Мәйет оҙатыу үә күмеү сауабтары
Мәйет йынаҙа намаҙы уҡыла торған ергә ҡуйылғас башҡа кешеләрҙе тәһәрәт алығыҙ тип көтөп тороу дөрөҫ булмаҫ. Бик үк булмаһа, тәйәммүм алһындар. Намаҙҙа имам булырға башҡа кешенән мөфтий, йә иһә ҡазый, мөхтәсиб һәйбәтерәк. Әгәр улары булмаһа мәхәллә имамы уҡыуы хуп. Шулай уҡ мәйеттең туғандары ла уҡый ала. Әгәр мәрхүм васыят итһә, минең йынаҙамды фәлән кеше уҡыһың тиһә, был дөрөҫ.
«Шүрғәтүл-исләм» китабында шундай мәғлүмәт килтерелә: Ислам сөннәте – йыназа намаҙын уҡыған кеше мәйеттең сауабыннан мәхрүм булмай, сөнки хәҙистәрҙән килә, йынаҙа намаҙҙын уҡыусыға сауаб бер ҡыйрат һәм күмгәндең сауабы ике ҡыйрат. «Ҡыйрат» тип ҙур бер тауға әйтәләр. Хәҙрәти Ғәли раҙийәллаһү ғәнһү Рәсүлүлла ғәләйһиссәләмдән риүәйәт итә: Әгәр бер мөьмин ир йәиһә мөиьминә ҡатын үлгәнен ишетһәләр, уны күмеүҙә ғәнимәт, йәғни ҙур табыш тип бел, сөнки мөьминдәрҙән бер мәйет булһа, Хаҡ Тәғәлә Джәбрәил фәрештәгә әмер итәр, ер йөҙөнә тарат: Аллаһ Тәғәлә ул кешегә рәхмәт итһен, был ҡолдың йә иһә был ҡол ҡатындың йынаҙа намаҙында булһа, ул кеше өйөнә гонаһлары ярлыҡанған хәлдә ҡайта. Шулай уҡ мәйеттең йынаҙаһына ҡатнашырға барған һәр аҙымына ун ике мәртәбә хаж һәм ун ике мәртәбә ғөмрә (кесе хаж) сауабын яҙа, йынаҙа намаҙындағы дүрт тәҡбир өсөн һәр тәҡбиргә ун ике мең шәһит сауабы бирелә, йәнә тән-ағзаларындағы булған һәр төк һанынса бер ҡол азат ителгән кеүек һәм намаҙҙа уҡыған доғаның һәр бер хәрефенә бер пәйғәмбәр сауабы һәм бер йыллыҡ ураҙа сауабы бирә. Йәнә күктәр һәм ерҙәр фәрештәләре уның өсөн истиғфар ҡылалар. Ғәреш алдында бер фәрештә ҡысҡырып: «Әй Аллаһының ҡолы, ғәмәлең ҡабул булды, тырыш, бер уның кеүек ғәмәл ҡылһаң, тәхҡыйҡ, һинең гонаһларың ярлыҡанды», — тип әйтер.
Ирҙәре ризалыҡ биргән ҡатындар төркөмө бер мәйет булғанын ишетеп ҡысҡырышып-илашыу өсөн барыуҙары хәрәм биҙғәт. Аҙымдары һайын йәһәннәмдә бер йорт төҙөлөр. Әгәр ирҙәренең ризалығынан тыш барһалар, был ғазаптар үҙҙәре өсөн янғыҙ килгән сәбәптән булыр. Әммә мәхрәм булмаған ирҙәргә күренеү һәм тауыш менән илау өсөн барыу ҙур гонаһ, хатта зина гонаһынанда олораҡ.
Ибн Ғаббас раҙыйәллаһү ғәнһү риүәйәт итә: Рәсүлүлла бойорҙо: Әгәр йәннәт әһелдәренән булған кеше үлһә, Аллаһ Тәғәлә уны күтәреп барыусы, уға эйәреүсене, уның өсөн йынаҙа намаҙҙында ҡатнашыусыны ғазапларға ояла».
Мәйет оҙатыу
Хәләлдән кәфен киҫеп, мәрхүмде ашыҡтырыу вәжиб ғәмәл.
Әбү Бәкер Сиддыҡтан риүәйәт ителә: Мине шул намаҙ уҡыған кейемем менән ерләгеҙ (уның кейеме аҡ төҫтән була). Был хәбәрҙә төрлө мәғәнәләр бар. Кәфендәрҙең хәйерлеһе шул, тик аҡтан, шөбһәһеҙ хәләлдән була.
Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләмдең: Мәйеттәрегеҙҙе зиннәтле итегеҙ – тип әйтеүе аҡ кәфенгә һәм хәләлдән кәфенләгеҙ, тигәнде белдерә. Ебәк туҡымаға төрөп күмеү биҙғәт һанала. Шуны ла белергә кәрәк, мәрхүм ҡиммәт булған туҡыма менән кәфенләргә әйтеп ҡалдырып, үҙ ғаиләһен мохтаж итеп ҡалдырыу мәкрүһ. Сөнки күргәнебеҙсә, шәриғәттә кәфенде һаҡлауға ҡарағанда ғаиләңде ҡарау мөһимерәк булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәфене биш өлөш, өсөһө ирҙәрҙеке кеүек. Бәлиғ булыуға яҡын булмаған гонаһҙар бер ҡат кәфен менән төрөлһәләрҙә дөрөҫ.
Мәйет йыуғанда ғәүрәт еренә ҡулы менән теймәйҙәр, сөнки күҙ менән ҡарау хәрәм булған кеүек яланғас ҡул менән ҡағылыу ҙа хәрәм. Мәйеттең ҡулын йыуыу, ауыҙын сайҡау һәм танауынан һеңгертеү кәрәк түгел.
Мәйет йыуыу тәртиптәре ошо биттә://nazir1965.com/din/m%D3%99jette-jyuyu-%D2%BB%D3%99m-k%D3%99fenl%D3%99%D2%AF.html
Әгәр бер ҡатын үлеп, уны йыуырға ҡатындарҙан берәүҙә булмаһа, уны никахланған ире йыуа. Әгәр инде никахланған ире булмаһа, был мәйет ҡатынға тәйәммүм эшләйҙәр. Сөнки күҙ менән ҡарау нисек хәрәм булһа, ҡул менән ҡағылыуҙа шулай уҡ хәрәм. Был осраҡта бейәләй, йә бирсәткә кейеп тәйәммүм эшләнә. Ҡатындың никахлы ир мәйетен йыуыу дөрөҫ. Жөнөб булған кеше һәм хәйеҙле ҡатынға мәйетте йыуыу мәкрүһ. Мәйеттең эргәһендә Ҡөръән уҡыуҙа мәкрүһ.
Ҡатындарға ебәктән кәфенләү дөрөҫ.
«Шүрғәтүл-ислам»да килтерелә: сөннәт Исламдан, мәйетте йыуыу үҙе бер нәсихәт. Ғәнимәт күреп, үҙ теләге менән башҡа кеше мәйетең йыуыуҙа ҡатнашыр кәрәк.
Хәҙистә килә: бер мәрхүмде йыуып, кәфенләп һәм йыназаһын уҡып, ҡәберенә иңдереп, мәйеттә булған кәмселектәрҙе һөйләмәһә, йыуыусының бөтөн гонаһтары кисерелер.
Мәғлүм булғанса, мәйетте йыуыу Рәсүлдең сөннәте, һәр кешегә лайыҡлы ғәмәл, белмәһә белгән кешенән һорап өйрәнә. Хәленән килгән тиклем тырыша. Мәйетте йыуып Рәсүлүлла ғаләйһиссәләмдең сөннәте торғоҙа, гонаһына кәффәрат итә. Әгәр бер кеше ғүмерендә асылда мәйет йыумаһа, Ҡиәмәт көнөндә был сөннәттә ни өсөн ҡатнашманың, тигән һорау алдында ҡуйылыр. Әгәр бер кеше мәрхүм йыуыуға түләү тотонһа, ул түләү дөрөҫ түгел. Сөнки хозурына важиб булған ғәмәлгә түләү дөрөҫ түгел. Мәйетте күтәреү түләүе шулай уҡ. Ләкин ул кешенән башҡа йыуыусы һәм күтәреүсе булмаһа, был тәҡдирҙә түләү дөрөҫ. Мәғлүм булғанса, мәйет йыуыу, күтәреү, йыназа намаҙын уҡыу кеүек фарыз кифая ғәмәлдәр өсөн түләү дөрөҫ булмаҫ.
Беҙҙең яҡтарҙа йыуған өсөн яңы кейем-һалымды саҙаҡа итеп биреү йолаһы бар. Бында инде биреүсенең ниәте мәйетенә хөрмәт күрһәткән өсөн бүләк рәүешендә булырға тейеш. Йыуған өсөн түгел (хеҙмәт өсөн), ә мәрхүмде ҡәҙерләгәне өсөн бүләк тигән ниәттә булыуы. Был бүләк биреү мотлаҡ түгел, динебеҙҙә лә юҡ, биҙғәт тейеүселәргә – дингә ни ҡағылышы бар бының? Мәрхүмдең гүр хәйере әлеге уның үҙе, мәйете өсөн саҙаҡа, ғүмере буйы саҙаҡа бирмәгәндәрҙә бар. Был турала ошо биттә видеоны ҡарағыҙ://nazir1965.com/din/sa%D2%99a%D2%A1a-bire%D2%AF-2.html
Ғөсөл ҡылыусы мәйетте йомшаҡ ҡына тоторға тейеш, сөнки мәйетте ҡаты тотһа, мәйет зар ҡыла.
«Раудатүл-ғүләмә»лә килтерелә: Рәсүлүлла ғәләйһиссәләм бойорҙо: әгәр мәйеттең йән биргәндә сиккән зәхмәтен бөтә күктәр һәм ер әһеле белһә, түҙә, сыҙай алмай был хәлдән барыһы ла һәләк булыр ине.
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдән: Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм йән биргәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә уға һорау бирә: «Әй Ибраһим үлем хәлендә, йәнең сыҡҡан ваҡытта ниндәй хәлдәрҙә булдың?» Ул яуап биреп: «Әй Раббым, йәнемде шулай бирҙем, бер бик кескенә энә күҙлегенән бер бик ҙур фил сығарған һымаҡ кеүек булдым», — тине. Хаҡ Тәғәлә әйтте: «Әй Ибраһим, Беҙ үлемдең еңелен һиңә бирҙек». Йәнә хәбәрҙәр килә: «Ғайса ғәләйһиссәләм бер ҡәбер эргәһенән үткәндә бер ҡәберҙең эйәһенең ғазабына дусар булған. Аллаһы Тәғәлә ул ҡәберҙең әһеленә вәхи итте: Ғайса пәйғәмбәргә яуап бир, тип. Ул мәйет терелеп ҡалҡҡас, Ғайса ғәләйһиссәләм унан һораны: «Үлем хәлен нисек белдең? Был ғазабҡа ниндәй сәбәп менән дусар булдың?» Ул мәйет яуап биреп: «Әй Рухулла, йән биргән мәлемде һораһаң, мин доньянан киткәнгә дүрт мең йыл, әле һаман боғаҙымдан үлем әсеһе китмәне. Йән биргән ваҡытты башҡа нәмә менән сағыштырғанда, үлем хәлендә ни йөҙ менән зәхмәт сигеүемде тел менән шәрех итеүгә тәҡәтем етмәҫ ине», — тине. Үлгән ваҡытымда, йәнем сыҡҡан мәлемде шул тиклем ауыртыныуҙарымды күпме һөйләп, аңлатып, әйтеп ҡараһамда, быға һүҙҙәремдә һәм ваҡытымда етмәҫ ине, тигән мәғәнәлә.
Хәҙистә килә: Бер кеше ҡырҡ аҙым араға бер мәйетте күтәреп алып барһа, ҡырҡ төрлө ҙур гонаһҡа кәффәрат була (ҙур ҡырҡ гонаһ кисерелә). Был ҡырҡ аҙым килтереүгә шул сәбәп, беренсе мәйет ятҡан ләхет таҡтаһының уң тарафынан күтәреп, ун аҙым миҡдары үткәндән һуң ғына таҡтаның уң яғынан артҡы мөйөшөн күтәреп бара. Ун аҙым миҡдары үткәндән һуң һул тарафына сығып баш яғынан ләхет таҡтаһын һул яғы менән күтәреп атлай. Ун аҙым миҡдары атлағас, һуңынан һул тарафтың артҡы яғынан күтәреп ун аҙым самалап атлай. Барыһы ҡырҡ аҙым була. Бына ошо ләхет таҡтаһының дүрт мөйөшөнән күтәреп мәйетте оҙатыу ҡырҡ ҙур төрлө гонаһҡа кәффәрат булала инде.
Мәйеттең артынан оҙатып барыу нәфел намаҙҙы хозурындағы сауабы кеүек (төнөн тороп нәфел намаҙы уҡыған һымаҡ). Шулай уҡ мәйетте күреү ғибәрәт һәм өгөт-нәсихәт. Динебеҙҙә күп әйтелә: Ҡәберҙәрҙе үә мәйеттәрҙе күреп, ҡайтыр урынығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ, тип. Һәр саҡта үлемгә әҙер булығыҙ, тиелә.
Оҙатыуҙың тәртибе: мәйеттең артынан барғанда донъя һүҙен һөйләмәйҙәр, көлмәйҙәр, бәлки тиҫбе, тәкбир, тәһлил күп итеп әйтәләр. (Аллаһү әкбәр, Аллаһу әкбәр әшһәдү әннәл-лааһа йүхйии үә йүмиитү үә һүә хәййүл ләә йәмүүт сүбхәнә мин тағәҙҙизә бил-ҡүдрати үәл-баҡа-и үә ҡаһрүл-ғибади бил-мәүтә үәл-фәнә) тип эстән уҡый, тауышын сығармай, Сөнки был урын Ҡиәмәт көнөнә оҡшаған, үлем һәйбәтенә һәр кеше үҙе менән мәшғүл була.
Мәйет күтәрелгәндә, ҡысҡырып Аллаһына зекер әйтмәйҙәр, сөнки китап әһелдәренә, (икенсе дин кешеләре кеүек) оҡшаған һымаҡ була.
«Мазһар» исемле шәрехендә китерелә: Аллаһыны ҡысҡырып зекер иткәндә рияны маҡсат итмәһә дөрөҫ, ә мөстәхәб. Сөнки жәһри (ҡысҡырып) зекер итеүҙең биш файҙаһы бар: береһе, мосолмандар Ислам диненең ғәләмәттәре асыҡ булыуҙан саф һәм бәхетлеләр, ғәнимәт күрерҙәр. Икенсеһе, Аллаһыны зекер итеүҙең бәрәкәте йорттарҙа, һәр тарафта ишеткәндәргә күңелдәре нурланыр. Өсөнсөһө, башланған ваҡытта, һис шикһеҙ, бер аҙ мөьминдәр был зекер әйтеүгә эйәрер, мосолмандарҙы Аллаһына зекер итеүгә эйәртеү бик ҙур сауаб. Дүртенсеһе, йәше, ҡарты, йәнлеһелә һәм йәнһеҙҙелә ул зекерҙе ишетер. Ҡиәмәт көнөндә барыһы ла ишетеүенә шәһәҙәт итә. Бишенсеһе, күңеленә килгән уй ҡысҡырып зекер итеүҙән тыя, баштағы аҡылды йыя, йәғни кешенең барлығы бер ай (ғүмере ҡыҫҡа), был айҙың халҡы тарафтарға тағылған. Донъя шөғөлө өсөн. (Бөтә халыҡты ҡузғытып, ҡысҡырып зекер әйтеп донъя эштәренән айырмағыҙ, тигән мәғәнәлә инде). Йома ваҡыты булһа, мәзин манараға сығып, намаҙға саҡырып Аллаһ зекер итеп ҡысҡырыуы ғына хуп, йәмәғәт йыйылып, мәсеткә килерҙәр. Бына бындай зекерҙең файҙалары күп. Шуға ла беҙҙә шул тәртип, мәйеттең артынан ҡысҡырып зекер итеү килешмәҫ, сөнки беҙҙең әлеге көндәге психологиябыҙ быға әҙер түгел. Әлеге рияға ла инмәҫ өсөн.
Бәзәҙи һәм Куртуби (ҙур ғалимдар) иғтибарға лайыҡ китаптарҙа ни өсөн жәһри (ҡысҡырып) зекер итеүҙе мәкруһ тиҙәр. Был китаптарҙың авторҙары ул аяттарҙы һәм хәҙистәрҙе күрмәнеләрме, тип һорау бирһәләр, яуабы шул, имамдарҙың ихтиләфе — ул рәхмәт, йәғни хәҙистә килгән ғалимдарҙың ихтиләфе рәхмәте, әгәр Ҡөрьәндең бөтә мәғәнәһендә һәм бөтә хәҙистәрендә ғалимдәрҙең ҡәтғи ихтиләфе булмаһа, бөтөн ғалимдар бер мәғәнә хозурына килешһәләр, мосолмандарға ғәмәл-ғибәҙәт ҡылыу өсөн ғәйәт көс кәрәк булыр, (әгәрҙә Ҡөръәндәң һәм хәҙистәрҙәң сыҡҡан мәғәнәләрҙә бар ғалимдар бер фекерҙә булһалар, беҙгә мосолмандарға дин тотоуы бик ныҡ ауыр булыр ине тейелә, шуға ла динебеҙ бер фекерҙә, бер ғалимдың өйрәтеүенә ҡоролмаған). Мәҫәлән, бер бик ҙур ғәскәргә ҡаршы бер үҙен үҙ көсөн менән һуғышырға сыҡҡан кеүек була инде. Һәр мәсьәләне ғалимдар ихтиләф итеүҙәре (тикшереп, беҙгә еткереүҙәре) мөьминдәргә рәхмәт, һәр фекер менән ғәмәл итһәләрҙә, ғалимдәрҙең һүҙҙәре буш түгел. Әһле сөннәт йәмәғәттенең мәҙһәбтәре диндең асылында бер икән, ботаҡтарынанда бер булмайса дүрт булыуы кеүек, (дүрт мәҙһәбкә бүленеүе кеүек), йәнә Ҡөръәндә ҡыйраәт ете булған кеүек, ( Ҡөръәнде уҡығанда ете алым ҡуланыла) йәғни был һорауҙың хасил булған мәғәнәһе был мәртәбәлә бар (үрҙәге һорауға яуап шул (ҡысҡырып зекер әйтеүгә)).
Ҡыҫҡаһы шул: беҙ динебеҙҙә ни эшләп улай-былай һәм тегеләй тип ҡаңғырырға тейеш түгелбеҙ. Меңләгән ғалимдар ғүмерҙәре буйы, быуаттар буйы беҙгә ошо динебеҙҙе алып килеп еткергән икән, шуға таянып йәшәргә тейешбеҙ. Ә аҡыл өйрәтеп, шулай яҙылған, былай яҙылған, дәлиле шул, һеҙҙең динегеҙ дөрөҫ түгел тип, ярһып йөрөгән сәләфит-вахабиттар артынан эйәреү тура юлдан яҙҙыра. Күреп тороуығыҙса уларҙың һәр береһе ғалим булырға маташа, һәр береһе һүҙҙендә дәлил, тип ярһый, һәр нәмә биҙғәт, үҙҙәре шул биҙғәтенә батып йәшәй. Ҡөръәндән һәм хәҙистәрҙән сығып, шулай аңланым, шулай дөрөҫ, тип, шәйех дәрәжәһенә етергә уйлай, ә ғалимдар бит беҙҙең заманда булмаясаҡ! Улар, был мулла дөрөҫ уҡымай, теге мулла саҙаҡа ала, улай дөрөҫ түгел, тик ошо әҙәмде генә тыңлағыҙ һәм уҡығыҙ, тип халыҡты ыҙғыштыралар. Быларҙың үҙһүҙлеге, беренсенән оло гонаһ – ғәйбәттә булыуҙа, икенсенән ата-әсә ризалығынан яҙғандар, ололарға иғтирам, әҙәп тигән нәмәләре юҡ, дини ғалимдарға һәм мәҙһәбтәргә ҡаршылар, үҙҙәренең мәҙһәбе юҡ. Бында уларҙың кире яҡтарын һанап бөткөһөҙ. Уларға ҡарап; бушҡа бит был динегеҙ, бер ниндәй ҙә әжере булмаясаҡ, тип әйтергә ҡала. Беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбенән бик күп дини мәсьәләләргә таянып йөрөһәләрҙә, мәҙһәбте инҡар итәләр. Был ике йөҙлөлөк түгелме?
«Ғимад әл-Ислам»
йыназа намаҙы ошо биттә://nazir1965.com/do%D2%93alar/jynaza-nama%D2%99y.html