Ҡәҙер төнө намаҙы
Ҡәҙер кисе намаҙҙары төрлөсә. Ике рәҡәғәтән алып мең рәҡәғәтҡә тиклем хатта. Аҫта дүрт рәҡәғәт күрһәтелгән.
Ҡәҙер төнөндә дүрт рәҡәғәт намаҙ уҡыла. Ике рәҡәғәттән һуң сәләм бирелә.
Беренсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-'Ҡадр» сүрәһе укыла.
Икенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла.
Өсөнсө рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһе уҡыла.
Дүртенсе рәҡәғәттә бер тапҡыр — «Әл-Фатиха», өс тапҡыр «Әл-Ихлас» сүрәһе уҡыла.
Был намаҙға түбәндәгесә ниәт әйтелә: «Эй, Раббым! Был төн хөрмәтенә, Пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, рәхмәтең хөрмәтенә минең тәүбәләремде ҡабул әйлә. Иләһе ғәфүеңә, иләһе фәйезеңә һәм иләһе изгелегеңә ҡушылыусылар араһына индер».
Намаҙҙан һуң бер тапҡыр:
«Аллааһу әкбәр, Аллааһу әкбәр! Ләә иләәһә илләллааһу үә Аллаһу әкбәр! Аллааһу әкбәр үә лиләәһил- хәмд», — тип, артабан:
- йөҙ тапҡыр «Әл-Ҡадр» сүрәһе,
- йөҙ тапҡыр «Әл-Иншираҡ» сүрәһе уҡыла һәм йөҙ тапҡыр
«Аллааһүммә иннә ғафуун кәриимүн түхиббүл ғафуә фәғфү-ғаннии», — тип әйтелә.
Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса
«Шура» журналы альманағында ошолай яҙылған: Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә Ҡәҙер кисәһендә иң аҙы — ике рәкәғәт, уртаса — йөҙ рәкәғәт, ә иң күбе — бер мең рәкәғәтле намаҙ уҡылыуы хәбәр ителә.
Был намаҙ бары ике рәкәғәттән торһа, «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң һәр рәкәғәттә ике йөҙөшәр аят уҡыу кәрәк. Был намаҙ йөҙ рәкәғәттән уҡылһа, «Әл-Фатиха» сүрәһенән һуң һәр рәкәғәттә бер тапҡыр «Әл — Ҡадр» һәм өс тапҡыр «Әл-Ихлас» уҡылырға тейеш Һәр рәкәғәттән һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғәйшәгә раҙыаллаһу ғанһүгә өйрәтеп ҡалдырған әлеге доғаны уҡырға кәрәк: «Аллаһүммә иннәкә ғәфүүн түхиббүл-ғәфүә фәғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфү итеүсе һәм (гонаһлы бәндәләреңде) ғәфү итергә яратаһың. Ғәфү итсе мине!»
Был намаҙҙы тап ошо рәүешле уҡыу мотлаҡ түгел, әммә уны шулай уҡыу мәслихәт булыуын хәбәр итеүсе риүәйәттәр бар. Төп маҡсат булып иһә мосолмандарҙың был төндө ғибәҙәт һәм зекерҙә үткәреүе тора.