Баш ауырыуынан доғалар
     Баш ауыртыуына һәр кем тейерлек зарланып ала. Баш ауыртыуына төрлө сәбәптәр: муйын остеохондрозы, елкә менән бәйле башҡа ауырыуҙар, юғары ҡан баҫымы, нерв күҙәнәктәренең ҡыҫылыуы, гипертония, төрлө ялҡынһыныуҙар, глаукома – һәм организмдағы башҡа сәбәптәр баш ауыртыуына килтереүе мөмкин. Баш ауыртыуын нисек дауаларға һуң?
     Дауалауҙың ысулдары төрлө. Ул һәр пациенттың хәленә, диагнозына ярашлы рәүештә билдәләнә. Ғөмүмән, дауалау ысулдарын бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсеһе – медикаменттар менән дауаланыу. Икенсе ысул – массаж, физиотерапия һәм башҡа саралар ярҙамында дауалайҙар. Дөрөҫ һайланған дауалау күнегеүҙәре, етерлек күләмдә физик эш тә баш ауыртыуын баҫырға мөмкин. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы ысулдары ла етерлек. Баш ауыртҡанда үләндәр, тамырҙыр, емештәр һәм башҡа нәмәләр файҙалана. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...