Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр

                                                              Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр

     — Был кис, — тип аңлата дин ғалимдары, — мөьмин- мосолмандарҙың үҙҙәре өсөн тип тәғәйенләп ҡуйылған Рамаҙан айындағы иң ҡәҙерле кистәрҙең береһе — атап әйткәндә, Тәҡдир кисе булараҡ ул, ғөмүмән, бер үҙе мең айҙан оҫтөнөрәк, мең айҙан яҡшыраҡ кис. Был кистә, ти Ҡөрьән, Аллаһ рөхсәте менән бәндәләр тормошона ҡағылышлы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү, хәл итеүҙә ярҙам булһын тип, фәрештәләр һәм изге Рух — Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ер күгенә төшә. һәм бәндәләр тормошонда иҫ китмәле мөһим урын тотҡан илаһи Китап — Ҡөрьән индерелә башлай.
     Ҡөрьәндең тәүге аяттары менән бер үк ваҡытта таң атҡансы дауам итеү өсөн ер йөҙөнә тынғылыҡ, тыныслыҡ — «Сәләм» һүҙҙәре инә.


     Дөрөҫлөктә, Беҙ уны — Ҡөрьәнде — Тәҡдир кисендә индерҙек, тигән аятты ғалимдар төрлөсә аңлата.
Берәүҙәр, бер төн эсендә ул тулыһы менән бер юлы пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, күңеленә һалына йәки Мәккәгә индерелә, йәки Аллаһ хозурында һаҡланған изге Китап — Ләүхел-Мәхфүздән донъя күгенә төшөрөлгән, тип бара.
Икенселәр, изге Ҡөрьән өлөш-өлөш итеп пәйғәмбәребеҙҙең рисаләте үҙ көсөндә булған егерме өс йыл дауамында эҙлекле рәүештә төшөрөлөп тора тип аңлата.
     Өсөнсөләр, Тәҡдир кисендә уның тәүге аяттары ғына индерелә башланыуын дөрөҫ тип таба.
     Ләкин был фекер «дөрөҫөн генә әйткәндә, Беҙ уны Тәҡдир төнөндә индерҙек», тигән һүҙҙәргә тап килмәй.
     Был төндөң әһәмиәте шундай ҙа оло, аяттар инә башлағансы ул хатта пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, үҙенә лә билдәле булмай.
     «Мең айҙың 80 йылдан ашыу ғүмергә тиң булыуы һәр кемгә билдәле.
     Мөхәддистәрҙең ҡайһы берәүҙәре пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһиссәләм:
     «Исрааил балаларынан берәү һуғыш ҡоралдарын иңенән һалмай, Аллаһ хаҡына тип, даими рәүештә мең ай буйы изге һуғышҡа әҙерлек хәлендә тора», — тип һөйләгән бер хикәйәтен килтерергә яратҡандар.
     Пәйғәмбәребеҙ сәхәбәләренә был хикәйәттәр үтә лә ныҡ тәьҫир итә, күңелдәрендә был ҡаһарман кеүек игелекле булыу теләге уята.
     Икенсе бер риүәйәттә пәйғәмбәребеҙҙең Исрааил балаларынан дүрт кешенең бер ниндәй хаталаныуҙарға бармай 80 йыл дауамында Раббыларына ғибәҙәттә тороуы тураһында һүҙ бара. Был хикәйәт тәьҫирендә сәхәбәләр күңелендә ана шул егеттәрҙәге кеүек тәҡүәлек була алмауына ҡарата үкенес тыуа.
     Тап ана шул ваҡытта Ҡөрьәндең «Тәҡдир кисе мең айҙан да яҡшыраҡ» тигән аяты инә.
     Дин өйрәтә: был төндә, ти, кешеләргә донъяның илаһи рәхәтлеген татыу мөмкинлеге тыуа, сынйырҙар менән бығауланып ҡуйылған Иблис яғынан да бер ниндәй хәүеф-хәтәргә урын ҡалмай.
     «Сәләм» һүҙе менән бергә әлегә тиклем ерҙә бер ваҡытта ла булмаған бер нур балҡып торор, игелек, мәрхәмәт-шәфҡәт, изгелек, шаһи бер таяныс табыу хисе өҫтөнлөк алыр.
     Ул ғына ла түгел, Ҡәҙер кисенең тәҡдир кисе булараҡ билдәле булыуының тағы ла бер нисә мәғәнәһе бар:
     — Был кистә бәндәләрҙең алдағы бер йылда башҡарырға тейешле ғәмәлдәре, кисерергә тейешле яҙмыштары, йәшәү шарттарындағы төрлө үҙгәрештәр, ғүмер оҙонлоғо билдәләнеп ҡуйыла. Ҡөрьәндең икенсе бер сүрәһендә Аллаһ:
     «Дөрөҫөн генә әйткәндә, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) шундай ҙа күркәм бер кисәлә индерҙек. Ысынлап та, Беҙ бит — Нәсихәт биреүсе!
     Хикмәтле бөтә нәмәләр шул кис дауамында хәл ителә», — тип нәсихәт бирә.
                                                                                               «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар
     Дин ғалимдарының ышанырға лайыҡлы фекерҙәренә ҡарағанда Ҡәҙер кисен Ҡөрьән индерелеү йәки пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, рисаләтенә бирелгән ваҡыт арауығы менән генә сикләнмәй, замандар ахырына тиклем ул йыл һайын килеп торор. «Ҡәҙер кисе— Аллаһы Тәғәләнең минең өммәтем өсөн бирелгән бер мәрхәмәте, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — элегерәк йәшәп үткән бер халыҡҡа ла ул булмаған».
     Ҡөрьән индерелеүе, Аллаһ тарафынан игелектәр генә бирелеп троуы менән ул мең айҙан да яҡшыраҡ бер кисәгә әйләнә.
     Ҡәҙер кисенең килеү ихтималы булған төндәрҙә әһле сөннә үәл-жәмәғә ғалимдары ҡарашынса, ул Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндәге таҡ кисәләрҙең береһендә тип ҡабул ителә (беҙ уны Рамаҙан айының 27-се кисәһендә ҡаршы алып күнеккәнбеҙ). «Был кисәләрҙең һәр береһен намаҙ уҡып үткәр, һәр кистә таңға тиклем уяу тороп өйрән, унан ғөсөл ҡойоноп ал», — тип өйрәткән имам Садыҡ.
     «Әгәр ҙә был тиклем намаҙҙы уҡыу өсөн мөмкинлегең булмаһа?» — тип һорағандар унан. «Ултырған көйө генә уҡы!» — тигән имам. «Ә быны ла эшләп булмаһа?» «Урыныңда ятҡан көйө генә уҡы, бер аҙ йоҡлап алғанда ла зыян юҡ. Унан намаҙ уҡыуҙы тағы ла башлап ебәрергә була. Рамаҙан бит ул күк ҡапҡаларының асыҡ торған, шайтандар бығаулап ҡуйылған иманлы бәндәләрҙең бөтә ғәмәлдәре Раббың тарафынан ҡабул ителә торған бик тә дан-шөһрәтле ай», — тигән.
Әлбиттә, яҙмышыбыҙ хәл ителә торған бындай мәлдәрҙе ғәмһеҙлек менән теләһә нисек үткәреү мосолман эше түгел.
     Ҡәҙер кисе күпме дауам итә?
     — Таң беленгәнсе, төн буйына, — ти Ҡөрьән. Билдәле булыуынса, төн ул донъяның ҡояш яҡтылығы китеп торған урыны. Шул сәбәпле ерҙең төрлө тарафтарында сәғәттәр ҙә, көндәр ҙә, айҙар ҙа, шул иҫәптән һәр йылдағы Рамаҙан айы ла, икенсе йылдағы менән көнө көнгә, төнө төнгә тәңгәл килеп кенә тормай. Йылдарҙың төрлө миҙгелдәрендә әкрен генә күсеп бөтә тарафтарға рәхмәт-бәрәкәттәрен, игелектәрен таратып бара.
                                                                         Хәҙис Шәриф
     «Эй, Аллаһ илсеһе! Әйт әле, әгәр ҙә Ҡәҙер кисе башланғанды белеп ҡалһам, миңә нимә тип әйтергә?» — тип һорай Ғәйшә анабыҙ пәйғәмбәребеҙгә мөрәжәғәт итеп.
     «Аллаһүммә иннәкә ғәфуүн, түхиббүл-ғәфүә, фәғфү ғәнни».
     «Эй, Аллаһ! Һин бит — Ғәфү итеүсе, Ғәфү итергә яратаһың, минең дә гонаһтарымды ярлыҡай күр!», — тип әйт», — ти Аллаһ илсеһе.

     Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html     

     Ҡәҙер кисе хаҡында ошонда уҡығыҙ: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html
                                                                                                              Башҡортса дини календарь, 2018 йыл.