Аллаһты зекер итеү

                                                                                                                          بسم الله الرحمن الرحيم
     Бисмилләһир рахманир рахим. Беҙҙе юҡтан бар иткән Раббының, Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлыйбыҙ.
     Бөтә булған маҡтауға лайыҡлы Бер Аллаһ Тәғәләгә хәмед ҡылабыҙ! Унан ғына илаһи ярҙам һорайбыҙ һәм дә Унан ғына гонаһтарыбыҙҙың ярлыҡауын һорап ялбарабыҙ!
     Үҙ нәфсебеҙҙең насарлығынан һәм дә боҙоҡ ғәмәлдәребеҙҙән Бер Аллаһҡа һыйынабыҙ!
     Кемде Аллаһ Тәғәлә һиҙәйәт биреп тура юлға күндерһә, уны бер кем дә тура юлдан яҙҙыра алмаҫ. Ә кемде Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Ғәҙеллеге менән һиҙәйәтһеҙ ҡалдырһа, уны, Аллаһтан башҡа, бер кем дә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
     Бары тик Аллаһ ғына ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат, Уның һис бер тиңдәше юҡ, һәм Мөхәммәд ﷺ — Аллаһтың ҡоло һәм илсеһе, тип шәһәдәт килтерәм.
     Аллаһ Тәғәләгә һәм Уның һуңғы пәйғәмбәренә, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм салауаттар булһын!
     Мосолман һәр эште — «Бисмилләһи рахманир рахим», тип Аллаһ Тәғәләне иҫкә алып, Уны зекер итеп башлай. Зекер ул ғәрәпсәнән иҫкә, хәтергә төшөрөү тигән һүҙ. Дин тәғлимәтендә Аллаһты һәр саҡ күңелдә тотоу, Уны хөрмәт итеү, маҡтау, бөйөкләү һәм ҙурлау була. Шулай уҡ зекер Ҡөрьәндең бер исеме булып тора. «Хаҡиҡәттә, был зекерҙе беҙ һиңә иңдерҙек һәм уны ҡиәмәт көнөнә тиклем һаҡлаясаҡбыҙ», – тип әйтә Аллаһы Тәғәлә. Ҡөръәне ятлаған һәм уҡыған кеше Раббыбыҙҙы зекер итә.

     Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ:«Йә, Рәсүлуллаһ! Аллаһының ризалығын һәм ахирәт сәғәҙәтенә ирешеүҙең бер еңел юлын өйрәт» – тигәс, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ ﷺ:«Телен зекерҙән, Аллаһ Тәғәләне иҫкә алыуҙан туҡтамаһын», тип, кәңәш бирә.
     Аллаһ Тәғәләгә ҡарата иң һөйөклө ғәмәлдәрҙең береһе — Аллаһты зекер итеү. Үҙен иҫкә алыусыларҙы Аллаһы Тәғәлә Үҙе лә иҫкә ала, шуға күрә Аллаһты иҫкә ала торған урындар бәрәкәткә тулышҡан. Был бәрәҡәттәрҙең иң ҡәҙерлеһен иман байлығында табабыҙ, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙә, мәҫәлән донъя муллығында, ризығында, ямғырҙар яуыуында һәм бик күп төрлө ғәләмәттәрҙә күрергә мөмкинбеҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтте: “Кешеләр Аллаһты зекер ҡылғанда, уларҙы мотлаҡ фәрештәләр уратып ала, уларҙы рәхмәт ҡаплап ала һәм уларға сәкинә – тыныслыҡ төшә, һәм Аллаһы Тәғәлә уларҙы Үҙе ҡаршында булғандар иҫәбенән атай ”. (Мөслим)
     Бохари һәм Мөслимдең “Сәхих” йыйынтығында Әбу Һурайраның хикәйәһе бәйән ителә, Пәйғәмбәребеҙ (саләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтте: “Ысынлап та, Аллаһы Тәғәләнең шундай фәрештәләре бар, улар Аллаһты зекер итеүсе кешеләрҙе эҙләп юлдарҙа йөрөй, Аллаһы Тәғәләне зекер итеүсе кешеләрҙе тапҡандан һуң бер береһенә мөрәжәғәт итеп: “Нимәне эҙләгән булһағыҙ, шуға килегеҙ!”. Һәм улар зекер ҡылған кешеләрҙе ҡанаттары менән уратып алып, иң түбәнге күккә тиклем күтәреләләр”. (Бохари; 6408 Мөслим; 2689).
     Ғәләм донъяһындағы бөтә мәхлүкәт, бөтөн тере йән эйәләре үҙҙәрен бар ҡылған Аллаһ Тәғәләне үҙ телдәре менән зекер итә, тәсбих ҡыла. Раббыбыҙ пәйғәмбәргә таштарҙың, ағастарҙың тәсбихтәрен дә ишеттерә. Был хаҡта Раббыбыҙ Ҡөръәндә «Исра» сүрәһенең 44-се аятында:
                     تُسَبِّحُ لَهُ السَّمَاوَاتُ السَّبْعُ وَالْأَرْضُ وَمَن فِيهِنَّ وَإِن مِّن شَيْءٍ إِلَّا يُسَبِّحُ بِحَمْدِهِ وَلَكِن لَّا تَفْقَهُونَ تَسْبِيحَهُمْ إِنَّهُ كَانَ حَلِيمًا غَفُورًا
     «Аллаһты тәсбих ҡылмаған бер нәмә лә юҡ, ләкин һеҙ уларҙың тәсбихтәрен аңлай алмаҫһығыҙ», – тип әйтә.
     Кеше аҡыллы, һәр яҡлап теүәл, камил зат итеп яралтылған. Аллаһты иҫкә алыу, Раббыбыҙҙы маҡтау, Аллаһҡа шөкөр итеү – иман килтергән мосолмандың бурысы. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе бер миҙгелгә лә онотмайынса, мәңге ҡайғыртып, тәрбиәләп тора. Раббыбыҙ һәр саҡ яныбыҙҙа, беҙҙе бер ваҡытта ла онотмай. Беҙҙе даими иҫенә төшөрөп тороусы һәм һис кенә лә онотмаусы Аллаһты иҫкә алып зекер итеү – кешеләрҙең иң мөһим вазифаларының береһе. Әгәр мосолман кеше тыныс һәм имен көндәрендә Раббыһын иҫкә алһа, Аллаһ уны ауыр, ҡайғылы көндәрендә ярҙамынан ташламай. Әгәр ҙә әҙәм балаһы Аллаһҡа итәғәт итеүселәрҙән булһа, Раббыбыҙ уны Үҙенең рәхмәтенә ала. Аллаһ «Бәҡара» сүрәһенең 152-се аятында: «Мине иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, Мин дә һеҙҙе онотмам», – тип вәғәҙә итә.
                                                                                                        فَاذْكُرُونِي أَذْكُرْكُمْ وَاشْكُرُوا لِي وَلَا تَكْفُرُونِ
     «Фәҙкүруунии әҙкуркүм үәшкүруу лии үә ләә тәкфүруун».
     «Мине зекер итегеҙ, Мин дә һеҙҙе иҫемдә тотармын. Миңә шөкөр итегеҙ, шөкөр итеүҙән баш тартыусылар булмағыҙ!». – тип әйтә.
     Билдәле булғанса, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр бер ҡасанда Аллаһы Тәғәләне зекер итеүҙән туҡтамағандар, хатта йоҡлағанда ла пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ хәҙисе: Ағзалар ял итә торған булһа, ҡальбе һәр саҡ Аллаһ Тәғәләне зекер итә торған булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, ысынлап та ла, тормошоноң һәр миҙгелендә Ҡиәмәт көнөнә, Аллаһ Тәғәлә алдында яуап бирергә әҙер булған. Беҙ шул дәрәжәләме, беҙ ундай дәрәжәгә өлгәшә алдыҡмы икән әле? Юҡ шул, әле һәр кемдең уйы донъя мәшәҡәтендә, ваҡыт тарлығында һәм үҙ ялҡаулығында, дине юлынан яҙыҡ булыуында.
     Хатта беҙ, үҙҙәрен Ислам динендә тигән әҙәмдәрҙең аҙашыуын күрәбеҙ. Һүҙ бөгөнгө сәләфит-ваһһабтар тураһында. Улар заманында Аллаһ Тәғәләне кешегә оҡшатҡан (Әстәғфируллаһи, Раббыны әҙәм балаһы менән сағыштырған ғалимдары Ибн Тәймиә һүҙҙәренә таяналар. Ибн Тәймиә бер яҙмаһында «Аллаһ» һүҙҙе маҡтау йәки иҫкә алыу өсөн түгел, зекер итеү өсөн түгел, тигән. Уның былай аҙашыуына бик күп Ислам дине ғалимдары ҡаршы сыҡҡан, шул иҫәптән күренекле ғалимыбыҙ Зәйнулла Рәсүлев хәҙрәт 1908 йылда «Мәҡәләт зәйнийә», «Аллаһынның хаҡиҡәте» тигән китабында яҙа: Был әҙәм шулайтып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәримендәге:

                                                                                                                  وَاذْكُرِ اسْمَ رَبِّكَ وَتَبَتَّلْ إِلَيْهِ تَبْتِيلًا
     «Үәзкүри-смә раббикә үә тәбәттәл иләйһи тәбтиләә»,
     «Раббыңдың исемен иҫкә ал, үҙеңде тотош уға арна» тигән аятына инҡар итә. «Әл-Мөззәммил» сүрәһе73/8.
     «Аллаһты һәр саҡ зекер итегеҙ, уны онотмағыҙ», тигән аятҡа, Раббыбыҙың һүҙҙәренә ҡаршы сыға. Улай ғына түгел, улар тәсбих (Аллаһҡа маҡтау) әйтеүҙән, доға ҡылыуҙан да, сөннәт намаҙҙар үтәүҙән дә баш тарталар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәд ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтеүгә, мәүлидтәр үткәрергә ҡаршылар. Бөгөн үҙҙәрен мосолман тигән әҙәм аҡтыҡтарының, мөхтәсиб вазифаһын йөкләгән сектантарҙың динебеҙгә ҡаршы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йолаларға ҡаршы яҙылған китаптарын таратып йөрөүҙәрен күрәбеҙ. Ул китаптарҙа ата-бабаларыбыҙ һәм беҙ мәйетәрҙең һөйәктәренә табыныусылар, имеш беҙ, традицион динле мосолмандар Мәүлидтәрҙе ҡорһаҡтар тултырыр өсөн үткәрәләр, тигән. Ана шулай уларҙың идеологы ибн Ғәбдел-Ваһабтың тигән әҙәм мосолмандарға ҡаршы һуғыш асыуҙы рөхсәт иткән идеология уйлап сығара һәм динлеләр араһында фетнә сығарып, һуғыш аса. Бөгөнгө көндәге сәләфит-ваһһабтарҙа республика мосолмандары араһында ыҙғыш сығарып, әлеге Ваһабтың һуғышын дауам итмәкселәр. Улар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәрен мыҫҡыллайҙар һәм башҡа үҙҙәре уйлап сығарған юҡ-барҙы мосолмандарҙы һәм башҡаларҙы үлтереүгә һылтау булһын өсөн ҡулланырға маташалар. Аллаһының ләғнәте булһын уларға.
                                                                                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اذْكُرُوا اللَّهَ ذِكْرًا كَثِيرًا
                                                                                                                       وَسَبِّحُوهُ بُكْرَةً وَأَصِيلًا
     «Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүҙ-күру-ллааһа ҙикраң кәҫиираа».
     «Үә сәббихүүһү бүкратәү-үә әсыииләә».
     «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһыны йыщ иҫкә алығыҙ».
     «Иртәнсәк тә, кис тә Уға тәсбих әйтегеҙ!». Әл-Әхзәб сүрәһе, 33/41-42.
     Аллаһы Раббыбыҙ: «Мине зекер итегеҙ, йәғни иҫкә Мине алығыҙ», – тип, кемдәргә мөрәжәғәт итә һуң? Аллаһы Тәғәлә иман килтергән һәр бер кешегә, ошо донъяла йәшәгән һәр кешегә: «Мин һеҙгә фарыз итеп йөкләгән ғәмәлдәрҙе ҡылып, Мине зекер итегеҙ!» – тип бойора. Зиһенең бар, ҡолағың ишетә, ҡул-аяҡтарың йөрөй икән – Аллаһы ҡушҡан ғәмәлдәрҙе үҙ ваҡытында үтәп зекер итергә ҡуша. Беҙгә ауырлыҡ килмәҫ борон уҡ, бәлә-ҡаза йырағыраҡ булһын өсөн зекерҙә булыу хәйерле, ә инде был һынауҙар килһә, уларҙы үтеүе еңел булыр иншаАллаһ.
     Харис әл-Әшғари (Аллаһ унан риза булһын) пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ киләһе һүҙҙәрен хәбәр итә: Зәкәриә улы Яхъя пәйғәмбәр (ғәләйһис сәләм) Исраил ҡәүеменә нәсихәт итеп әйткән һүҙҙәренән: «...һәм дә Аллаһ һеҙгә Уны йыш зекер итеүегеҙҙе әмер итә, сөнки был — дошмандарҙан һаҡлай торған ныҡ ҡоролмаға тиң. Аллаһ ҡолоноң шайтандан иң имен булған ваҡыты — Аллаһты зекер иткәндә булыр». Әт-Тирмизи 2863, Әт-Таялис 5/1161, Әл-Хәким 1/117.
     Раббыһын иҫкә алыуын мосолман намаҙы, ураҙаһы, хажы, зәкәте һәм Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн башҡарылған барлыҡ хәйерле ғәмәлдәре инә. Зекерһеҙ ғибәҙәт булмай. Ғибәҙәт зекер менән биҙәлә. Зекерҙең бөтә төрҙәрен дә бергә туплаған иң ҙур ғибәҙәт, әлбиттә намаҙ! Был һүҙҙәргә дәлил булараҡ. Та һа сүрәһенең 14 аяты:
                                                                                             إِنَّنِي أَنَا اللَّهُ لَا إِلَهَ إِلَّا أَنَا فَاعْبُدْنِي وَأَقِمِ الصَّلَاةَ لِذِكْرِي
     «Иннәнии әнә-ллааһу ләә иләәһә илләә әнә фәғбүднии үә әҡими-ссаләәтә лиҙикрин.
     «Ысынлап та. Мин Аллаһ! Минән башҡа илаһи юҡ! Миңә ғибәҙәт ҡыл. Мине иҫләп, намаҙ уҡы!». Та һа сүрәһе. 20/14.
     Мосолмандар көн дауамында «Аллаһу әкбәр», «Әлхәмдүлилләһи», «Ләә иләһә илләллаһ» тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлап йөрөргә тейешле. Йәғни Аллаһ олуғтыр, барлыҡ рәхмәттәр Аллаһы Тәғәләгә генә, Аллаһтан башҡа бүтән илаһи зат юҡ, тип.
     Һис шикһеҙ, зекер итеү телдә генә түгел, ә иң беренсе сиратта — ҡальбтә булырға тейеш. Зекерҙең төрҙәре бар: тел ярҙамында ҡылынған зекер, ҡәлеб (йөрәк) менән ҡылынған зекер, йәғни күңелдең Аллаһҡа ҡараған мәғәнәләрен фекерләп, уны «Әсмә үә Хөснә», йәғни Аллаһтың Күркәм, матур исемдәре менән хис итеү. Пәйғәмбәребеҙҙең, ﷺ бер һүҙе беҙгә дәлил булып тора: «Аллаһтың туҡһан туғыҙ исеме бар. Кем дә кем уларҙы һанай һәм улар менән Аллаһы Тәғәләне зекер итә, уның алдында йәннәт ишектәре асылыр».
* 148سَبْعَةٌ يُظِلُّهُمُ اللهُ فِي ظِلِّهِ يَوْمَ لاَ ظِلَّ إِلاَّ ظِلُّهُ إِمَامٌ عَادِلٌ وَشَابٌّ نَشَأَ فِي عِبَادَةِ اللهِ وَرَجُلٌ قَلْبُهُ مُعَلَّقٌ فِي المَسَاجِدِ وَرَجُلانِ تَحَابَّا فِي اللهِ اجْتَمَعَا عَلَيْهِ وَتَفَرَّقَا عَلَيْهِ وَرَجُلٌ دَعَتْهُ امْرَأَةٌ ذَاتُ مَنْصَبٍ وَجَمَالٍ فَقَالَ : " إِنِّي أَخَافُ اللهَ ! « وَرَجُلٌ تَصَدَّقَ بِصَدَقَةٍ فَأَخْفَاهَا حَتَّى لاَ تَعْلَمَ شِمَالُهُ مَا تُنْفِقُ يَمِينُهُ وَرَجُلٌ ذَكَرَ اللهَ خَالِياً فَفَاضَتْ عَيْنَاهُ*
     »Ете төрлө кешене Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә – Үҙ күләгәһенән башҡа күләгә булмаған көндә – Үҙенең рәхмәт күләгәһе аҫтына алыр. Шуларҙың беренсеһе – ғәҙел имам, икенсе – Аллаһы Тәғәләнең ғибәҙәтендә үҫкән егет, өсөнсөһө – ҡәлебе мәсеттәргә бәйле кеше, дүртенсеһе – Аллаһ ризалығы өсөн бер-береһе менән дуҫ булған ике кеше, бишенсеһе – дәрәжәле һәм матур ҡатын тарафынан зинаға саҡырылған ваҡытта: «Мин Аллаһы Тәғәләмдән ҡурҡам!»– тип, шул ҡатындың саҡырыуын кире ҡаҡҡан ир-ат, алтынсыһы – хатта, уң ҡулы биргәнде һул ҡулы белә алмаҫлыҡ итеп, йәшерен рәүештә саҙаҡа биреүсе кеше, етенсеһе – Аллаһы Тәғәләне аулаҡта зекер итеп, күҙҙәре йәш менән тулған кеше». Аллаһы Тәғәләне аулаҡта зекер ҡылып, илау – күңел нескәлегенә һәм ихласлыҡ менән бәндәселек ҡылыуҙың билгеһе. Был зекер ителгән кешеләрҙең һәр береһе оло хөрмәткә лайыҡ.
     Тел һәм ҡалеб менән берлектә ҡылынған зекер; Аллаһының әмерҙәренә бойһоноу һәм тыйылырға ҡушҡан ғәмәлдәренән тыйылыу менән тыйылған зекер. Мәңге Аллаһты иҫтә тотоп, ниәтебеҙҙе дөрөҫләп, ихласлыҡ менән, һәм дә пәйғәмбәребеҙ ﷺ өйрәтеп ҡалдырған рәүештә зекер ҡылайыҡ.
     Мүғәз ибн Джәбәлде (Аллаһ унан разый булһын) һөйләүе буйынса: "Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһтың ғазабынан һаҡлау өсөн әҙәм балаһына Аллаһты зекер итеүҙән ла яҡшыраҡ ғәмәл булмаҫ». Әхмәд, ат-Табарани, Ибне Әбей Шәйбәһ. Сахих хәҙис. «Сәхих әл-Жәмиғ» 5644.
       الَّذِينَ يَذْكُرُونَ اللَّهَ قِيَامًا وَقُعُودًا وَعَلَى جُنُوبِهِمْ وَيَتَفَكَّرُونَ فِي خَلْقِ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ رَبَّنَا مَا خَلَقْتَ هَذَا بَاطِلًا سُبْحَانَكَ فَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
     «Әлләҙиинә йәҙкүруунә-ллааһа ҡийәәмәү-үә ҡуғүүдәү-үә ғәләә джүнүүбиһим үә йәтә-фәккәруунә фии хальҡи-ссәмәәүәәти үәл-ардыи раббәнәә мәә халәҡтә һәәҙәә бәәтыиләң сүбхәәнәкә фәҡинәә ғәҙәәбән-наар».
     «Улар Аллаһ Тәғәләне аяҡ өҫтөндә, ултырғанда, хатта ятҡанда ла Аллаһыны иҫкә алып (зекер итәрҙәр), Күк менән Ерҙең яратылыуын уйлап: Эй, Раббым! Һин быларҙы бушҡа ғына бар ҡылмағанһың. Маҡтау Һиңә! Ут ғазабынан беҙҙе һаҡла!» – тигән. Әл-Ғимран. 3/191.
     Аллаһының Рәсүле Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: «Кем бер ерҙә ултырып, Аллаһты зекер итмәһә үә һис зекер итмәҫтән тороп китһә, Аллаһтан уға бер кәмселек килер. Берәй кем, бер ерҙә ятып, унда Аллаһты зекер итмәһә, уға Аллаһтан бер кәмселек килер. Кем билгеле бер ваҡыт эсендә аяғүрә йөрөп һәм шул ваҡытта Аллаһты зекер итмәһә, уға Аллаһтан бер кәмселек килер», тигән. Шуға ла мосолман кеше һәр саҡ Раббыһына доғалы: иртәнсәк йоҡоһонан уянғанда ла, юлда йөрөгәндә лә, йоҡоға ятҡанда ла доға ҡыла, Аллаһты зекер итә.
     Ауырлыҡ килгәндә генә Аллаһының ярҙамына өмөт итәбеҙ икән, ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәмәйбеҙ икән, был донъяла ғына түгел, Әхирәттә тағын да ауыр буласаҡ, Хатта мәңгелек утта булыу ҡурҡынысы ла бар.
     Бер мәле Муса пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм Аллаһы Тәғәләнән: «Йә Раббым, нисек итеп мин Һине зекер ҡылайым», – тип һорай. Аллаһ уға яуап итеп: «Һинең зекер ҡылыуың миңә шөкөр итеүең», – тип яуап биргән. Шунан аңларға була, шөкөр менән зекер бер-береһе менән ныҡ бәйләнгән, зекер ҡылмаған кеше шөкөрһөҙ, ә шөкөрһөҙ кеше зекерһеҙ. Зекер Аллаһты иҫкә алыу булһа, шөкөр Аллаһтың ниғмәттәрен иҫкә төшөрөп уға рәхмәт әйтеү.
     Шөкөр итәйек! Беҙгә иҫәнлек-һаулыҡ биргәне, донъя көтәр өсөн, үҙебеҙҙең һәр эштәребеҙҙе эшләр өсөн аяҡ-ҡулдар биргәне өсөн. Шул ҡул-аяҡтарыбыҙ менән үҙебеҙгә йәшәр өсөн Аллаһы биргән байлыҡты кәсеп итә алған өсөн, һәр төрлө ризыҡтар менән туҡландырғаны, саф һауалар һулатып, селтерәп аҡҡан шишмә һыуҙары менән һыйлағаны өсөн шөкөр итергә тейешбеҙ. Биргәненә риза булырға, Уға ғына рәхмәтле булырға, һәр бер тапҡан малыбыҙҙы беҙгә Аллаһы биргәнен аңларға бурыслыбыҙ.
     Раббыбыҙ беҙгә ниндәй генә һынауҙар бирһә лә, сабырлыҡ күрһәтеүҙән, һәр ҡайғының Раббыбыҙ тарафынан һынау икәнен аңлап, шул ҡайғы-хәсрәттәрҙән дә Аллаһы Үҙе ҡоткарып, еңеллек бирәсәгенә ышанып, Уны зекер итеүҙән туҡтарға ярамай. Әгәр ҙә бына Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанынса йәшәйбеҙ икән һәм Аллаһыны бер туҡтауһыҙ зекер итеп, фарыз һәм сөннәт ғәмәлдәребеҙҙе үтәйбеҙ икән, беҙҙе нимә көткәнлеге билдәле: «Уларға Раббыларынан ярлыҡау һәм Уның рәхмәтелер. Улар тура юлдан барыусылар».
     Аллаһ ризалығына ирешеү, әжер-сауаптар ҡаҙаныу өсөн Раббыбыҙҙы зекер итәйек, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә Аллаһ күңелебеҙҙә булһын. Һәр хәйерле эште Аллаһ ризалығы өсөн, Аллаһҡа тәүәккәл ҡылып, Аллаһ исеме менән башлайыҡ. Барыбыҙҙы ла Раббыбыҙ ярлыҡаһаң ине һәм Уның рәхмәтенә өлгәшә торған тура юлдан барырға насип итһән ине.

     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ зекер тураһында:  https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/p%D3%99j%D2%93%D3%99mb%D3%99rebe%D2%99-zeker-tura%D2%BBynda.html

     Тәсбих (тиҫбе) бидғәтме?: https://nazir1965.com/din/t%D3%99sbix-ti%D2%ABbe-bid%D2%93%D3%99tme.html

     Исми Әғҙам: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am.html

     Хатмүүл хаүәәджәгәән — хатмүл хуаджаган. (Кесе йома зекере): https://nazir1965.com/do%D2%93alar/xatm%D2%AF%D2%AFl-xa%D2%AF%D3%99%D3%99dzh%D3%99k%D3%99%D3%99n-xatm%D2%AFl-xuadzhagan.html