Исми Әғҙам

                                                          Исми Әғҙам

   Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән китабында: «Минән донъя, Әхирәт хәжәттәрегеҙҙе һорағыҙ, Мин һеҙҙең теләктәрегеҙҙе ҡабул итермен», тигән вәғәҙәһе бар. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исемдәр йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге, һис шикһеҙ, ҡабул булыр», — тиелә. Был хәҙистә халҡыбыҙ тарафынан күп йылдар буйына яратып уҡылған Исми Әғзәм доғаһы тураһында һүҙ бара. Был доғаны мөмкинлек булған һайын ҡабатларға тырышығыҙ.
   Риүәйәттер: пәйғәмбәребеҙ бер көн мәсжиддә (мәсеттә) мөбәрәк арҡаһын михрабҡа ҡуйып ултыра ине. Джәбраил ғәләйһиссәләм килде үә сәләм бирҙе, дәхи әйтте: «Йә Мөхәммәд (салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм)! Тәңребеҙ һиңә сәләм ҡылыр».

   Унан һун Джәбраил ғәләйһиссәләм әйтте: «Йә Мөхәммәд ﷺ! һәр кем был доғаны уҡыһа, йә үҙе менән тотһа, гонаһы тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҡәҙәрле булһа ла, Аллаһ Тәғәлә ярлыҡар был доға бәрәкәтендә һәм һәр кем был доғаны ғүмерендә бер мәртәбә уҡыһа йә күтәрһә, Аллаһү Тәғәлә уға ике хур ҡыҙын бирер. Был доғаны Рамаҙан айының ун бишенсе көн ауыҙ асҡанда уҡыһа бик күп сауап бирер, һәр төрлө хәжәт теләһә үтәлер, һәр кем был доғаны уҡыһа, йә күтәрһә, ҡиәмәттә ҡупҡан ваҡытта сират күперенән анһат кисәр. Йә, Мөхәммәд ﷺ! Һәр кем ошо доғаны паҡ иғтиҡаде менән күтәрһә, ҡиәмәттә ҡубарылған ваҡытта ожмахты үҙ ҡулы менән асыр, уның йөҙҙө айҙың ун дүртенсе көнө кеүек булыр. Мәхшәр көнөндә халыҡтар һорарҙар: «Кем был? Ҡайһы пәйғәмбәрҙер?»  — тиерҙәр. Ғәйептән бер ауаз килер: «Пәйғәмбәр түгелдер, әммә был кем ул торор, ул Исми Әғҙам доғаһын уҡымыш ине, йә үҙе менән тотмош ине». Унан һуң пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйтте: «Йә ҡәрҙәшем, Джәбраил! Һин был доғаның мәдехене шул ҡәҙәр тинең, мин ғәжәпкә ҡалдым», — тине. Унан һуң Джәбраил ғәләйһиссәләм әйтте: «Йә, Мөхәммәд ﷺ! һәр кем был доғаны уҡыһа, йә күтәрһә намаҙға ялҡау булһа харис булыр (теләкле), һәр кем был доғаны уҡыһа йә күтәрһә дошмандары уға ҡурҡыныс булмаҫ.
   Йә, Мөхәммәд ﷺ! Һәр кем был доғаны бер йөклө ҡатынға яҙып эсерһә, Аллаһү Тәғәлә ул ҡатынға анһатлыҡ бирер. Был доғаны уҡыһа йәки күтәрһә (үҙе менән йөрөтһә) янар утҡа керһә, янмаҫ. Йә, Мөхәммәд ﷺ! Әгәр һинең өммәтеңдең ҡурҡыуы булмаҫ ине, был доғаның шәрехене үә сауабыны шул ҡәҙәрҙер ки, бының менән ғәмәл итәрҙәр, был доғаның сауабы шул ҡәҙәрҙер ки, барлыҡ ғәләм халҡы яҙыусы булһалар ҙа, был доғаның шәрехене яҙа алмайҙар. Был доғаны Исми Әғҙам тиерҙәр, әммә беҙ мөхтәсәр ҡылдыҡ тамамланыҡ.

                                                          Доға Исми Әғҙам

   Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим.
Йәә Жәмиилү йәә Аллааһ, йәә Ҡариибү йәә Аллаһ,
йәә Мүжиибү йәә Аллаһ, йәә Нәжиибү йәә Аллаһ,
йәә Хәбиибү йәә Аллааһ, йәә Раззәәҡу йәә Аллааһ,
йәә Мәғруфү йәә Аллааһ, йәә Ғәҙыымү йәә Аллааһ,
йәә Ләтыыфү йәә Аллааһ, йәә Хәннәәнү йәә Аллааһ,
йәә Мәннәәнү йәә Аллааһ, йәә Дәййәәнү йәә Аллааһ,
йәә Сүлтаанү йәә Аллааһ, йәә Сүбехәәнү йәә Аллааһ,
йәә Мүстәғәәнү йәә Аллааһ, йәә Мүхсинү йәә Аллааһ,
йәә Рахмәәнү йәә Аллааһ, йәә Рахиимү йәә Аллааһ,
йәә Кәриимү йәә Аллааһ, йәә Мәжиибү йәә Аллааһ,
йәә Хәмиидү йәә Аллааһ, йәә Хәкиимү йәә Аллааһ,
йәә Мүҡтәдиру йәә Аллааһ, йәә Ғәлиимү йәә Аллааһ,
йәә Ғафүүру йәә Аллааһ, йәә Ғаффәәру йәә Аллааһ,
йәә Мүбдийү йәә Аллааһ, йәә Ҡадииру йәә Аллааһ,
йәә Мүғиидү йәә Аллааһ, йәә Ҡадиимү йәә Аллааһ,
йәә Раафиғү йәә Аллааһ, йәә Шәкүүру йәә Аллааһ,
йәә Сабууру йәә Аллааһ, йәә Бәсыыру йәә Аллааһ,
йәә Сәмииғү йәә Аллааһ, йәә Әүүәлү йәә Аллааһ,
йәә Әәхыру йәә Аллааһ, йәә Ҙааһиру йәә Аллааһ,
йәә Бәәтынү йәә Аллааһ, йәә Үәкиилү йәә Аллааһ,
йәә Ҡуддүүсү йәә Аллааһ, йәә Сәләәмү йәә Аллааһ,
йәә Мүъминү йәә Аллааһ, йәә Мүһәйминү йәә Аллааһ,
йәә Ғәзиизү йәә Аллааһ, йәә Жәббәәру йәә Аллааһ,
йәә Халлииҡу йәә Аллааһ, йәә Бәәри ү йәә Аллааһ,
йәә Ғәлләәмү йәә Аллааһ, йәә Хәййү йәә Аллааһ,
йәә Ҡаййүүмү йәә Аллааһ, йәә Ҡаабиҙу йәә Аллааһ,
йәә Бәәситу йәә Аллааһ, йәә Мүғиззү йәә Аллааһ,
йәә Мүҙиллү йәә Аллааһ, йәә Ҡаүиийү йәә Аллааһ,
йәә Мәәниғү йәә Аллааһ, йәә Хәәфиҙу йәә Аллааһ,
йәә Дәәфиғү йәә Аллааһ, Кәфиилү йәә Аллааһ,
Жәлиилү йәә Аллааһ, йәә Джәмиилү йәә Аллааһ,
йәә ҙәл Жәләәли үәл икраами йәә Аллааһ, йәә Кәмәәлү йәә Аллааһ,
йәә Мүжиибәд-дәғүәәти йәә Аллааһ, йәә Мүңзиләл бәракәәти йәә Аллааһ,
йәә Мүхиййәс-сәййиәәәти йәә Аллааһ, йәә Раафиғәд-дәражәәти йәә Аллааһ,
йәә Ҡауиййү йәә Аллааһ, йәә Мүфәттихәл әбеүәәби йәә Аллааһ,
йәә Дәәъимү йәә Аллааһ, йәә Фәрдү йәә Аллааһ,
йәә Витру йәә Аллааһ, йәә Әхәдү йәә Аллааһ,
йәә Самәдү йәә Аллааһ, йәә Мәхмүдү йәә Аллааһ,
йәә Саадиҡал үәғди йәә Аллааһ, йәә Ғәлиййү йәә Аллааһ,
йәә Шәәфи ү йәә Аллааһ, йәә Кәәфи йәә Аллааһ,
йәә Ғәәфи ү йәә Аллааһ, йәә Мүстәғәәнү йәә Аллааһ,
йәә Мүтәғәәли йәә Аллааһү, йәә Һәәди йәә Аллааһ,
йәә Ҡаадиру йәә Аллааһ, йәә Фәәһиру йәә Аллааһ,
Йәә Ҡаһһәәру йәә Аллааһ, йәә Фәттәәхү йәә Аллааһ,
йәә Раббәс-сәмәәүәәти үәл-әрды йәә Аллааһ,
йәә Мәәликәл Мүлки йәә Аллааһ,
   Аллааһүммә иннии әсъәлүкә бихәҡҡы һәәҙиһил әсмәәәәъи күллиһәә ән тусаллимйә ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд үәрхәм Мүхәммәдән үә ғәләә әәли Мүхәммәдин кәмәә салләәйтә үә сәлләмтә үә бәәрактә ғәләә Иберааһимә үә ғәләә әәли Иберааһимә фил ғәәләмиин.
   Раббәнәә иннәкә хәмиидүм мәжииде.
   Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин. Әәмиин.

 

Икенсе ҡыҫҡаҡ варианты ошо биттә: //nazir1965.com/do%D2%93alar/ismi-%D3%99%D2%93%D2%99am-do%D2%93a%D2%BBy.html#more-5536

   

   Аллаһының  бынан башҡа бик күп исемдәре бар, шуларҙың ҡайһы бер исемдәренең мәғәнәһе:

   Йәә Аллааһ — Унан башҡа Тәңре юҡтыр, ғибәҙәт ҡылырға тейешле зат Ул бер генә.
   Мең мәртәбә йәә Аллааһү тиһә Хаҡ Тәғәлә ул бәндәне яҡындан ҡылыр.
   Йәә Рахмәәнү — миһербанлы, шәфҡәтле, мәрхәмәтле.
   Фарыз намаҙҙан һуң йөҙ мәртәбә йәә Рахмәәнү тиһә, вайымһыҙлыҡтан үә онотоусылыҡтан һәм күңел ҡараңғылығынан пак була.
   Йәә Рахиимү — миһербанлы, шәфҡәтле, ҡыиәмәт көнөндә рәхмәт күләгәһенә алыусы.
   Иртә намаҙынан һуң йөҙ мәртәбә йәә Рахиимү тиһә, бар кешеләргә рахимле үә миһербанлы була.
   Йәә Ҡуддүүсү — бар ғәйеп һәм кәмселектәрҙән пак.
   Йөҙ мәртәбә йәә Ҡуддүүсү тиһә, күңеле ҡараңғылыҡтан саф була.
   Йәә Мүъминү — бәндәләргә именлек, тыныслыҡ биреүсе.
   Даим уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә йәшерен үә әшкәрә дошмандарынан имен ҡыла. Яҙып үҙе менән тотһа, хәүефтәрҙән имен була.
   Йәә Ғәзиизү —көслө, ҡеүәтле, еңелеүҙәргә дусар булмай торған зат.
   Иртә намаҙынан һуң ҡырҡ мәртәбә йәә Ғәзиизү тиһә, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәне һис кемгә мохтаж ҡылмаҫ.
   Йәә Сәлләәмү — бәндәләргә сәләмәтлек һәм эштәрендә уңышлыҡтар биреүсе.
   Йөҙ алтмыш мәртәбә ауырыуға йәә Сәлләәмү тип уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә сәләмәтлек бирә.
   Йәә Мүһәйминү — бәндәләрҙе һәр ваҡыт үҙ химәйәһенә алыусы, яҡлаусы һәм һаҡлаусы.
   Ғөсөл ҡойонғандан һуң йөҙ мәртәбә йәә Мүһәйминү тип әйтһә, күңеле раушан була.
   Йәә Жәббәәру — үҙ хөкөмөн бар ғәләмдәрҙә лә урынына еткереүсе, көслө һәм ҡеүәтле заттыр.
   Бер кем был исемде һәр көн егерме бер мәртәбә әйтһә, Хаҡ Тәғәлә һәр залимдың яуызлығынан имен ҡыла.
Йәә Мүтәкәббиру — һәр эштә өҫтөн булған заттыр.
Ҡатынына жәмиғтән әүүәл (яҡынлыҡ ҡылыуҙан) ун мәртәбә йәә Мүтәкәббиру тиһә, Аллаһы Тәғәлә изге бала насип итә.
   Йәә Мүсәүвиру, йәә Бәәриъү, йәә Хәҡҡу- бөтөн нәмәләргә шәкел, һүрәт биреүсе зат.
Бала тыуҙырмаған ҡатын, ете көн ураҙа тотоп, ауыҙ асҡан ваҡытта, һәр кис был исемдәрҙе егерме берәр мәртәбә һыуға
   Йәә Жәлиилү — ололоҡ хужаһы,
   Был исемде зәғфран менән яҙып эсһә, ярҙамсылары араһында оло мөхтәрәм һәм ғиззәтле була.
   Йәә Кәриимү — бик йомарт һәм бәндәләрҙе хөрмәт итеүсе.
   Был исемде уҡырға ниәт ҡылһа, донъяла ла һәм әхирәттә лә ғәзиз була.
   Йәә Мужиибу — доға теләктәргә яуап биреүсе, ҡабул итеүсе.
   Был исемде даим уҡыһа, доғаһы ҡабулдарҙан була.
   Йәә Хәкиимү — хикмәт эйәһе, һәр нәмәне урынына еткереп яһаусы.
   Был исемде күп уҡыһа Хаҡ Тәғәлә уның тәненә һәм ҡәлебенә хикмәт нурын заһир ҡыла.
   Йәә Мәжиидү — данлыҡлы, шәрәфәтле зат.
   Ҡәрҙәштәр араһында ҡәҙере булмаһа иртә намаҙҙан һуң, туғыҙ мәртәбә уҡып үҙенә өрһә, ғәзиз була.
   Йәә Раҡыыбу — һәр нәмәне күҙәтеп, ҡарап тороусы.
Ете мәртәбә үҙенә шулай уҡ ғаиләһенә йә малына уҡыһа, йәмғи афәттәрҙән имен була.
   Йәә Үәсиғү — ниғмәте күп һәр урынға етешле.
   Йә Үәсиғү тип күп уҡыһа, ризыҡ ишеге асыла.
   Йәә Үәдүдү — яҡшы бәндәләрҙе донъя һәм әхирәт дәрәжәләренә күтәреүсе.
   Ике кеше араһында дошманлыҡ (үслек) булһа, ашаған нәмәгә бер мең дә бер мәртәбә уҡып ашатһа, дошманлығы булған кешенең дошманлығы бөтәр.
   Йәә Бәәғиҫү — кешеләрҙе тура юлға күндереү өсөн пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе һәм бәндәләрҙе үлгәндән һуң ҡабат терелтеүсе.
   Даим уҡыһа, өмөт ителә, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыуы бөйөк була.
   Йәә Шәһиидү — бер нәмәне лә күҙ алдынан юғалтмай һәр нәмәгә гуаһ (шаһит) булып тора.
Балаһы үҙенә мәрхәмәтле булмаһа, маңлайына шәһәдәт бармағын ҡуйып, йәә Шәһиидү тиһә мәрхәмәтле булыр.
   Йәә Үәкиилү — вәкәләтле, һәр изге эште һәм ғәмәлде тапшырырға лайыҡлы зат. 
   Уттан йә һыуҙан, йә ғайри нәмәнән ҡурҡһа был исемде күп уҡыһа, именлектә булыр.
   Йәә Мәтинү — бик ныҡ, бар көс менән дә еңә алмаҫлыҡ зат.
Һөтө юҡ ҡатынға, ашай торған нәмәгә йәә Мәтинү тип яҙып ашатһаң, һөтө күп булыр.
   Йәә Хәҡҡу — барлығында шик булмаған, ысын зат.
   Нәмәһен ҡараҡ алһа, нәмәһенең исемен һәм йәә Хәҡҡу тип ҡағыҙға яҙһын. Ҡасан ҡараңғы кис булһа, ҡағыҙҙы ҡулына алып, күккә ҡараһаң, юғалған нәмәң табылыр.
   Йәә Ҡаүиййү — бик көслө заттыр.
   Йәә Мубедиъү —башлап ебәреүсе, һәр нәмәне мәддәһеҙ, ҡоралһыҙ, үрнәкһеҙ иң әүүәл бар итеп, башлап ебәрүсе.
Ҡорһаҡлы ҡатын, балаһы төшөүҙән, йә һуңғылығын һалыуҙан ҡурҡһа, йәә Мүбедиъү тип туҡһан туғыҙ мәртәбә, ҡатынының ҡорһағына шәһәдәт бармағын ҡуйып һыйпаһа, балаһы сәләмәт була.
   Йәә Хәмиидү — һәр мәхлүк тарафынан маҡталған, тәсбих әйтелгән зат.
Был исемде һауыт эсенә һалып һыу эсһә, боҙыҡ‘телле булһа, изгелектә була.
   Йәә Мүхиййү — терелтеүсе, йән һәм хәйәт биреүсе заттыр.
Зәхмәтле кеше, ете көн йәә Мүхиййү тип, әғзәләренә уҡыһа, сихәт табыр. Сәхәр ваҡытында мең дә бер мәртәбә йәә Мүхиййү тип ғәдәт итһә, Хаҡ Тәғәлә мәғрифәте менән тергеҙер.
   Йәә Хәййү — һәр ваҡыт тере булған, үлемһеҙ зат,
Күп әйтеүҙе ғәҙәт итһә, өмөт ителә, ул кеше оҙон ғүмерле була.
   Йәә Үәлиййү — хакимлыҡ итеүсе һәм яҡшы бәндәләрҙең дуҫы.
Күп әйтһә өмөт ителә Аллаһы Тәғәләнең үәлийҙәренән була.
   Йәә Мүғиҙу — бар ғәләмде хәйәттән һуң юҡ иткән һәм терелткән заттыр.
Был исемде ҡырҡ туғыҙ мәртәбә уҡыуға даимсылыҡ ҡылһа, һәр кистә ғилем хасил була.
   Йәә Мүмитү — үлемде бар ҡылып йән алыусы.
Нәфесе үә дошманының һәләкәте өсөн күп әйтһә, йә ғайри өсөн, өмөт ителә, мораты хасил була.
   Йәә Ҡаййүумү — бар ғәләмде, ер-күктәрҙе, тәртип-низамда тотоусы зат.
һәр көн ҡырҡ бер мәртәбә йәә Хәййү йәә Ҡаййүүмү ләө илләһә иллә әнтә тиһә, күңеле үлмәҫ, йәғни ғәфләт һәм ҡараңғылыҡ китеп, мәғрифәт килер.
   Йәә Үәжидү — һәр ваҡыт ул бар, биреүе менән байлығы кәмемәй.
Ошо исемде күп әйтһә, күңел байлығы хасил була. .
   Йәә Үәхидү — берҙән-бер, шәрике (иптәше) окшашы булмаған заттыр.
Күп әйтһә бар халыҡ араһында изге сифатта була. Яңғыҙлыҡ хәлдә әйтһә, хәүефе китәр, ҡурҡмаҫ була.
   Йәә Самәдү — моңһыҙ. Аллаһы Тәғәлә бәндәнең ҡылған ғәмәленә мохтаж түгел. Бәндә, үҙ ғәмәле менән, һис Аллаһы Тәғәйәгә зарар ҡыла алмай.
Күп әйтһә, хәжәттәре үтәлер, халыҡ уға мохтаж булыр. Сәхәр ваҡытында сәждәгә барып, йөҙ ҙә ун биш мәртәбә әйтһә, дошманға өҫтөн була.
   Йәә Мүҡаддәмү — теләгән бәндәһенә алдан урын биреүсе, алға сығарыусы.
һәр көндө йөҙ мәртәбә уҡыһа, күңелендә Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәттән ғайри нәмәне тотмаҫ.
   Йәә Әхәдү — Аллаһы Тәғәлә бер үҙе генә,яңғыҙ. Уның шәрике юҡ.
   Яңғыҙ ултырып мең мәртәбә йәә Әхәдү тиһә фәрештәләр Аллаһынан ярҙам өҫтәр.
   Йәә Ҡаадиру — һәр нәмәгә көсө еткән зат.
   Даим әйтһә, маҡсуде Аллаһынан хасил була. Тәһәрәт алған заманда һәр әғзәһен йыуғанда йәә Ҡаадиру тиһә, дошманынан өҫтөн була.
   Йәә Мүәххыру — гонаһтар өсөн шелтә һәм ғазап биреүҙә хөкөмөн кисектереүсе, ашыҡмаусы.
һәр көн йөҙ мәртәбә уҡыһа, Аллаһы риза булып, рәхмәтен һалғай.
   Йәә Әәхыру — Уның ахыры, һуңы юҡ, бар мәхлүҡәт юҡҡа сыҡҡанда ла Үҙе ҡала.
   Дошмандарын көйҙөрмәк өсөн күп әйтһә, маҡсуды хасил була.
Йәә Үәли — бар ғәлемдәрҙе һәм булған бөтөн нәмәне үҙ- үҙенән идара итеүсе.
   Йәә Әүүәлү — әүүәле булмаған зат.
   Балаһы булмаһа, йә бер ғәйебе булһа, йә ғайри хәжәте булһа, йома көнө йәә Әүүәлү тип мең мәртәбә уҡыһа, маҡсаты хасил була.
   Йәә Бәәтынү — белә алмаҫлыҡ дәрәжәлә йәшерен булған.
   Көн дә өс мәртәбә әйтһә, хаҡлыҡ эштәрҙе белер үә һиҙәр.
   Йәә Мүтәғәәлии — бейектәрҙең иң бейеге.
   Йәә Мүтәғәәлии тиһә, үҙенең тиңдәштәренән өҫтөн үә тәүфиҡлы булыр. Яуыз фиғыллы ҡатын хәйес ваҡытында йәә Мүтәғәәлии тейеүҙе ғәдәт ҡылһа, яуыз фиғылы китәр.
   Йәә Бәрри — бәндәләрҙе бик һөйә уларға һәр ваҡыт мәрхәмәтле.
   Күп әйтһә Аллаһү Тәғәлә ихсәненә тейеш була. Бәләкәс балаға етмеш мәртәбә уҡып өрһә, йәмғи әфәттәрҙән имен була.
Йәә Мүнғимү — төрлө ниғмәттәрҙе биреүсе.
Күп әйтһә, өмөт ителә һәр инғәм була.
  Йәә Ғәәфи ү — гонаһтарҙы ғәфү итеүсе зат. 
  Йәә Ғәәфи ү тип даим әйтһә Аллаһы Тәғәлә гонаһтарын ғәфү итер.
  Йәә Мәәликәл Мүлки — бөтөн байлыҡтың берҙән-бер хужаһы.
  Йәә Мәәликәл Мүлки йәҙәл жәләәли үәл икрам исемеңә Һәр кем даимсылыҡ итһә, тамам дәүләте етеш була.
   Йәә Тәүүәбү — тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе зат.
Күп әйтһә, күп гонаһлы булһа өмөт ителә, уға тәүбә кираматы бирелә.
   Йәә Мүнтәҡыымү — гонаһлы бәндәләренән ғәҙҙеллек менән үс алыусы, яза биреүсе.
   Йәә Рауфү — мәрхәмәте киң, бәндәләрҙе ҡыҙғаныусы зат.
   Йәә Рауфү исеменә даимлыҡ ҡылһа. Ха к Тәғәлә инғәме һәм әкрамы менән ул бәндәгә яҡындарҙан булыр.
   Йәә Раббү — һәр нәмәне тәрбиә итеүсе зат.
Күп әйтһә Аллаһы Тәғәлә рәхмәтендә булыр.
   Йәә ҙәл жәләәли үәл икрам — бөйөклөк, йомартлыҡ һәм хөрмәт эйәһе.
   һәр кем был исемгә ихласлы булһа, йәмиғ мәхлүҡәттән хөрмәтле була.
   Йәә Жәмииғү — йыйыусы. Ҡиәмәт көнөндә бар мәхлүктәрҙы хөкөм итеү өсөн йыя.
Даим әйтһә, нәмәһе юҡ булһа, ошо исем бәрәкәтендә юғалғаны заһир була.
   Йәә Мүғни — теләгән бәндәләрен бай итеүсе, байлыҡ менән һынаусы зат.
Был исемде уҡып ҡулына өрөп, зәхмәтле урынына һыйпаһа, зәхмәтенән азат була.
   Йәә Мәәниғү — Үҙе теләмәгән нәмәләрҙе тыйыусы зат.
Ир менән ҡатын араһында татыулыҡ булмаһа йәә Мәәниғү исемен күп уҡыһа, арала мөхәббәт хасил була.
   Йәә Үәһһәбү — бөтөн нәмәне биреүсе, бүләк итеүсе зат.
   Йәә Раззәәҡу — Үҙе бар иткән һәр мәхлүгенә ризыҡ биреүсе.
   Йәә Раззәәҡу исеменә даимлыҡ ҡылһа ризығына бәрәкәт килә.
   Йәә Мүҡситу — иң бөйөк ғәҙеллеккә эйә булған зат, һис ҡасан ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ.
   Йәә Ғаниййү — бик бай, Уның байлығы биреү менән кәмемәҫ.
Даим әйтһә, сәләмәтлек сифатынан файҙа табыр. Хаҡ Тәғәлә рәхмәт ҡыла ,йәә Ғаниййү тип ҡулына өрөп зәхмәттән һыйпаһа, хәләс була.
   Йәә Муғтыы — һәр нәмәне (байлыҡты ла, сәләмәтлекте лә, тәүфиҡты ла һәм башҡаларҙы ла) биреүсе.
Доғаһы ҡабул булмаһа, ошо исемде уҡый, доғаһы ҡабул була.
   Йәә Дәрру — бәндәләрҙе һынау өсөн ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡазалар яратыусы зат.
Түбән дәрәжәгә төшһә һәр йома кис йөҙ мәртәбә уҡыһа, бейек мәртәбәгә ирешә.
   Йәә Нәәфиғү — мәнфәғәт биреүсе, файҙа биреүсе зат.
Дүрт көн хәле еткәнсә йәә Нәәфиғү тип уҡыһа, зыяндан имен була.
   Йәә Һәәдийү — һидайәткә күндереүсе, туры юлды күрһәтеүсе.
   Күккә ҡарап йәә Һәәдиййү тип уҡыһа, ҡулына өрһә, күҙен һөртһә, мәғрифәт табыр.
   Йәә Бәәҡыы — мәңге, баҡый, һүнмәй, юҡҡа сыҡмай.
Даим уҡыһа, шул кеше оҙон ғүмерле була,
   Йәә Рашидү — бәндәләрҙе тура юлдан алып барыусы, 
Бер мөһим ваҡиға булып тәғбирене белмәһә, ахшам намаҙы менән йәсих намаҙы араһында мең дә бер мәртәбә уҡыһа, тәғбирене белер. Күңеле раушан булыр.
   Йәә Нүру — тулы нур эйәһе, бәндәләргә нур биреүсе.
"Көръәндән сүрә нурҙы ете мәртәбә уҡып, мең мәртәбә йәә Нүру тиһә, уның күңеле мәғрифәтле, нурлы булыр.
   Йәә Бәдиғү — ғәжәйеп (миҫалы, оҡшашы булмаған) нәмәләрҙе яратыусы.
Мөшкөл эш булһа, етмеш мәртәбә йәә Бәдиғүс-сәмәәүәәти үәл арҙы тиһә, Хаҡ Тәғәлә ул мөшкөлдө ебәрер.
   Йәә Үәәрисү — бөтөн мираҫтың хужаһы һәм уны бәндәләргә йомартлыҡ менән биреүсе.
Бер кем зәхмәтле булһа, ошо исемде мең мәртәбә уҡыһа, зәхмәтенән хәләс була.
   Йәә Сабүру — сабырлыҡта тиңе булмаған зат.
Ауырыу йә бер шикләнеү булһа, өс мең мәртәбә уҡыһа хәләс була.
   Йәә Саадиҡаль — тоғролоҡло, һәр даим дөрөҫлөктө ҡылыусы зат.
Ошо исемгә даимлыҡ ҡылһа, телендә ялғанлыҡ булһа, раст һүҙле булыр.
   Йәә Сәттәру — күпселек гонаһтар өсөн яза бирмәй, ғәфү
итә, ярлыҡай.
   Был исемде күп әйтһә, Аллаһы Тәғәлә гонаһтарын ярлыҡаусы.