Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул

                                              Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул
     Ислам донъяһында айҙар араһында – Рамаҙан айы, көндәр араһында – йома көнө, кистәр араһында – Ҡәҙер кисәһе иң мөбәрәк үә иң мөҡҡәдәс булараҡ ҡабул ителгән. Был көндө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә Ҡөръән индерелә башлаған. Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айының һуңғы ун көнө араһындалыр, ул билдәле бер төн итеп теүәл билдәләнмәгән. Шуға ла һуңғы был кис-төндәрҙе доға ҡылып, доғалар уҡып, тәүбә итеп уҙҙырырға кәрәк.
     Бер хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Ҡәҙер кисе Рамаҙандың һуңғы ун көнө араһынан, бигерәк тә таҡ һанлы кистәренән эҙләгеҙ», — тигән. Дөрөҫөрәге Пәйғәмбәребеҙ Ҡәҙер кисен теүәл белергә мөмкии тип иҫәпләгән, әммә был кис йәшерен булып ҡалған. Рамаҙан айының һуңғы ун көнөнөң таҡ һандарында – 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се йәки 29-сы кисәһендә Ҡәҙер кисәһе булыуы мөмкин. Ошо көндәр тураһында хәҙистәр бар. (Күберәк 27 кисте әйтәләр. Быйыл (2021 йыл) ул 8 майҙан 9 майға ҡараған төнгә тура килә). Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер нәмәләрҙе йәшергән.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Йома көнөндә сәғәт бар, доғағыҙ шул сәғәткә тура килһә, пәрҙәһеҙ ҡабул булыр, шул миҙгелдә үк тормошҡа ашыр», — тигән хәҙисе бар. Намаҙҙар менән дә эш шулайыраҡ. Улар араһында уртансы намаҙ бар (уның хаҡында ла тиҫтәләгән хәҙис), ләкин теүәл ҡайһыһы уртансы намаҙ икәнен Аллаһы беҙҙән йәшерҙе. Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнө ваҡытын да йәшерҙе, уның ҡасан булыуын белмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең үлемебеҙ ҡасан буласағын әйтә алмайбыҙ. Һәм Ҡәҙер кисәһенең ҡасан булыуын да йәшерҙе. Аллаһы Тәғәлә шуға йәшергәндер, ҡасан үләсәктәрен белмәһендәр тип, шуның өсөн Аллаһ ҡаршына барырға һәр көндө әҙер булыр кәрәк. Ҡиәммәт көнөнөң ҡасан буласағын белмәйһең (ә ул бөгөн үк булырға мөмкин). Йома көнөнөң бер сәғәте йәшерелгән, уның ҡасан икәнен белмәйһең, йома көнөн күберәк ғибәҙәттә үткәреү өсөн. Рамаҙан айының һуңғы ун көнөн ғибәҙәттә үткәреү маҡсатынан, Ҡәҙер кисәһенең төнөн ҡайһы көндә икәнен теүәл белмәйбеҙ. Ҡәҙер кисәһе ниндәй көн ул? Ҡөръән китабы был кисә хаҡында ниҙәр әйтә? Уны нисек уҙҙырырға кәрәк?
     "Әлхәмдүлилләһ, Рамаҙан — Шәриф айын теүәлләп киләбеҙ. Был айҙың һуңғы ун көнө иң ҡәҙерле көндәр һәм иң мөбәрәк төндәрҙән хисаплана, һәр беребеҙ ҙә шуның ҡәҙерен белеп, лайыҡлы рәүештә үткәрергә Аллаһ Раббыбыҙ насип әйҙәһә ине. Кем белә, беҙ киләһе Рамаҙанды әллә күрә алабыҙ, әллә юҡ. Беребеҙ ҙә әйтә алмай, әле мин тағы егерме мәртәбә Ҡәҙер кисәһендә була алам, тип. Йә иһә ҡырҡ йыл ғүмерем бар, тип. Шуға күрә бөгөнгө Рамаҙандың уңайлы ваҡытын әрәмгә үткәрә күрмәгеҙ. Бигерәк тә Ҡәҙер кисәһе яҡынайған көндәрҙә. Аллаһы Сүбхәнә үә Тәғәлә ошо төн хаҡында Ҡөръән-Кәримдә «Ҡадр» тигән бер сүрә бағышлаған. Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр ". — «Беҙ Ҡөръәнде Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек». Йәғни Рәсүлебеҙ ﷺ гә нәҡ 40 йәш тулғас, Тур тауында Рамаҙандың 27-се кисендә, Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдең беренсе һүҙе — биш аятын Рәсүлебеҙ ﷺ гә иңдереп, ул ﷺ был кисәлә Пәйғәмбәр булды. Шунан һуң дауам итеп, Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-Ҡадр». Ҡәҙер кисәһе — ("Ләйләтүл-Ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр «) мең айҙан да хәйерлерәк. Әгәр ҙә төптән уйлап ҡараһаҡ, мең тигән „әлф“ һүҙе хәҙергә һәм исламға тиклем булған ғәрәп телендә лә билдәле меңде аңлатмай. Русса әйткәндә, был „условное обозначение“, — тип аңлатма бирә Рәмил хәҙрәт Юнысов.
     “Мең йыл — 83 йыл да дүрт айға тура килә. Әммә Ҡәҙер кисәһе, 83 йыл ғына ла түгел, меңәрләгән йылдар ғына ла түгел, хисапһыҙ дәрәжәлә ҡәҙерле. Ҡөръән-Кәрим ингән кисә был! Ғайса пәйғәмбәрҙән һуң, 600 йыл үткәс, Аллаһ тағын бер китабын — Ҡөръәнде ебәрә. Ошо 600 йылда кешеләр аҙашып, һаташып, гонаһтарға батып бөттөләр. Улар үҙҙәренең кешелек дәрәжәһен юғалта төшкәндәр ине. Шунан һуң ҡараңғылыҡтан нурға алып сығыусы, әҙәм балаларын әҙәпһеҙлектәрҙән әхлаҡлылыҡҡа, кешелеклек дәрәжәһенә күтәреүсе Ҡөръән иңде. Ҡөръәндә килгән аяттарҙың хикмәтен мең йылдан һуң ғына аса башланылар. Кескенә генә миҫал. XVII-сы быуатҡа ҡәҙәре ғалимдар, фәлсәфәселәр, шул уҡ Аристотель, Птолемей, Франстар Ҡояш та, Ер ҙә әйләнмәй, бер урында тора тип әйттеләр. Был 17-се быуат башында ғына билдәле булды. Ә Ҡөръән Кәримдә VII быуатта уҡ: „Ҡояш үҙенең юлы менән бер ваҡытҡаса тиклем йөрөй, шул ваҡыты уҙғас, Ҡояш һүнә. Ҡояш ҡына түгел, Ер ҙә, башҡа планеталар ҙа үҙҙәренең юлдарында орбита буйынса йөҙәләр“, — тип әйтелә. Мең ай ғына ла түгел, мең йыл уҙғас астылар быны ғалимдар.
     »Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл ҡадр" (Ҡәҙер кисәһенең ни икәнен һиңә аңлатыусы булдымы?) «Ләйләтул Ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр» (Ҡәҙер кисәһе мең айҙан да хәйерлерәк.) «Тәнәззәлүл-мәләә’икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр». (Ул көндә фәрештәләр һәм Изге Рух (Ябраил), Раббының рөхсәте илә, Уның әмерҙәрен еренә еткерер өсөн, бер-бер артлы инеп кенә торорҙар.) «Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр»(Ҡәҙер кисәһе — именлек кисәһе — таң ата башлағанға тиклем дауам итәр). Дөрөҫтән дә, ибне Ғаббас әйтә: «Раббыбыҙ Ҡөръәнде Ҡәҙер-кисәһендә Ләүхүл мәхфүздән алып донъя күгенә иңдерҙе».
     Ҡәҙер тигән һүҙ — ул ҡөҙрәт тигәнде аңлата. Икенсе мәғәнәһе — тәҡдир. Был кисәлә фәрештәләр әҙәм балаһының бер йыллыҡ тәҡдирен алып киләләр. Был төндә беҙҙең яҙмыштарыбыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ҡарай һәм әмер ҡыла: беҙҙең ғүмеребеҙҙе йә оҙонайта, йә ҡыҫҡарта, ризығыбыҙҙы йәки киңәйтә, йәки тарайта. Әҙәм балаһының ҡәльбенә (ихласлығына, күңел йөрәгенә), уның доғаһына ҡараясаҡ Ул. Шуға күрә был кисәлә Аллаһтың оло рәхмәтенә эйә булырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Тәнәззәлүл-мәләә’икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни». «Был кистә бөтөн фәрештәләр ергә төшә», — тип әйтә. Хатта Джәбраил, Микаил, Исрафил — бар булған фәрештәләр ер йөҙөнә төшә. “Раббиһим миң күлли әмр". “Улар Аллаһының рөхсәте менән ергә төшәләр". Риүәйәттәрҙә әйтелә, ер йөҙөнә фәрештәләр шул тиклем күп төшәрҙәр, бер – береһенә урын табыу уларға ауыр булыр. Бөтә ер йөҙө тулыр. Ниндәй уларҙың максаттары? «Сәләәмүн һийә». Һәр бер мосолман янына килеп, фәрештәләр әйтә: «Һиңә Аллаһтың сәләме булһын». Әгәр ҙә һеҙ доға ҡылып ултырағыҙ икән, һеҙ доға ҡылған һайын, ер йөҙөндәге фәрештәләр — Джәбраил, Микаил, Исраилдар һеҙҙең доғаға “Әмин" тип торасаҡтар. Бер минут ҡылаһың икән, бер минут ҡылалар һинең менән. Унан һуң икенсе тарафҡа китәләр. Ике минут ҡылһаң, ике минутҡа киләләр. Таң атҡанға тиклем ер йөҙөндәге бөтә мосолмандар доғаһына барса фәрештәләр «Әмин» тип тора. Бындай мәжлес донъяла юҡ. Ни һораһаң, «Әмин» тип, һиңә Аллаһтың сәләме булһын, Аллаһы Тәғәлә һине ғәфү итһен, тип, бөтә фәрештәләр мосолман кешеһенә әйтәләр (хатта Джәбраил дә әйтә):
     "Был мосолман кешеһен ғәфү ит, йә Раббым, быны рәхимлегең аҫтына ал". Әммә әҙәм балаһының бер кәмселеге бар — ул нәфсе. Бына был кисәлә һеҙҙең нәфсегеҙ иң ҙур дошманығыҙ буласаҡ.
     "Сәләәмүн һийә" тигән һүҙҙең тәржемәһе — мосолман кешеһенә бер шайтан да үәсүәсә ҡыла алмаясаҡ. Белегеҙ, Ҡәҙер кисәһендә, һеҙ, шайтан булмау сәбәпле, үҙегеҙгә үҙегеҙ анализ яһаясаҡһығыҙ. Был кисәлә башығыҙға ниндәй генә боҙоҡ фекерҙәр инһә лә, белегеҙ, ул һеҙҙең фекерегеҙ. Был һеҙҙең кәмселегегеҙ. Шайтандың Ҡәҙер кисәһендә ҡатнашы юҡ. Әгәр ҙә һин доғаны оҙаҡ ҡыла алмайым, « Мин лучше футбол ҡарайым», тип, йә иһә ятып йоҡлайһың икән, тимәк, һин үҙең шундай. Дингә булған мөнәсәбәтегеҙҙе Ҡәҙер кисәһендә беләсәкһегеҙ. Һәм икенсе көндө иртә менән торғас, үҙегеҙгә үҙегеҙ анализ яһағыҙ, дингә ҡарашығыҙ ниндәй? Шунан беләһегеҙ инде һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй мосолман икәнлегегеҙҙе.
     Ҡәҙер кисәһендә Аллаһы Тәғәлә тәҡдирҙе билдәләй. Һеҙҙең ниндәй икәнлегегеҙ, йөҙөгөҙ асыҡтан-асыҡ асыла. Бына ошо төндә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһының бөтә гонаһтарын кисерә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: “Ихлас күңелдән тәүбә ҡылып, иманын яңыртҡан кешеләр, унан һуң изге ғәмәлдәрен арттырған кешеләрҙең ошо Ҡәҙер кисәһенә тиклем ҡылған гонаһтарын юйылмай, ә изге ғәмәлгә әйләндерелә. Бөтә гонаһ изге булып яҙыла. Был Ҡәҙер кисәһендә мосолмандарға Аллаһы Тәғәләнең бүләге була, әгәр ҙә, ихлас күңелдән беҙ тәүбә итеп, үҙебеҙҙең тормошобыҙҙы хәйерле юлда үткәрергә тигән маҡсат ҡуйһаҡ. Һәм дә беҙҙең тағы бер кәмселегебеҙ бар. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә әйтә: “Кемдәр минең Раббым Аллаһ тип әйтә икән, әйткән һүҙҙәрен үтәһен". Йәғни инаныу менән бергә ғибәҙәт тә кәрәк.
     Шуға күрә ысын мосолман кешеһе Аллаһының рәхмәтенә ирешергә теләһә, һүҙ менән генә түгел, хатта төндә тороп, Ҡәҙер кисәһендә доға ҡылып, икенсе көнө үк Аллаһтың ҡушыуын үтәмәй торған юлға күсә икән, Ҡәҙер кисәһенең әһәмиәте ҡалмаясаҡ. Беҙ Ҡәҙер кисәһенән һуң бер башҡа күтәрелергә тейеш. Шунда беҙ киләһе Рамаҙанға тиклем етерлек көс алырға тейешбеҙ. Бына был беҙҙең тормош рәүеше. Донъя менән генә түгел, ахирәткә лә ышаныу — оло бер ниғмәт.
     Беҙ, мосолмандар — күрмәгән нәмәгә ышаныусылар. Аллаһ әйткән һәр бер нәмә үтәлә. Ул VII быуатта әйткән аяттар, мең йылдан һуң, XVII быуатта асылғас, Аллаһы Тәғәлә беҙгә вәғәҙә иткән йәннәт, күп тә үтмәҫ асылыр. Әммә Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең тәфсирендә әйтә: «Йәннәткә ингән иң һуңғы кешенең йортон ҡарап сығыу өсөн ике мең йыл кәрәк буласаҡ». Шуны йәйәү сыҡҡан кеше әйтер икән: «Бынан да яҡшыраҡ тағы нимә бар?» — тип. Йәннәтте беҙҙең донъяның ниғмәте менән сағыштырырлыҡ та түгел.
     Күңелдәребеҙгә игелек бирә торған, күңелдәребеҙҙе йомшарта торған, гонаһтарыбыҙҙы кисерә торған, күңелдәребеҙгә өмөт бирә торған Ҡәҙер кисәләре мөбәрәк булһын! Аллаһы Сүбхәнә Тәғәлә тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул әйләһен!"
                                                                «Өмет», № 56, 2014 йыл, гәзитенән тәржемә
                                     

                         Тәҡдир алмашыныу Бәраәт әллә Ҡәҙер кисәһендәме?
     Интернет киңлектәрендә, шулай уҡ яҙмаларҙа ла тәҡдир алышыуын Бәраәт кисәһе мәҡәләрендә лә уҡып китәһен. Ҡайһы берәүҙәр Бәраәт кисәһендә бер йылға, ә Ҡәҙер кисәһендә ғүмергә тип, тә, ҡайһы берәүҙәр Бәраәт менән Ҡәҙер кисәһе араһында тәҡдир алышына тиҙәр. Был хаҡта Илдар хәҙрәт Хәйруллин яҙғандарын тәҡдим итәм. Нисек кенә булмаһын беҙгә бәхәскә инмәй Аллаһ Тәғәләнең һәр көнө, һәр төнө өсөн шөкөр итеп, биргәненә ҡәнәғәт булып, был оло кистәрҙе лә, башҡа көн һәм төндәрҙелә тәүбә лә һәм ғибәҙәттә үткәрергә насип итһен. ИншаАллаһ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешербеҙ.
     Илдар хәҙрәт Хәйруллин: «Ҡәҙер» тигән һүҙҙең тамыры өс хәрефтән тора: «ҡ», «д», «р». Дөрөҫөн әйткәндә ғәрәп һүҙҙәренең тамырҙары өс хәрефтән генә тора. Мәғәнәһе тәҡдирләнгән, хөкөм ителгән тигәнде аңлата. Сөнки был төндә кешенең йыллыҡ тәҡдире яҙыла. Киләһе йылдағы ризығы, ғәмәлдәре, тормошо һ.б. ошо төндә билдәләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Ҡөръән сүрәһен, аяттарын күп имамдарыбыҙ аңламай. Тәҡдир алышыныу — «Бәраәт» кисәһе шәғбәндең 15-се көнөндә тиҙәр. Был йәһүҙиҙәрҙән килгән һүҙ. Быға ышанып, һаман Аллаһының Ҡөръәненә ҡаршы киләләр. Аллаһы Үҙе ғәфү итһен! Һүҙе лә бит «Ҡәҙер», «Тәҡдир» тип әйткән Раббыбыҙ («Әл-Ҡәҙер» сүрәһе, 1, 2-се аяттар). «Әл-Духхан» сүрәһендә лә Раббыбыҙ ант итеп, айырып әйтә: «Ҡөръән менән ант итәм, беҙ ысынында Ҡөръәнде мөбәрәк төндә иңдерҙек... Был төндә бөтә тәҡдирләнгән хөкөм ителгән эштәр асыҡ айырылып билдәләнәсәк, бөтөнөһөн беҙ ҙә тәҡдирҙәп индерҙек» (2 се, 5 се аяттар).
     "Был «Ҡәҙер» кисәһе (беҙгә тиклем булған башҡа өммәттәрҙең) мең ай буйы (83 йыл 4 ай) ҡылған изгелектәренән дә хәйерлерәк", — тине Раббыбыҙ Үҙе («Әл-Ҡәҙер» сүрәһе, 3 сө аят).
     Сөнки «Өммәтемдең ғүмере 60 йыл менән 70 йыл эсендә», — тине рәсүлебеҙ (с.г.в.). Ә башҡа өммәттәр кеүек, 150, 200 йылдар йәшәй алмайбыҙ. Әҙәм, Нух (с.в.г.с) 1000 йыл йәшәгәндәр. Беҙҙең дәүергә тиклем кешенең буйы ла, ғүмере лә ҡыҫҡарып килде. Шуға Раббыбыҙ һуңғы заманда – фетнә, талаш-тартыш, боҙоҡлоҡ күп заманда, ҡыҫҡа ғүмере менән йәшәгән Мөхәммәд өммәтенә үҙенең ғәҙеллеге, фазлы рәхмәте менән бер үк ғәмәлгә сауабын меңәр тапҡыр башҡаларға ҡарағанда арттырып бирә. «Аллаһы нимә теләй, шуны эшләй» («Әл-Мәидә» сүрәһе, 1-се аят).