Ҡәҙер кисәһе вәғәҙе
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләәтү үәссәләмү ғәлә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәәби әджмәғиин.
Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә һәм Рәсүлебеҙҙең Мөхәммәд Мостафа салләллааһу ғәләйһи үәс-сәләмгә ысын күңелебеҙҙән салауат-шәрифтәребеҙ булһын. Һәм дә иң беренсе Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр килеп киткән бөтөн мөьмин үә мөьминәләрҙең дә рух-шәрифтәренә тип ҡылған изге доғаларыбыҙ булһын.
Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Изге Рамаҙан айыбыҙ һәм йомабыҙ мөбәрәк булһын!
Аллаһы Тәғәлә әйтә:
إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةٍ مُّبَارَكَةٍ إِنَّا كُنَّا مُنذِرِينَ
فِيهَا يُفْرَقُ كُلُّ أَمْرٍ حَكِيمٍ
«Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтим-мү-бәәракәтин иннәә күннәә мүңҙириин»
«Фииһәә йүфраҡу күллү әмрин хәкиим»
«Беҙ уны мөбәрәк төндә күндерҙек. Беҙ, ысынлап та, — киҫәтеп өгөтләүсе!».
«Ул төндә һәр хикмәтле әмер айырым бирелә», Әд-Духан (44) сүрәһе, 3-4 аят.
Был аятта һүҙ Ҡәҙер кисәһе тураһынла бара. Ҡәҙер төнө ҡасан була һуң? Уны ҡайһы төндән эҙләргә? Ҡайһы бер ғалимдәр әйтә: ул — Рамаҙандың 21-се төнө, икенселәре — 23 сө төнө, өсөнсөләре — 25-се төнө, ә күпселек ғалимдар — ул 27-се төн, тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ҡәҙер кисәһен Рамаҙандың һуңғы ун төнөнөң таҡ төндәрендә эҙләгеҙ», — тигән. Ғалимдар уны күберәк егерме етенсе кисәһендә тиҙәр. Имам Әбү Исхаҡ әйтә: «Ҡәҙер кисәһендә «Ләйләтил Ҡадр» кәлимәһе өс мәртәбә зекер ҡылынды. «Ләйләтил Ҡадр» кәлимәһенең хәрефтәре туғыҙ хәреф (ғәрәп хәрефтәре менән), өс ерҙә туғыҙ егерме ете була, Ҡәҙер кисәһе Рамаҙандың егерме етенсе кисәһе булалыр». Имам Шәфиғи мәҙһәбе буйынса Рамаҙан айының 17 сө көнө, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә әйтеүенсә — 27-се кисәһе. Дөйөм ҡараштан, Ҡәҙер кисәһе, Рамаҙан айының 20-се көнөнән алып 30-сы кисәләрендә булыр, тиелә.
Был Ҡәҙер кисәһендә һәм көндәрендә әжер-ғибәҙәттең сауабын тел менән әйтеп, ҡәләм менән яҙып бөтөрөү мөмкин булмаған. Мосолмандар ысын күңелдән, бындай мөбәрәк кистәрҙә доға-ғибәҙәт ҡылырға ниәтләнеп әҙерләнәләр.
Рамаҙан айының һуңғы ун төнө башҡа төндәрҙән, ҡәҙерле үә әжерле, фазыйләтле Ҡәҙер кисәһе булыуы менән айырылып тороуҙан ғибәрәт. Раббыбыҙ үҙенең Китабында Ҡәҙер кисәһе тураһында айырым бер сүрә лә иңдергән: «Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. (Хәҡиҡәт шулдыр ни, Беҙ уны (Ҡөръәнде) Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек.) Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.( Ҡәҙер кисәһенең нәмә икәнен һин беләһеңме?) Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр. (Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк.) Тәнәззәлүл-мәләә’икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр. (Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Ябраил), Раббының рөхсәте илә, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-бер артлы инеп кенә торорҙар.) Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.(Ҡәҙер кисәһе – именлек кисәһе – таң ата башлағанға тиклем дауам итә.)» Ысынын да, ибн Ғаббас әйтә: «Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримде Ҡәҙер кисәһендә Ләүхүл мәхфүздән алып донъя күгенә иңдерҙе». Һәм һуңыраҡ егерме өс йыл дәүерендә Ер йөҙөнә өлөшләтә-өлөшләтә Ҡөръәнде тулыһынса индерҙе, тигән.
Ҡәҙер кисәһе Мөхәммәд ﷺ өммәтенә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән махсус бер кисәлер. Башҡа пәйғәмбәрҙәргә бындай кисә бирелмәгән. Был кисәнең мең айҙан да хәйерлерәк булғанын дин ғалимдары, Рәсүлулла ﷺ дән килгән хәбәрҙән шулайыраҡ аңлаталар:
Рәсүлуллаһ ﷺ бер көн сәхәбәләренә Бәни Исраил ҡәүеменән Шәмгун исемле бер әҙәмдең ҡылысын тағып мең ай (80 йылдан артыҡ) Аллаһ юлында жиһад итеүе хаҡында аңлатҡас, сәхәбәләр хайран ҡалып, ғәжәпләнеп: «Был ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙә беҙ быға нисек ирешербеҙ?» — тинеләр. Рәсүлүллаһ ла бының хәленә хайран булып, Аллаһтан: «Минең өммәтемдән дә берәү шундай булһа ине», — тип үтенәһе килә. Шунан һуң ул доға ҡыла: «Йә Раббым, минең өммәтем ғүмер яғынан бик ҡыҫҡа ғүмерле, ғәмәл яғынан иң әҙ әйҙәнең», — тип әйтә.
Шул мәле Аллаһ Тәғәлә: «Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлелер», — тип аят кәлимәһен индерә, Ҡәҙер кисәһен уға бирә. Һәм Хәбибенең (яратҡан, һөйгән пәйғәмбәре) мөбәрәк теләген ҡеүәтләндереп бойора: «Әй Хәбибем, Ҡәҙер кисәһе һинекелер, һәм өммәтеңдекелер. Бәни Исраилда булған үә Аллаһ юлында мең ай жиһад иткән ул кешенең ғәмәленән хәйерлелер. Ҡиәмәткә тиклем һәр Рамаҙан шәрифтә бер тапҡыр килер». Рәсүлүллаһ ﷺ тағын да бер көн әйтте: «Бәни Исраил пәйғәмбәрҙәренән дүртеһе һикһән йыл дауамында Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт иттеләр, бер файҙалы төшөнсәгә эйә була алманылар! Былар Аюб, Зәкәриә, Һәркил һәм Юша инеләр».
Сәхәбәләр ошо хәдис шәрифте ишеткәс аптырашта ҡалдылар. Шул ваҡыт Аллаһу Тәғәлә бойороғо менән Джәбраил килеп: «Әй, Мөхәммәд ﷺ! Һинең өммәтең был пәйғәмбәрҙәрҙең Аллаһуға бер фәтүәһе булмаған 80 йыллыҡ ғибәҙәтенә тиңләшерҙәр. Ысынында иһә Аллаһу Тәғәлә һиңә яхшырағын ебәрҙе», — тип, Ҡәҙер кисәһе аяты Кәримәһен уҡый.
Ибн Ғаббас радыйәллаһү ғәнһү әйтте: «Ҡасан Ҡәҙер кисәһе булһа, Джәбраил ғәләйһиссәләм менән башҡа күп фәрештәләр менән ер йөҙөнә төшөрҙәр, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән һәр бер ғибәҙәт ҡылыусыға юлыҡһалар: „Йә Раббым, был Ҡәҙер кисәһендә доға ҡылыусыларҙың доғаһын ҡабул ит“, — тиерҙәр. Шулай итеп таң атҡансы йөрөрҙәр, таң атҡандан һуң Джәбраил ғәләйһиссәләм: “Әй фәрештәләр! Күккә ашығыҙ! – тип әйтер. Фәрештәләр: “Эй Джәбраил ғәләйһиссәләм! Аллаһы Тәғәлә был Ҡәҙер кисәһендә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең өммәтенә ни ҡәҙәр рәхмәт һәм һөйөнөстәр бағышланы?» — тиерҙәр.
Джәбраил ғәләйһиссәләм: “Әй фәрештәләр! Белегеҙ: Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенә рәхмәттәр ҡылды һәм гонаһтарын ярлыҡаны. Мәгәр дүрт төрлө төркөмде ярлыҡаманы. Ул дүрт төркөмдөң тәүгеһе: иҫерткес эсеүсене, йәғни иҫерткес эсергә даимселек ҡылыусыны. Икенсеһе: ата-әсәһен рәнйетеүсене ярлыҡаманы. Өсөнсөһө: туған менән талашҡан кешене ярлыҡаманы. Дүртенсеһе: үс тотоусыны, йәғни асыу һаҡлаусыны ярлыҡаманы, — тийәр. Был дүрт төрлө гонаһ эйәләре, тәүбә-истиғфар ҡылып, был яман эштәрҙе эшләүҙән туҡтаһалар ярлыҡар.
Ҡәҙер тигән һүҙ — ул ҡөҙрәт тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе — тәҡдир. Был кисәлә фәрештәләр әҙәм балаһының бер йыллыҡ тәҡдирен алып киләләр. Ҡәҙер төнө мең айҙан да ҡәҙерлерәк. Ул төндө доғала, ғибәҙәттә, зекерҙә, намаҙҙа үткәргән кеше мең ай ғибәҙәт ҡылыуҙан да ҙурырак әжер аласаҡтыр. Рәсүлебеҙ ﷺ әйтә: «Кем дә кем Ҡәҙер кисәһен уяу үткәреп ғибәҙәттә булһа, был кисәнән сыҡҡанда әсәһенән яңы тыуған сабый бала кеүек гонаһыҙ сығар», — тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә: «Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк», — тип әйтә.
Мең ай 83 ул йылдан да артыҡ бит, мосолман ҡәрҙәштәрем! Был бер кисәлә 83 йылдан да күберәк ғибәҙәт ҡылдың тип әжер бирелә, был ҡыуаныс-шатлыҡ түгелме ни? Ҡәҙер төнө тыныслыҡ, именлек кисәһелер. Ер йөҙөнә килгән фәрештәләр именлек, тыныслыҡ менән киләләр. Улар күберәк ғибәҙәт ҡылыусылар менән бергә булырҙар, тиелә. Ул кисәлә шайтан да үҙенең мәкерлеген үтәй алмаҫ. Ғәйшә анабыҙ Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ һораны: «Йә рәсүлебеҙ, әгәр мин Ҡәҙер кисәһенә ирешһәм, миңә нисек доға ҡылырға?» — тине. Рәсүлебеҙ ﷺ әйтте: «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни. (Әй Аллам, Һин ғәфү итеүсе, Һин ғәфү итергә яратаһың — ғәфү ит мине, гонаһтарымды ярлыҡа), — тип доға ҡыл», тине.
Хәҙис шәрифтә: «Ҡәҙер кисәһенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә кисереп ғәфү итер», — тиелә.
Хәҙрәте Фатима разыяллаһү ғәнһә Рәсүлебеҙҙән һорай: «Әй, атайым, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ул кисәлә ғибәҙәт итерлек көс-ҡөҙрәте булмаған зәғифтәре нишләр? »
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Яҫтыҡтарын ҡуйып, уға таянып, был кисәлә берәр аҙ ултырырҙар үә Аллаһуға доға ҡылырҙар». Хәҙрәте Ғәйшә риүәйәт итә: «Аллаһ Рәсүле әйте: «Кем Ҡәҙер кисәһен ғибәҙәт менән үткәрһә, ул кисәлә намаҙ ҡылһа, үә тәүбә-истиғфар итһә, Аллаһ уны мәғфирәт итәр, Аллаһтың рәхмәтенә ирешер. Джәбраил фәрештә уға ебәк ҡанаты менән ҡағылыр. Джәбраил кемде лә булһа ҡанаты менән һыпырһа, ул йәннәткә инер».
Төнгө ғибәҙәттәрҙең дәрәжәһе тураһында күп кенә аяттар бар һәм был турала бихисап хәҙистәр килтерелә. Әлеге хәҙистәргә нигеҙләнеп, Мөхәммәд Мостафа Ғәммәрат «Әт-тархибә» хикәйәтендә былай тип яҙа: «Төнгө ғибәҙәттәр ҡальбте һәм күҙҙәрҙе тынысландыра, йәнгә рәхәт булып китә, иблистең төйөнө сиселеп, ғибәҙәт ҡылыу өсөн тән еңеләйә. Төнгө ғибәҙәт йәннәткә юл һала, йәһәннәмдән һаҡлай, Ҡиәммәт көнөнөң Ғәрәсәт майҙанында һорау алыу ҡыйынлығынан азат итәсәк. Әгәр доға ҡабул ителеү ваҡытына тура килә икән, теләктәр ысынға аша. Төнгө ғибәҙәттәр сәләмәтлекте һәм күреү һәләтен яҡшырта, ауырыуҙарҙан йырағайта.
Ғәйшә әсәбеҙ (Аллаһ унан риза булһа ине) еткергән: «Рамаҙандың һуңғы төндәрендә Пәйғәмбәр йоҡламаны һәм үҙенең барлыҡ яҡындарын да әлеге төндәрҙә Аллаһҡа бирелеп ғибәҙәт ҡылырға өндәне».
Төндө ғибәҙәттә үткәреү кешенең дәрәжәһен күтәрә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә шәфҡәт, мәрхәмәт менән ҡараясаҡ, ул Аллаһтың күләгәһендә буласаҡ, эш-ғәмәлдәрҙә һәм уңышҡа бәхеткә ирешер, Аллаһ уны насарлыҡтарҙан һаҡлаясаҡ, һәм унан ҡурҡыу тойғоһо юҡҡа сығар».
Ҡәҙер төнөнөң үҙенә генә хас булған ғәләмәттәре бар. Ул башҡа төндәрҙән айырмалы булараҡ, яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр. Ҡәҙер төнө бик тыныс, тымыҡ, елһеҙ, матур, имен булыр. Ул төндө артыҡ эҫе, йә артыҡ һалҡын да булмаҫ, ямғыр яумаҫ, эттәр өрмәҫ. Шул миҙгел ваҡытының күрһәткестәренең (температура) уртасаһы булыр. Ҡәҙер кисәһендә йондоҙҙар ҙа атылмаҫ. Ҡәҙер кисәһенән һуң килгән көндөң ҡояшы артыҡ сағыу булмаҫ, сөнки ул көндө шайтанға ҡояш менән бергә торорға мөмкин булмаҫ.
Тик бында Ҡәҙер кисәһен тышҡа, урамға сығып тәбиғәт-күкте күҙәтеп түгел, ә ғибәҙәттә булғанда күңелегеҙ менән һиҙерһегеҙ тиелгән.
Шәйх Әбүлхәсән әл-Дәрджәни (Аллаһтың рәхмәтендә булһын): “Бәлиғ булған ваҡытымдан һуң һәр ваҡыт Ҡәҙер кисәһен белмәйенсә үткәрмәнем, һәр йылда Рамаҙан шәрифтә таптым. Әгәр Рамаҙан айы башы дүшәмбе көн булһа, Ҡәҙер кисәһен егерме бише кисәһендә таптым. Әгәр Рамаҙан айы йома көн башланһа, Ҡәҙер кисәһен ун етенсе кисәһендә таптым, әгәр Рамаҙан айы башы шәмбе көн булһа, Ҡәҙер кисәһен егерме өсөһөндә таптым», — тигән. Нисек булһа ла, Ҡәҙер кисәһенә тура килеү өсөн, ошо кисәләрҙе ғәфиллек менән үткәрмәгеҙ.
Борон ғалимдар, Рамаҙан айының бөтә кисәләрендә уяу тороп, бөтә гонаһтарҙан тәүбә-истиғфар ҡылып, бер туҡтауһыҙ ғибәҙәттә булып, был Ҡәҙер кисәһенә тура килеп, Аллаһы Тәғәлә алдында аҡ йөҙлө булғандар. Беҙҙең дә шулар кеүек Аллаһы Тәғәлә алдында доғаларыбыҙ ҡабул булһа, донъя һәм ахирәттә бәхетле булыуыбыҙ шул булыр. Нисек булһа ла ғалимдар һүҙен ҡолаҡҡа алып, яҡшы һәм изге ниәт менән йөрөп, Аллаһы Тәғәлә риза булырҙай ғәмәлдәрҙе ҡылыу юлында булыу кәрәк.
Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Аллаһы Тәғәлә риза булырҙай ғәмәл ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уның барса эштәрен анһат ҡылыр, йәғни еңеллек бирер», — тине.
Изге рамаҙан айы етһә, Раббыбыҙ үҙенең бәндәләренә изгелек ҡылырға Үҙе ярҙам итә. Рамаҙан айында бөтә йәннәт ишектәре асыҡ, шайтандар ҙа башҡа айҙарҙағы кеүек тәьҫир итә алмайҙар, улар ҙа бығауҙарҙа, йәһәннәм ишектәре лә ябылған, нисек инде изгелеккә ынтылмаҫҡа?! Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Изге рамаҙан айы етеү менән, бөтә ожмах ишектәре асылыр, береһе лә ябылмаҫ, бөтөн тамуҡ ишектәре ябылыр, береһе лә асылмаҫ үә бөтә шайтандар бығауҙарға бығауланырҙар», — тип әйткән. Икенсе бер хәҙисендә Рәсүлебеҙ ﷺ шулай уҡ: «Изге рамаҙан айы еткәс, күктән тауыш килер. Фәрештәләр әйтерҙәр: „Әй насарлыҡҡа ынтылыусы, насарлыҡ ҡылыусы, туҡтат насарлығынды, Рамаҙан етте, әй изгелеккә ынтылыусы, ашыҡ, ҡабул итеп ал, Рамаҙан етте. Был кисәлә көн һайын йәһәннәмдән ҡотолоусылар булыр“. Әй Раббым, беҙҙе лә был айҙа йәһәннәм утынан ҡотолоусылар йөмләһенән (халҡынан) ҡылһаң инең, ахирәттә йәннәтең менән шатланыусыларҙан булырға насип әйләһәң ине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: „Әҙәм балаһы Рамаҙан айында ҡылған ғибәҙәттәре өсөн башҡа бер айҙа ла алмаған әжер-сауаптар ала. Бер ҡылған сөннәт ғәмәл өсөн фарыз ғәмәлгә бирелгән сауап бирелә, ә кем бер фарыз ғәмәлен ҡылһа, 70 фарыз ғәмәл ҡылған әжерен алыр“, тип әйткән. Хөрмәтле йәмәғәт, ҡарағыҙ, бер сөннәткә күпме әжер бирелә. Ҡарағыҙ, бер ҡылған фарыз ғәмәлгә шунса фарыз ғәмәлдәр ҡылды, тип яҙылыр! Был рамаҙан айында Аллаһтың рәхмәте ни ҡәҙәр ҙур.
Ошо рамаҙан айының һуңғы ун көнлөгөнөн бер төнөнә тура килгән Ҡәҙер кисәһе тураһында хәҙис шәрифтәрҙә әйтелгәне:
«Ҡәҙер кисәһендә бер тапҡыр «Иннәә әңзәлнә» сүрәһен уҡыған кеше башҡа замандарҙа Ҡөръән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлө»;
»Ҡәҙер кисәһендә бер тәсбих «Сүбхәәнәллааһ», бер тәхмид «Әлхәмдүлилләәһ», бер тәһлил «Аллааһү Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих үә тәһлил әйтеүенән ҡиммәтле"; «Был кисәлә һарыҡ һауып алған тиклем ваҡыт булһа ла ғибәҙәт иткән кеше (йәғни тиҙ генә намаҙ уҡып алған) бер ай дауамында бөтә кисәләрҙе таңға тиклем ғибәҙәттә булыусынан да ҡиммәтлелер»;
«Ҡәҙер кисәһендә өс тапҡыр «Ләә иләәһә илләллааһ» әйтеүсенең беренсеһендә — гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер; икенсеһендә — йәһәннәмдән ҡотолор; өсөнсөһөндә — йәннәткә инер»;
«Ҡәҙер кисәһендә «Ҡәҙер» сүрәһен уҡыған кеше Ҡөръән Кәримдең дүрттән бер өлөшөн уҡыған кеүек булыр» (йәғни бының сауабына ирешер). Рамаҙан айының һәр кисәһендә төрлө ғибәҙәт һәм яҡшылыҡтарҙы даими ҡылыу тейешле. Сөнки был Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айында булыр. Һәм әгәр бер кеше, был Рамаҙан айында, йәстү һәм тарауих намаҙын йәмәғәт менән һис тә ҡалдырмай уҡыһа, ул кешегә Ҡәҙер кисәһенең сауабын бирер.
Был Ҡәҙер кисәһенең көндөҙөндә вайымһыҙ булмаҫҡа кәрәк, унда ла Ҡәҙер төнөндәге сауаптар ни тиклем булһа, шуның тиклем үк сауаптар яҙылырҙар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Әгәр минең өммәтем был Рамаҙан айында ни тиклем рәхмәттәр һәм ни тиклем сауаптарҙың хисапһыҙ булғанын белһә, йылдың бар айҙарыла Рамаҙан айы булһасы, тип теләрҙәр ине».
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: “Бер кеше Ҡәҙер кисәһендә ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, һәр рәкәғәттә Фатиха менән Ихлас сүрәләрен уҡыһа, намаҙҙан һуң, етмеш мәртәбә Әлхәмдүлилләәһ тип әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең урынынан тормаҫ борон уҡ, бөтә гонаһтарын ярлыҡар. Был кешеләр өсөн Аллаһ Тәғәлә фәрештәләр ебәрер, икенсе йылғаса был кешенең изгелектәрен яҙырҙар. Һәм был кеше йәннәттә урынын күрмәйенсә доньянан үтмәҫ", — тип әйткән.
Рамаҙан айында көндәребеҙҙе заяға уҙҙырмайынса, биргән ниғмәттәрҙән файҙаланып, изгелектәр ҡылып йәннәттәрҙә лә бергә булырға насип булһа ине.
Барлыҡ мосолмандар ҙа әлеге төндәрҙе ғибәҙәттә үткәреү өсөн Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә көс-ҡеүәт бирһә һәм доғаларыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡылһа ине.
Йә Раббым, беҙҙең. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙур тырышлыҡтар ҡуйған кисәләрҙә беҙгә лә уяу тороп, ғүмеребеҙҙе заяға уҙҙырмайынса, Ҡәҙер кисәләренә ғәфил булмайынса, Раббыбыҙҙан беҙгә бирелгә был форсаттарҙан (уңайҙарҙан) файҙаланып, был рәхмәттәрен ҡулланып, Аллаһтың рәхмәтенә ирешергә насип итһәң ине.
Йә Раббым Аллаһ! Һин бит ғәфү итеүсе, ғәфү итергә яратаһың. Беҙҙе, ғәзиз ҡолдарыңды, ғәфү ит, белеп үә белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, үҙебеҙгә лә, туғандарыбыҙға ла тәүфиҡ-һидәйәт юлында булырға, донъя һәм әхирәт бәхетенә ирешергә насип ит! Беҙҙе ярҙамыңдан ташлама."
Ошондай доғалар һәм башҡа шундай һорау-үтенестәребеҙ менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итеп, изге Рамаҙан айында, Ҡәҙер кисәһендә генә түгел – йыл әйләнәһендә, тормошобыҙ дауамында – даими ғибәҙәт әһеле булыуыбыҙҙы белдереп, Раббыбыҙҙы ҙурлап, Уға шөкөр итеп һәм мөхәббәтебеҙҙе бағлап йәшәһәк – Раббыбыҙ вәғәҙә иткән оло дәрәжәгә ирешеүселәрҙән булырбыҙ. Ошо оло дәрәжәне Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙгә лә насип ҡылһын, әәмиин.
Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise-olo-ni%D2%93m%D3%99t-ul.html#more-7888
Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html
Ҡәҙер кисәһе көнө: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kis%D3%99%D2%BBe-k%D3%A9n%D3%A9.html
Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html
Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр — ошо биттә уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise-xa%D2%A1ynda-xikm%D3%99tt%D3%99r.html#more-6060
Ҡәҙер кисе намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%A1%D3%99%D2%99er-t%D3%A9n%D3%A9-nama%D2%99y.html
Сүүратүл- Ҡадр (Ҡәҙер сүрәһе): https://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/s%D2%AF%D2%AFrat%D2%AFl-%D2%A1adr-%D2%A1%D3%99%D2%99er-s%D2%AFr%D3%99%D2%BBe.html
Яҙмышты үҙгәртеп буламы?: https://nazir1965.com/din/ya%D2%99myshty-%D2%AF%D2%99g%D3%99rtep-bulamy.html
Тәүбә намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99%D2%AFb%D3%99-nama%D2%99y.html
Ғәфү үтенеү доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%93%D3%99f%D2%AF-%D2%AFtene%D2%AF-do%D2%93a%D2%BBy.html