Пәйғәмбәребеҙ ﷺ зекер тураһында
Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙис-шәрифтәрендә: «Зекерҙән башҡа әҙәм балаһын ғазаптан ҡотҡарыусы бер нәмә лә юҡ», — тине.
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Дәрәжә яғынан кешеләрҙең иң бөйөгө Аллаһты зекер иткәндәре», — тип әйтте.
Берәү килеп Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ: «Йә, Рәсүлуллаһ! Аллаһтың ризалығына һәм ахирәт сәғәҙәтенә ирешеүҙең бер еңел юлын өйрәт, шуны үтәйем әле», — тигәс, ул ﷺ: «Телең зекерҙән туҡтамаһын», — тине.
Уҡыуҙан күп әжере булған зекерҙәрҙе бына шулай уҡып, мәғәнәһен аңлап, башыбыҙҙа (аңыбыҙҙа) тоторға тырышайыҡ. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Кем дә булһа; «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» зекерен уҡыһа, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәре китәр. Был зекерҙең мәғәнәһе: «Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнән».
Әбү Һөрәйрә риүәйәт иткән хәҙис-шәрифендә һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» доғаһы туҡһан туғыҙ сирҙән дауалыр. Ул сирҙәрҙең иң кескенәһе — ҡальб һыҡтауылыр».
Был мөбәрәк доғаны уҡыған кешелә һис бер һыҡтау, хәсрәт, һыҙланыу ҡалмаҫ.
Пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙҙең иң мөбәрәк доғаһына иғтибар итһәк, «99 сиргә дауалыр, был сирҙәрҙең иң кескенәһе күңел һыҡтауы, күкрәү ҡыҫыуы, ҡайғы үә һыҙланыуҙар», — ти.
«Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыған кешенең хәсрәт үә һыҙланыуҙары үҙҙәренән-үҙҙәре һүнәрҙәр, таралырҙар.
Зекерҙәр улар – беҙҙең йән именлегебеҙ. Күп-күп итеп зекер итергә ынтылайыҡ. Инсандың күкрәгендәге ҡыҫыуҙарҙы, күңелебеҙҙәге һыҙланыуҙарҙы, күңелендәге борсоуҙарҙы һәм хәсрәттәрҙе ҡыуа торған дауа ниндәй? Бармы ул дауа? Юҡ, уларҙы бер ниндәй дарыу ҙа ҡыуа, дауалай алмай. Улар барыһы ла һәм бары тик һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең юғарыла уҡыған, беҙгә өйрәткән мөбәрәк зекерен уҡығанда ғына китәрҙәр, таралырҙар.
Йәнә хәҙрәте Ғәли (р.г.) әфәндебеҙҙең риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифе. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Кемдер берәр нәмәнән ҡайғырып өҙгәләнһә, «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыһын». Тимәк, был доға ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙең китеүе өсөн берҙән-бер дауа.
Ә бына Табарани риүәйәт иткән бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип әйтте: «Аллаһ Тәғәләнең үҙенә биргән ниғмәтенең үҙендә дауамлы булып ҡалыуын теләгән кеше күп-күп итеп: «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ»« доғаһын уҡыһын».
Аллаһ Тәғәләнең яратҡан ике кәлимәлек тағын бер зекере: «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи. Сүбхәнәллааһи ғәҙыым». Уның мәғәнәһе: «Аллаһ Тәғәләне тәсбих итәм. Хәмидем Уға ғыналыр. Ғалим булған Аллаһты тәсбих итәм».
Был ике кәлимә тәсбих тураһында Бохари һәм Мөслим риүәйәт иткән хәҙис-шәрифтә Пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙ: «Телдә-лөғәттә еңел, үлсәүҙә ауыр килгән, Рахмән булған Аллаһ ҡаршында һөйөклө булған ике кәлимә бар, ул кәлимәләр:«Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи. Сүбханаллааһи-ғәҙыым». Был доға үә тәсбихтең фазиләте шул тиклем ҙур, уның сауаб үә фазиләте Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тарафынан айырым үҙенсәлек биреп аңлатылған. Унан оло зекер үә доға булмаҫ.
Шулай булғас, һәр мосолман төндә һәм көндөҙ теле буш, үҙенең мәшғүле аҙ булған ваҡытта гел ошо тәсбих үә зекерҙе күп итеп уҡыһын, һис ваҡытын бушҡа уҙҙырмаһын. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бик тә һөйөклө булған, Аллаһ Тәғәлә яратҡан ошо ике кәлимә доғаны уҡыһа, Аллаһтың иң һөйөклө бер ҡоло булыр. Аллаһ һәммәбеҙгә бына шуны насип итһен ине. Әмин!..
Аллаһ Тәғәләнең яратҡан зекерҙәрҙең береһе: «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи. Сүбхәнәллааһи-ғәҙыым» зекерелер. Әбүзәр (р.г.)нән Мөслим риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифтә әйтелгәнсә, Пәйғәмбәр ﷺ әфәндебеҙ: «Аллаһ алдында һүҙҙең иң һөйөклө булғаны, Аллаһ Тәғәлә үҙе яратҡан ҡәләм, иң матур һүҙ: «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи» йөмләһелер», — тине.
Аллаһ Тәғәлә янында иң һөйөклө булған был йөмләлә Аллаһ Тәғәләне бөтә кәмселекле сифаттарҙан пак итеү, түбәнлектәрҙән йыраҡ итеп күреү һәм бөтә камил сифаттар менән ҡабул итеү ынтылышы бар. Тәсбих итеү Аллаһ Тәғәләгә ҡарата иң оло тәғзимде (ололау, хөрмәтеңде) белдереү, тигән һүҙ ул. Әлеге тәсбихе дауамлы уҡыу инсандың рухын күтәрә, уны имен итә.
Бохари һәм Мөслим Әбү Һөрәйрәнән риүәйәт итеп ҡалдырған тағы бер хәҙистә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең: «Кем һәр көн йөҙ мәртәбә «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи» тәсбих (доғаһын) уҡый, ул, гонаһтары диңгеҙҙәге күбек тиклем күп булһа ла, сафланыр, ғәфү ителер», — тигәне әйтелә.
Уйланайыҡ әле, ғәҙәти генә ғәмәл — көнөнә йөҙ мәртәбә ошо изге доғаны тәсбих ҡылаһың (уҡыйһың) һәм һинең бөтә гонаһтарың, диңгеҙҙәге күбектәр һанынса булһа ла, ғәфү ителә, кисерелә, һин барлыҡ гонаһтарынан пакланаһың!
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләренә күп төрлө зекерҙәр өйрәтте. Бына уның Муаз бин Джәбәлгә өйрәткән бер күркәм зекере: «Әй, Аллаһым! Һине зекер итергә, Һиңә шөкөр итергә үә Һиңә күркәмлек менән ғибәҙәт ҡылырға миңә ярҙам ит!»
Иғтибар итегеҙ, Аллаһҡа зекер итеү өсөн дә беҙ Уның Үҙенән ярҙам һорайбыҙ!
Әбү Дауыттың Муаз бин Джәбәлдән (р.г.) риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифендә әйтелә, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Муаз бин Джәбәлгә былай тип мөрәжәғәт итә: «Әй, Муаз, мин һине валлаһи хөрмәт итәм. Шуның өсөн һиңә васыят итәм, һәр намаҙ артынан: «Аллаһуммә ғәйни әлә зикрикә үә шүкрикә вү хусни ғыйбәдәтикә» доғаһын уҡы. Һис тә был мөбәрәк доғаны ҡалдырма!»
Муаз бин Джәбәл сәхәбәләр араһында иң ғалимдәрҙән ине. Рәсүлуллаһтың хөрмәт үә мөхәббәтенә лайыҡ булды, Уның оло илтифатына наил булды.
Хатта Пәйғәмбәребеҙ уға ошо хәҙиҫтәге вазифаны васыят итте, һәм Муаз бин Джәбәл ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр намаҙҙың аҙағында был изге доғаны уҡыны, уны үҙе яҡын күргән кешеләргә өйрәтте, васыят итте.
Донъя менән ахирәт сәғәҙәте өсөн уҡыла торған тағы бер зекер: «Аллаһүммү ахсин ғәҡибәтәнә фил-үмүри күллиһи үә әджирнә тии хиз-ид-дүнья үә ғәзабил-әхирәһ» Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһым! Эшләгән һәр эшебеҙҙә уның һуңғы нәтижәһен хәйерле ит. Донъяның бәхетһеҙлектәренән, ахирәт ғазабынан беҙҙе ҡотҡар, һаҡла». Был да Расүлуллаһ ﷺ әфәндебеҙ өйрәткән зекер. Уны намаҙҙан һуң һәм һәр даими уҡыу бик тә сауаблы. Уны һәр саҡ уҡыған кешеләр донъя ауырлыҡтарынан имен булыр, борсоуҙарынан айныр, хәйерселек, һыҡтау күрмәҫ. Улар ахирәттә лә бәхетле булыр.
Зекерҙән дә мәртәбәле һис бер эш юҡ. Инсан өсөн иң үтемле, уңышлы ғәмәл — зекер. Был хосустан Рәсүл Әкрам ﷺ әфәндебеҙҙең бик күп әмерҙәре бар. Бына уның хәҙис-шәрифтәре:
- «Һис бер саҙаҡа Аллаһ Тәғәләне зекер итеүҙән өҫтөн үә дәрәжәле булмаҫ».
- «Зекер әһелдәре ҡатнашыу һәр мәжлестең күрке, йәннәттелер». Бында һүҙ зекер әһеле уҡыған ғибәҙәттең нәтижәһе йәннәт булыуы тураһында бара, билдәле.
- «Зикруллаһтан башҡа инсанды илаһи ғазаптарҙан ҡотҡарыр ғәмәл юҡтыр».
- «Кем дә булһа берәү ҡулында булған барлыҡ аҡсаһын саҙаҡа итеп таратһа, кемдер икенсе берәү Аллаһҡа зекер итһә, Аллаһ ҡаршыһында зекер иткәне күпкә өҫтөн булыр».
Ошо хәҙистәрҙең тәрән мәғәнәһенә төшөнһәк, зекерҙе мөьмин өсөн ни тиклем һөҙөмтәле ғәмәл булғанын тағы ла тәфсилләп тороуҙың кәрәге булмаҫ.
Дини фекерҙәштәрем, һәр мосолман үрҙә күрһәтелгән зекерҙәрҙең берәйһен йәки бер-нисәһен һәр көн даими уҡыһын. Мәҫәлән, йөҙ мәртәбә «Әстәғфируллаһ» тиһен. Йөҙ мәртәбә «Аллаһ» мөбәрәк кәлимәһен тәҡрарлаһын. Йөҙ мәртәбә (кәмендә!) «Ләә иләәһә илләллааһ» тиһен. Шулай уҡ йөҙ мәртәбә Пәйғәмбәребеҙгә «Сәламү сәлам» килтерһен. Намаҙҙарҙа уҡыла торған: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиим. Иннәкә Хәмиидүм Мәджииид» — «Әй, Раббым, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә һәм уның әһленә рәхмәт ҡылған кеүек, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә һәм уның әһленә лә рәхмәт ҡыл! Ысынында, Һин Маҡтаулы һәм Олуғһың (Бөйөк)» һәм:
«Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә бәәракта ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әли Ибрааһиим. Иннәкә Хәмидүм Мәджииид» — «Әй, Раббым, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә һәм уның әһленә бәрәкәт биргәнең кеүек, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә һәм уның әһленә лә бәрәкәт бир! Ысынында, Һин Маҡтаулы һәм Олуғһың» — уҡыу бик тә сауаплы — йөҙ мәртәбә уҡыу кәрәк. «Ихлас» сүрәһен йөҙ мәртәбә уҡырға тырышығыҙ. Быларҙың барыһына да үҙең генә ишетелерлек, шым ғына, ихлас менән уҡырға кәрәк.
Йөҙ мәртәбә «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи»не уҡыу бик файҙалы. Бына был доғаларҙы йөҙәр мәртәбә уҡыу үтә лә сауаплы:
1. «Ләә иләәһә илләллааһү үәхдәһү лә шәриикә ләһ, ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир» кәлимәһен уҡыһа, уның өсөн ун изгелек яҙылыр, ун гонаһы ғәфү ҡылыныр, йәннәттә уның дәрәжәһе ун мәртәбәгә артыр, һәм ул көнө буйына шайтан вәсвәсәһенән һаҡланыр, ауырлыҡтарҙан ҡотолор. Ғәйшә (р.г.) еткерҙе, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Шым ғына итеп, хатта фәрештәләр генә ишетелерлек итеп әйтелгән зекерҙең етмеш тапҡыр сауабы артығыраҡ», — тигән.
2. «Сүбхәналлааһи үәл-хәмдү-лиллааһи үә лә иләһә илләллааһү әкбәр, үә ләә хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә билләһил ғәлийил ғәҙыым»,
3. «Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи, сүбхәнәллааһил — ғаҙыым үә бихәмдиһи әстәғфируллаһ».
4. «Ләә иләәһә илләллааһү мәликүл хаҡҡул мүбии« Мүхәммәд-әр-рәсүлуллаһ садиҡул вәғдил-әмин».
Зекер итеү сәбәпле бер көс-ҡеүәт барлыҡҡа килә, уның ярҙамында хатта хәлдән килмәҫлек эштәр ҙә эшләнә. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ дең һөйөклө ҡыҙы Фатима (р.г.), он яһар өсөн ашлыҡ бөртөктәрен тартырға бик ауыр булғас һәм хужалыҡ эштәре көстән килмәҫлек була башлағас, атаһына хеҙмәтсе алырға теләгәнен әйткән ине, шул ваҡытта Расүлуллаһ ﷺ ҡыҙына йоҡо алдынан «Аятүль Көрси» уҡырға һәм «Сүбхәналлааһи», «Әлхәмдүлиллааһи» кәлимәләре утыҙ өсәр мәртәбә, «Аллааһу Әкбәр» кәлимәһен утыҙ дүрт мәртәбә уҡырға ҡушҡан ине. Был ғәмәл хеҙмәтсе алыуҙан да күберәк ярҙам бирә, тип әйткән. Күрегеҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй матур кәңәш. Мин файҙаһын бик күрәм.
Тағы ла тырышыбыраҡ зекер итергә теләгән мосолмандар тәүлек дауамында биш мең мәртәбә «Аллаһ» исемен тәкрарлаһындар (ҡабатлаһындар). Ваҡыттары мөмкинлек бирә икән, үрҙә күрһәтелгән зекерҙәрҙе лә күп итеп уҡыһындар.
Пак йәшәүҙең, хозурлы йәшәүҙең тура юлы — Зикруллаһта дауамлы булыу. Йөрөгәндә, эшләгәндә, ашағанда-эскәндә, ятҡанда-торғанда Аллаһ менән бергәлегеңде онотмаҫҡа тырыш.
Бохари яҙғанса, Ғабдуллаһ бин Мәсғүд (р.г.) әйткән: «Беҙ Расүлуллаһ ﷺ тәрбиәһендә шундай халәткә килдек ни, тамағыбыҙҙы үткән һәр киҫәк ризыҡтың тәсбихтәрен, зекерҙәрен тоя инек»,
Аллаһ һәммәбеҙгә был донъянан киткәнгә тиклем бына шундай зекерле берәр йотом ризыҡ ҡабырға насип-мөйәссәр әйләһен. Әмин!
Хөрмәтле дуҫтарым! Беҙ бөгөн бик тә ҡатмарлы, аңлайышһыҙ, алдаулы, ауыр осорҙа йәшәйбеҙ кеүек. Яҙмамды башлағанда ҡот осҡос «Нишләргә?» тигән һорау ҡуйылған ине. Беҙ бергәләп уға яуап таптыҡ. Күҙ алдарығыҙ яҡтырып, башығыҙ асылып киттеме? Күп, бик күп итеп зекер әйтәһегеҙ киләме — әйтегеҙ!
Донъя шундай матур! Һиҙәһегеҙме? Йәшәгән һайын Аллаһ Тәғәлә риза булырлыҡ итеп йәшәйһе, Аллаһтың рәхмәтенә ирешәһе килә.
Иң изге теләктәр менән, Шәйехйән Фания ХУЖАХМӘТ.
«Бисмилләһ китабы»нан тәржемә.