Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
Боҙоҡлоҡ ҡылыусы тирандарға һәм уларҙың эйәрсендәренә ҡаршы көслө доғалар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында, улар бар яҡтан ҙур ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар һәм яуызлыҡтар кисергән ваҡытта, дошмандар ҙур ғәскәр йыйып, мосолмандарға ҡаршы ҡуҙғалғас, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һәм уның сәхәбәләре изге Ҡөръән Кәримдәге ошо аятты уҡыған:
حَسْبُنَا اللَّهُ وَنِعْمَ الْوَكِيلُ
...хәсбүнә-ллааһу үә ниғмәл-үәкиил
Беҙгә Аллаһының булғаны еткән. Ул бик яҡшы (ярҙамсы) вәкил, — тинеләр. 173-сө аят, Ғимран сүрәһе.
Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға көс-ҡеүәт бирә һәм уларҙың бар ҡурҡыуҙары, ҡаҡшауҙары юғалып, улар дошмандарын еңәләр. Был доға Ибраһим пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм доғаһы менән оҡшаш. Ибраһим ғәләйһиссәләмде, халҡын Ислам диненә саҡырғаны өсөн, уның дошмандары уны янып торған ҡыҙыу утҡа ташлайҙар. Ул бер-нисә һүҙҙән торған доға ҡыла һәм Аллаһының мөғжизәһе менән янып торған эҫе ут ялҡыны һалҡын зыянһыҙ ялҡынға әйләнеп, пәйғәмбәребеҙгә бер ниндәйҙә зыян килтермәй. Аллаһ был турала әлеге аяттында әйтә: Аллаһ иң яҡшы һаҡлаусы һәм тәрбиәсе, шуға ошо аятҡа таянып әлеге мосолмандар бар эш-хәлдәрен Аллаһҡа тапшыралар. Үҙҙәренең көсһөҙ саҡтарында улар: хәсбүнә-ллаһу үә ниғмә-л-үәкил, тип әйтеүҙәрен дауам иткәндәр, беҙ бер нәмәне лә контрольда тота алмағанда, быны тик Раббыбыҙ ғына Үҙенең көслө күҙәтеүе аҫтында тота ала һәм кәрәк саҡта уны һөҙөмтәһен Ул ғына бирә ала. Читать далее →