Яҙмышты үҙгәртеп буламы?
     Башҡорт теле һүҙлегенән ҡараһаҡ — яҙмыш шул уҡ тәҡдир. Тәҡдир — халыҡ ышаныуынса, ниндәйҙер илаһи көс тарафынан алдан билдәләнгән яҙмыш, күрәсәк. Ә яҙмыш (йәки хаҡ яҙмыш) дини ҡараш буйынса, Аллаһ тарафынан алдан уҡ билдәләнгән күрәсәк — тәҡдир. Икеһе лә бер үк мәғәнәлә.
     Имандың бер шарты булған тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышанмаған кеше мосолман булып һаналмаҫ. Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә тәҡдиргә ышаныу кәрәклеге тураһында күп әйтелгән. Тәҡдир — Аллаһы Тәғәләнең бөтә барлыҡ нәмә өсөн алдан әҙерләгән яҙмышы, бөтә нәмә фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән генә була. Бер нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан тыш булмай. Бәндәнең һәр бер эштәре, ҡыланасаҡ яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары Аллаһ Тәғәләгә ҡылмаҫ борон билдәлелер. Бер саң бөртөгө лә ергә, бер япраҡ та, Аллаһтың әмере булмайынса, ағастан өҙөлөп төшмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Аллаһтың күктәрҙә һәм ерҙә булған нәмәләрҙе белгәнен һин белмәйһеңме ни? Ысынлап, улар барыһы ла Китапҡа (Ләүхүл-Мәхмүздә) яҙылып ҡуйылған. Ысынлап, был Аллаһҡа бик еңел» («Хаж» сүрәһе, 70 аят).
     Кеше ул-был эшләгән ҡырын эшен, гонаһтың тәҡдиргә һылтай. Мәҫәлән, кәйефһеҙ йөрөргә, араҡы эсергә, намаҙ уҡымаҫҡа йәки аҫылынып үлергә тәҡдир буйынса бирелгән, тип һанай һәм эсеп йә аҫылынып, йә ауырып йә автоаварияға эләгеп үлгәнде лә Аллаһ тәҡдире буйынса мәрхүм булды тиҙәр. Әйе Аллаһ Тәғәлә тәҡдире менән, сөнки Аллаһ ғына белә беҙҙең был донъянан нисек киттеребеҙҙе, тик бында шуныһы бар – Аллаһ биргән яҙмыш-тәҡдиребеҙ бер йүнәлештә һәм бер юлда ғына түгел. Ер йөҙөнә килеп киткән пәйғәмбәрҙәр һәр саҡ тура юлға өндәгән. Әгәр тура юл булғас, шуға ҡаршы аҙашыу юлдары ла бар. Юлдар хаҡында Аллаһ Тәғәлә «Фатиха» сүрәһендә әйткән. Кешенең өс һайлау юлы бар: Хәҡиҡәт юлына эйәреү, аҙашҡандар юлы һәм динһеҙлектә булыу.
     Урыҫ әкиәтендәге кеүек инде. Бында әкиәт батыры өс юл сатына килеп туҡтай: береһендә атыңды юғалтаң, икенсеһендә үҙең донъя менән һаубулашаң, ә өсөнсөһөндә бәхет. Бында юлдар был әкиәт батырына тиклем алдан уҡ булғандар, уның теләге үә иркенән сығып түгел... Һәм был батырға үҙ ирке менән һайлау юлы — ғүмер һәм именлек ҡуйыла.
     Икенсе бер шейх килтергән миҫалда: шахмат уйнау миҫалы. Шахмат таҡтаһы бар һәм шахмат фигуралары, шахмат фигураларын йөрөтөү йөрөшө (юл, ход һалынған), тик бында уйнаусы һайлай нимәне һәм нисек йөрөргә. Һәм шейх әйтә: Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, һәр беребеҙ ошо шахмат уйнаусыға оҡшағанбыҙ. Һеҙҙең алда шахмат таҡтаһына оҡшаған донъя баҫыуы. Бында донъя юлдары билгеле, Аллаһ Тәғәлә тарафынан һалынған һәм тәҡдирләнгән. Былар: гонаһ һәм ейәнәтселек юлдары, динһеҙлек һәм күп аллалыҡ юлдары, һәм иман, Ислам юлы. Һеҙгә ошоларҙың берәүһен һайлап алыу хоҡуғы бар, шул һайлаған юл ҡағиҙә-закондары буйынса йәшәү һәм яуап бирәһе көн –Хисап көнө бар.
     Имам ибн Ҡаййим әл-Джәүзийә — «Тәҡдиргә ҡағыла ла торған мөһим ҡағиҙә» тигән нәсихәттәрендә яҙа:
     Аллаһ Тәғәлә, бар донъя ихтыяр көсөнә эйә булыусы, үҙ ихтыярына (теләгенә) эйә булыусы ҡолона, әгәр Ул ярҙам итергә теләһә, Ул уға Үҙенең ярҙамын бирә һәм уның күңеленә Үҙенең ҡушыуҙарын һеңдерә.
     Әгәр Ул уны ярҙамһыҙ ҡалдырһа, уның үҙ ихтыярына (иркенә) һәм күңеленә бирә, һәм ул кеше, эҙемтә булараҡ, һайлаясаҡ шуны — нимәне йәне һәм күңеле теләй. Кеше (нәфсе) булараҡ, нимә теләгәне үҙенә, шуға күрә Аллаһ Ҡөръән китабында бының өсөн кешене шелтәләй. Һәм уны (иманлыны)шуның өсөн генә маҡтайҙарҙыр, әгәр ул бынан тыш — мосолман, иманлы, сабыр, изге ғәмәлдәре өсөн, рәхмәте, шөкөр иткәне өсөн, Аллаһынан ҡурҡаны өсөн, тәҡүәле һәм башҡаһы өсөн. Бөтә был нәмәләр кешенең холҡона – тәбиғәтенә үҙенсәлекле өҫтәмә генә ул, һәм был —уның изге теләге. Әммә бер генә изге ниәт — теләге әҙ, нимәлер күберәк кәрәк, ниндәйҙер ярҙам, ә ысынында — Аллаһы Тәғәлә ярҙамы булыуы, шундайыраҡ кеүек булғаны, бер генә күҙҙәрендең сәләмәт булыуы етерлек түгел, күреү өсөн, — тағы шуныһы ла талап ителә тышҡы сәбәптәр булыуы, айырым яҡтылыҡтың — нурҙың булыуы, күҙҙәр менән бәйле булмағаны.
     Күҙ булыу менән яҡтылыҡ булмаһа — күҙ нимәгә кәрәк һуң? Әгәр кешегә тәҡдир һайлау мөмкинлеге юҡ икән – ул ваҡытта һынауҙар, яуызлыҡ һәм изгелек нимәгә кәрәк һуң? Кемделер үлтерҙеләрме, кемдер үлдеме, нимәлер урландымы, кемдер ауырып киттеме — былар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса, Уның ирке, Уның ихтыяры менән. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, кешенең дә ихтыяры бар. Беҙ, тәҡдиргә һылтанып, кәрәкле нәмәләрҙе эшләмәй ултырырға тейеш түгелбеҙ. Улай иткән кешеләр, тимәк, динде дөрөҫ аңламай. Мәҫәлән, мин ниндәйҙер насарлыҡ йәки гонаһ эшләйем икән, бындай тормош «Миңә был яҙылған» тип, яҙмышҡа һылтанып ултырыу ярамай. Шайтан беҙҙе шулай алдай, бигерәктә иманһыҙҙарҙы юлдан яҙҙыра. Беҙ бит тәҡдиребеҙгә нимә яҙылғанын белмәйбеҙ, тимәк, бер нәмәгә ҡарамай яҡшы эштәр эшләргә, хәлебеҙҙе яҡшыртырға ынтылырға тейешбеҙ. Тәҡдир — ул Аллаһы Тәғәләнең сере, һәм беҙгә уны аңларға тырышып, төпкә ҡаҙынырға ярамай. Аллаһ Тәғәлә теләгән һәр нәмә була. Ул теләмәгән нәмә булмайҙыр. Тәҡдир хаҡ булған бер нәмә, уға иман килтереү һәр бәндәгә фарыз. Аллаһ Тәғәләнең тәҡдирендә ғәҙеллек менән тоғролоҡ бергә булалыр. Ул һис бер бәндәне йәбер үә золом итмәйҙер. Кешеләр яҡшылыҡты ла, яманлыҡты ла үҙҙәре теләп ҡылалар. Бары Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙең нимә ҡыласағын алдан белеп торғанлыҡтан, уларҙың ҡыласаҡ яҡшылыҡтарын һәм яманлыҡтарын яратып, бар итеп, тәҡдиргә яҙып ҡуйғандыр.
     Аллаһы Тәғәлә беҙгә нимә ҡушҡан, беҙ, бер нәмәгә лә һылтанмайынса, шуларҙы эшләргә ынтылырға тейешбеҙ: намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, төрлө яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға, харамдан тыйылырға. Ә тәҡдир — ул Аллаһтың сере. Ибн Мүнәббиһ тигән бер ғалим шулай тигән: «Мин тәҡдир (яҙмыш) тураһында күп уйланым һәм һәр ваҡыт аптыраҡта булдым. Шунан аңланым: уның турала күберәк һөйләгән кеше уны (тәҡдирҙе) әҙерәк аңлай, ә уның турала әҙерәк һөйләгән кеше уны яҡшыраҡ аңлай».
    Кеше был тормош ағымына бирелеп, тик ғәмһеҙлеге арҡаһында тәҡдире биргән ниғмәттән, үҙенең үҙгәртәһе торошонан, матур йәшәйешенән мәрхүм. Һайлап ала торған хоҡуҡтан үҙен мәрхүм итә.
    «Һеҙгә килгән бөтә бәлә – үҙ ҡулығыҙ ҡылған (гонаһ) эш арҡаһында. Ә Ул күп нәмәне ярлыҡай». Әш-Шура сүрәһе, 30 аят.
     Хәҙер заман дин белгесе Рамадан әл-Бут: «Бөгөнгө мосолмандар — улар шундай күпселек кешеләр, улар бөтә донъя буйлап таралған, көҙгөһөн ергә ҡойолған ағас япраҡтары кеүек. Әммә уларҙың күп булыуы файҙаһыҙ, сөнки был кешеләр тиҫкәре сифаттарға бирелгән: һүлпәнлелек, дәртһеҙлелек, һүрәнлелек, һалҡын ҡарашлы булыуы. Ғәрәп донъяһы төпһөҙ йотоп тороусы булып көнбайыштың төрлө  буш, юҡ-бар, тәртипһеҙлек һәм әшәкелек продукцияһына дусар».
     Беҙгә лә ошо бер миҙгел донъя төшөнкөлөгөнән сығып үҙ ысын һәм мәңгелек донъя бәхетен һайларға ваҡыт түгелме? Бар ауырыуҙарҙы еңгән, бәхет һәм шатлыҡ килтергән Аллаһ Тәғәлә күрһәткән юлды һайларға һәр кемдең хоҡуғы бар! Хатта доға һәм саҙаҡалар яҙмышты үҙгәртә, тигән дин ғалимдәре.

     Аҫта Сәләх Суҡбаевтың: «Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр» китабынан тәҡдир хаҡында.
     Тәҡдиргә, Ҡиәммәт көнөнә һәм үлгәндән һуң терелеүҙең хаҡ булыуына иман
     Дин өйрәтә: «Яҡшы-яман, файҙалы һәм зарарлы нәмәләрҙең бөтәһе лә Аллаһ ихтыяры менән бар ителгән. Ләкин эштәрҙең хәйерлеһе менән ул риза, яманына ризалығы юҡ».
     Аллаһ, тип өйрәтә дин, кешеләр менән ни булаһын алдан уҡ белеп тора. Уларҙың иманға мөнәсәбәте, инанып үҙенә буйһоноуы йәки иманды инҡар итеп, иманһыҙға әйләнеүе — бөтәһе лә уға билдәле, бөтәһе лә алдан уҡ яҙып ҡуйылған. Артабан инде бәндәнең бәхетле буласағы йәки бәләләргә юлығып, бәхеттән мәхрүм ҡаласағы Уның үҙ ихтыярында.
     Тәҡдирҙең алдан уҡ яҙылып ҡуйылыуы тураһында аяттар һәм хәҙистәр бөтмәҫ-төкәнмәҫ.
     Ғәли ибн Әбү Талибҡа нисбәт итеп биргән бер хәҙистә имам Бохари пәйғәмбәребеҙҙең: «Һеҙҙең арағыҙҙа йә йәннәттә, йә йәһәннәмдә ниндәй урын аласағы тураһында билдәле булмаған бер кеше лә юҡ», — тигән һүҙҙәрен килтерә. «Йә, Рәсүлулла! Улай булғас, игелекле эштәр эшләйем тип беҙгә ниңә тырышырға, тәҡдирҙә яҙылғанға буйһоноп тик кенә ятып булмаймы?» — тиҙәр кешеләр. «Юҡ, — ти пәйғәмбәр, — хәрәкәт итегеҙ, тырышлыҡ һалығыҙ. Тырышлыҡ тәҡдирҙә яҙылғандың яҡшыһына барыу юлын еңеләйтәсәк».
     «Әгәр ҙә кеше Аллаһ күрһәткән урындарға саҙаҡалар бирһә, Аллаһынан ҡурҡып гонаһтарҙан һаҡланһа, Аллаһтың берлеген, Исламдың, Ҡөрьәндең, пәйғәмбәрҙең хаҡ булыуын дәлилләп торһа, уға Беҙ еңеллек һәм рәхмәт урыны булған йәннәткә алып барыусы ғәмәлдәрҙе еңеләйтербеҙ; әгәр ҙә бер кеше һаран булһа, Аллаһы Тәғәләгә һәм Ахирәт ниғмәттәренә мохтаж түгелмен, тип уйлаһа, кәрәкһенмәһә, Аллаһтың берлеген һәм барлығын, пәйғәмбәрҙең хаҡлығын инҡар итһә, Беҙ уға бик тиҙ генә ауырлыҡ һәм ғазап урыны булған йәһәннәмгә алып бара торған боҙоҡ эштәрҙе, ғәмәлдәрҙең насарын эшләүҙе еңеләйтербеҙ», — тигән аяттарҙы уҡый. «Әл-Ләйл» (Төн) сүрәһе, 5— 10-сы аяттар
     Кешегә Аллаһ тәҡдирҙең яҡшыһын да, яманын да яҙып ҡуйған. Әммә яҡшыны йәки яманды эшләү өсөн ҡулын да, телен дә тотоп тормай. Үҙенә кәрәген үҙ ихтыяры менән һайлап алырға мөмкинлек тә бирә. Аллаһтың тәҡдирҙе алдан яҙып ҡуйыуы ла, кем менән нимә буласағын белеп тороуы ла бәндәнең яҡшыны йәки яманды һайлау хоҡуғын юҡҡа сығармай. Әгәр ҙә башҡаса булһа, Аллаһтың бойороуҙарына һәм тыйыуҙарына ихтыяж булмаҫ ине.
     Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Нәфсене, йәки йәнде үҙ файҙаһына яраҡлы итеп яралтҡан Аллаһ менән ант итеп әйтәм: ул йәнгә Аллаһ яуызлыҡты ла, тәҡүәлек менән яҡшылыҡты ла өйрәтте. Нәфсеһен паклап ҡына тора белгән кеше уны гонаһтарҙан да ҡотҡара ала, бәрәкәтен дә биреп тора; яуызлыҡ менән уны гонаһҡа батырған кеше Аллаһтың игелектәренән дә мәхрүм ҡала».«Әш-Шәмс» (Ҡояш) сүрәһе, 7-10-сы аяттар
     Бер һүҙ менән әйткәндә, Аллаһы Тәғәлә бәндәгә үҙенә инанырға, буйһонорға бойора, иманһыҙлыҡ менән буйһона белмәүҙән тыя. Әммә уларҙы һайлау хоҡуғын бәндәнең үҙ ихтыярына ҡуя. Аҙашҡандар, иманы булмағандар, боҙоҡ юлда йөрөгәндәр Аллаһ тәҡдирен, Уның ихтыярын сәбәп итеп алып, тәҡдирҙә яҙылған барыбер булмай ҡалмаҫ тип, теләһә нәмә эшләп йөрөмәһендәр, ти.
     Ҡөрьәндә лә Аллаһ бойора: «Бәндәләргә әйт, — ти, — йәнегеҙ теләгәнде эшләгеҙ, Аллаһ та, Уның рәсүле лә, мөьминдәр ҙә һеҙҙең ғәмәлдәрҙе күрмәй ҡалмаҫ», — ти.«Әт-Тәүбәһ» (Тәүбә) сүрәһе, 105-се аят.
     Тәҡдирҙә яҙылғандар алдына килгәс, күрәһеләрҙе күргәс кенә кешегә «тәҡдирҙә шулай яҙылғандыр» тип әйтергә ярай. Был ваҡыт бәндә Аллаһ ихтыярына буйһоноп, тынысланып ҡала, уйланыу мөмкинлеге ала. Шатлыҡтар килгәндә лә, көйөнөстәр күмеп киткәндә лә Аллаһтың бәндәләрҙе үҙ рәхмәтенән мәхрүм итмәүе билдәле була.
     «Ниәтенә ҡарап ғәмәлдәргә баһа бирелә», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Мөьминдәр әмире Ғүмәр ибн Әл-Хаттабҡа бер ваҡыт урлашып йөрөгән өсөн ҡулы киҫелергә тейешле берәүҙе алып киләләр. «Ҡулы киҫелергә тейеш икән, киҫегеҙ!» — ти Ғүмәр. Шул саҡта уғры бының менән ризалашмай: «Ашыҡмай тор, мөьминдәр әмире мин бит быны Аллаһ тәҡдире менән эшләйем», — ти. Урлашыу минең маңлайыма яҙып ҡуйылған, тиергә теләй, аҡланырға сәбәп таба. «Ә беҙ һинең ҡулыңды ла Аллаһ тәҡдире менән киҫәбеҙ», — ти Ғүмәр.
     «Аллаһы Тәғәлә бер кешегә лә көсө етмәҫ эш тапшырмаҫ, көсө еткәнде генә тапшырыр. Берәү Аллаһ хөкөмдәренә буйһоноп, ғәмәлдәрҙең изгеһен, эштәрҙең файҙалыһын ғына эшләп торһа — файҙаһы үҙенә, әгәр ҙә берәү Аллаһҡа ҡарышып, гонаһ эштәргә насар кәсепкә бирелһә — ғазабы үҙенә», — ти. «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 286-сы аят.
     «Тормошта булып торған бөтә хәл-әхүәлдәрҙе Аллаһ күҙәтеп кенә тора. Улар яралтылмыштарҙың ниәттәренә һәм теләктәренә ярашлы итеп эшләнә, — тип яҙа Шамил Аляутдинов «Ислам тураһында һорауҙарға яуаптар» исемле хеҙмәтендә. — Кеше иһә үҙе һайлаған юлдың хаҡмы йәки ялғанмы булыуы тураһында Ҡиәмәт көнөндә бәндәләр, ендәр, фәрештәләр алдында Аллаһ ҡаршыһында яуап бирер».
     Аллаһ — мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе. Яралтылмыштарҙың береһенә лә Ул насарлыҡ теләмәй, береһен дә насарлыҡҡа өйрәтмәй, упҡынға тартмай. Тәҡдирҙең яҡшыһын да, яманын да яралтып бар иткән икән, тимәк, был нәмә кешенең үҙ файҙаһына. Бәндәгә ул яҡшы менән яманды, аҡ менән ҡараны, изгелек менән яуызлыҡты, иман менән иманһыҙлыҡты, ауырыуҙар менән сәләмәтлекте айыра белергә өйрәнеп, әҙәм булып йәшәү өсөн кәрәк.
     Ҡөрьән өйрәтә: «...Аллаһ һәр нәмәне юҡтан бар итеп, ризығын да, әжәлен дә яҙып ҡуйҙы». «Әл-Фурҡан» (Айырыусы) сүрәһе, 2-се аят
     Бәндәләр араһында ҡайһы берәүҙәр бөгөн хәләл менән хәрәм араһында бер айырма күрә белмәй осоноп-осоноп мал таба. Ҡомһоҙ булыуы сәбәпле дин, иман, Ислам тигәнде күңеленән бөтөнләй сығарып, һәләкәткә бара.
     Дин хөкөмдәренән бөтөнләй хәбәре булмағандарҙан икенселәр ғүмерен — үҙ иркенә, үҙ иркен — донъя ағышына тапшырып, түбәндәрҙең дә түбәнерәк бер еренә төшә: айный алмай, әфиунға ҡул һуҙып ҡына тора, йән ҡыйыуҙан бушамай, йүнле эшкә ҡулы бармай, ғаилә менән йәшәүҙең нимә икәнен белмәй, ғаилә ҡорған хәлдә лә бала тәрбиәләрлек тә хәле юҡ. Етемдәр менән урам тулы, балалар йорттары сабыйҙарҙы һыйҙырып бөтә алмай, ата-әсәләр өсөн ҡарттар йортонда урын етмәй.
     Былар бөтәһе лә уларҙың маңлайына яҙып ҡуйылмаған: динһеҙлектән, иманһыҙлыҡтан килә.
     «Үҙ эштәрегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ, үҙегеҙ эшләгеҙ. Һеҙҙән һәр кемгә Аллаһ үҙе тәғәйенләп яралтҡан эшендә еңеллек бирер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Һәр таңды кеше һөйөнөс менән ҡаршы алырға тейеш, тип өйрәтә Ислам. «Әгәр ҙә ул: «Эй, Аллаһ! Миңә һәм үҙең яралтып бар иткәндәрҙән минең кеүектәргә килеп кенә торған мәрхәмәт-шәфҡәттәрҙең бөтәһе лә — Һинән, Һинең тиңдәшең юҡ, маҡтау һәм ололауҙар ҙа тик Үҙеңә генә!» — тип таңды ҡаршылай икән, тимәк, ул был яҡты таңдар өсөн Аллаһҡа шөкөр итә белә. Был һүҙҙәрҙе кисен әйтеп йоҡоға ятһа, йән тыныслығы алып килгән төн өсөн шөкөр итә», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Үҙенең бер вәғәзендә мөьминдәр әмире Әбү Бәкер, уның менән Аллаһ риза булһын, бер ваҡыт: Былтыр был урында Аллаһ илсеһе үҙе баҫып ине, — тип хәтергә төшөрә лә, күҙ йәштәренә төйөлөп, Аллаһтан үҙегеҙ өсөн бәхет теләгеҙ, сөнки имам килтергәндән һун, бәндәләрҙән бер кемгә лә бәхеттән дә олораҡ игелек бирелгәне юҡ әле», — тигән.
     Ҡәҙер кисендә, — тип аңлата дин, — кешеләрҙең алдағы бер йылға булған ғәмәлдәре һәм яҙмыштар билдәләп ҡуйыла. Тимәк, әлмисаҡтан уҡ яҙылып ҡуйылған тәҡдир кеше үлгәнсе үҙгәрмәй, тип уйларға ярамай».
     Быны Ҡөрьән үҙе лә ҡеүәтләй: «...Алдағы йылға тиклем буласаҡтар — тыуыу, үлеү, ризыҡ һәм башҡа нәмәләр — бөтәһе лә Ҡәҙер кисендә тәғәйенләнеп ҡуйыла.
     Мөьминдәргә ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттәрен белдереп кенә тороу менән бергә Аллаһ уларҙың хәл-әхүәлдәрен дә белә, һүҙҙәрен дә ишетә. Әгәр һеҙ үҙегеҙ ҙә белер булһағыҙ, Ул — Ер һәм күктәрҙең тәрбиәсеһе! «Әт-Духан» (Төтөн) сүрәһе, 4, 6-7-се аяттар.
     Кешеләрҙең йөрөр юлы ла, барыр ере лә бик ҡатмарлы, тип өйрәтә дин.
     Аллаһ әйтә: «Кешене Беҙ михнәттәр сигеп, ауырлыҡтарға түҙеп ғүмер итеү өсөн яралтып бар иттек. Бер кемдең дә миңә көсө етмәҫ тип уйлаймы әллә ул?»
     Аллаһ биргән малды пәйғәмбәр һәм Ислам зарарына сарыф иткәнен дә бер кем белмәй тип тә уйлай күрмәһен. «Һеҙгә — кешегә — Беҙ күрер өсөн — күҙ, һөйләр өсөн — тел, телде тыйып тора белеү өсөн ирендәр бирмәнекме һәм изгелек менән яуызлыҡ юлдарының икеһенән дә алып китмәнекме?». «Әл-Бәләд» (Ҡала) сүрәһе, 4-5, 7-10-сы аяттар.
     Ҡыҫҡа, ләкин үтә лә йөкмәткеле был аяттарҙа кешегә бирелгән өс төрлө матди игелек һәм бер рухи игелек тураһында һүҙ бара. Уларҙың бөтәһе лә Аллаһ тарафынан бирелгән оло хазина. Бер яҡтан — күҙ, тел, ирендәр, икенсе яҡлап — аҡыл, ғилем байлығы йәки уйлай белеү һәләте. Быныһы дин менән динһеҙлекте айыра белеү өсөн.
     Дөрөҫлөктә, күҙ бит кешегә хәҡиҡәтте күреү, ә тел иһә һүҙҙәр ярҙамында уны аңлата белеү өсөн бирелә.
     Тел ярҙамында кешеләр ғүмер-ғүмергә рухи байлыҡтарын уртаҡлашып, уны быуындан быуынға тапшырып килгән, халыҡ, милләт булып йәшәүенән туҡтамаған, тормош тәжрибәһенең һәм ғилемдең аталарҙан балаларға, нәҫелдән нәҫелгә күсәгилешен дауам иткән. Тел булмаһа, кеше матди, рухи һәм мәҙәни үҫештә бер ваҡытта ла бындай юғарылыҡҡа күтәрелә алмаған булыр ине.
     Күреү һәләтен Аллаһ беҙгә яҡтылыҡты ҡараңғылыҡтан, яҡшылыҡты насарҙан айыра һәм шуға ҡарап үҙеңә кәрәклене һайлап ала белеү өсөн биргән. Тимәк, яҙыҡ юлға, тайғаҡ юлға төшкән ваҡыттарыбыҙҙа беҙ үҙебеҙ һайлап алғанды, үҙебеҙ сәскәнде урып алабыҙ.
     Риүәйәттәрҙә пәйғәмбәребеҙҙең: «Кешеләргә Аллаһ: «Эй, әҙәм балалары! Әгәр ҙә телегеҙ һеҙҙе күңел аҙғынлығына төшөрөргә теләһә, уны тыйып тороу өсөн ирендәрегеҙҙе ябығыҙ, мин һеҙгә ирендәр бирҙем; әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ һеҙҙе хәрәмгә ҡарарға мәжбүр итергә теләһә, керпектәрегеҙ, күҙ ҡабаҡтарығыҙ бар — уларҙы ябығыҙ!» — тип нәсихәт бирә», — тигән һүҙҙәрен килтергән.
     Күҙҙәр, тел һәм ирендәр менән бергә бирелгән иң оло бүләк — зиһен, уйланыу, фекер йөрөтөү һәләте, рухи етәкселек.
     «Ике юл — изгелек һәм яуызлыҡ юлы — менән алып киттек тигәндә, Ҡөрьән кешеләге ихтыяр азатлығы — үҙ юлын һайлау хоҡуғы — тураһында хәтергә төшөрөү менән бергә изгелектең ауыр, ҡатмарлы булыуын да аңлатып бирә. Кешенең ғүмер юлы һәр ваҡыт үргә табан күтәрелә. Иманға алып бара. Динһеҙлектең юлы ғына — анһат».
     Аяттарҙа артабан әйтелә: «Улар, — тиелә, — ауыр һәм текә юл менән күтәрелмәне. Текә юлдың нимә булыуын һин беләһеңме? Был — ҡолдарға ирек (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда ла бит төрлө төбәҡтә ҡоллоҡтоң төрлө формалары баш ҡалҡытырға ғына тора), аслыҡтар килгәндә — астарға ризыҡ, үҙ ҡәрҙәштәреңдән булған етемдәргә, фәҡир-меҫкендәргә ярҙам итеү». Шул уҡ сүрә, 11-16-сы аяттар.
     Текә юлдың быныһы иманһыҙҙар өсөн түгел, мосолмандар өсөн ул — Ахирәттең игенлеге.
     «Һеҙҙең алда — тауға ҡарай күтәрелгән ауыр юл Йөгө ауыр булғандар — гонаһлы бәндәләр — унан күтәрелә алмай. Шуға ла мин үргә күтәрелергә мөмкинлек биреү өсөн һеҙҙең йөгөгөҙҙө еңеләйтәм», тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Ысынлап та, Аллаһты танып, ғүмер буйы әҙәп, әхлаҡ ҡыҫаларында йәшәргә тырышыу — бәндә өсөн ауыр хеҙмәт.
     Доға.
     — Эй, Раббым! Һинең ярҙамыңдан башҡа беҙгә тормоштоң текә һуҡмаҡтары менән үргә үрләү еңел булмаҫ. Үргә күтәрелергә ярҙам ит!
     — Эй, Раббым! Беҙгә был донъяла ла иманлы бәндәләр араһында булырға ярҙам ит. Ахирәттә изге, тәҡүә кешеләр менән бергә булырға мөмкинлек бир!

Яҙмыш һәм уның серҙәре: https://nazir1965.com/din/ya%D2%99mysh-%D2%BB%D3%99m-uny%D2%A3-ser%D2%99%D3%99re.html

Нимә ул яҙмыш? https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nim%D3%99-ul-ya%D2%99mysh.html

Тәҡдиргә иман: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/t%D3%99%D2%A1dirg%D3%99-iman.html

Насар яҙмыш юҡ: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/nasar-ya%D2%99mysh-yu%D2%A1.html

Тәҡдир үә ризыҡ:https://nazir1965.com/tarix/t%D3%99%D2%A1dir-%D2%AF%D3%99-rizy%D2%A1.html

Тәҡдир һәм ҡазаға инаныу: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%A1dir-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1aza%D2%93a-inanyu.html