Тәҡүәлек

                                                                            Тәҡүәлек

     Аллаһу Тәғәлә, ҡолдарын хаҡ юлға төшөрөү өсөн, холҡо һәм һәләттәре менән улар араһынан айырылып торғандарҙы һайлап ала һәм был тәҡүәле кешеләргә остаҙлыҡ эшен йөкмәтә.
     Әҙәм тәбиғәте менән көслө шәхестәргә эйәреүсән, йәғни, аҡылына һәм йөрәгенә тәьҫир итеп, рухи тәрбиә биреүселәрҙең, Хаҡ Тәғәләгә һәм хәҡиҡәткә йүнәлтеүселәрҙең үрнәгенә эйәреү теләге һалынған уға. Шуға күрә Аллаһу Тәғәлә изге китаптар ғына ебәрмәгән, кешеләргә нәсихәт биреүсе һайлам ҡолдарын, йәғни пәйғәмбәрҙәрен һәм әүлиәләрен дә ебәргән. Пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр иҫ киткес гүзәл сифаттарға эйә булған, хатта дошмандары ла улар хаҡында насар һүҙ һөйләй алмаған. Күпме кеше улар аша Раббыбыҙға һәм Хәҡиҡәткә ҡайтҡан, иман юлына баҫҡан. Уларҙың барыһы ла Ҡөрьәндең тере кәүҙәләнеше булған бөйөк шәхес – Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, йоғонтоһонда иманға килгән һәм Уның тирәһендә тупланған. Тереләй ҡыҙ балаларын күмгән ҡырағай халыҡ юҡҡа сыҡҡан һәм улар урынына Ислам тарихының иң яҡшы биттәрен яҙған шәхестәр тыуған.

     Иманға килгәндәрҙең төп бурысы булып иман, ихласлыҡ, тәҡүәлек менән бер рәттән үҙендә Рәсүлуллаһҡа, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, хас лайыҡлы сифаттарҙы тәрбиәләү ҙә тора. Шундай сифаттарға эйә булған мөьминдәр хәҡиҡәт юлына тартып тороусы магнитҡа әүерелә. Ә ундай сифаттарҙан мәхрүм ҡалғандар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, иман юлына баҫҡандарҙы диндән айырыуы ихтимал. Ул хәҡиҡәт тураһында Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, былай тасуирлап яҙа: «Баязит Бистами, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, осоронда утҡа табыныусы
әҙәм йәшәгән. Бер заман бер мосолман уға былай тигән: «Ҡотолоу өсөн һәм маҡтаулы кеше булыу өсөн, мосолман булыу һиңә яҡшыраҡ булмаҫмы?»
     Утҡа табыныусы әйткән: «Минең ҡотолоуымды теләгән әҙәм, әлегә мин өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм һәм иманым хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләгем килмәй, әммә күңелемдең иң төбөндә Баязит ышанғандарға ышаныу бар. Унда үҙенсәлекле матурлыҡ һәм рухиәт йәшәй. Рухым әле ул динде ҡабул итмәне, тик Баязит диненең юғарылығы миндә һоҡланыу уята. Ул мин белгәндәрҙең һәммәһенән өҫтөн торған, әҙәпле, яҡты һәм һиҙгер йөрәкле, үҙенә башҡа кеше.
     Әгәр мине үҙегеҙҙәге иманға саҡырһағыҙ, был минең өсөн түгел... Һеҙҙеке һымаҡ иманды мин теләмәйем. Иманға килеү өсөн мең теләк тыуһа ла, һеҙҙәге уҫаллыҡты, тупаҫлыҡты күреп, был теләктәр һүнәсәк һәм һис ҡасан ҡабат тыумаясаҡ, сөнки әҙәм һеҙҙә Исламды түгел, уның исемен, ярлығын ғына күрә. Ҡыҫыр сүллеккә ҡарап, ул сәскәләр, баҡсалар тыуҙырыр тип көтөү менән бер ул...
     Тойоуымса, Баязит иманында тартыу көсө лә, яҡтылыҡ та бар. Әгәр уның иман тамсыһы сүллеккә төшһә, ул океан булыр ине.
     Сикләнгән тышҡы яры менән ҡапланған һеҙҙең иманығыҙ ике йөҙлөлөк кенә. Һөйөү тыуҙырыу урынына ытырғаныу тыуҙырған йәмһеҙ, хисһеҙ тауышлы мәзиндәргә оҡшаш иманығыҙ. Һеҙҙең иманығыҙ гөл-баҡсаға инһә, раузаларҙы ҡоротасаҡ.
     Баязит имамдың иманы әхүәле рухиәһе көмбәҙенә ҡояш кеүек күтәрелһә һәм бөтә йыһанды яҡтыртһа, был фани донъя үҙәгенә ҡәҙәр зөбәржәт менән туласаҡ, ер ожмахҡа әүереләсәк, ә мөьминдәрҙең күңеленә илаһи ғилем туласаҡ. Шуға күрә Баязиттың иманы һәм тәҡүәлеге минең йөрәгемде һәм рухиәтемде тетрәндерә һәм үҙенә саҡыра».
     Утҡа табыныусыға иҫ киткес йоғонто яһаған Баязит Бистамиҙың гүзәл әхлағы, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, Исламға саҡырыусыларға нәсихәтле үрнәк!..
     Был бөйөк әүлиә утҡа табыныусыны ҡайһы яғы менән үҙенә ылыҡтырған һуң? Һис шикһеҙ, Аллаһҡа һәм Уның Илсеһенә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхәббәте һәм тоғролоғо менән... Бөтә барлыҡҡа Хаҡ Тәғәлә күҙе менән ҡарай белеүе, йәғни бөтә барлыҡҡа миһырбанлығы менән. Баязит Бистамиҙың, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, рухи донъяһын асып һалыусы киләһе миҫалдар һәммәбеҙ өсөн нәсихәтле.
     Бер сәфәрендә Баязит Бистами, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, ял итер, хәл йыйыр өсөн, бер ағас янында туҡтай. Аҙаҡ юлын дауам итә. Тик бер аҙ барғас, биштәре буйлап китеп барған ҡырмыҫҡаны күреп ҡала.
     «Мин был меҫкен ҡырмыҫҡаны Ватанынан айырҙым!» — тип ҡысҡырып ебәрә ул һәм килгән юлынан кире китә, теге ял иткән ағас янына барып, ҡырмыҫҡаны шунда ҡалдыра.
     Аллаһу Тәғәләгә оло һөйөүе уның күңелен шул ҡәҙәр нескәртә, ул һәр барлыҡтың яфа, михнәтен тоя.
     Бер заман ул йөк ташыған хайуанды туҡмағандарын күрә, туҡмауҙан меҫкендең арҡаһында ҡыҙыл юлаҡ булып яра эҙҙәре күренеп тора. Оҙаҡламай Баязит Бистамиҙың сираҡтарында ла ҡан күренә...

     Рәсүлуллаһҡа, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, хас сифат була был.
     Бер заман Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бер ансарҙа ҡунаҡта була һәм, ял итеп, финик баҡсаһында уйланып ултыра. Көтмәгәндә шундағы дөйә илауға оҡшаш ҡыҙғаныс тауыштар сығарып ҡысҡыра башлай һәм күҙҙәренән йәш ағып китә. Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, дөйә янына килә, йәштәрен һөртә, тынысландыра. Аҙаҡ дөйәнең хужаһын киҫәтә:
     «Был дөйә өсөн һине яуаплы иткән Аллаһтан ҡурҡмайһыңмы ни? Ул һинең ҡыланышыңа зарлана. Һин уны ас тотаһың һәм ауыр эш менән йонсотаһың». (Әбү Дауыт, Йыһат, 44)
     Баязит Бистами һымаҡ, Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һыҙаттарын үҙендә туплаған, йөрәктәре сәләмәт ҡәлб дәрәжәһенә күтәрелгәндәр һәр бер ғәмәле менән Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, юлын ҡабатлай. Шуға күрә улар, улар артынан барыусылар — өлгөлө иманға эйә булыусылар. Уларҙың яғымлы мөғәмәләһе күңелдәрҙе бөтәйтеүсе, шатлыҡ биреүсе яҙғы еләҫ көн кеүек. Ҡараштары тыныслыҡ бирә. Ә нур бөркөп торған йөҙҙәре даимән Аллаһты иҫкә төшөрә, сөнки улар гел генә Аллаһ Илсеһенән илһам һәм илаһи ғилем алып тора. Киләһе миҫал быға асыҡ дәлил.
     Мәүләнәнең, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, бер уҡыусыһы Гурджу Хатундың ире Кайсери округы пашаһы һәм губернаторы була. Гурджу Хатун билдәле сәлжүк рәссамы һәм каллиграфы Ғәйнүтдаулаға Мәүләнәнең портретын йәшерен генә төшөрөп алып килергә бойора. Рәссам күп уйлап тормай, үҙенә ҡушылған эш хаҡында Мәүләнәгә килеп һөйләй. Шәйех йылмайып ҡарай ҙа былай ти:
     «Ҡушылған эште, үҙеңә нисек уңайлы, шулай үтә».
     Рәссам эшкә тотона, әммә төшөргән портретының алдындағы Мәүләнәгә бөтөнләй оҡшамағанын күрә. Аптырап, ул эшен ҡабаттан башлай, һүрәтен төшөргән арала Мәүләнә шәйехтең ҡиәфәте егерме тапҡыр үҙгәрә. Рәссам үҙенең көсһөҙлөгөн танырға мәжбүр була һәм эшен туҡтата. Был ваҡиға уны шул ҡәҙәр тетрәндерә, уйландыра, үҙенең әхүәле рухиәһенә яңыса ҡарарға мәжбүр итә.
     «Әгәр был диндәге вәли (изге бәндә) шулай икән, Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, ниндәй һуң?» — тип уйлай ул һәм Мәүләнә шәйехтең ҡулын килеп үбә.
     Йәнә бер миҫал. Беҙ Сәми әфәнде һәм атайым Муса менән Бурсанан Стамбулға ҡайтып килә инек. Яловалағы кисеүгә еткәс, автомобил борамына сиратҡа баҫтыҡ. Борам килгәс, кешеләр араһында сират өсөн талаш сыҡты. Шул мәл хәрәкәтте көйләүсе беҙҙең янға килде лә үтергә ҡушты һәм артта ултырған Сәми һәм Муса әфәнделәрҙе күреп ҡалды. Ул шаҡ ҡатып туҡтап ҡалды. Шунан, йәнә машинаға яҡыныраҡ килеп, артта ултырыусыларға диҡҡәт менән ҡараны. Саҡ тын алып, былай тине:
     «Аллаһ, Аллаһ, ниндәй ғәжәп был донъя! Фәрештәләрҙеке һымаҡ йөҙҙәр бар... Нәмрудтыҡы ише йөҙҙәр бар...»
     Был ваҡиға, һис шикһеҙ, һүҙһеҙ, йөҙ-ҡиәфәт менән генә лә Аллаһҡа саҡырырға мөмкинлекте иҫбатлай.
     Беҙгә, мөьминдәргә, үҙебеҙгә тәғәйенләнгән юлды, ошо бөйөк кешеләр миҫалынан үрнәк алып, камиллыҡҡа ирешеү юлы итеп күреү лазым.
     Автомобилдең арттағы тәгәрмәстәре алдағылары артынан эйәреп барған кеүек, кешеләр ҙә үҙҙәре күргән, өлгө итеп алған кешеләр йоғонтоһонда формалаша. Йыһан тәртибен, тормоштоң әхлаҡи юғарылығын зирәк аҡыллылар, ихлас, саф, һиҙгер йөрәклеләр тәьмин итә. Әүлиәләр, тәҡүәлеләр – халыҡтың бәхет һәм именлеге көмбәҙендәге йондоҙҙар ише булһа, наҙандар ҡараңғылыҡ упҡыны менән бер. Әхмәт Йәүҙәт Пашаның хикәйәһе лә үрҙә әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләй.
     «Омеядтар хәлифе Вәлид бин Абдулмалик яңы биналар төҙөү менән мауыға. Уның хакимлығы осоронда халыҡ төҙөлөш эштәренә ҙур иғтибар бирә. Һәр йыйында мотлаҡ рәүештә төҙөлөшкә ҡағылышлы мәсьәләләр
ҡарала. Күңел асыуҙы, нәзәкәтле табындарҙы яратҡан Сөләймән бин Абдулмалик иһә йәмғиәтте тантаналы мәжлестәр һәм байрамдар ҡороуға әүәҫләндерә. Аҙаҡ хакимлыҡ баҫалҡылығы менән айырылып торған Ғүмәр бин Абдулғәзиз, бөйөк хәлиф, тәҡүәле Аллаһ ҡоло ҡулына күсә. Халыҡ та Аллаһҡа йөҙө менән борола, Раббыбыҙға ғибәҙәттәр һәм буйһоноусанлыҡ алға сыға. Мәжлестәрҙәге әңгәмәләр ҙә рухи темалар тирәһендә урала:
     «Бөгөн төндә ниндәй намаҙҙар уҡының? Изге Ҡөрьәндең ниндәй аяттарын ятланың? Был айҙа нисә көн ураҙа тоттоң?» (Ҡысас әл-Әнбиә вә Таварих Хулафа, I, с. 717)
     Тартым көсөнә эйә камил шәхестәр тирәһендә кешеләрҙең күбәләктәр һымаҡ өйөрөлөүе хаҡ. Был тартым көсөн бөйөк шәхестәрҙең йөрәктәрен биләгән Раббыбыҙға оло һөйөү тыуҙыра, сөнки Раббыбыҙ уларҙың күрер күҙе, һәммәһен ишетер ҡолағы. Хаҡ Тәғәләгә яҡынайғандар Уның һөйөүе, рәхмәте күләгәһенә инә, һөҙөмтәлә әҙәмдәрҙең донъяға хас нәпселе теләктәре, лупа йүнәлткәс, нурланып янып киткән ҡағыҙ ише юҡҡа сыға. Ә инде улар яҡтылыҡ сығанағына әүерелгәс, башҡа кешеләр үҙҙәренең ихтыярынан тыш уларға тартыла башлай. Улар, фани донъя мәнфәғәттәрен ситкә ҡуйып, һауаланыу, эреләнеү кеүек сифаттар менән бәйле булған барса түбәнлектәрҙән ары тора. Уларҙың берҙән-бер теләге – Аллаһтың ризалығына ирешеү, шуға күрә бәләкәй-ҙур, һыуыҡ-эҫе, бай-ярлы төшөнсәләрендә улар айырма күрмәй, йәғни дәрәжәләргә, үҙгәреүсән тормош шарттарына улар битараф. Уларҙың һәммәһе фани, ваҡытлы бит.
     Был бәхетлеләрҙең әхүәле рухиәләре Аллаһ янында, Аллаһтың күҙәтеүе аҫтында, шуға ла улар башҡаларҙың етешһеҙлектәренә, тупаҫлығына иғтибарһыҙ.
     Ергә хас ваҡлыҡтарҙы ҡалдырып һәм бәхәстәрҙән ситләшеп, рухи юғарылыҡты һаҡлап, улар йыш ҡына кешеләрҙән үпкә, шелтә һүҙҙәре ишетә, тик Аллаһтың әмерен һәр саҡ иҫендә тота:

     «Кемдер ер йөҙөндә итәғәт менән йөрөй, шулар мәрхәмәтле ярлыҡаусы (Аллаһ)тың бәндәләре булыр. Һәм улар наҙан ахмаҡтарҙың әҙәпһеҙлегенә ҡаршы «Сәләм» менән яуап бирә» (Фурҡан, 25/63).
     Хәҙис-шәрифтә әйтелә:
    «Берәү мәңгелек тормошо хаҡында борсолһа, Аллаһ уның йөрәген хазиналар менән тултырыр, ер тормошон уға буйһондороп, эштәрен тәртипһеҙлектән ҡотолдорор. Берәү ер тормошо өсөн борсолһа, Аллаһ алдына ярлылыҡты сығарыр, эштәрендә буталсыҡлыҡ тыуҙырыр, ер байлыҡтарын тәҡдиренә яҙған ҡәҙәр генә бирер». (Тирмиҙи, Сыфатул- ҡыяма, 30)
     Бөйөк кешеләр, Аллаһтың һайлам ҡолдары, шул ҡәҙәр гүзәл әхлаҡҡа эйә була, улар берәүҙе лә йәберләмәй, һәм уларҙы ла берәү ҙә йәберләмәй.
Улар илаһи асыштар менән йәшәй:
     «Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешеләрҙең кәмселектәрен кисерә белеүселәр (өсөн ул йәннәт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата» (Әлү Ғимран, 3/134).
     Йәғәфәр Садыҡ, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, өҫтөнә ҡайнар аш түккән хеҙмәтсеһен ғәфү итә, хатта иреккә ебәрә. Хәсән Басри үҙе хаҡында ғәйбәт таратҡандарҙы һәр ваҡыт ғәфү итә, һәм, төҙәлһендәр тигән ихлас теләк менән, уларға бүләктәр ебәрә.
     Исламдағы был бөйөк кешеләрҙең тәҡүәлеге хаҡында Юныс Эмрэ, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, бик күркәм яҙған:
     Уйлама, заһит, бар ғиллә Ураҙа, намаҙ һәм хаж, тип.
     Бары тик камил кеше бул – Шундай ул ябай талап.
     Кешелек өсөн иман үрнәге булған тәҡүәле кешеләр Аллаһуға ғибәҙәткә бәйле мәсьәләләрҙә һәр саҡ мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлек яғында торған,  һәм уларҙың йәндәре лә тәсбихкә оҡшаш. Улар янындағылар илаһи таң ҡалыуҙы татып белгән. Һайлам ҡолдарҙың Аллаһ Илсеһенә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һөйөү менән тулған йөрәгенән тыңлаусыларға илаһи ғилем һәм нәсихәт түгелгән.
     Тормошта Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары, әүлиәләр янында булып, Әхирәттә лә улар янында булыу кәрәклеге хаҡында Рәсүуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән: «Әрүәхтарығыҙҙы изгеләр янында ерләгеҙ». (Дәйлами, Мүснәд, I, 102)
     Хаҡ Тәғәлә тәҡүәле ҡолдарына биргән юғары кимәлдәге тоғролоҡ, ғәҙеллек сифаттары арҡаһында, баҡыйлыҡҡа күскәс тә уларҙың тәне элеккесә ҡала. Йәбир бин Абдуллаһ, раҙыйаллаһу ғәнһү, һөйләй: «Өхөд алышы алдынан атайым мине саҡырып алды ла былай тине:
     - Һиҙеүемсә, был алышта мин Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, сәхәбәләренән тәүгеләрҙән булып үләсәкмен, һин Унан ҡала минең берҙән-бер яҡын кешем. Бурыстарым бар, уларҙы түлә. Ҡустыларың менән һәр саҡ яҡшы мөғәмәлә ит!..»
     Иртән, Өхөд һуғышы башланғас, атайым тәүгеләрҙән булып башын һалды. Мохтажлыҡ арҡаһында, мин уны башҡа шәһиттәр менән бер ҡәберҙә ерләнем. Бының менән һис кенә лә килешә алманым, шуға күрә 6 ай үткәс, уның ҡәберенә килдем һәм ҡаҙып алдым. Һәм нимә күрҙем мин?
Ҡолағының бер мөйөшөнән башҡа бөтә тәне мин ни хәлдә ерләһәм, шул хәлдә ине. Мин уны айырым ҡәберҙә ерләнем». (Бухари, Джанаиз, 78)
     Тәҡүәлектең юғары дәрәжәһенең миҫалы был.
     Күптән түгел шундайыраҡ хәл тәҡүәле зат, хафиз һәм мәзин йәшәгән Аданда ла була. Аллаһтың яратҡан ҡолдарының береһе Сәми Рамазан улы, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, һөйләүенсә, хафиз үлеп, 30 йыл үткәс, уның ҡәбере ятҡан ерҙән автомагистраль үтергә тейешлеге асыҡлана һәм ҡәберҙе күсерергә булалар. Ҡәберҙе ҡаҙығас, тәндең, яңы ғына күмелгәндәй ҡалыуын күрәләр, хатта кәфене лә нисек таҙа булһа, шул килеш ҡалған.
     Ислам тарихында бындай миҫалдар күп. Хаҡ Тәғәләбеҙ етәкселеге, ихтыяры билдәләренең сағылышы был. Ошо бөйөк шәхестәр кеүек мәңгелектәге бәхеткә лайыҡ булыу һәм үҙеңдән һуң иман юлында ныҡ баҫып торған быуынды тәрбиәләп ҡалдырыу мөһим. Хәҙис-шәрифтә әйтелгән бит: «Аллаһу Тәғәлә ҡолоноң йәннәттәге урынын күтәрәсәк һәм ҡоло аптырап һораясаҡ: «Ий Раббым, ни өсөн мине был дәрәжәләргә күтәрҙең?»
Аллаһ әйтәсәк: «Cәбәбе һинең балаңда, ул һинең өсөн ғәфү үтенә һәм доға ҡыла...» (Әхмәт бин Ханбал, II, 509; Ибн Маджа, Әҙәп, I)
     Икенсе хәҙистә лә шул турала әйтелә:
«Әҙәм үлгәс, изге ғәмәлдәрен яҙыу ҙа туҡтала, әммә өсәүһе ҡала: саҙаҡа-джәрийә, файҙалы ғилем һәм уны доғаларында иҫкә алып торған иманлы бала». (Мөслим, Васыйа, 14; Тимиҙи, Ахкам, 36)
     Рухиәт менән тулы тормош ерҙе йәннәт баҡсаһына әйләндерә. Аллаһтың рәхмәте һәм ярлыҡауы Раббыларынан ҡурҡҡан иманлылар менән бергә. Яҙҙың сәскә атыуы һәм Мөхәммәттең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һөйөүе — фани донъя бәхетенең юғары нөктәһе һәм мәңгелек тормош бәхетенең башы. Уның өммәтенә тоғролоҡ һаҡлау, Уның юлынан барыу – ғүмеребеҙҙең асыл бурысы.
     Раббым! Йөкмәтелгән бурысыбыҙҙы үтәй алыр өсөн, беҙгә мәрхәмәтле бул. Ғүмерҙәре беҙгә үрнәк булған, бөтә өммәтте үҙҙәренә тартып торған Ғүмәр бин Абдулғәзиз, Баязит Бистами, Сәми әфәнде кеүек иманға эйә булғандарҙы беҙгә юлдаш, терәк, таяныс ит!
Әмин!..

«Һунғы һулыш» китабынан