтле!” ( Әл-Хәшр, 24)
Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм һүрәт яһаусыларға Ҡиәмәт көнөндә ғазап буласағы хаҡында иҫебеҙгә һала:
“Кемдәр һүрәт яһай торған булһалар, Ҡиәмәт көнөндә уларҙы: “Был һүрәтте яһағанһыгыҙ, һеҙ был һүрәткә йән дә өрөгөҙ ”, — тип әйтеп ғазаплаясаҡтар ”, — тине”. (Бохари, Мөслим)
Беҙ был аяттарҙан һәм килтерелгән хәҙистән һәйкәлдәр һәм һүрәттәр яһарға ярамағанлығын аңлайбыҙ. Һүрәт яһаусы һәм уға йән биреүсе бер Аллаһ, Унан башҡа беркем дә йән бирә алмай. Һүрәт һәм һәйкәл яһаусыларға Ҡиәмәт көнөндә бик ҡаты ғазап буласаҡ. Ә йәнһеҙ нәмәләрҙе рәхәтләнеп яһа. Сөнки уға йән кәрәкмәй.
Уйлап ҡарағыҙ әле, ҡайһыһы яҡшыраҡ: һәйкәл яһамайынса йәшәп, Ҡиәмәт көнөндә ғазапланмайынса ҡалыумы, әллә күп аҡсалар тотоп һәйкәл яһап, Ҡиәмәт көнөндә уның өсөн ғазапланыумы?
Ҡиәмәт көнөндәғе ғазап ут буласаҡ, унда сыбыртҡы, ҡамсы шикелле ҡоралдар менән генә ғазапламаясаҡтар. Унда бик ҡаты ғазап буласаҡ, шуға күрә был хаҡта нығытып уйлағыҙ. Бына һеҙгә тағын бер хәҙистән дәлил: “Ғабдулла улы Мәсғүд:
- Мин пәйғәмбәребеҙҙең саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм: “Хәҡиҡәттә Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында иң ҡаты ғазапланыусылар — һүрәт яһаусылар”, — тигән һүҙен ишеттем, — тине”. (Бохари, Мөслим)
Аллаһы Тәғәлә “Әл-Инфитар” сүрәһендә:
فِي أَيِّ صُورَةٍ مَّا شَاءَ رَكَّبَكَ
“Ниндәй һүрәттә яһарға теләһә, һеҙҙе шул ҡиәфәттә яралтты”, — тине. (Әл-Инфитар, 8)
Тимәк, беҙгә һүрәт һәм һәйкәл яһауҙы Аллаһы Тәғәлә рөхсәт итмәгән. Ул йәнһеҙ предметтарҙы ғына яһарға рөхсәт иткән. Ә кешеләрҙе, хайуандарҙы, ҡош-ҡорттарҙы, балыҡтарҙы, бөжәктәрҙе һәм башҡа йән эйәләрен Ислам дине яһауҙан ҡәтғи тыя.
Һорау: Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә һүрәт һәм һәйкәл яһарға ярамауҙың сәбәбен күрһәтмәгәнме?
Яуап: Сәхәбәләрҙән Ҡөрьәнде иң яҡшы тәфсир ҡылыусы Ибне Ғаббас р.ғ. Аллаһы Тәғәләнең бындай аятын килтергән, рәхим итеп, һеҙ ҙә тыңлап ҡарағыҙ: “Нухҡа буйһонмаған, итәғәт итмәгән халыҡтарҙың башлыҡтары үҙҙәренә эйәреүселәргә: “Әлбиттә, һындарығыҙға ғибәҙәт ҡылыуҙы ташламағыҙ. Әлбиттә, Үәдд, Сүағ, Йәғүс, Йәгүк, Нәсер исемле һындарыҙҙы ташлай күрмәгеҙ”, — тип баҫым яһап әйттеләр. Был исемдәр — Нух ҡәүемендәге изге кешеләрҙең исемдәре, ул изгеләр уафат булғас, шайтан, Нух ҡәүеменә килеп, йыйылышып ултыра торған бүлмәләренә уларҙың һүрәттәрен яһап, диуарға һөйәп ҡуярға үәсүәсә ҡылды. Нух ҡәүеме кешеләре, шайтандың үәсүәсәһенә эйәреп, уларҙың һүрәттәрен яһап элеп ҡуйҙылар. Ләкин икенсе быуын килгәс, шәриғәт ғилеме онотолғас, ейәндәре шул һүрәттәргә табына башланылар. Һүрәтте яһаусылар үҙҙәре ул һүрәттәргә табынманылар, ә уларҙан һуң килгән балалары, ул һүрәттәргә ҡарап, һындар (һәйкәлдәр) яһап, ғибәҙәт ҡылдылар ”.
Аңлауыбыҙса, һүрәт менән һәйкәл — ширеккә юл. Шуға күрә беҙҙең динебеҙҙә ул хәрәм ителгән. Ләкин, ниндәй ҡыҙғаныс, ҡайһы бер мосолмандар ғына түгел, хатта имамдар ҙа был эшкә битарафтар. Бына һеҙгә Алма-Атала булып үткән хәбәрҙе еткерәм. Ул хәҙрәт улы, йырсы Морат Насыров тураһында. Уның хаҡында бына нәмә яҙалар.
На могиле Мурата Насырова установили бронзовое изваяние...
70-летняя мать трагически погибшего певца едва не упала без чувств, увидев бронзовый силуэт сына на его могиле. Вопреки канонам ислама, последователем которого был Мурат, поклонники музыканта поставили на его могиле в Алма-Ате изваяние из бронзы.
- Когда к нам пришли друзья Мурата и попросили нашего благословения, мы опешили, — говорит старший брат певца Наджат Насыров. — Это против канонов ислама. На мусульманских могилах нельзя ставить статуи. Решение далось особенно тяжело, ведь отец был имамом. И семья, и поклонники Мурата обращались к властям с просьбой выделить для памятника место в городе, переименовать улицу в его честь. Но по нашим законам это можно сделать только через пять лет. Сейчас мы не можем иначе увековечить память Мурата. И после долгих сомнений мы дали свое благословение. Пусть Всевышний простит нас.
Скульпторы Магомет Абдуллаев и Аркен Маметбакиев изобразили певца в момент вдохновения, замершего с равабом (народный уйгурский инструмент) в руке, пишет газета “Твой день”.
- Мурат был очень светлым человеком, — говорят авторы. — Поэтому мы поставили памятник так, чтобы его лик был устремлен на восток, где восходит солнце.
Мусульманские священники с пониманием отнеслись к решению семьи Насыровых. На церемонию открытия памятника пришел мулла соборной мечети Анас-хазрат и прочитал молитву в память о Мурате.
Как только мать певца Хатира дрожащей рукой сорвала покров со статуи, с пасмурного неба посыпался снег. “Хорошая примета, — зашептали люди. — Всевышний простил...”
Увидев бронзовое изваяние сына, безутешная мать не смогла сдержать слез. Ее ноги подкосились, она едва не упала. Но ее тут же подхватили под руки сын и дочь и помогли отойти в сторону. Несмотря на слабость, Хатира- апа сразу после окончания торжественной церемонии пошла на могилу отца Мурата, расположеиную неподалеку.
- Прости нас, мы взяли грех на душу, нарушив законы Ислама. — сказала она дрожащим голосом. — Ради Мурата я готова на все... 14.12.2007 г.
Был мәҡәләне уҡығас, мине түбәндәгеләр шаҡ ҡатырҙы:
1) Мораттың атаһы хәҙрәт була тороп, туғандарының был эшкә фатиха биреүҙәре.
2) Мәсет имамдарының да, был хәлгә ҡаршы төшмәйенсә, киреһенсә, уны тантаналы рәүештә Ҡөрьән уҡып асыуҙары.
3) Һәйкәлде асҡанда ҡар яуып китеүҙе: “Аллаһ беҙҙе кисерҙе'’, — тип юрап, шул рәүешле хөкөм сығарыуҙары.
4) Иң ғәжәбе Мораттың дуҫтарына 5 йылһыҙ урамға уның һәйкәлен ҡуярға рөхсәт ителмәгән. Мораттың дуҫтары хөкүмәт законын боҙмағандар, ә Аллаһтың ҡанунын боҙғандар. Был бит ҡот осҡос ҙур гонаһ.
Белә тороп эшләнгән гонаһтарҙы Аллаһы Тәғәлә нисек кисерер икән?
Изге кәңәш
(Ғибрәтле хәл)
Үткән ҡыш Уруссу тигән район үҙәгендәге ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә, имам-мөхтәсиб Марат хәҙрәттең саҡырыуы буйынса барып, бернисә лекция уҡырға туры килде. Мәсет янында ике ҡатлы мәҙрәсәлә ҡырҡлап ҡыҙ бала дин дәрестәре өйрәнәләр. Мәҙрәсә бик матур, ундағы таҙалыҡ, бөхтәлек мине һоҡландырҙы.
Мәҙрәсәнең диуарында “Фәнис мәҙрәсәһе” тип яҙылып ҡуйылған. Бер-ике көндән түҙмәнем, Марат хәҙрәттән был “Фәнис мәҙрәсәһе” тигән яҙыуҙың тарихын аңлатыуын үтендем. Ул миңә: “Беҙҙең Уруссула Фәнис исемле ғәйрәтле бер кеше бар ине. Ул уафат булғас, мин уның йыназаһын уҡыным. Шунда Фәнистең дуҫтары, яныма килеп: “Беҙ Фәнистең ҡәбере өҫтөнә һәйкәл ҡуярға ниәтләнек, ниндәй кәңәш бирерһегеҙ икән?” — тип һоранылар. Мин уларға һәйкәл ҡуйыуҙың хәрәм икәнлеген аңлаттым. “Уның урынына Аллаһ ризалығы өсөн мәҙрәсә төҙөүегеҙ хәйерле булыр”, — тип вәғәзләнем. Ике йылда мәҙрәсәне төҙөп бөтөрҙөк. Шунан һуң, был мәҙрәсәгә Фәнис исемен бирҙек”, — тине.
Алма-Ата хәҙрәттәре лә йырсының дуҫтарына шундай кәңәш бирә алалар ине бит, ләкин улар, Аллаһҡа ҡаршы эш эшләп, өҫтәренә күпме гонаһ йөкләнеләр. Эх, Марат хәҙрәт кеүек изге кәңәш биреүсе хәҙрәттәр күберәк булһа ине. Бик күп проблемаларыбыҙ сиселеп, Аллаһтың рәхмәтенә ирешер инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай хәҙрәттәребеҙ бик һирәк шул.
Һорау: һуңғы уаҡыттарҙа татар мосолмандары, мәйетте күмгәс, уның ҡәбере өҫтөнә веноктар ҡуя башланылар. Бындай хәл элекке уаҡытта юҡ ине. Был ғәмәлдең шәриғәттә хөкөмө нисек?
Яуап: Ислам дине мосолмандарҙы дөрөҫ иҡтисадҡа өндәй. Исраф ҡылыусыларҙы тәнҡитләй. Ҡәбер өҫтөнә венок ҡуйыу исраф ғәмәл булып һанала. Шуға күрә, уны ҡуйыу динебеҙҙә тыйылған хәрәмдер. Әгәр ҙә беҙ аҡылыбыҙҙы бераҙ эшләтер булһаҡ, уның берниндәй файҙаһы юҡ икәнен аңлайбыҙ.
Беренсенән, веноктарҙы беркем дә бушҡа бирмәй, уны һин хәләл аҡсаңа һатып алаһың. Икенсенән, һин уны зыяратҡа алып киләһең, бының өсөн һиңә көс-ҡеүәт һәм уаҡыт кәрәк буласаҡ. Өсөнсөнән, уны ел осороп алып китеүе мөмкин. Ел сыҡмаһа, ямғыр, ҡар аҫтында матурлығын юғалтыу сәбәпле, уны мәйеттең туғандары йәиһә ундағы эшселәр барыбер сүплеккә илтеп ырғытасаҡтар. Дүртенсенән, сүплеккә йыйылған иҫке-моҫҡо веноктарҙы йыйыштырыр өсөн хөкүмәт машина ебәрә, һәм уларҙы ҡала ситендәге сүплектәрҙең береһенә илтәләр. Ул унда серей йәиһә яндырыла. Былар барыһы ла өҫтәмә мәшәҡәт кенә. Нәтижәлә кәсеп ҡылған аҡсаң елгә оса, кешеләргә — мәшәҡәт, ә мәйеткә иһә унан берниндәй ҙә файҙа юҡ. Бәлки, зыяны барҙыр. Сөнки мәйеттәр беҙҙең сәләмдәребеҙҙе лә, һөйләгәндәребеҙҙе лә ишетәләр. Венок ҡуйған уаҡыттарҙа мәйеттәрҙең, венок ҡуйыусыларҙың һүҙҙәрен ишетеп: “Эх, был венок аҡсаларын минең исемдән фәҡир-меҫкендәргә йәиһә мәсет-мәҙрәсәләргә саҙаҡа итеп бирһәләр, нисек гүзәл булыр ине”, — тип ҡайғырыуҙары ла мөмкин. Сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре бик ҡаты ҡайғырҙы.
Был һүҙҙәргә дәлил: үлем фәрештәһе бәндәнең йәнен алғас, уға бөтөн нәмә лә асыҡ булып ҡала. Яҡты донъялыҡта иман килтермәгәндәр эштең нәмәлә икәнлеген үлгәндән һуң беләләр. Иман килтереп гә изге ғәмәл ҡыла алмаған кешеләр үлгәндән һуң нәмә тип әйтерҙәр икән. Уларҙың әйтәсәк һүҙҙәрен Аллаһы Тәғәлә, алдан уҡ белеп, беҙгә әйтеп ҡуйған. Улар Раббыларына:
حَتَّى إِذَا جَاءَ أَحَدَهُمُ الْمَوْتُ قَالَ رَبِّ ارْجِعُونِ
لَعَلِّي أَعْمَلُ صَالِحًا فِيمَا تَرَكْتُ كَلَّا إِنَّهَا كَلِمَةٌ هُوَ قَائِلُهَا وَمِن وَرَائِهِم بَرْزَخٌ إِلَى يَوْمِ يُبْعَثُونَ
“ Ниһәйәт, уларҙың берәйһенә үлем килһә, әйтер:
“ Раббым, мине донъяға кире ҡайтар, эшләй алмай ҡалған игелектәрҙе башҡарасаҡмын, — тип ҡабат-ҡабат ялбарыр...”. (Әл-Муъминун, 99, 100) /Батулла тәфсире/
Был аяттан беҙ үлгән кешеләрҙең изгелек эшләргә теләп ҡайғырыуҙарын аңлайбыҙ. Улар Раббыларынан тағын бер мәртәбә ер өҫтөнә изгелек эшләргә ҡайтарыуҙарын һорайҙар. Ләкин Аллаһы Тәғәлә уларҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндермәй.
Уафат булған кешеләр иҫәндәрҙең иманға килеүҙәрен һәм изге ғәмәл ҡылыуҙарын теләйҙәр, был хаҡта Аллаһы Тәғәлә былай тине:
قِيلَ ادْخُلِ الْجَنَّةَ قَالَ يَا لَيْتَ قَوْمِي يَعْلَمُونَ
بِمَا غَفَرَ لِي رَبِّي وَجَعَلَنِي مِنَ الْمُكْرَمِينَ
“Был мосолман шәһид булғандан һуң, рухына фәрештәләр тарафынан: “Йәннәткә кер!” — тейелде. һәм ул әйтте: “Ҡәүемем минең хәлемде ысын белеү менән белһәсе?!..” (Йәсин, 26-27)
Был аяттан беҙ мәйеттәрҙең һөйләшеүҙәрен һәм үҙҙәренең ҡәүемдәренә теләк теләгәндәрен аңлайбыҙ. Йәғни, мәйеттәр ерҙәге ҡәүемдәрҙең, иманға килеп, йәннәткә керергә сәбәп булған ғәмәлдәр ҡылыуҙарын теләйҙәр. Улар иҫәндәрҙең, үҙ ҡәберҙәре өҫтөнә веноктар ҡуйып, исраф ғәмәлдәр ҡылыуҙарын теләмәйҙәр, сөнки исраф ҡылыусы кешеләрҙе Аллаһ һөймәй, уларҙы Үҙенең дуҫтарына һанамай. Исраф ҡылыусыларҙы “шайтандарҙың дуҫтары” тип атай.
Һорау: Веноктар тураһында аңлашылды, ә бына тере сәскәләрҙең хөкөмө нисек? Уны ла бит ҡәберҙәр өҫтөнә ҡуялар. Ул да ярамаймы?
Яуап: Әгәр егет кеше тере сәскәләрҙе, бер данаһын 100 һумға һатып алып, яратҡан ҡыҙына бүләк итһә, ул уның менән ҡыҙҙы шатландыра. Ә үлгән кешене, өҫтөнә миллион һумға сәскә алып ҡуйһаң да, шатландырып булмай. Сәскә бит ул сапҡан бесән шикелле, бер-ике сәғәт эсендә кибә, матурлығын юғалта, тора-бара тупраҡҡа әйләнә.
Сәскәләргә хәләл көсөң менән тапҡан аҡсаны исраф итеү хәләл була аламы? Әлбиттә, юҡ. Аҡсаны исраф итәргә ярамай. Аллаһы Тәғәлә: “Исраф — хәрәм”, — ти. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кешеләр “исраф” тигән һүҙҙең мәғәнәһен дә белмәйҙәр, белергә лә теләмәйҙәр. Әгәр ҙә ул сәскә аҡсаларын мәсет, мәҙрәсәгә бирһә йәиһә балалар йортондағы йәтимдәргә ярҙам итһә, балалар шатланырҙар, һөйөнөрҙәр ине. Йәтим балалар үҫеп еткәс, интернаттарҙан китергә тейеш булалар.
Ә уларҙың йәшәргә фатирҙары юҡ. Сәскә алгансы, бына шул йәтим балаларҙың тормоштарын яҡшыртыу, уларға фатир алырға ярҙам итеү мәсьәләһен ҡайғыртып, бер фонд ойоштороп, банкта иҫәп-хисап счеты асылһа һәм шунда сәскә аҡсалары ғына булһа ла һалынһа, хәйерле булмаҫмы икән? Былай бит шул ҡәҙәрле аҡсалар исраф була. Ә йәтимдәр тилмерә. Уларҙы ҡайғыртыу дөрөҫөрәк булмаҫмы?
Доғанан башҡаға мохтаж булмаған мәйеттәр өҫтенә нәмәләр генә ҡуйылмай: төрлө-төрлө һәйкәлдәр, тимер ҡоймалар , веноктар, мәрмәр таштар, сәскәләр, ә мохтаж булған иҫән кешеләргә ниңәлер ярҙам әҙ. Ул йәтим балалар үҙҙәре теләп йәтим булмағандар бит, уларҙың да, башҡа балалар кеүек, ата-әсәләренең йылы ҡосаҡтарында тәрбийәләнәһеләре, әсәләре бешергән ҡоймаҡтарҙы, күмәстәрҙе ашайһылары килә. Улар йәтимлек тормошон үҙҙәре һайлап алмаған. Шуға күрә, мөхтәрәм йәмәғәт, уйланайыҡ, фекерләйек, Аллаһ биргән аҡсаларыбыҙҙы юҡҡа-барға әрәм-шәрәм итеп бөтөрмәйек. Сөнки улар өсөн Ҡиәмәт көнөндә яуап бирәһе бар. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә:
لَا يُسْأَلُ عَمَّا يَفْعَلُ وَهُمْ يُسْأَلُونَ
“Аллаһ Үҙенең нимә эшләүе тураһында (беркем ҡаршыһында ла) яуап тотмаҫ, фәҡәт улар (кешеләр үҙҙәренең нимә эшләүе тураһында) Аллаһ ҡаршыһында яуаплы”, — тине. (Әл- Әнбиә — Пәйғәмбәрҙәр, 23)
Һәрберебеҙ, Раббыбыҙ ҡаршыһына баҫып, ҡылған эштәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ. 'Шул көн хаҡында уйлайыҡ-фекерләйек. Әле һуң түгел.
Ҡылған гонаһтары-быҙҙы Аллаһы Тәғәлә кисерһен тип, Унан ғәфү үтенәйек. Аллаһ, һисшикһеҙ, гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итәр.
Һорау: Элек-электән ҡәбер таштары ҡуйылып килә. Ғәрәп илдәрендә лә ҡәбер өҫтәренә билге өсөн таштар ҡуялар. Таш ҡуйыуҙың хөкөмө нисек?
Яуап: Ҡәбер өҫтөнә берәр билге ҡуйылмаһа, ул ҡәбер бөтөнләй юғалып китә. Мәйеттең туғандары, яҡындары, дуҫтары, мәйеттең ҡәберенә доға ҡылырға тип килгәндә, уны таба алмайынса, күңелһеҙ хәлдә ҡайтып китәргә мөмкиндәр. Тимәк, ҡәберҙең баш һәм аяҡ остарына таш ҡуйылһа, ул сөннәткә муафыйҡ, тәңгәл килгән эш булып һанала. Сәхәбә һәм тәбиғиндәрҙең ҡәбер өҫтәренә лә ҡәбер таштары ҡуйылған. Улар хәҙерге көндә лә ҡуйыла. Уны ҡуйыу — сөннәт.
Һорау: Ҡәбер өҫтөнә таш ҡуйыу сөннәт тип, ҡайһы берәүҙәр бейек һәм ҡиммәтле таш һатып ала. Хатта ул таштарҙың ҡайһы берҙәре берәр тонна тирәһе, уны махсус кран менән ҡуялар. Шундай ҙур ҡиммәтле таштарҙы ҡуйыу хөкөмө нисек?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм таш ҡуярға рөхсәт иткән тип, сиктән үтәргә ярамай, һәрнәмәнең сиге бар.
Дөрөҫтән дә, ҡайһы бер бай кешеләр мәйеттәрҙең өҫтөнә егермешәр, утыҙышар меңлек икешәр метр бейеклектә булған мәрмәр таштар ҡуялар. Уларға ҡарап ярлылар ҙа, мин уларҙан кәм түгел тип, уныҡы һымаҡ ҡәбер ташы ҡуя. Әҙәм балаһының тәбиғәте шундай: бер-береһенән нисек булһа ла уҙҙырыу, уҙҙыра алмаһа — дуҫыныҡына оҡшатып яһау.
Әлбиттә, былай эшләү яҡшы түгел. Ҡәбер таштары 50- 60 см бейеклектә булһа, ул сөннәткә тура килә. Әгәр ҙә ҡәбер ташы бик бейек, киң, ҡалын һәм 1 тонна ауырлыҡта икән, уны бит тупраҡ өҫтөнә ҡуйып та булмай. Нигеҙ яһамайынса ғына ҡуйһаң, ул ауыша йәиһә бөтөнләй ауып китә. Уны яҡшылап ултыртырға теләһәң, нигеҙенә тағын 1 тонна бетон кэрәк. Иҙмәне һәм ҡәбер таштарын алып килер өсөн кәмендә 2 машина талап ителә, краны ла кәрәк була. Ә быларҙың барыһы ла мәшәҡәт һәм бик күп сығымдар талап итә. Нәтижәлә беркемгә унан файҙа юҡ: мәйеткә лә, ундай ҡәбер ташын ҡуйҙырыусыға ла, хөкүмәткә лә. Ҡиммәтле уаҡытты, хәләл аҡсаны исраф итеп, Аллаһтың асыуын килтерә торған ғәмәл ҡылыу ярай торған эш түгел.
Һорау: Элекке бабайҙарыбыҙҙың ҡәбер таштарында ғәрәп хәрефтәре менән исем-фамилиялары, туған, үлгән йылдары яҙылған яҙмаларҙы күрәбеҙ. Был ғәмәлдең хөкөмө нисек?
Яуап: Мосолман ғалимдәре был хаҡта ике фекерҙә. Берәүҙәре уны: “Пәйғәмбәребеҙ ҙә, уның сәхәбәләре лә был эште эшләмәгән”, — тип, ҡатғи рәүештә тыялар. Имам Мөслим йыйынтығында Жәбир исемле сәхәбәнән риүәйәт ителгән хәҙистә, Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи уә сәлләм уны хатта тыйған, тейелә.
Ә икенселәр исем-фамилияны билге сифатында яҙырға рөхсәт биргәндәр. Быға уларҙың дәлилдәре лә бар. Мазғун улы Ғосман уафат булғас, уны ерләйҙәр. Шунан һуң Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәбер ташы алып килеүҙәрен һорай. Алып килгән ташты ул, урталайға бүлеп, бер өлөшөн ҡәбер өҫтөнә, ҡуя һәм: “Бына шул таштың һынған ғәләмәтенә ҡарап, ҡәрҙәшегеҙҙең ҡәберен белерһегеҙ”, — тип әйтә.
Был хәҙискә аңлатма биреүсе Шәүкәни исемле оло ғалим: “Ҡәбер ташына бер билге ҡуйыу кәрәк”, — тип аңлата. Ҡайһы бер ғалимдәр иһә уафат булған кешенең исемен яҙыу ғәләмәттәрҙең иң ҡеүәтлеһе тип аңлаталар һәм ҡәбер ташына мәйеттең исемен яҙырға рөхсәт итәләр.
Һорау: Ҡайһы берәүҙәр ҡәбер таштарына Аллаһ китабынан аяттар, икенселәре хәҙистәр яҙалар. Бының хөкөмө нисек?
Яуап: Ҡәбер таштарына аят, хәҙистәр һәм башҡа һүҙҙәр яҙыуҙы шәриғәтебеҙ тыя. Ни өсөн тиһегеҙме? Ҡәбер өҫтөндәге таштар бик оҙаҡ ваҡыттар үҙ рәүешен, сифатын юғалтмайынса һаҡланып тора. Ә ҡәберҙәр уаҡыт үтеү менән юғалалар, һеҙҙең ташландыҡ хәлдәге иҫке зыяраттарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Зыяраттар мәйеттәр менән тулғандан һуң 100, 200, 300 йыл уаҡыт үтә, ундағы мәйеттәрҙең туғандары, дуҫтары, ейәндәре лә уафат булып бөткәс, ул зыяраттар беркемгә лә кәрәкмәй. Сөнки унда барыусы кеше ҡалмай. Көндәрҙән бер көндө уның ҡоймалары емерелә, сүрәләр яҙылған ҡәбер таштары ауа. Унда һыйыр, һарыҡтар кереп, ҡәбер өҫтөндә үҫкән үләндәрҙе ашайҙар. Һыйыр-һарыҡтарҙың айырым бәҙрәфтәре юҡ, ҡайҙа теләйҙәр, шунда эштәрен эшләйҙәр. Шул рәүешле уларҙың ҡәбер таштарын нәжесләүҙәре лә бар.
Иҫеректәрҙең дә ул ҡәбер таштары өҫтөнән йөрөүҙәре, хәжәттәрен үтәүҙәре бик мөмкин. Уңды-һулды айыра белмәгән ҡайһы бер наҙан кешеләр аят-хәҙистәр яҙылған ҡәбер таштарын, өй, һарай, мунса төҙөгәндә, нигеҙгә ҡулланырға ла тартынмай. Донъялар үҙгәреп тора. Беҙ һеҙҙең менән мәсеттәрҙе клубҡа әйләндереп, михрабтарында бәҙрәф яһағандарын күреп йәшәнек, әле ул беҙҙең иҫебеҙҙә.
Бөгөн кеше динле, иртәгә Дарвин шикелле тағын бер бәндә килеп сығып, башҡаларҙың башын өйләндереп, шайтан юлынан алып кереп китмәҫ тип, ҡайһыбыҙ гарантия бирә ала. Шуңа күрә, киләсәкте уйлап эш итәргә кәрәк. Таштарҙа ағас, тимер шикелле серей, туҙа, яна торған сифаттар юҡ. Улар Ҡиәмәткә тиклем буласаҡтар. Беҙ, Аллаһтың Ҡөрьәнен хөрмәт итеүсе мосолмандар, үҙебеҙгә иңгән мөбәрәк Китапты бөтөн көсөбөҙҙө биреп һаҡлайыҡ.
Һорау: Таштарға ҡайһы берәүҙәр сүкеп, ә ҡайһы берәүҙәр заманса технологиялар менән һүрәттәр яһаталар. Ҡәбер таштарына һүрәт ҡуйыу хөкөмө нисек?
Яуап: Был мәсьәләгә “ҡәбер өҫтөнә һәйкәлдәр ҡуйыу дөрөҫмө?” тигән һорауға бәйле рәүештә берни тиклем яуап бирелгән ине инде. Әйткәнебеҙсә, йәнле кешеләрҙең, хайуандарҙың һүрәттәрен яһау Аллаһы Тәғәләгә генә хас булған эштер. Уны Ул Үҙе генә яһай һәм ул һүрәттәргә Үҙе генә йән бирә ала. Ә башҡа һүрәт яһаусыларҙы Ҡиәмәт көнөндә, уларға йән керет тип, ҡаты ғазаплаясаҡтар. Һүрәт булған йортҡа фәрештәләр ҙә кермәйҙәр. Зыярат та бит беҙҙең бер йортобоҙ булып һанала. Әгәр унда фәрештәләр керһәләр, нур булыр. Фәрештәләр бит нурҙан яратылған. Фәрештәләр бар ерҙә лә бар тип өмөт итәбеҙ. Әгәр ҡәбер өҫтәрен, зыяраттарҙы һүрәт менән тултырһаҡ, унда ниндәй фәрештәләр керер икән? һәм тағын бер ҡат шуны иҫегеҙгә төшөрөп әйтәһем килә: ҡәбер таштарындағы һүрәттәр ҙә ундағы яҙмалар шикелле оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡтар. Көндәр, йылдар уҙғас, ул ҡәбер ташын ҡуйыусылар үлеп бөткәс, улар, ауып, тағын шул хайуандарҙың аяҡ аҫтарында ҡалмаҫ, келәт менән мунса нигеҙҙәренә, туалет ишек төптәренә ҡуйылмаҫ тип ҡайһыбыҙ гарантия бирә ала.
Хәҙер бер ҡаланан икенсе ҡалаға машина юлдары төҙөйҙәр. Ҡайһы бер юлдарҙы төҙөгәндә, зыяраттар юл аҫтында ҡала тигән хәбәрҙәрҙе телевизорҙан һөйләйҙәр. Тимәк, ундағы ҡәбер таштары ла шул асфальт аҫтында ҡала, уларҙы тапап йөрөйәсәктәр. Бына шуларҙы иҫкә алғанда, нурлы йөҙөңдө тәһәрәт-ғөсөлһөҙ кешеләр тапаясағын уйлағанда, күңелдәр борсола. Ундай нәмәләрҙән ҡотолоу, тыйылыу кәрәк. Аллаһтың һүҙен өҫтөн итеп йәшәһәк, Ул беҙҙе яратыр һәм мәңгелек йәннәтенә керетер.
Һорау: Ҡайһы бер кешеләр, мәйетте күмгәс, ҡәбер янында мәйеткә: “Тупрағың йомшаҡ булһын, беҙ һине онотмайбыҙ”, — тигән Һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итәләр. “Әллә ҡәберҙәге мәйеттәр иҫәндәрҙең Һүҙҙәрен ишетәләрме?” — тигән һорау тыуа. Быға шәриғәт нисек яуап бирә?
Яуап: Әйе, мәйетгәрҙең иманлыһы ла, иманһыҙы ла, мөшриге лә, монафиғы ла, мөртәте лә — барыһы ла ишетә. Быға дәлил дә бар. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм Бәдер һуғышынан һуң, мөшриктәрҙең башлығы булып һуғышта үлгән Әбү Жәһил һәм уның дуҫтары янына килеп: “Аллаһы Тәғәлә беҙгә уәғәҙә ҡылған нәмәгә беҙ ирештек, һеҙгә лә уәғәҙә ҡылған ине, һеҙ ҙә ирештегеҙме?” — тип, уларҙың үле гәүҙәләренә ҡарап әйтте. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ғүмәр р.а ғ. : “Әй Аллаһтың илсеһе, был мәйеттәрҙең рухтары юҡ бит, һин уларға ниңә өндәшәһең?” — тигәс, Аллаһтың илсеһе уға: “Мәйеттәр тере кешеләрҙең һүҙҙәрен ишетәләр, яуап ҡына бирә алмайҙар”, — тип яуап ҡайтарҙы.
Икенсе дәлил: беҙ, мосолмандар, үлгән кешеләрҙең ҡәберҙәре янына килгәс, уларға сәләм бирәбеҙ һәм: “Беҙ ҙә һеҙҙең менән осрашасаҡбыҙ”, — тип әйтәбеҙ. Быны беҙгә Аллаһтың илсеһе Мөхәммәд саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм өйрәтте.
Был дәлилдәргә таянып, беҙ мәйеттәрҙең, ҡайсан үлеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың ишетеү һәләттәре үҙҙәрендә ҡалыуын күрәбеҙ.
Һорау: Мәйеттәр ҡәберҙә ғазапланамы?
Яуап: Әгәр гонаһлы булһалар, ғазапланасаҡтар, уларға ҡәбер ғазабы буласаҡ. Быға Пәйғәмбәребеҙҙең, ике ҡәбер янынан үтеп барғанда, ҡулындағы таяғын һындырып, уларҙы ҡәбер еҫтөнә ағас итеп ултыртыуы дәлил булып тора.
Һорау: Тағын башҡа дәлилдәр бармы?
Яуап: Беҙ, мосолмандар, Пәйғәмбәребеҙҙең саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән һүҙе менән ҡәнәғәтләнәбеҙ, ул әйткән һүҙҙәргә шикләнмәйбеҙ, шуңа күрә башҡа дәлилдәр тәлап ителмәй.
Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм кафыр хаҡында: “Тимерҙән булған сүкеш менән ике ҡолаҡ араһына, йәғни йөҙөнә һуғылыр, шул сағында ул бик ҡаты тауыш менән ҡысҡырыр, уның тауышын кеше менән ендән башҡалар ишетер”, — тине. Һәм тағын өҫтәп:
“Дөрөҫлөктә, уның тауышын хайуандар ишетер”, — тии әйтте. (Бохари)
Шәриғәт дәлилдәренә килгәндә, улар бер генә түгел. Пәйғәмбәребеҙҙең йоҡларға ятҡанда Әл-Мулҡ (Тәбәрәк) сүрәһен уҡырға өндәүе лә дәлил булып һанала. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең бер хәҙисендә: “Әгәр кеше йоҡларға ятҡанда Тәбәрәк сүрәһен уҡып ятһа, ул кеше ҡәбер ғазабы күрмәҫ”, — тигән. Йәғни был хәҙистән беҙ ҡәбер ғазабы бар икәнлеген аңлайбыҙ.
Һорау: Гонаһлы, араҡы эсеп, зина ҡылып, кеше малын урлап, кеше үлтереп йөрөгән бәндәләр үлгәс, уларҙы ҡайҙа ерләргә?
Яуап: Гонаһтарҙың кисерелмәй һәм кисерелә торғандары бар. Әгәр ҙә әҙәм балаһы, кисерелмәй торған гонаһтар эшләп, тәүбә ҡылмайынса үлгән булһа, уны мосолман зыяратына күмәргә ярамай. Әгәр ҙә кисерелә торған гонаһтар ҡылып, шулай уҡ тәүбә ҡылмайынса үлеп китһә, ул барыбер мосолман булып һаналасаҡ, ундайҙар зыяратҡа күмелә. Зыяратҡа тигәс тә, изге-салих бәндәләр, эүлияләр янына күмеү кәрәкмәҫ. Уларҙы зыяраттың бер ситендәрәк махсус урын яһап күмелһәләр, хәйерлерәк буласаҡ.
Һорау: Ни сәбәптән зыяраттың бер ситендә күмергә, улар бит мосолман ?
Яуап: Мәйеттәр тураһында насар уйларға ярамаһа ла, ул гонаһлы бәндәләргә ҡәбер ғазабы булыу ихтималы бар. Әгәр ҙә уларға ҡәбер ғазабы була ҡалһа, йәнәшәлә ятҡан әүлияләргә уларҙың ғазап тауыштары ишетелергә мөмкин.
Мәҫәлән, туғыҙ ҡатлы өйҙә йәшәгәндә, диуар (стена) артында йәшәүсе күршеңде биш-алты кеше кереп аҡыра-баҡыра бик ҡаты ҡыйнағанда, ҡыйналыусы кешенең бик ныҡ итеп ҡысҡырыуҙары һине борсой, һин шул уаҡытта, бандиттар минең дә өйөмә кермәһендәр тип, ишектәреңде бикләп, терәтеп ҡуяһың. Былар яҡшы күренеш түгел.
Икенсе миҫал. Беҙгә сиктәш ике дәүләттең һуғышыуҙары ла беҙҙең дәүләткә зыян килтерә. Ҡайһы бер көслө илдәрҙең Рәсәй сигенә атом ҡоралдарын килтереп ҡуйыуҙары ла рәхәтлек килтермәй, был беҙҙе борсой. Шуның өсөн дә изге әүлияләр ҡырыйына аҫылынып, эсеп үлгән кешеләрҙе күммәү хәйерле, изгеләр янына изгеләр, яуыздар янына яуыздар күмелһә, яҡшыраҡ булыр.
Һорау: Керәшен татарҙарын мосолман зыяратына күмәргә яраймы?
Яуап: Юҡ, ярамай. Сөнки уның дине башҡа, ул христиан зыяратына күмелергә тейеш. Әгәр йәһүҙи икән, уны шулай уҡ үҙ динендәгеләрҙең зыяратына күмеү тейешле булыр.
Һорау: Әгәр бернисә керәшен татарын мосолман зыяратына ялғыш күмгән булһалар, ни эшләргә?
Яуап: Христиан зыяратына күсерергә.
Һорау: Әгәр мосолман кешене христиан зыяратына ялғыш күмгән булһалар, ни эшләргә?
Яуап: Ҡаҙып алып, мосолман зыяратына күсерергә. Быға дәүләт тә ҡаршы килмәй.
Һорау: Зыяратҡа кергәндә һәм унан сыҡҡанда нәмә әйтергә?
Яуап: Мәсеткә кергәндә, сыҡҡанда уҡыла торған айырым доға бар. Ә башҡа урындарҙа, әйтәйек, зыяратҡа кергәндә һәм унан сыҡҡанда “бисмилләһ” әйтеү ҙә етә.
Һорау: Зыяратта ниҡәҙәр ваҡытҡа ҡалырға була, йәғни уның мөддәте күпме?
Яуап: Бер дөйәне боғаҙлап, уны тунап, иген бүлгәнсегә тиклем булған уаҡыт. Был эш ярты сәғәттән бер сәғәткә ҡәҙәр уаҡытты үҙ эсенә алырға мөмкин. Йәғни, бынан аңлашылғанса, зыяратта артыҡ оҙаҡ торорға ярамай, сөнки уның мөддәте күрһәтелгән.
Һорау: Мәйеттәрҙе зыярат ҡылыуҙың ниндәй хөкөмдәре бар? Шулар тураһында аңлатығыҙ әле.
Яуап: Мәйеттәрҙе зыярат ҡылыу өс төрлө хөкөмдә: беренсеһе — сөннәт, икенсеһе — биҙәғәт, өсөнсөһө — ширек.
Һорау: Ҡайсан, ниндәй уаҡытта, нимә эшләгәндә ширек була?
Яуап: Зыяратҡа, ҡәбер эйәһенең ризалығын өмөт итеп, үҙең менән һарыҡ, һыйыр, дөйә һәм башҡа төрлө хайуандарҙы алып барып салыу кисерелмәй торған гонаһ булып һанала. Беҙ, мосолмандар, хайуандарҙы салғанда, Аллаһ ризалығын ғына өмөт итеп салырға тейешбеҙ. Әгәр мәйеттең ризалығын өмөт итеп салһаҡ, был ширек була.
Икенсе миҫал. Ҡәбер эйәләренә барып: “Миңә ярҙам бир: балам юҡ, бала бир, хәлем юҡ, хәл бир, ирем юҡ, ир бир, ҡатыным юҡ, ҡатын бир, аҡсам юҡ, аҡса бир”, — тип һорау ҙа ширек. Беҙ нәмәне генә һораһаҡ та, Аллаһы Тәғәләнән һорарға тейешбеҙ, сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙгә Үҙе шулай ти.
Өсөнсө миҫал. Ҡәбер тирәләй әйләнеү (тауаф ҡылыу) ҙә ширек. Сөнки тауаф Мәккәләге Аллаһ йорто — бәйтуллаһ тирәләй ғенә ҡылына, ул — ғибәҙәт. Мосолмандар ғибәҙәттәрен бары Аллаһ өсөн генә ҡылалар. Ҡәберҙәр янында бындай эшләр эшләү тыйыла.
Дүртенсе миҫал. Ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырған ағастарға, сирҙәрҙән арынайым тигән ниәт менән, ентәр, сепрәктәр бәйләү. Былар барыһы ла мөшриктәрҙең ғәмәлдәренән. Сирҙән ҡотолорға теләһәк, Аллаһҡа ялбарайыҡ, Унан шифа һорайыҡ. Ул ғына шифа биреүсе, Унан башҡа беркем дә шифа бирә алмай.
Һорау: Ҡайсан, ниндәй уаҡытга, нәмә эшләгәндә биҙәғәт була?
Яуап: Әбү Хәнифә мәҙһәбе Ҡөрьән уҡыу, ҡәбер өҫтөнә күләгәһеҙ тәпәш кенә ағастар ултыртыу, ҡәбер өҫтөндә хуш еҫ сығарыр өсөн, ағас яндырып, төтөн сығарыу, роза сәскәһенең һыуын һибеү, бөртөклө ризыҡ сәсеү, ҡәбер янында намаҙ уҡыу кеүек ғәмәлдәрҙе биҙәғәткә керетә.
Һорау: Ҡөрьән уҡыу хаҡында төрлө һүҙҙәр һөйләнә, ҡайһы бер мәзһәбтәрҙә Ҡөрьән уҡыу дөрөҫ тип табыла. Ни өсөн бер мәҙһәб рөхсәт итмәй, икенсеһе рөхсәт итә?
Яуап: Был бик оло мәсьәлә, уны бер-ике һүҙ менән генә аңлатып булмай. Дөрөҫтән дә, имам Шәфиғи мәҙһәбендә ҡәбер өҫтөндә Ҡөрьән уҡыу рөхсәт ителгән һәм уларҙың быға дәлилдәре бар.
Һорау: Имам Шәфиғи мәҙһәбенең дәлиле ниндәй?
Яуап: Ғүмәр ибн Ғабдулғәзиз 99 һижри йылынан 101 йылға тиклем Ер шарындағы мосолмандарҙың әмире булып тора. Ул, үҙе үлгәндә: “Мин үлгәс, ҡәберем янында “Әл-Бәҡара” сүрәһенең башын һәм ахырын уҡығыҙ”, — тип уасыят итеп ҡалдыра, һәм уны күмеүселәр уның уасыятын үтәйҙәр.
“Рияд әс-Салихин” (“Изгеләр баҡсаһы”) тигән китапта имам Шәфиғиның: “Ҡәбер янында Ҡөрьән уҡыу мөстәхәб, Ҡөрьәнде тулы итеп уҡып сығыу тағын да яҡшыраҡ”, — тигән фәтүәһе килтерелгән. Әлбиттә, имам Шәфиги, Пәйғәмбәребеҙҙән йәиһә берәр сәхәбәнән дәлил булмайынса тороп, ундай рөхсәттәрҙе бирә алмай. Сөнки ул — Аллаһы Тәғәләнән бик ҡаты ҡурҡыусы. Ул ошо фәтүәһен дәлилдәргә таянып биргән. Һәм күп мосолмандар, ҡәбер өҫтөндә Ҡөрьән уҡып, уны мәйеткә бағышлайҙар.
Имам Байхаҡыйҙың улы Ғабдулланың ҡәбер өҫтөндә “Әл-Бәҡара” сүрәһенең башы менән ахырын уҡығанын риүәйәт итә. Был хәҙисте ән-Нәүәүи дөрөҫ тип таба.
Һорау: Ни өсөн Әбү Хәнифә мәҙһәбендә Ҡөрьән уҡыу биҙәғәт?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләмдән зыярат һәм бәҙрәфтә намаҙ уҡырга ярамай тип әйткән. Әбү Хәнифә: “Ҡөрьән ул намаҙҙың күп өлөшөн тәшкил итә, шуға күрә Ҡөрьәнде зыяратта уҡырға ярамай”, — тип хөкөм иткән.
Беҙ мәҙһәб ғалимдәре дәрәжәһендә түгел һәм уларҙың ни өсөн шулай төрлө фекерҙә булыуҙарын тикшерә алмайбыҙ. Беҙ — мөкаллидтэр, йәғни эйәреүселәр. Ә улар — мөжтәһидтәр.
Һорау: Биҙәғәт менән ширек булған уаҡыттарҙы аңланыҡ. Ә сөннәте нисек була?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылған һәм зыярат ҡылырға башҡаларҙы ла ҡыҙыҡтырған, хатта әмер ҙә иткән:
“Ҡәберҙәрегеҙҙе зыярат итегеҙ, дөрөҫлөктә зыярат итеүегеҙ үлемде иҫкә төшөрә”, — тине.
Әҙәм балалары үлемде иҫкә төшөрһәләр, ахирәт тураһында уйлаясаҡтар. Ә ахирәтте иҫкә алһалар, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу тураһында уйлай башлаясаҡтар. Ә ғибәҙәтле кеше, үҙенең изгелеген һаҡлар өсөн, бар гонаһтарҙан йыраҡ буласаҡ. Тимәк, ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу файҙалы эш икән. Мосолман кеше, ҡәберҙе зыярат ҡылып, изгелектәр эшләргә һәм яуызлыҡтарҙан һаҡланырға мәжбүр була. Ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылғанда, иң элек Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм шикелле сәләм бирергә кәрәк.
Һорау: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм нисек сәләм биргән һуң?
Яуап: Ғәйшә (р.а.ғ) Пәйғәмбәребеҙҙән нисек сәләм биреү хаҡында һораған. Ул уға:
“Был Йорттағы мөьминдәргә, мосолмандарға сәләм (Аллаһтан тыныслыҡ), Аллаһы Тәғәлә беҙҙән уҙыусыларҙы (йәғни беҙҙән алдан уафат булыусыларҙы) һәм беҙҙән һуңғыларҙы ҡыҙғанһын, уларға рәхимле, миһырбанлы булһын, һәм беҙ, Аллаһ теләһә, һеҙҙе ҡыуып тотасаҡбыҙ (йәғни беҙ ҙә һеҙҙең янға килеп ятасаҡбыҙ), тип әйт”, — тине.
Һорау: Был сәләмде үҙебеҙҙең телдә бирһәң, дөрөҫ булырмы? Әллә уның ғәрәпсәһен өйрәнергә кәрәкме?
Яуап: Әлбиттә, мосолмандар бер-береһенә сәләмде ғәрәп телендә бирергә өйрәнгәндәр. Барыбыҙ ҙа сәләм биргәндә, Пәйғәмбәребеҙгә оҡшап, “әс-Сәләмү ғәләйкүм” тип сәләмдәр бирешәбеҙ, һәм беҙ быға ғәҙәтләнеп тә киткәнбеҙ, уның мәғәнәләрен дә беләбеҙ. Мәғәнәләрен аңламаған кешеләр ҙә ғәрәп телендә сәләм бирәләр. Ә башҡорт-татарсаһы уның ғәрәпсәгә ҡарағанда оҙонораҡ, уның мәғәнәһе: “Һеҙгә Аллаһы Тәғәләнән тыныслыҡ, именлек теләймен”, — тейеү.
Әгәр ғәрәпсә сәләм бирергә өйрәнеү ауыр булһа, башҡорт-татар телендәге мәғәнәһе менән бирһәң дә, зыяны юҡ. Сөнки был бит намаҙ түгел, намаҙҙа беҙ бары тик ғәрәп телендә генә өйрәнеп уҡырға тейеш буласаҡбыҙ.
Һорау: Сөннәткә тура килһен өсөн зыярат ҡылған уаҡытта тағын нимәләр эшләнә?
Яуап: Беренсеһе сәләм булһа, икенсеһе доға ҡылыуҙыр. Мәйеттәр иҫәндәрҙең доғаларына бик мохтаж, мәйеттәр иҫәндәрҙән көн дә доға ҡылыуҙарын өмөт итәләр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләмдән дә, сәхәбәләр ҙә мәйеттәр рухына бағышлап доға ҡылғандар. Беҙ ҙә мәйеттәребеҙгә доға ҡылабыҙ
Һорау: Нимә тип әйтеп доға ҡылырға?
Яуап: Мәйеттәр нәмәгә мохтаж? Беренсенән, гонаһтарын ярлыҡау өсөн Аллаһы Тәғәләнән: “Йә Раббым, ошо мәйеттең бәндәселек менән белеп һәм белмәйенсә ҡылған гонаһтарын кисерһәң ине”, — тип, Аллаһтан кисереүен, ярлыҡауын үтенеп-ялбарып һорайбыҙ.
Икенсенән, “Әй Раббым, ошо мәйеткә мәрхәмәтле бул, уны ҡыҙған, уға ауырлыҡ килтермә”, — тигән мәғәнәләге һүҙҙәр менән Аллаһы Тәғәләгә ялбарабыҙ.
Тимәк, шәриғәттә, сөннәткә тура килгән муафиҡ булған зыярат өс нәмәне үҙ эсенә ала: беренсеһе — сәләм биреү, икенсеһе — доға ҡылыу, өсөнсөһө — үлемде иҫкә алыу, ахирәт тураһында уйланыуҙыр. Имам Шәфиғи мәҙһәбендә дүртенсеһе лә бар, уныһы Ҡөрьән уҡып бағышлауҙыр.
Һорау: Татар-башҡорт мосолман халҡының бик күбеһе Әбү Хәнифә мәҙһәбендә, ләкин, мәйеттәрҙе күмгәс, Шәфиғи мәҙһәбендәгесә, ҡәбер янында Ҡөрьән уҡыйҙар, был һорауға нисек яуап бирерһегеҙ?
Яуап: Әбү Хәнифә мәҙһәбенең элекке ғалимдәре Ҡөрьән уҡыуҙы ҡәтғи рәүештә тыйған булһалар ҙа, һуңғы ғасыр ғалимдәре Ҡөрьән уҡыуға рөхсәт биргәндәр. Шулар араһында Әбү Хәнифә мәҙһәбенең иң оло ғалимдәренән һаналған Ибнү Ғабидин: “Уҡырға ярай”, — тип фәтүә биргән. Шуға Әбү Хәнифә мәзһәбендәге татар мосолмандары ҡәберҙәр янында Ҡөрьән уҡый башлағандар тип фаразлайһы ҡала.
Һорау: Ҡатындарға ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу хөкөмө нисек?
Яуап: Ҡатындарҙың, зыяраттарға барып, мәйеттәргә сәләм биреүҙәре хаҡында ғалимдәр ике фекерҙә.
Беренселәре ҡатғи рәүештә уны тыялар, икенселәре рөхсәт итәләр.
Беренселәренең дәлиле: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм:
“Ҡәберҙәрҙе зыярат итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы Аллаһы Тәғәлә ҡарғаны, ләғнәт ҡылды”, — тине.
Был хәҙистән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу тыйылғанлығы аңлашыла.
Икенселәрҙең дәлиле: Әбү Мүләйнәнең улы, Пәйғәмбәребеҙнең хәләл ефете Ғайшә анабыҙ (р.а.ғ.) өйөнә ҡайтып барғанда, унан: “Ҡайҙан ҡайтып киләһең?” — тип һорай. Был уаҡытта Ғайшә анабыҙ (р.а.ғ.) ир туғаны Ғабдеррахман ибн Әбү Бәкерҙең ҡәберен зыярат ҡылып ҡайта ине. Ибн Әбү Мүләйнә Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатындарға зыярат ҡылырға ярамағанлығы тураһындағы хәҙисен уҡый. Шунан һуң Ғайшә анабыҙ (р.а.ғ.): “Әйе, башта Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡатындарға ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыуҙы тыйған ине, һуңынан ул ҡатындарға зыярат ҡылыуҙы яңынан рөхсәт итте”, — тип яуап бирә.
Был хәҙистән беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу рөхсәт икәнлеген аңлайбыҙ.
Мәккәгә барған хажиялар, хажды ҡылып тамамлағас, Мөхәммәд саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм йәшәгән Мәҙинә ҡалаһына баралар һәм унда Пәйғәмбәребеҙ ҡәберен зыярат итәләр. Йәғни Мәккә, Мәҙинәнең оло шәйехтәре, ғалимдәре был эшкә ҡаршы килмәйҙәр.
Донъялағы мәшһүр ғалимдәрҙең береһе булған имам ән-Нәүәүи хәҙрәттәре лә ҡатындарға ҡәберҙәрҙе зыярат ҡылыу өсөн фәтүә биргән.
Мин үҙемде ғалимдәр төркөмөнән тип һанай алмайым. Ләкин үҙ һүҙемде әйтергә хаҡым барҙыр тип уйлайым. Мөхтәрәм йәмәғәт! Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр, ҡыҙҙар! Мин һеҙгә үҙемдең кәңәштәремде тәҡдим итәм. Ғалимдәр араһында ихтиляфлы мәсьәләләр булғанда, һеҙ уларҙан ситләшегеҙ, иң хәйерлеһе шул. Үҙемдең ҡатыныма шулай кәңәш иткәнгә, башҡаларға ла шундай кәңәш бирәһем килә.
Һорау: Хәҙерге заманда ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар зыяратҡа яулыҡ та бәйләмәй бара, йәй көндәре иһә, кендеген күрһәткән хәлдә, ярым шәрә килеш зыяратҡа керә. Уларҙың шундай хәлдә кереүҙәре гонаһмы, әллә юҡмы?
Яуап: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәүрәттәре ҡапланған булырға тейеш. Әгәр улар, үлгән туғандарын зыярат ҡылыу ниәте менән килеп, тейешле кейемдәр кеймәйенсә зыяраттарға керһәләр, бик ҡаты гонаһлы булалар. Зыяраттарҙа ғына түгел, хатта ҡала-ауылдарҙа, ят ирҙәр янында кендек күрһәтеп, башыңа бәйләмәйенсә йөрөү ҡатғи рәүештә тыйылған. Ундай кешеләр гонаһлы. Мин уларға, тәүбә ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә тәҡдим итәм. Әгәр улар шул хәләттәренән ҡайтмаһалар, уларға ахирәгтә ут ғазабы, йәһәннәм буласаҡ. Ахирәттә генә түгел, бәлки донъяла ла Аллаһы Тәғәлә уларға тейешле язаларҙы бирер, һаҡланығыҙ гонаһ ҡылыуҙан!
Һорау: Мосолман кешеһе кафырҙар зыяратына керә аламы?
Яуап: Әгәр ҙә тыймаһалар, керә лә һәм унда ғибрәтләнә лә ала. Шәриғәттә “унда кермә” тигән һүҙ юҡ.
Ләкин ул доға ҡыла алмай, сөнки унда мосолмандар юҡ. Доғаны мосолмандарҙың гонаһтары истиғфар ителһен тип кенә ҡылып була.
Һорау: Зыяратҡа кергәндә тәһәрәтле булыу кәрәкме?
Яуап: Зыяратҡа кергәндә тәһәрәтһеҙ булһаң да дөрөҫ, берниндәй ҙә зыяны юҡ, ләкин ғөсөллө булыу кәрәк. Дәлил — ғөсөлһөҙ йөрөү бөтөнләй ярамай.
Һорау: Зыяратта үлгән кешенең йыназаһын уҡырға яраймы?
Яуап: Зыяраттан тыш урындар ҙа бик күп. Әлбиттә, зыяраттан тыш уҡыу әфзал (артығыраҡ) һәм хәйерле, дөрөҫ. Мәйеткә уҡыла торған намаҙға “йыназа намаҙы” тейелһә лә, ул намаҙҙы, рөҡүғ-сәждәләре булмау сәбәпле, “доға” тип әйтеп йөрөтәләр. Ә доғаны зыяратта ҡылыу рөхсәт. Ҡәберҙән йыраҡ һәм ситтә булһа ярай.
Һорау: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм ҡәбер өҫтөн бейек итмәҫкә, уның өҫтөндәге тупраҡты бер сөямнән арттырмаҫҡа ҡушҡан. Ә беҙҙең яҡта ҡәбер өҫтөндә ҡайһы саҡта 60-70 сантиметр тупраҡ өйөлөп ҡала. Беҙгә ул тупраҡты ни эшләтергә?
Яуап: Ул тупраҡ йәй еткәс, ямғырҙар яуғас баҫыла, һәм ҡәбер өҫтө, Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу аляйһи үә сәлләм өйрәткәнсә, бер сөям дәрәжәһендә ҡала. Әгәр ҙә тупраҡ баҫылмаһа, ул сағында уны көрәк менән тигеҙләргә туры килә.
Һорау: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы уаҡыттарҙа ҡайһы берәүҙәр башҡа милләттәр шикелле, зыярат өҫтәренә араҡы алып кереп, ҡәбер янында “поминка” яһайҙар.
Араҡы әсеүселәр, үҙҙәре киткәндә, стаканға араҡы һалып, йәнәшәһенә печеньелар, пряниктар ҡуйып ҡалдыралар. Бының хөкөмө нисек?
Яуап: Былар барыһы ла хәрәм эштәр. Бындай эштәрҙе эшләүселәр донъяла ла рәхәт күрмәйәсәктәр, ә ахирәттә урындары йәһәннәмдә буласаҡ. Араҡы эсеү Ислам динендә ҡатғи тыйылған.
Һорау: Ҡайһы бер мосолмандар зыяратта тәмәке тарталар, уларға гонаһ буламы?
Яуап: Ер шарында бер миллиард бер йөҙ миллион кеше тәмәке тарта, шуның биш миллионы рак ауырыуынан үлеп, зыяратҡа күмелә. Тәмәке ул кешене әкренлек менән үлтерергә сәбәпсе нәмәлер. Кеше үлеменә сәбәп булған нәмәләрҙең барыһы ла динебеҙҙә хәрәм хөкөмөндә йөрөй. Икенсе яҡтан ул — исраф. Исраф ҡылыусыларҙы Аллаһы Тәғәлә яратмай, уларҙы шайтан дуҫына һанай. Тәмәкене берҡайҙа ла, берҡайсан да тартырға ярамай. Тәмәке тартыусылар — гонаһлылар. Уларҙы мин, тәүбә ҡылып. Аллаһтың әмерҙәрен үтәргә, тыйғандарынан тыйылырға өндәйем. Аллаһы Тәғәлә ярҙамын бирә. Ул Мәрхәмәтле, Унан ярҙам һорағыҙ, тәмәкегеҙҙе ташлағыҙ, һөҙөмтәһен шундуҡ күрәрһегеҙ.
Һорау: Ҡайһы бер ҡалаларҙа зыяраттар өсөн урын һаталар. Шәриғәттә урын Һатыу хөкөмө нисек?
Яуап: Японияның башҡалаһында мосолмандар, мәйеттәрен күмәргә урын таба алмағас, 700 мең долларға ер һатып алғандар. Уларға ул аҡсаны Сағуд Ғәрәбстаны батшаһы Мәлик Фәхед биргән. Әлбиттә, ерҙе ер өҫтөндәге халыҡ үҙҙәренә кәрәгенсә алған, һәм ул улар ере булып һанала.
Әгәр ҙэ мосолмандарҙың ҡулдарында ер булмаһа, улар уны кемдәндер һатып алырға мәжбүр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм, Мәккәнән Мәдинә ҡалаһына барғас, намаҙ уҡыр өсөн мәсет төҙөнө, һәм мәсет өсөн ерҙе һатып алғаны тарих уҡыусыларға билгеле. Әле ул һатып алған ерҙә мөшриктәрҙең ҡәберҙәре бар ине. Ул үҙенең сәхәбәләре менән ҡәберҙәрҙе икенсе ергә күсерҙе, һуңынан шунда мәсет һалдылар. Әлеге көндә лә ул мәсет бар һәм унда йөҙәр мең кеше берюлы кереп намаҙ уҡый. Әгәр ҙә урынды хөкүмәт бушҡа бирһә, был бик яҡшы. Ә инде хөкүмәттә ер ҡалмаған булһа, барыһын да сәүҙәгәрҙәр һатып алып бөтөрһә, ул сағында кешеләр зыяратты һатып аласаҡтар. Беҙҙең илдә ер күп, әлхәмдү лилләһ, беҙҙә әлегә тиклем ундай мәшәҡәт (проблемалар) юҡ. Киләсәктә лә булмаҫ тип өмөтләнәһе килә.
Һорау: Ҡайһы берәүҙәр, ерҙе һатып алып, уны Аллаһ ризалығы өсөн вәкыф ҡылып, мосолмандарға зыярат өсөн тапшыралар. Ул вәкыф ҡылынған зыярат көндәрҙән бер көндө тулып китһә, уның өҫтөнә өйҙәр һалырға, уны бойҙай-борсаҡ сәсер өсөн баҫыу итәргә яраймы?
Яуап: Мосолмандарға зыярат өсөн вәкыф ҡылынған ерҙе башҡа маҡсат өсөн ҡулланыу ярамай. Ул ер зыярат хөкөмөндә Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡаласаҡ, сөнки ул — вәкыф. Әгәр ҙә ул зыярат көннәрҙән бер көндө тулһа, ундағы мәйеттәрҙең әҫәре бөткәс, йәғни һөйәктәре тупраҡҡа әйләнгәс, яңынан шул зыяратҡа мәйеттәр күмелә башлай. Быңа Мәккәләге зыярат миҫал. Унда бер генә зыярат, бер яғында серей бара, икенсе яғында күмәләр, икенсе яғы сереп бөткәс, тағын беренсе башына ҡайтып күмә башлайҙар.
Ғүмер буйына шулай дауам итә. Әлхәмдү лилләһ, Ислам дине бик киң, бөтөн һорауға яуап бар.
Һорау: Әгәр ҙә ул зыярат хөкүмәттеке булһа, уны япҡандан һуң, уның өҫтөнә өйҙәр һалырға, ағастар ултыртып, парк яһарға мөмкинме?
Яуап: Әгәр ер хөкүмәттеке булһа, ул сағында, ҡәберҙәге мәйеттәр тупраҡҡа әйләнгәндән һуң, өйҙәр, кибеттәр төҙөү һәм унда иген итеү рөхсәт ителә, бер-ниндәй зыяны юҡ.
Һорау: Әгәр бер кеше ерҙе, һатып алып, Аллаһ ризалығы өсөн мосолмандарға вәкыф иттереп бирһә, һәм ул ер көндәрҙән бер көндө тулып китһә, ул ерҙе уаристарына мираҫ иттереп ҡалдыра аламы?
Яуап: Юҡ, сөнки ул Аллаһ өсөн вәкыф ҡылынған, ул ергә мәйет күмеүҙән башҡа нәмә эшләргә ярамай.
Һорау: Бер ҡәбергә ике кеше күмәргә яраймы?
Яуап: Юҡ, ярамай, иллә мәгәр берәр төрлө мохтажлыҡ булһа ғына. Миҫал өсөн, һуғыш уаҡытында, аслыҡ заманында ҡәбер ҡаҙырға кеше юҡ, ә мәйеттәр күп, шул саҡта рөхсәт ителә. Ҡибла яғына беренсе өлкәнерәк кеше ҡуйыла, унан һуң мәйет менән мәйет араһына тупраҡ һибелә, шунан икенсе йәшерәк мәйет, кәрәк булһа өсөнсө мәйет ҡуйып күмелә.
Һорау: Христиан ҡатын мосолман иргә кейәүгә сығып балаға уҙһа һәм йөклө килеш үлеп китһә, уны ҡайҙа күмергә?
Яуап: Был һорауға ғалимдәр, ике ҡәбергә лә, йәғни мосолман ҡәберенә лә, христиан ҡәберенә лә күмелмәҫ, тип яуап бирә. (Әгәр был ҡатын мосолман диненә күсһә, мосолманса ерләнә. Сайт авторы).
Ул ике ҡәберҙең уртаһына күмелә.
Уның ҡарынындағы бала мосолман булһа ла, уны мосолман зыяратына күмә алмайбыҙ, сөнки уның әсәһе христиан динендә. Шулай уҡ христиан зыяратына ла күмә алмайбыҙ, сөнки уның балаһы мосолман. Шуңа күрә айырым күмелә.
Һорау: Вәкыф ҡылынған зыярат тулып, хөкүмәт мосолмандарға башҡа урында бик ҙур ер бирһә, был иҫке зыяратҡа мохтажлыҡ бөтһә, ул урынды файҙаланыу дөрөҫмө?
Яуап: Әбү Хәнифә мәҙһәбендә имам Мөхәммәд вәкыф ҡылынған урынға, кәрәге ҡалмау сәбәпле, мәҙрәсә төҙөргә рөхсәт биргән. Был эште ил хужаһы эшләй ала, тип китаптарында яҙғандар. Йәғни ҡәберҙәге мәйеттәрҙең һөйәктәре тупраҡҡа әйләнеп бөткәндән һуң, зыяраттың урыны файҙаһыҙ ятмаһын өсөн, уны ҡулланыу ярай.
Һорау: Имам Әбү Хәнифә мәҙһәбе ҡәбер өҫтөнә төҙөлгән төрбәләрҙе һәм мәсет башындағы көмбәҙҙәр шикелле ҡоролмаларҙы нисек бөтөрөргә ҡуша?
Яуап: Мөфтий, ҡазый һәм хәҙрәттәр менән йыйылып, халыҡҡа аңлатып, унан ҡотолорға кәрәк. Үҙең генә уны эшләһәң, үҙеңә зыян килтереүең мөмкин, туңа күрә кәңәшләшеп эшләү хәйерле була. Берлектә көс һәм хиҡмәт.
Һорау: Зыяраттың хужалары кемдәр?
Яуап: Кемдең ере, шул зыяраттың хужаһы. Хөкүмәт ере булһа, уға хөкүмәт хужа, бәйтүл малдан булһа, мәсет әһеле хужа. Бер кеше, 10 гектар ер һатып алып, зыярат асып, кешеләргә һатып аҡса эшләһә, һатып алған кеше хужа. Әгәр ул уны мосолмандарға вәкыф ҡылған булһа, тимәк, ул мосолмандарҙыҡы була. Вәкыф ҡылынған ерҙән башҡаны, үҙ милектәре булғас, теләһә нәмә эшләтә алалар.
Һорау: “Теләһә нәмә эшләтә алалар” тигән һүҙҙе нисек аңларға?
Яуап: Зыяратта һуңғы мәйет күмелгәндән һуң 40 йыл үткәс, хужаһы теләһә уның өҫтөнә өй, кибет һала, теләһә ҡәберҙәрҙе тигеҙләп, һөрөп, бойҙай-борсаҡ сәсә, бәрәңге ултырта йәиһә һата.
Һорау: Зыяраттағы мәйеттәрҙе бер ерҙән икенсе ергә, йәғни икенсе зыяратҡа йәиһә ауылдан ҡала, ҡаланан ауыл зыяратына күсереү мөмкинме?
Яуап: Юҡ, мәйеттәрҙе бер урындан икенсе урынға күсерергә ярамай. Әгәр шәрғи зарурият булһа ғына рөхсәт ителә. Мәҫәлән, мосолман кешене христиан зыяратына күмгән булһалар. Йәиһә бер кеше һатып алған урынға, рөхсәтһеҙ килен, ерҙе талап алып, мәйетге күмгән булһалар. Был осраҡтарҙа уны башҡа урынға күмеү рөхсәт ителә.
Һорау: Зыяратта араҡы эсеүселәрҙе күрһәң, уларға нәмә әйтергә, уларҙы унан ҡыуып сығарырға яраймы?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә үҙенең хәҙисендә: “Әгәр бер кеше мөнкәр (насар), ярамаған эште күрһә, уны ҡулы менән туҡтатһын. Ҡулы менән туҡтатырға көсө етмәһә, теле менән туҡтатһын, әгәр теле менән туҡтата алмаһа, күңеле менән ул эшкә риза булмаһын”, тигән.
Шулай булғас, хәҙистә яҙылғанса эш итәргә кәрәк. Булдыра алғаныңды эшләйһең, булдыра алмаһаң, китеп бараһың.
Һорау: Зыяратҡа кергәс, ҡәбер янында ҡайһы яҡҡа ҡарап сәләм бирергә, доға ҡылырға?
Яуап: Арҡаңды ҡыйбла яҡҡа ҡуйып, мәйеттең йөҙөнә табан ҡарап сәләм бирәһең, доғаны иһә ҡиблаға табан ҡарап ҡылаһың. Фиҡһе китаптарында ғалимдәр шулай яҙғандар.
Һорау: Коммунизм төҙөгән 60 нсы йылдарҙа мосолмандар менән иманһыҙҙар һәм башҡа диндәрҙәрҙең зыяраты бергә ине. Улар янына кергәндә йәиһә улар янынан үткәндә, уларға нисек сәләм бирергә?
Яуап: Уларға сәләм биргәндә: “Кем һиҙәйәткә эйәргән булһа, шуларға сәләм (Аллаһтан тыныслыҡ булһын) — тип әйтеп сәләм бирелә.
Һорау: Урыҫ һәм ҡайһы бер башҡа милләттәрҙә мәйеттәрен күмгәндә музыка ҡоралдарында уйнайҙар. Ҡайһы бер мосолмандар араһында ла шундай ғәләмәттәр күренә башланы. Ундай нәмә пәйғәмбәрҙәр, сәхәбәләр, табиғиндәр ваҡытында булмаған. Бөгөн ул беҙҙең арала осрай, мәйеттәрҙе музыка тауышында күмеү хөкөмө ниндәй?
Яуап: Музыка менән мәйеттәрҙе күмеү — коммунизм төҙөгәндә килеп сыҡҡан бер биҙәғәт ғәмәл, ул Ислам динендә юҡ. Ундай биҙәғәт хәрәм, мәкруһ эштәрҙән һаҡланырға кәрәк.
Һорау: Мәйетте кейендереп, табутҡа һалып күмеү хәрәм икәне билгеле. Ә бына мосолмандарға, бигерәк тә имамдарға уның йыназаһын уҡырға яраймы?
Яуап: Мәйетте шәриғәтсә кәфенләгәс, йыназа уҡыла. Ә мәйепе кәфенләү ул важиб булып тора. Важибты үтәмәйенсә, фарыз кифаяны, йәғни йыназа намаҙын уҡып булмай. Башта мәйет йыуыла, унан һуң кәфенләнә, унан һуң йыназа уҡыла. Фикх китаптарында шулай өйрәтелгән. Был — Пәйғәмбәребеҙҙең юлы, уның сөннәтелер. Мосолман кешеһен костюм-салбарға кейендереп, гробҡа һалып күмеү ҡатғи тыйыла, сөнки табуттар, костюм-салбарҙар — барыһы ла сереп исраф була. Әгәр хәҙрәттәр быға юл ҡуйһалар, башҡалар ҙа, кейендереп, табутҡа, һалып, башҡа милләттәргә оҡшатып күмә башларҙар. Шуларҙы иҫкә алып, ғибрәт өсөн ундай йыназаларҙа ҡатнашмау хәйерлерәк. Ундай йыназаларҙа ҡатнашыусы имамдар — Пәйғәмбәребеҙең сөннәтен бөтөрөргә ең һыҙғанып керешеүселәр. Ә биҙәгәттәрҙе арттырыусы ул үҙе лә биҙәғәтсе.
Алма-Атала Морат Насыровтың ҡәбере өҫтөндәге бронза һәйкәлде Алма-Ата хәҙрәттәре тантаналы рәүештә Ҡөрьән уҡып асҡанды гәзит-журналдар аша уҡып белдек. Был ғәмәлгә башҡа наҙан мосолмандарҙың эйәреүе мөмкин. Сөнки бындай үрнәкте хәҙрәттәр үҙҙәре күрһәтте. Костюм-салбарға кейендереп, табутта күмеү үрнәген дә хәҙрәттәребеҙ күрһәтһә, наҙан халыҡ уҙыша-уҙыша ҡиммәтле табуттар һатып алып күмә башламаҫтар тип кем гарантия бирә ала?
Һорау: Ҡайһы бер ҡомло урындарҙа ләхет алып булмай, ундай осраҡта табут менән күмеү мөмкинме?
Яуап: Әбү Хәнифә мәҙһәбенең мәшһүр ғалиме Ибн Ғабидин “Раддүль мухтар” тигән китабында ләхет алып булмаған урындарҙа, ағастан һандыҡ яһан, мәйетте шунда һалып, мәйеттең аҫтына, ҡырыйҙарына ҡом йәиһә тупраҡ һалып, ләхеткә оҡшатып күмәргә рөхсәтен биргән. Әлбиттә, был истисна (айырмалыҡ) булып һанала.
Һорау: Ҡайһы бер ерҙәрҙә, ләхетте алғас, ләхет өҫтөндәге ер ишелә торған була. Ер ишелеп төшмәһен өсөн, ләхетте алғас, һәндерә яһап күмәләр, бының хөкөмө нисек?
Яуап: Ибн Ғабидин һандыҡ яһап күмергә фәтүәһен биргәндән һуң, һәндерә яһау шул фәтүәгә кереп китә. Йәғни улай ҙа күмеү мөмкин икәнлеге аңлашыла.
Һорау: Ҡайһы бер ерҙәрҙә мәйетте күмгәндән һуң, мәйеттең баш осона ултырып, (тәлкин) ҡылына, йәғни “лә иләһә иллә Аллаһ” тип әйтелә, бының хөкөмө нисек?
Яуап: Был беҙҙең Әбү Хәнифә мәҙһәбе китаптарында күренмәй, ләкин имам Шәфиғи мәҙһәбендә уны мөстәхәбкә һанайҙар.
Һорау: Мосолман кешеһе кафыр иленә китеп үлһә, унда кафырҙар зыяратына күмеп ҡуйылған булһа, уны, ҡаҙып алып, мосолмандар йәшәгән ергә алып ҡайтыу дөрөҫмө?
Яуап: Был шәрғи сәбәптәрҙән һанала, шуның өсөн ундай осраҡтарҙа мәйетте алып ҡайтыу рөхсәт ителә.
Һорау: Зыярат тиҙ арала тулып, һөйәктәре сереп бөтмәгән мәйеттәрҙең ҡәберҙәрен асып, уларҙы йыйып, зыяраттың бер мөйөшөндә күмеп, башҡа мәйеттәрҙе күмәр өсөн яңы урындар яһау мөмкинме?
Яуап: Мәккә ҡалаһында нәҡ шул хәл, унда мәйеттәр күп була. Ҡайһы бер ҡаҙығанда һөйәктәр килеп сыҡһа, бер ҡаҙыусылар ул һөйәктәрҙе зыяраттың бер мөйөшөнә алып барып күмәләр. Ә яңы мәйетте ҡаҙылған урынға ерләйҙәр. Беҙҙең ауыл-ҡала зыяраттарында ла ундай хәлдәр булғылай. Ундай осраҡтарҙа, әйткәнемсә, һөйәктәрҙе зыяраттың бер мөйөшөнә күмәргә кәрәк була.
Һорау: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм һәм уның сәхәбәләре Әбү Бәкер менән Ғүмәр (р.а.ғ.) Пәйғәмбәребеҙҙең өйөндә күмелгәндәр. Тимәк, өйҙәрҙә лә мәйеттәрҙе күмеү рөхсәт ителә?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең сәхәбәләрен зыяратҡа күмде. Беҙ уның сөннәтен үтәргә тейешбеҙ. Ә үҙенә килгәндә, ул: “Пәйғәмбәрҙәр ҡайҙа йән тәслим ҡылған булһалар, шул урында күмелә”, — тип әйтеп ҡалдырған.
Һорау: Ҡайһы бер кешеләрҙең гангреналы аяҡ-ҡулдарын табибтар операция яһап киҫәләр. Ул киҫелгән аяҡ-ҡулдарҙы ҡайҙа күмергә?
Яуап: Әлбиттә, уларҙы зыяратҡа күмәргә кәрәк. Ләкин нисек? Ул һорауға яуап ике төрлө генә була ала:
1) Киҫкәндән һуң, берәр сепрәккә төрөп, зыяратҡа алып барып күмәһең.
2) Берәр ерҙә һаҡлап тороп, үҙең үлгәс, ҡәбереңә күмдерәһең. Уның башҡа сараһы юҡ.
Һорау: Ҡайһы бер йыраҡ ҡалаларҙан мәйетте туған еренә, крематорийҙа яндырып, көлөн алып ҡайтып, йыназа намаҙы уҡып күмдерәләр. Был дөрөҫмө?
Яуап: Беренсенән, Ислам динендә гере кешене лә, мәйетте лә яндырырға ярамай. Икенҫенән, йыназа намаҙы уҡыр өсөн мәйетте тейешле дәрәжәлә йыуыу важиб. Мәйет яндырылған булһа, тимәк, важиб үтәлмәгән.
Важиб үтәлмәгәс, фарыз кифая ла үтәлмәй, йәғни уға йыназа уҡылмай.
Һорау: Сәләм биргәнде мәйеттәр ишетә, тинек, ә улар сәләм биреүселәрҙе таныйҙармы һәм сәләмгә яуап ҡайтаралармы?
Яуап: Был һорауға Пәйғәмбәребеҙҙең, саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм, хәҙисе менән яуап бирәйек:
Ибн Ғаббас, Аллаһ унан риза булһын, Пәйғәмбәребеҙҙең: “Берәү донъяла йәшәгәндә таныш булған, белгән ҡәрҙәшенең ҡәбере янынан үтеп барғанда сәләм бирһә, ул үлгән ҡәрҙәше уны таныр һәм сәләмен ҡайтарыр”, — тигәнен риүәйәт итә.
Аңлатма: үлгән кешеләргә йәндәре ҡайтарыла, һәм улар ер өҫтөндәге сәләм биреүселәрҙе таныйҙар, уларға сәләмдәрен ҡайтаралар.
Мәйеттәр беҙҙең доғаларыбыҙға бик мохтаж. Зыяраттарға барып, уларға сәләм бирәйек, улар, беҙҙе танып, сәләмдәребеҙгә ҡаршы сәләм ҡайтарырҙар. Улар өсөн Аллаһы Тәғәләнән истиғфар ҡылайыҡ, гонаһтары ярлыҡанһын тип ялбарайыҡ. Аллаһы Тәғәлә, доғаларыбыҙҙы ҡабул итеп, мәйеттәребеҙҙең хәлдәрен яҡшыртыр, мәйеттәребеҙ шатланыр-һөйөнөр.
Әгәр ҡәбер өҫтөндә “поминка” яһалһа, араҡы эселһә, мәйеттәр был яуыз, хәрәм ғәмәлдән тағын да ҡатыраҡ борсолорҙар, ҡайғырырҙар.
Һорау: Уафат булыусының йыназаһын уҡып күмгәндәрен мәйеттең дуҫтары һуңынан ғына ишеткән булһалар, уларға зыяратта ҡәбер янында тағын бер ҡат йыназа уҡыу мөмкинме?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ уаҡытында ла нәҡ шундай хәл булды. Зыяратта яңы мәйеттең ҡәберен күргәс, Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм сәхәбәләренән: “Был кемдең ҡәбере?” — тип һораны. Сәхәбәләр уға, фәлән кешенең ҡәбере, тип әйттеләр. Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм унан: “Ниңә миңә хәбәр итмәнегеҙ?” — тип һорағас, сәхәбәләр: “Һеҙ йоҡларға ятҡан инегеҙ, һеҙҙе борсойһыбыҙ килмәне, шуңа күрә үҙебеҙ генә йыназаһын уҡып күмдек”, — тип әйттеләр. Шунда Пәйғәмбәребеҙ саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм уларҙы: “Мин һеҙҙең арала йәшәгәндә, башҡа улай эшләмәгеҙ”, — тип тәнҡитләне. Шунан ул ҡәбер янына килеп, уның артына сәхәбәләр теҙелеп баҫып, яңынан йыназа уҡынылар.
Әгәр ҙә мәйеткә йыназа намаҙы уҡып күмелгән булһа, йыназа намаҙы — фарыз кифая, ул бөтөн кеше өҫтөнән төшә. Әгәр мәйеттең дуҫы, туғаны уҡымайынса ҡалған булһа, уҡырға теләге булһа, зыяратҡа кереп, йыназаһын Пәйғәмбәребеҙгә оҡшатып уҡый ала. Аллаһу әғләм.
Һорау: Әгәр мәйеттең дуҫы уның уафатын бер йылдан һуң ғына белһә, бер йылдан һуң йыназа намаҙын уҡыу дөрөҫмө?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ ҡайһы бер мәйеттәргә 8 йылдан һуң йыназа намаҙы уҡыған. Шулай булғас, беҙгә лә дөрөҫ. Йыназа намаҙы ул бит мәйеткә доға. Ә доға мәйеттәргә файҙа гына.
Һорау: Ата-әсәләре, үлгәндә, балаларына уасыят әйтәләр, ул уасыяттарҙың ҡайһы берҙәре хәрәм. Миҫал өсөн, минән ҡалған аҡсаларҙың яртыһын мәсеткә, яртыһын сиркәүгә илтеп бирегеҙ, йәиһә ҡәберем өҫтөнә 5 метр бейеклектә бронзанан һәйкәл яһатып ҡуйығыҙ, йәиһә минең кәүҙәмде Мәккә ҡалаһына илтеп күмегеҙ тиһә, был осраҡта ни эшләргә?
Яуап: Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, уасыяттар ике төрлө була. Беренсеһе уңың шәриғәттә бар, уларҙы үтәргә кәрәк. Икенсеһе — хәрәм, йәғни үтәргә ярамай.
Әйтәйек, мәйеттән ҡалған мал мәйет теләгәнсә бүленә алмай. Уны Аллаһы Тәғәлә бүлгән, һәм Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә бүләргә кәрәк. Мәйеттең малдары биш өлөшкә бүленә.
Беренсе: уны ерләү өсөн кәрәкле сығымдар алына.
Икенсе: кешеләргә бурысы булып, түләмәйенсә үлгән булһа, улар түләнә.
Өсөнсө: зәҡәтен сығармаған булһа, малының зәҡәте сығарыла. Хаж ҡылырға ниәтләп ҡуйған булһа, бара алмайынса үлеп китһә, балалары, хаж ҡылыр өсөн күпме аҡса кәрәк шуны айырып ҡуйып, мәйет исеменә бер кешене ялдап хаж ҡылдыртырға тейеш булалар. Ғөмүмән, Аллаһҡа ниндәй бурысы булһа, шулар түләнергә тейеш.
Дүртенсе: шәриғәт сиктәренән сыҡмаған уасыятгары булһа, улар үтәлә. Шәриғәт сиктәренән сыҡҡандары булһа, улар үтәлергә тейеш түгел.
Бишенсе: быларҙан ҡалған мал — уариҫтарға ҡала. Улар 25 төркөм кеше. Әгәр ҙә улар хаҡында тәрәнерәк белергә теләһәгеҙ, минең тарафтан яҙылған “Мираҫ” (урыҫса “Наследство”) тип аталған китапты уҡып ҡарай алаһығыҙ. Унда барыһы ла бәйнә-бәйнә яҙылған.
Һорау: Үлеүсе кеше балаларына: “Мин үлгәс, кәүҙәмде ауылға алып ҡайтып күмегеҙ”, — тип уасыят әйтһә, уны үтәргәме?
Яуап: Мәккә менән Мәҙинә кешеһе берәр ергә китеп үлһә, улар Мәккә, Мәҙинәгә алып ҡайтыла. Башҡа ерҙәргә алып ҡайтылмай. Башҡа кешеләр иһә ҡайҙа ғүмер иткәндәр, шунда ерләнергә тейеш булалар.
Һорау: Әгәр ҡалала ике зыярат булһа, уның ҡайһыһына мәйетте күмеү хәйерлерәк?
Яуап: Ҡайһында изгеләр, әүлияләр күберәк, шуныһына күмеү хәйерлерәктер.
Һорау: Үлгән кешене бер балаһы бер зыяратҡа, икенсеһе икенсе зыяратҡа күмәргә кәрәк тип тартышһалар, ҡайһыһының һүҙе өҫтөнөрәк була? Мәйет был осраҡта ҡайһыһына күмелә?
Яуап: Әгәр ике зыярат та тигеҙ йыраҡлыҡта булһалар, ул сағында шыбаға һалына. Төрлө йыраҡлыҡта булһалар, ҡайһы яҡын, шуныһына күмелә.
Һорау: Татарстандан хажға барыусылар араһында үлеп ҡалыусылар ҙа осраштырғылай. Уларҙы унда күмеп ҡалдырыу хәйерлерәкме, әллә йәшәгән урынына алып ҡайтыу кәрәкме?
Яуап: Мосолманға иң хәйерле һәм иң бәрәкәтле урын — Мәккә ҡалаһы. Әгәр бер кеше хаж ҡылғанда үлеп китһә, шул изге ерҙә күмелеүе бик бәрәкәтле һәм хәйерле була.
Һорау: Ҡайһы бер мәйеттәрҙең үлгәндә аяҡ-ҡулдары өҙөлә. Ул өҙөлгән аяҡ-ҡулларҙы ҡайҙа күмәргә?
Яуап: Мәйет менән бергә күмелә.
Һорау: Аварияға эләгеп үлгән кешеләрҙе зыяраттарға алып ҡайтып күмәләр. Әммә туғандары улар күмелгән ҡәбер өҫтәренә лә, үлгән ерҙәрендә, йәғни юл буйҙарында ла ҡәбер таштары урынлаштыралар. Юл буйына бындай таштар ҡуйылырға тейешме?
Яуап: Әгәр ҙә кешеләр үлгән һәр урында таш (памятник) ҡуя башлаһаң, ул сағында ер өҫтө шулар менән тулыр ине?! Бөйөк Ватан һуғышында ғына ла 27 миллион кеше һәләк була. Уларҙың барыһына ла памятник ҡуйылһа, 27 миллион памятник тигән һүҙ. Әгәр ер шарында алты миллиард халыҡ 100 йыл эсендә үлеп бөтһә, барыһының өҫтөнә һәм үлгән еренә таш ҡуйылһа, 100 йыл эсендә 12 миллиард ташты ҡуйыр өсөн берәр квадрат метр ер кәрәк булһа, 12 миллиард квадрат ер исраф булып ятасаҡ. Беҙ, мосолмандар, исрафтан һаҡланырға тейешбеҙ. Аллаһтың ниғмәттәрен дөрөҫ иттереп ҡулланып, Уның ризалығына ирешер осоп файҙалы ғәмәл-ғибәҙәтгәр ҡылып йәшәргә бурыслыбыҙ. Был һүҙҙәрҙән яуап аңлашыла.
Йомғаҡ
Аллаһтың рәхмәте менән “Мосолман зыяраттары” тигән китапты яҙып тамамланым. Ләкин әле яҙғандарым бөтөн мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алғандыр тип уйламайым. Мин өмөтләнәм, был китапты уҡығас, тағын бик күп һорауҙар тыуар. Уларҙы һеҙ: 423802, Татарстан, Яр Саллы ҡалаһы, Үҙәк ур., 6 нсы йорт, “Тәүбә” мәсете адресы менән Идрис Гәләүетдин исеменә юллап ебәрә алаһығыҙ. Беҙ, уларға, дәлилдәргә таянып, ғалимдәр менән килешеп яуап бирергә тырышырбыҙ. Әлбиттә, беҙҙең яҙғандар менән бөтөн кеше килешеп тә бөтмәҫ. Сөнки төрлө кешенең ғилем дәрәжәһе төрлөсә.
Ләкин беҙ белгәндәребеҙҙе бер-беребеҙгә аңлатырға, төшөндөрөргә бурыслы.
Әгәр ҙә был китапты уҡып сыҡҡан кешеләр булһа, уларҙан беҙҙең өсөн доға ҡылыуҙарын һорайбыҙ. Мосолман кешеһе доғаға бик мохтаж, беҙҙең өсөн дә доға ҡылһағыҙ ине.
Үәс-Сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ.