Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды

                                                   Бала сағыбыҙҙы... һуғыш тартып алды

     Һуңғы йылдарҙа матбуғат биттәрендә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәрлегенә ҙур әһәмиәт бирелә. Улар тураһында Советтар Союзы маршалы Г. Жуков үҙенең китабында бына нимә тип яҙа: «Тылдағыларҙың көсөргәнешле хеҙмәте булмаһа, дошманды еңеп булмаҫ ине. Тыл — ул Бөйөк Еңеүҙең яртыһы, хатта күберәге». Ысынлап та, ул иҫ киткес ауыр йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар менән бер рәттән, 11-12 йәштәге балалар көндө лә, төндө лә белмәй, ололар башҡара торған эште башҡарҙы. Ул балалар араһында мин дә булдым. Читать далее →

Тәҡүәлек

                                                                            Тәҡүәлек

     Аллаһу Тәғәлә, ҡолдарын хаҡ юлға төшөрөү өсөн, холҡо һәм һәләттәре менән улар араһынан айырылып торғандарҙы һайлап ала һәм был тәҡүәле кешеләргә остаҙлыҡ эшен йөкмәтә.
     Әҙәм тәбиғәте менән көслө шәхестәргә эйәреүсән, йәғни, аҡылына һәм йөрәгенә тәьҫир итеп, рухи тәрбиә биреүселәрҙең, Хаҡ Тәғәләгә һәм хәҡиҡәткә йүнәлтеүселәрҙең үрнәгенә эйәреү теләге һалынған уға. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә изге китаптар ғына ебәрмәгән, кешеләргә нәсихәт биреүсе һайлам ҡолдарын, йәғни пәйғәмбәрҙәрен һәм әүлиәләрен дә ебәргән. Пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр иҫ киткес гүзәл сифаттарға эйә булған, хатта дошмандары ла улар хаҡында насар һүҙ һөйләй алмаған. Күпме кеше улар аша Раббыбыҙға һәм Хәҡиҡәткә ҡайтҡан, иман юлына баҫҡан. Уларҙың барыһы ла Ҡөрьәндең тере кәүҙәләнеше булған бөйөк шәхес – Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, йоғонтоһонда иманға килгән һәм Уның тирәһендә тупланған. Тереләй ҡыҙ балаларын күмгән ҡырағай халыҡ юҡҡа сыҡҡан һәм улар урынына Ислам тарихының иң яҡшы биттәрен яҙған шәхестәр тыуған. Читать далее →

Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

                                                        Рамаҙан ғәйете вәғәҙе

     Джәберҙән (р.) риүәйәт ителгәненән, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр Рамаҙан ғәйете көнө алдындағы кисә етһә, Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бөтә ил-ҡалаларға фәрештәләр ебәреп, уларға: «Эй Мөхәммәд ﷺ өммәте! Аллаһы Тәғәлә хозурына (ғәйеткә йыйылыр өсөн) сығығыҙ! Ул һеҙгә сикһеҙ әжер-сауабтар бирер һәм булған оло гонаһларығыҙҙы ярлыҡар!» — тийеп ауаз һалып, хәбәр таратырға ҡушар. Был әйткәнде Әҙәм балалары менән ендәрҙән башҡа бөтә мәхлүкәт ишетер һәм аңлар. Һәм, халыҡ мәсеттә йыйылғас, Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Мин уларға Рамаҙан ураҙаһын фарыз ҡылдым, шулай булғас, улар был фарызды үтәнеләр, Минең йорттарымды (мәсеттәрҙе) китабымды — Ҡөръәнде уҡып йәнләндерҙеләр; малдарынан зәкәт сығарҙылар; ә хәҙер иһә Миңә тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн намаҙ уҡырға йыйындылар. Эй фәрештәләрем! Йөкләнгән (ҡушылған) эшен үтәүсегә ул эште йөкләүсе ниндәй хаҡ түләргә тейеш?» — тине. Фәрештәләр: «Һис кәметмәйенсә муафиҡ камил түләү-әжер бирергә тейештер»,— тинеләр. Шунан һуң Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Мин фарыз ҡылған ураҙаны ололаған һәм Минең ризалығымды ҡаҙаныр өсөн намаҙ торғоҙоусының бөтә гонаһтарын ғәфү итеп, уға йәннәткә инеүҙе насип итермен»,— тине. Һуңынан Субхәнәһү үә Тәғәлә, әйтте: «Эй бәндәләрем! Һорағыҙ Минән, һорағыҙ Минән теләгән нәмәләрегеҙҙе! Ҡөҙрәтем һәм бөйөклеге менән ант итәмен тим, донъя-әхирәт маҡсаттарығыҙҙы белдергән һәр бер үтенесегеҙгә лә яуап бирәсәкмен! Һеҙ Минән риза булдығыҙ, шулай булғас, Мин дә һеҙҙән ризамын!» Шулай булғас, йәшерен ауаз әйтер: «Өйҙәрегеҙгә ҡайтығыҙ, әй Мөхәммәд өммәтенең тоғро бәндәләре, һәм белегеҙ: яҙыҡ эштәрегеҙ Аллаһу Сүбехәнә үә Тәғәлә тарафынан изге ғәмәлдәргә әйләндерелде! Читать далее →

Ураҙа ғәйете

                                                                  Мосолмандың оло байрамдары.
                                           (Ғәйет көндәрендә әҙерләнгән тапшырыуҙарҙан бер нисә сәхифә.)
                                                                                Ураҙа ғәйете

      Бисмилләһир-рамәнир-рахим!
     Әл-хәмдү лил-лаһ!
     Әл-хәмдү лил-лаһи раббүл-ғаләмин! Әс-саләтү үәс- сәләмү ғәлә рәсулүһи мүхәммәдин үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин!
     Илдә бөгөн оло байрам — динебеҙҙең төп терәктәренән береһе булған ураҙа ғибәҙәтен тамамлап, мосолман байрам итә.
     ”Мин, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Түҙемлеккә һәм сабырлыҡҡа саҡырған, шул уҡ ваҡытта бәндәнән тормошта тырышлыҡ та талап иткән дингә дәғүәт алып барыу өсөн һайлап алындым”.
     ”Эй, Минең Берлегемде һәм барлығымды таныған иманлы бәндәләр! — ти Аллаһ, —

     Йәә әййүһәл — ләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмүс — сийәәмү кәмәә күтибә ғәләл — ләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун.
     Һеҙҙән алда булған өммәттәргә фарыз ителгән кеүек һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, бәлки, һеҙ ҙә, дингә кәмселек килтереүҙән һаҡланып, тәҡүә кешеләрҙән булырһығыҙ”.
                                                                                                                   ”Бәҡара”,”һыйыр” сүрәһе, 183 — өнсө аят. Читать далее →

Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                      Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                          Рамаҙан ғәйетенең беренсе хөтбәһе
     "Аллааһү әкбәру, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән нәүүәра ҡулүбәл- ғаарифиинә би нуурил-мәғрифәти үәл-иимәән, үә шәрахә судуурас-саадиҡыынә би шәрхил-һидәәйәти үәл-ғирфәән, үә әкрамә ғибәәдәһүл-мүьминиинә би сыйәәми шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү уаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән фәтәхә ғәләс-сааимиинә әбүәәбәр-рахмәти үәл- ғуфраан, үә зәййәнә ҡулүүбәл-мүхиббиинә битиләәүәтил-Ҡурьәән, үә ғәлләҡа ғәләс-сааимиинә әбүәәбән-ниираани фии шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән үәғәдә лис-саа'имиинә дүхуулә бәәбин мин әбүәәбил-джинәәни кәмәә әхъбәранәә нәбиййүнәә нәбиййү әәхыриз-зәмәән: «Иннә лил-джәннәти бәәбән йүҡаалү ләһүр-раййәән. Ләә йәдхулүһүү илләс-саа'имүүнә фии шәһри рамадаан». «Шәһру рамадаанәлләҙии үңзилә фииһил-ҡурьәәнү һүдәл-лин-нәәси үә бәййинәәтим-минәл-һүдәә үәл- фүрҡаан.»
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Үә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһүү ҙүл-ғәфьүи үәл-ғуфраан, үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһүү шәһәәдәтән-нәәтыҡатән бил- хүджжәти үәл-бүрһәән. Салләллааһү Тәғәәлә ғәләйһи үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһии саләәтән мүүсыләтән иләә дәәрил-джинәән, хусуусан минһүм ғәләә Әби Бәкринис-сыддикы үә Ғүмәрал-фәәрууҡы үә Ғүҫмәәнәҙ-ҙиннүүрайни үә Ғәлиййинил-муртәдаль-ә- иммәһ, ридъүәәнуллааһи ғәләйһим әджмәғиин.
     Әммәә бәғд: Әййүһән-нәәс, үүсыикүм ғибәәдәллааһ, үә нәфсии әүвәлән битәҡүәллааһ. «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим, бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Иннәллааһә мәғәлдәҙиинәттәҡау үәлләҙиинә һүм мүхсинүүн.»                 Бәәракәллааһү ләнәә үә ләкүм фил-ҡурьәәнил-ғәҙыым, үә нәфәғәнәә үә иййәәкүм бил-әәйәәти үәҙ-ҙикрил-хәкиим, иннәһүү һүәл-ғафуурур-рахиимүль-джәүәәдүль-кәриимүль- ғәлиййүл-ғәҙыымү сәмииғуд-д үғәә.
Читать далее →

Байрам (ғәйет) намаҙҙары

                                                                    Байрам (ғәйет) намаҙҙары

     Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб. Ике байрам намаҙы бар: Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡорбан байрамы көнө һәм Ураҙа бөткән көндө барыбыҙға ла байрам намаҙына барырға ҡушҡан. Был байрам көн иң беренсе намаҙҙан башлана. Әгәр Ҡорбан ғәйете булһа, байрам намаҙынан һуң ҡорбанлығы булғандар ҡорбан сала башлай.
     Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла. Тап иртәнге намаҙҙың фарызы шикелле башҡарыла, тик айырмаһы шунда — һәр рәҡәғәттә өс тапҡыр тәкбир әйтелә. Өсөһө әүәлге рәҡәғәттең «Ҫәнә»һенән һуң һәм ҡыраәттән элек, өсөһө икенсе рәҡәғәттең ҡыраәтенән һуң әйтелә. Был алты тәкбирҙе әйтеү — вәжиб. Рөҡуғ тәкбирҙәре лә был вәжиб тәкбирҙәргә яҡын булған өсөн — вәжиб. Һәр намаҙҙағыса, ифтитах тәкбире байрам намаҙҙарында ла — фарыз. Ҡалған тәкбирҙәр сөннәт булып һанала. Читать далее →

Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү

                                                                   Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү

     Билдәле булғанса, ғибәҙәт ҡылған кеше уны бөтә кешегә күрһәтеп эшләмәй. Был эш һәр инсандың шәхси эше. Дөрөҫ, шулайҙыр. Шулай ҙа ғибәҙәтте йәшермәйсә башҡарыу ҙа ғәйеп эш түгел бит. Ғибәҙәттән кешегә зыян — зәүрәт килмәй. Киреһенсә, ғибәҙәт ҡылған кешегә башҡалары ҡарап, уларҙа ла ғибәҙәт ҡылыу теләге уяныр, выждандары хәрәкәткә килер, ҡоллоҡ вазифаларын үтәй башларҙар тигән өмөт бар. Был бигерәк тә ураҙаға ҡағыла. Читать далее →

Ураҙа байрамы

                                                       Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы

     Беренсе хөтбә
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Тиҙҙән беҙ Ураҙа байрамын ҡаршы аласаҡбыҙ. Был байрам — ике ғәйетебеҙҙең береһе. Уны матур итеп үткәреп ебәрергә әҙерләнәйек. Мосолман өсөн был донъялағы бар көндәр ҙә — ғибәҙәт ваҡыты. Әгәр ҡыйынлыҡтар килһә, Аллаһ хаҡына сабыр итәбеҙ, һәм был — сабыр тигән ғибәҙәт. Әгәр яҡшы нәмә хасил булһа, Раббыбыҙға шөкөр итәбеҙ, һәм был да — ғибәҙәт. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ни тиклем ҡыҙыҡ мөьминдең эше! Уның хәле һәр ваҡыт та хәйерле, һәм был тик мөьмингә генә хас. Әгәр уға ҡыуаныслы нәмә килһә, ул шөкөр итә, һәм был уға — яҡшы. Әгәр ҡыйынлыҡ килһә, сабыр итә, һәм был да уға — яҡшы». («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, беҙ һәр ваҡиғаны ла ғибәҙәткә әүерелдерергә тейешбеҙ, йынаҙаһын да, байрамын да. Ә был иһә тик пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә эйәреү аша ғына мөмкин. Шуға пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ байрам көндәрендәге сөннәттәрен белеп, шул эштәрҙе үҙебеҙ ҙә эшләйек: Читать далее →

Әхирәткә ышаныу

                                                                       Әхирәткә ышаныу

     Әхирәт һүҙе нәтижә, һуңғы тигән мәғәнәгә тура килә. Ислам дине йәһәтенән әхирәт тигәндә «икенсе донъя» аңлашыла. Сөнки Ислам диненә күрә, үлгәндән һуң башҡа тормош башлана һәм был тормош йәшәйәсәк урын — әхирәт. Әхирәт көнөнә иман — вафат булғандан һуң тағы бер ҡат терелеүгә һәм үлгәнсе башҡарылған ғәмәлдәр өсөн иҫәп-хисап биреүгә ышаныу ул.
     Ҡөръән Кәримдә әхирәткә ышаныу һәм теге донъя тормошон аңлатыусы күп һанлы аят бар. Уларҙан ҡайһы берҙәре түбәндәгеләр: «Донъялағы тормош, әхирәттәгеһе менән сағыштырғанда, мәшәҡәт уҙып китеүсе (ләззәт)». («Рәғид» сүрәһе, 26-сы аят).
     «...әхирәт йорто фәдәт (гонаһ эшләүҙән һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға ирешмәнеме?» («Әғрәф» сүрәһе, 169 сы аят). Читать далее →

Иғтикәф

                                                                             Иғтикәф

     Иғтикәф – мәсеттән сыҡмайынса ғибәҙәт ҡылыу

     Иғтикәфтең фәзыйләте тураһындағы хәҙистәр һәм бөйөктәрҙең һүҙҙәре.
     Ибн Ғаббас (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғанса, иғтикәф (берәр изге урындан, мәсеттән сыҡмайынса, бер ни тиклем ваҡыт доға ҡылып йәшәү) ҡылыусы кеше тураһында Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) былай тигән:
     «Иғтикәф гонаһтарҙы тотҡарҙар (эйәһен барлыҡ гонаһтарҙан һаҡтар) һәм барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ҙа ҡылған кеүек уға (иғтикәф ҡылыусыға) сауаптар яҙылыр» (Ибн Мәджә, «Сыйам», 67). Имам Синди (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән: «Хәҙистең башында килтерелгән һүҙ иғтикәф ҡылыусыны аңлатырға мөмкин. Был осраҡта әйтелгәндең мәғәнәһе: «иғтикәф ҡылыусы кеше гонаһтарға батмаҫ, нәфесен уларҙан тыйып ҡалыр» тигәнде белдерә. Был һүҙ иғтикәф тураһында әйтелгән осраҡта иһә һөйләмдең мәғәнәһе: «иғтикәф гонаһтарға ҡамасау булыр, иғтикәф дауамында гонаһтар ҡылынмаҫ» тигәнде белдерә. Хәҙистең маҡсаты бары тик иғтикәф дауамын ғына түгел, ғөмүмән, унан һуң да гонаһ ҡылмаҫҡа кәртә булыуында. Сөнки рөхсәт ителгән иғтикәф дауамында Аллаһы Тәғәләнең иғтикәф ҡылыусыны гонаһтарҙан һаҡлауы мөмкин. Хәҙистең икенсе яртыһында иғтикәф ҡылып, был ваҡытта гонаһ ҡылыуҙан үҙен тыйған бер мосолман барлыҡ яҡшылыҡтарҙы эшләгән кеүек сауап ҡаҙаныр, был хәҙистең маҡсаты — иғтикәфкә өндәү». Читать далее →