Тәсбих (тиҫбе) бидғәтме?

     Тәсбих ҡулланыу тураһында фекер төрлө. Был яҙмала шуларға аңлатма, Ғәрәбстан дин ойошмалары һәм уҡыу йорттары ғалимдарынан һуңғы ваҡытта алынған мәғлүмәт-һығымта бирелә.
                                                       Тәсбих ҡулланыу яраймы?
     Тәсбихтең аңлатмаһы: имам Мөхөтдин ән-Нәвәүи «Тәхзиб әл-әсмә үә әл-лөғәт» китабында былай тигән: «Тиҫбе ул — епкә теҙелгән һәм зекерҙә ҡулланыла торған ынйы бөртөктәре. Икенсе атамаһы — мәсбәха, имән бармаҡ атамаһынан килеп сыҡҡан, сөнки намаҙ ваҡытында тәүхидте раҫлау өсөн беҙ уның менән хәрәкәт яһайбыҙ».

     Аш-Шиһаб әл-Фүминең «әл-Мисбах әл-мөнир фи ғәриәш — шәрх әл-кәбир»ендә былай тиелгән: «Тиҫбе ул — мәдхия уҡыу, кәмселектәрҙән арыныу, шулай уҡ намаҙ мәғәнәһендә лә ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡөръәндә был турала: „Әгәр ҙә ул үкенеп (тәүбә итеп), Аллаһҡа тәсбих әйтмәгән булһа, ҡиәмәт көнөнә тиклем балыҡ ҡарынында ҡалған булыр ине“, — тиелгән (37-се „Саффәт“ сүрәһе, 143-144-се аяттар). Был осраҡта „бик ныҡ маҡтау“ тигәндә, намаҙ күҙ алдында тотола. Тәсбих (мәсбәха) ынйы бөртөктәренән торған әсбап булараҡ билдәле» (һүҙлектә аңлатма биреүселәр тәсбихтең килеп сығышы яғынан боронғо ғәрәп теленә ҡарамауын, ә Исламдың беренсе ғасырында ғына барлыҡҡа килеүен әйтәләр). Һүҙлектә: «Тиҫбе — зекерҙәрҙе һәм нәфел намаҙҙарҙы һанау өсөн ҡулланыла торған ынйы бөртөктәре йыйылмаһы», — тиелгән.
     "Шәмс әл-гөлүм"ҙә (тел, тарих һәм поэзия белгесе имам Әбү әл-Хәсән Нәшвән ибн Сәйет ибн Фәшвән әл-Ямани әл-Хәмиүи әҫәре): «Сәбхә ул — намаҙ, әммә шулай уҡ тәсбих, йәғни зекерҙәрҙе һанау өсөн әсбап тигән мәғәнәгә лә эйә», — тиелгән («Нөзхат әл-Фикр», 8-9 б.).
                                                          Тәсбих ҡулланыуҙың хәләллеге
     Ғабдулла ибн Ғәмрҙән: “Мин Пәйғәмбәрҙең ﷺ бармаҡтары менән тәсбих тартыуын күрҙем", тип еткерә (әт — Тирмизи-3411, 3487; Әбү Дауыт — 1502; ән-Нәсаи -3/79; әл — Хәким — 1/547; әл-Байхаки-2/253; Әхмәд-2/160. Ибн Хиббән 43, әл-Бағауи — 1268).
     Шулай уҡ Пәйғәмбәр ﷺ бер хәҙисендә ҡатын-ҡыҙҙарға бармаҡтары ярҙамында тиҫбе тартырға ҡушҡан: «Тәсбих („Аллаһ кәмселектәрҙән азат“ („Сүбхәнә Аллаһ“) — тигән һүҙҙәр) һәм тәһлил („Аллаһтан башҡа илаһ юҡ“ („Ләә иләһә илләл Аллаһ“) — тигән һүҙҙәр) бармаҡтарығыҙ менән һанағыҙ, сөнки ҡиәмәт көнөндә уларҙан һорау алыныр һәм улар яуап бирерҙәр» (Әбү Дауыт — 1501, ат-Тирмизи — 3583, Әхмәд — 6/ 370 Һ.6.).
     Сафиянан былай тип еткерелә: “Бер мәл Пәйғәмбәр ﷺ минең яныма килде лә һәм миндә дүрт мең хөрмә төшөн күреп: ''Был нимә?" — тип һораны. Мин әлеге төштәр ярҙамында тәсбих ҡылыуымны әйттем. Ул: «Мин бынан күберәк ҡылдым», — тине. Мин: «Әй, Аллаһы илсеһе, мине лә өйрәт», — тинем. Ул: «Аллаһының мәхлуҡтар ни ҡәҙәр булһа, Ул шул ҡәҙәр изге», — тип әйт", — тине" (әт-Тирмизи — 3554).
     Әхмәд Юныс ибн Ғөбәйҙән, ә ул, үҙ сиратында, үҙенең әсәһенән: “Мин Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәбәһе Әбү Сафины күрҙем. Ул беҙҙең күршебеҙ булды һәм таштар ярҙамында тәсбих сыға ине", — тип еткерә.
     Әхмәд Ғабдрахмандан: “Әбү Дәрҙәнең хөрмәт төштәре һалған ҡапсығы бар ине. Иртәнге намаҙҙан һуң ул әлеге төштәр бөткәнсе, уларҙы ҡапсыҡтан сығарып тәсбих ҡыла ине", — тип еткерә.
     Әбү Дауыт бер шәйехтең һөйләгәндәрен ишетеп торған Әбү Нәдрҙән былай тип еткерә: “Бер мәле мин Әбү Һөрайрала (р.г.) ҡунаҡ булдым һәм унда таштар һәм хөрмә төштәре менән ҡапсыҡ күрҙем. Ул өҫтә ята, зекер итә һәм төштәрҙе аҫҡа ташлай ине. Төштәр бөткәс, уның ҡолы уларҙы яңынан ҡапсыҡҡа йыйып, уға бирә ине (Әбү Дауыт — 2174).
     Ибн Әбә Шәйба, Әбү Сәйет әл-Худриҙән, уның таштар ярҙамында тәсбих тартыуын еткерә. Шулай уҡ Әбү Һөрәйрәнең (р.г.) йөҙ төйөнлө бауы булған һәм уның әлеге бау ярҙамында тәсбих тартмай тороп, йоҡларға ятмауы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт бар.
     Фатима бине әл-Хөсәйни ибн Ғәли ибн Әбү Талибтың төйөнлө бау менән тәсбих ҡылыуы еткерелә. Шулай уҡ: «Тиҫбе ярҙамында тәсбих ҡылыусы ниндәй күркәм», — тип әйтелгән һүҙҙәр билдәле.
                                         Ғалимдарҙың әйткән һүҙҙәре:
     “Сәхәбәләр иҫән ваҡытта әл-Хәсән әл-Басриҙың үҙенең дә тиҫбе ҡулланыуы еткерелә.
     Ғөмәр әл-Мәкки былай тигән: «Мин әл-Хәсән әл-Басриҙын ҡулына тәсбих тотҡан килеш күрҙем һәм уға: „Эй, остазым, һеҙ шундай ҙур дәрәжәгә ирештегеҙ, ни өсөн һуң һеҙ тағы ла тәсбих ҡулланаһығыҙ?“ — тинем. Быға ҡаршы ул: „Мин юлымдың башында уларҙы ҡулландым һәм аҙағында ла уларҙы ҡалдыраһым килмәй, миңә йөрәгем менән дә, телем менән дә, ҡулдарым менән дә Аллаһыны иҫкә алыу оҡшай“, — тип яуап бирҙе».
     Мөхәммәд әл-Әмир үҙенең китабында былай тип яҙа: “Шәйех Әбү әл-Ғаббас әр-Рәввәд: “Әл-Хәсәндең һүҙҙәре, тәсбихтең сәхәбәләр ваҡытында ҡулланылыуы, һәм башланғысы уларҙа булыуы тураһында әйтә", — тигән («Нөзхат әл-Фикр фи сәбхәт әҙ — зикр». Әл-Ләкнәүи, 16-18,368).
     Ибн Һәжәр әл-Мәкки әл-Хәйсәми әш-Шәфиғиҙын «Ҙәүәжир ғән икътираф әл-кәбәир»ендә: «Тән менән ебәк араһында башҡа төрлө туҡыма булған осраҡта, ебәк кейеп ултырыу рөхсәт ителә, әммә төрөнөү тыйыла, ләкин сигеү сигергә, тәсбих өсөн еп, һөңгөләге байраҡ, Ҡөръән өсөн ҡапсыҡ булараҡ ҡулланырға ярай», — тиелгән.
     Ибн Ғәлән үҙенең «Иҡәд әл-мәсәбих фи-иттеказ әл-мәсәбих» тигән иҫ киткес китабында: «Тәсбихте зекер ҡылғанда ҡулланыу яҡшыраҡ, сөнки кеше ҙур һандарҙы иҫәпләү өсөн туҡтап тормай», — тигән.
     "...бармаҡтарығыҙҙы файҙаланығыҙ, сөнки уларҙан ҡиәмәт көнөндә һорау алыныр һәм улар шаһиттар булырҙар", — тигән хәҙис хаҡында ул: «Тап бына шуға күрә ғибәҙәт ҡылыусылар тәсбих ҡулланалар», — тигән («Әл-Фәтүләт әр-раббания ғәлә әл-әзкар ән-Нәвәвия», 1 т. 251-252 б.).
     Ибн Һәжәрҙең «Шәрх әл-мишкат»ендә: «Хәҙистә килтерелгән бойороҡтан, тәсбих ҡулланыуҙың мөстәхәб булыуы, ә был — бидғәт, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫ булмауы асыҡлана...», — тиелгән.
     Ибн әл-Джәүҙи: “Тәсбих ҡулланыу мөстәхәб була. Әммә тәсбихте ҡулланыуҙың маҡсаты — бары тик зекерҙе тәртипкә һалыу ғына булырға тейеш", — тигән.
     "Әд-Дөрр әл-мохтар"ҙа (Хәнәфит мәҙһәбе сығанағы): «Әгәр „әл-Бәхр“ҙә әйтелгәнсә, күҙ буяу булмаһа, тәсбих ҡулланыуҙа бер ниндәй ҙә ғәйеп итерлек нәмә юҡ», — тиелгән.
     Имам әс-Суюти: «Тәсбихте күп кенә абруйлы һәм белемле кешеләр ҡулланғандар. Һәм хатта кеше тәсбихте уларға оҡшау һәм уларҙың юлынан барыу өсөн генә ҡулланһа ла, был инде дөрөҫ була», — тигән.
     Ҡаҙый Әбү әл-Ғаббас Әхмәд ибн Хәлкәнән «Вафият әл-әғъян»да былай тип еткерелә: «Бер ваҡыт кешеләр Әбү әл-Ҡасим әл-Джөнәйд ибн Мөхәммәдтең ҡулында тәсбих күреп унан: „Һин шундай хөрмәтле кеше, ни өсөн һин тәсбих ҡулланаһың?“ — тип һорағандар, ул: „Был мин Раббыма ирешкән юл, шуға күрә мин уны бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡмын“, — тип яуап биргән („Әл-Хәви“, 2 т., 37-40 б.).
     Күреүегеҙсә, Пәйғәмбәр ﷺ тиҫбе менән тәсбих тартыуҙы тыймаған. Әгәр тиҫбе ҡулланыу кәрәкһеҙ булһа, Пәйғәмбәр ﷺ быны һис шикһеҙ әйткән булыр ине.
     Хәҙерге тәсбихтәр шул уҡ, әммә епкә теҙелгән хөрмә төштәренән һәм таштарҙан ғибәрәт. Шулай булғас, уларҙы шулай уҡ ҡулланырға мөмкин, өҫтәүенә бындай риүәйәттәр күп суфыйҙарҙан еткерелә („Хашия ибн Ғәбидин“, 1 т., 457б.).
     Ғәли әл-Ҡари „Әл-Мәраҡҡәт“тә, Сәғҙинең хәҙисен шәрехләп, былай тип яҙа: “Был хәҙис тәсбих ҡулланыуҙың рөхсәт ителгәнлеге хаҡында һөйләшеү өсөн ышаныслы нигеҙ булып тора. Шуға күрә был хөрмә төштәренең епкә теҙелеү-теҙелмәүендә бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Шулай уҡ бидғәткә лә кермәй, өҫтәүенә ҡайһы бер шәйехтәр тәсбих тураһында: „Был шайтан өсөн ҡамсы“, — тигәндәр».
     Ҡайһы бер ғалимдар тиҫбе урынына бармаҡтарҙы ҡулланыуының яҡшыраҡ булыуы тураһында әйтәләр, бында һис шикһеҙ асыҡлап үтер кәрәк. Был буталыу ҡурҡынысы булмаған осраҡта ғына яҡшы.
     Тәсбих ҡулланыуҙа ҡайһы бер шикләнеүҙәр хаҡында:
     Беренсе шикләнеү: Әгәр тәсбих ниндәй яҡшы әйбер булһа, Пәйғәмбәр ﷺ һис шикһеҙ үҙенең сәхәбәләренә быны күрһәтер ине.
     Яуап: Пәйғәмбәр ﷺ ҡылмаған бар ғәмәлдәр ҙә насарлыҡ булмай. Пәйғәмбәр ﷺ ҡылмаған, әммә уларға күрһәткән йәки уларҙың рөхсәт ителгәнлеген раҫлаған ғәмәлдәр ҙә бар. Был осраҡта беҙ Пәйғәмбәр ﷺҙең әлеге ғәмәл менән килешеүен күрәбеҙ. Өҫтәүенә, был шулай уҡ тәсбих өсөн бармаҡтар ҡулланыу тураһындағы хәҙис менән дә раҫлана.
     Икенсе шикләнеү: Ҡайһы бер факиһтар һанауҙың үҙ-үҙенән бидғәт булыуын әйтәләр, ни өсөн һуң беҙ быға тәсбихте индермәйбеҙ? Өҫтәүенә, әгәр ҙә беҙ яҡшы ғәмәл менән бидғәт араһынан һайлайбыҙ икән, яҡшы ғәмәлгә өҫтөнлөк бирергә тейешбеҙ.
     Яуап: Һанау — бидғәт, тигән һүҙҙәр Пәйғәмбәр ﷺ ҙең һәм уның сәхәбәләренең һүҙҙәре, ғәмәлдәре менән кире ҡағыла. Әгәр ҙә беҙ яҡшы ғәмәл менән бидғәт араһынан һайлайбыҙ икән, нәмәнең көслөрәк икәнлеген үҙләштерергә кәрәк. Был осраҡта беҙ һанауҙың яҡшыраҡ икәнен күрәбеҙ, шуға күрә шикләнеүҙәргә әһәмиәт бирмәйбеҙ.
     Тәсбихтең башҡа диндәрҙән үҙләштерелгән булыуы хаҡында һүҙҙәргә килһәк, улар дөрөҫ түгел, сөнки беҙ уларҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәндек инде. Өҫтәүенә, башҡа диндәге кешеләргә һәр эйәреү ҙә тыйылған булмай.
     Әгәр кеше изге ниәт менән тәсбих ҡуллана, зекер итә икән, уларҙы ҡулланыуҙа бер ниндәй ҙә ғәйеп итерлек нәмә юҡ. Әгәр кеше башҡалар араһында уның менән ғорурланыу өсөн бик ҡиммәтле тәсбих һатып ала икән, был иһә тыйыла. Шулай уҡ өстән бер өлөштө тәшкил иткән тәсбих түгел, ә тулы тиҫбе ҡулланыуның яҡшыраҡ булыуын да иҫкәртеп китергә кәрәк.
     Башҡалар алдында маҡтаныр өсөн, ҡулдар ни ҙә булһа эшләһен өсөн йә иһә зекер түгел, ә ни ҙә булһа башҡаны һанау өсөн тәсбих ҡулланыу шулай уҡ тыйыла. Имам ибн әл-Хаж һәм шәйех әл-Ғәдәүи шундай фәтүәләр биргәндәр. Шулай уҡ бик ҙур тәсбихтәр ҡулланырға һәм уларҙы муйынға элергә ярамай, сөнки был күҙ буяу, йәғни рия (ике йөҙлөлөк) билдәһе булып тора.
     Имам әс-Суюти тураһында бик ҡыҙыҡлы риүәйәт еткерелә. Ул бер ваҡыт әл-Кудскә юнәлгән каруан менән барыуын еткерә.Уларҙың каруанына һөжүм иткәндәр һәм бар мөлкәттәрең тартып ала башлағандар. Имам әс-Суюти лә шуға дусар булған, уның селләһенән тәсбихе төшөп киткән. Быны күргән һөжүм итеүселәр уларҙан алған әйберҙәрҙең барыһын да кире ҡайтарғандар. Имам әс-Суюти үҙе был турала: “Ҡарағыҙсы, был һәм киләһе донъяның изгелеге булған был ҡулланма (тиҫбе) ни тиклем файҙа килтерә", — тип әйткән. («Нөзхат әл-фикр фи сәбхәт әҙ-зикр». Әл-Ләкнәви, 25 б.).
     Әле әйтелгәндәрҙән шул күренә: тәсбих ҡулланыу зекер һанауға нигеҙләнгән, бары тәсбихтәр эволюцияһы барлыҡҡа килгән, улар айырым хөрмә төштәренән бер епкә теҙелгән ынйы бөртөктәренә әүерелгәндәр.
                                                       Һығымта
     Тиҫбе — зекер (Аллаһты иҫкә алыу), тәсбих (Аллаһты маҡтау) тартҡанда иҫәп алып барыуҙы еңеләйтеүсе сара ғына. Уға ҡаршыларҙың төп дәлиле — Пәйғәмбәрҙең ﷺ тиҫбеһе булмау. Шәриғәт буйынса иһә был хәл генә нимәне лә булһа тыйыуға нигеҙ була алмай.
     Тиҫбене иһә Пәйғәмбәр ﷺ замандарында ҡуллана уҡ башлағандар. Әбү Һөрәйрәнең (р.г.) мең төйөнлө бауы булған. Шуларҙа тәсбих тартып бөтөрмәйсә ул йоҡларға ятмаған.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡатыны Сафия зекерҙе бөртөк йәки таш киҫәктәре менән уҡыған, Хөсәйен ибн Ғәли (р.г.) ҡыҙы Фатима шулай уҡ төйөнлө еп ҡулланған.
     Был һорау Ислам тәғлимәтселәре тарафынан бик яҡшы өйрәнелгән. Тиҫбе куллануның дөрөҫлөгөн раҫлаусы ҙур-ҙур хеҙмәттәр ҙә бар. Тик шуға ла ҡарамаҫтан, ҡайһы бер наҙан фанатиктар һаман тиҫбе менән «көрәшеү»ҙәрен дауам итә.
                                                                Татар мосолман календаре, 2008 йыл.

     Тәһлил: https://nazir1965.com/din/t%D3%99%D2%BBlil.html

     Тәсбих һәм доға:https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99sbix-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93a.html

     Тәсбих тартыу һәм намаҙ: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99sbix-tartyu-%D2%BB%D3%99m-nama%D2%99.html

     Тәсбих тартыуҙың хасыяттары: https://nazir1965.com/din/t%d3%99sbix-tartyu%d2%99y%d2%a3-xasyyattary.html

     Саләтүт-тәсбих — Тәсбих намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/sal%D3%99t%D2%AFt-t%D3%99sbix-t%D3%99sbix-nama%D2%99y.html

     Тәсбих намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99sbix-nama%D2%99y.html

     Тәсбих доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/t%D3%99sbix-do%D2%93a%D2%BBy.html