Әүлиә Мехмет вәғәҙенән
Кипрҙағы Әүлиә Мехмет (Мәхмәт) хәҙрәт вәғәҙәрен ошо сайтыма һалып торам һәм бына яңы һуңғы вәғәҙе. Нәкшбәндиә тәриҡәтенең 41се Әүлиәһе Шәйех Мехмет хәҙрәттең ошо йылдың февраль айында һөйләгән нәсихәтен уҡығыҙ.
وَإِن تُطِعْ أَكْثَرَ مَن فِي الْأَرْضِ يُضِلُّوكَ عَن سَبِيلِ اللَّهِ إِن يَتَّبِعُونَ إِلَّا الظَّنَّ وَإِنْ هُمْ إِلَّا يَخْرُصُونَ
«Үә иң түтыиғ әкҫәра мәң фил-ардыи йүдыиллүүкә ғәң сәбиили-лләәһи ий-йәттәбиғүүнә иллә-ҙҙаннә үә ин һүм илләә йахрусуун».
«Ер йөҙөндәгеләрҙең күбеһенә эйәрһәң, улар һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар. Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нәмәгә табынмаҫ, ялғандан башҡа һүҙ һөйләмәҫтәр». Сүрә 6, (Мал-тыуар) 116 аят.
Ошо Изге Ҡөръән аяттын дәлил итеп килтереп, Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт: Ерҙәге күпселек кешеләргә эйәрәһең икән (уларҙың Ислам диненә тап килмәгән фекерҙәре, ҡарарҙарына таянып), улар һеҙгә Аллаһ юлынан яҙырасаҡ. Улар тик фараздарға ғына эйәрә һәм (шулай итеп) тик ялған һөйләй. Аллаһ Тәғәлә әйтә, күпселек кешеләргә ышанһағыҙ, (әлеге социаль йәмғиәтегеҙ әҙәмдәренә), әгәр һеҙ уларҙы тыңлаһағыҙ, улар шулай эшләйәсәк, һеҙҙе Аллаһынан, диндән, яҡшылыҡтан, файҙалылыҡтан алыҫлаштырырҙар, йыраҡлатырҙар (дәләл) ти.
Дәла́л или дәла́лә (араб. ضَلاَلٌ ,ضَلاَلَةٌ от ضَلَّ — «блуждать, заблудиться») — Исламда — алдаҡ, ялған юл, аҙашыу. Улар (хәҙергә йәмғиәт) дәләлдә урынлашҡан. Дәләл ялғанды, коррупцияны, боҙоҡлоҡто һәм бөтә насарлыҡты аңлата. Иблис юлын аңлата. Дәләл юлында һеҙ барыһында юғалтаһығыҙ, һеҙ көфөрлөккә төшәсәкһегеҙ һәм бөтә ҡылған изгелектәрегеҙҙе юғалтаһығыҙ. Бар изге ғәмәлдәрегеҙ, ғибәҙәттәрегеҙ бушҡа булыр ти.
Әгәр һеҙ Аллаһ Тәғәләне һәм Уның пәйғәмбәрен эшкә һанамағандар менән бергә булырға теләһәгеҙ, һеҙ аҙашырһығыҙ.
Шуға күрә, әл-хәмдулилләәһ, тариҡәткә һәм мәҙхәбкә эйәреүселәр именлектә, хәүефһеҙлектә булырҙар.
Әммә башҡалар, мосолмандар ғына түгел, үҙҙәрен мосолмандар, тип раҫлаусылар күп, уларҙа һеҙҙе Аллаһ Тәғәләнән, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән, әүлиәләрҙән, сәхәбәләрҙән, рәсүлебеҙҙең яҡындарынан йыраҡлаштыра. Аллаһ Тәғәлә улар күпселектә, ә тура юлда барыусылар бик аҙ, тине.
Күпселек һеҙҙе тура юлдан сығара, һеҙҙе динегеҙҙән шикләндерә. Һис шикһеҙ, бындай ҡаңғырыштан һеҙ юғалып ҡаласаҡһығыҙ, сөнки иман Исламдан көслөрәк. Әлбиттә, һәр кем үҙен мосолман ти, әммә барыһы ла мөьминдәр түгел. Мөьмин иманлы тигәнде аңлата.
Күптәр икенсе нәмәгә ышана. Үҙҙәре Ислам динендә булыуына ҡарамаҫтан, улар Пәйғәмбәребеҙ эшләгән эшенә, уның әйткәән һүҙҙәренә шик килтерә
Нисек шулай булыуы мөмкин?
Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән һәм ҡылған бар нәмә лә өләмдәр (улем) аша, ғалимдар аша, сәхәбәләр аша килә. Ә һеҙ уны ширк тип атайһығыҙ, быны Аллаһы Тәғәлә менән тиңләшеүгә ҡуяһығыҙ. Былар пәйғәмбәрҙең тәғлимәте, сәхәбәләр тәғлимәттәре, әһлул-Бейт тәғлимәттәре. Һеҙ быны онотаһығыҙ һәм кешеләрҙе шикләнергә мәжбүр итәгеҙ.
Ә һуңынан, улар тәриҡәт менән бәйле булмағанлыҡтан, ябай мосолмандар ғына. Шуға күрә беҙ күрәбеҙ, күпселек мосолмандар хәҙер — был ҙур төркөм, күпселек кешеләр артынан эйәрә, был дөрөҫтөр тип.
Ә Аллаһы Тәғәлә улар яңылыша, тип аңғарта. Мосолмандарға Аллаһы Тәғәлә уянырға ярҙам итһен. Аллаһы Тәғәлә һәр ваҡыт, Әҙәм, ғәләйһиссәлм заманынан алып, илселәрҙе, пәйғәмбәрҙәрҙе ебәргән. Ә пәйғәмбәрҙәрҙән һуң — уларҙың сәхәбәләрен, уларҙың уҡыусыларын, әүлиәләрҙе, өләмдәрҙе, мәшәйехтәрҙе кешеләрҙе өйрәттер өсөн ебәргән. Кешеләрҙе тәҡүәлектә тотор өсөн, уларҙы был аҙашҡан кешеләрҙән ҡотҡарыр өсөн көслө иман бирер өсөн ебәргән.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе яҡшы кешеләр менән булдырһың, ә күпселек менән түгел, «Ә ҡолдарымдың һирәктәре генә рәхмәтле» менән генә. 34-се сүрә, 13 аят.
Иншаллааһ. Әмин, әү-Тәүфиҡ, әл-Фатиха.
Сайт авторынан: Ошо хаҡлыҡты, мосолманмын тигәндәрҙең аҙашыуҙарын аңғартып, ысынбарлыҡты еткерергә тырышып, ошондай әүлиәләрҙең вәғәҙдәре аша ҡасандан бирле халыҡҡа аңлатырға ынтылам, әммә «динлеләр» быға ҡолаҡ һалмай! Үҙҙәрен әүлиәләр белеменән юғары ҡуя! Ислам динендә тигәндәребеҙ тирандарҙы: Николайҙы, Ленинде, Сталинды һәм хәҙерге самозванецты данлап һәм маҡтап, бөгөнгө Иблис юлын, уның сәйәсәтен алып барыусылар өсөн йәнен бирергә ризалар. Был инде мосолман тигәндәрҙең иманһыҙлығынан, ошо донъя нәфсеһенә батҡандары арҡаһынан килеп сыҡҡан фәжиғә инде.
Шәйех Мехмет хәҙрәт һөйләүенсә, дәләл — Исламда — ялған, хаталы, аҙашыу юлы. Аҙашыу мәғәнәһендә Ҡөрьәндә дәләл термины яҡынса 40 тапҡыр ҡулланыла. Дәләлгә ҡаршы (Хаҡҡ), “Дөрөҫ”, “Тура юл” йәки “Етәкселек” (Хиҙәйәт) тора. Хәҙистәрҙә мосолмандар йәмәғәтселеге һәр ваҡыт “ысын юлды” “яңылышыу”ҙан (дәләлә) айыра һәм уға ҡаршы тора аласаҡ тип, һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Аллаһы һүҙҙәренә, Ҡөръән Кәрим китабына таянып илаһи ҡағиҙәләр булдырылған. Ошо илаһи ҡанундар фарыздарҙы билдәләү, хәләл һәм хәрәмдәрҙе айырып һәм тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булараҡ ҡабул ителә. Ә күпселек йәмғиәттең йәшәү шарты, закондары илаһи принциптар булып иҫәпкә алынмай. Юғиһә, харамдар ирекле булып китә, ә фарыздар тыйыла. Ошо сәбәптән, әгәр күпселек был илаһи ҡағиҙәләрҙе эшкә һанамаһа, уларҙың теләктәренән килеп сыҡҡан ҡағиҙәләр Илаһилыҡ дәрәжәһенән өҫтөнлөк итә.) [Ҡарағыҙ. 2/256; 9/31; 33/36]. Ҡыҫҡаса әйткәндә улар үҙҙәрен Аллаһтан юғары һанай, Уның ҡанундарын иңҡар итә.
Мохтасар аңлатмаһында: Эй Рәсүл! — Ерҙәге күпселек кешеләргә буйһонорға тәҡдим итһәк, тимәк, улар, һис шикһеҙ, Аллаһ диненән аҙаштырыр ине. Сөннәлә Аллаһы Тәғәлә хәҡиҡәттең һәр ваҡыт аҙсылыҡ яғында булыуын талап итә. Күпселек кешеләр үҙҙәренең нигеҙһеҙ фараздарын үтәй, улар табынған боттар уларҙы Аллаһҡа ғына яҡынайтасаҡ, тип уйлай. Тик улар был турала ялған.
Әлеге күпселек Аллаһ Тәғәләне белергә лә теләмәй. Уларҙы нәфсе донъяһы, ялған, алдаҡ, боҙоҡ йәмғиәт, аҡса ҡоллоғо, тирандарын данлауҙа, хәҡиҡҡәтте ҡабул итергә теләмәй, тик халыҡтар менән ыҙғышыу, һәр саҡ дошмандар эҙләү, үҙҙәренең бер хоҡуғы ла булмаған ерҙәрен, монополистәр баҫып алған илдәрен әллә кемдәрҙән һаҡлау, күрше яҡты үлтереүҙә батырсылыҡ күрһәтеү менән мәшғүл...
Был аятты һеҙ үҙегеҙҙең уҡытыусынан йәки ғалим кешеләрҙән ишетмәҫһегеҙ. "Беҙ күптәргә түгел, ә Аллаһ тапшырғанына буйһонабыҙ. Беҙ Ҡөръән Кәрим өсөн яуаплылыҡта. Ә һеҙгә дин хаҡына нимә эшләргә кәрәклеген әйтеүселәр, һис шикһеҙ, һеҙҙең уяныуығыҙҙы теләмәй...
Был аятта асыҡтан-асыҡ әйтелә: күпселек артынан барма! Әгәр һеҙ был аятты муллаларға һәм ғалимдарға күрһәтеп, «мин күпселек менән дин хаҡына быны эшләргә бурыслы түгелмен» тип әйтһәгеҙ, һеҙҙе йә атеизмда, йә иманһыҙлыҡта ғәйепләрҙәр. Сөнки беҙҙең «өҫтәге» дин әһелдәр ошо күпселек менән «дошмандар»ға ҡаршы «изге яу» асҡан һәм унда үлеүселәрҙе ожмағҡа индерергә вәғәҙә биргәндәр.
Әгәр һеҙ, Аллаһҡа түгел, ә ер йөҙөндәге кешеләргә, күпселеккә буйһонһағыҙ, атағыҙға, әсәйегеҙгә, ҡатынығыҙға, дуҫтарығыҙға, мәнфәғәттәрегеҙгә, мөхитегеҙгә һәм баҙарҙарығыҙға буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе юлдан яҙҙырасаҡ, — ти Раббыбыҙ. Бынан тыш, был раҫлау пәйғәмбәргә лә әйтелгән. Ул Үҙе пәйғәмбәрҙе хуплаһа ла һәм ул юлдан тайпыла алмаһа ла, Раббыбыҙ уны киҫәтә. Был ярҙамға ҡарамаҫтан, был йүнәлешкә ҡарамаҫтан, хатта Аллаһ Рәсүле, Аллаһы Тәғәләнең хеҙмәтенә бер аҙ ҡорбан килтереп уларға яғына әҙерәк ыңғайлаһа, улар хатта уны аҙаштырыр ине, — ти беҙҙең Раббыбыҙ.
Йә Аллаһ, беҙҙе аҙашҡан күпселектә булдырма, уларҙың урыны тамуҡта бит! Аллаһ Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, Уның ҡушҡандарын үтәү өсөн йәшәргә насип итһен!
Әүлиә, «Мәһди ахырзаман имамы» https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/12043.html
Әүлиәләр ҡайҙа? https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%99%d2%afli%d3%99l%d3%99r-%d2%a1aj%d2%99a-bul%d2%93an.html
Урта Азия дәджәле https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/urta-aziya-d%d3%99dzh%d3%99le.html
Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған? https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d2%a1aj%d2%99a-xa%d2%a1ly%d2%a1-%d2%a1aj%d2%99a-yal%d2%93an.html
Дәджәл ғәскәре әҙер https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/dzh%d3%99dzh%d3%99l-%d2%93%d3%99sk%d3%99re-%d3%99%d2%99er.html
Был кешеләр шайтан https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/byl-keshel%d3%99r-shajtan.html
Әүлиә Мәхмәт хәҙрәт һәм ахырзаман https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%99%d2%afli%d3%99-m%d3%99xm%d3%99t-x%d3%99%d2%99r%d3%99t-%d2%bb%d3%99m-axyrzaman.html
Киләсәк хәлебеҙ https://nazir1965.com/bez-rubriki/kil%d3%99s%d3%99k-x%d3%99lebe%d2%99.html