Таҙа булып ҡалыу

                                                                ТАҘА БУЛЫП ҠАЛЫУ
                                            Шəйех Мəхмəт Əфəнденең 12 ноябрь 2014 сөхбəте.

     Əссəлəмəғəлəйкүм үə рəхмəтуллаһи үə бəрəкəтүһү. Əғүҙү биллəһи минəш шайтанир ражим. Бисмиллəһир-Рəхманир-Рəхим. Əссəлəтү үə с-сəлəмү ғəлə Рəсүлинə Мəхммəдин Саййидил-əүүəлина үəл-лəхирин. Мəдəд йə РəсүлАллаһ, мəдəд йə Садати Асхабы Рəсүлиллаһ, мəдəд йə Шəйех Абдуллаһ Фаизи д-Дағыстани, мəдəд йə Шəйех Мөхəммəт Назим əл-Хаҡҡани, дестур. Тариҡатуна ас-сохбаһ, үə л-хайру фи жам'иййаһ.
     Ислам дине – иң һуңынан килгəн иң күркəм дин. Алланың һөйөклө Пəйғəмбəренə, ғəлəмдəрҙе уның хөрмəтенə яралтты тип, был Ислам динен, Уға бүлəк итə. Ул иң бөйөк, иң яҡшы дин булды. Бөтөн диндəрҙе теүəллəне. Сөнки яйлап, яйлап ти торғас, иң һуңғы был, унан һуң пəйғəмбəр ҙə юҡ, башҡа дин дə юҡ.
    Ислам дине бөтөн нəмəне теүəллəне, башҡа бер ихтыяж да юҡ. Əлбиттə, ҡиəмəт яҡын, тик тағы ла мең йыл булһа ла, миллион йыл булһа ла, башҡа дингə ихтыяж юҡ, сөнки Аллаһ янындағы, Аллаһ дине – мосолманлыҡ дине.

                                                                                             إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ

                                                                                            «Иннәҙ-ҙиинә ғиндәл-лааһил ислам» (3:19).

                                                                                             Мәғнәһе: Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр

 

Яйлап-яйлап кешелəрҙе күнектерə-күнектерə камиллыҡҡа иреште. Читать далее →

Төштәрҙе юрау

                                                                       Төштәрҙе юрау

     Төштәрҙе юрар алдынан уларҙың асылдары (сущность чего-либо) бармы әллә юҡмы икәнлеген бик яҡшы белергә кәрәк. Һаташыу икән, уны юрауҙың кәрәге юҡ.
     Тәғбирнәмәләрҙә билгеле булғанса, төштәрҙең дөрөҫ булыуы йылдың ҡайһы ваҡытында күренгәнлеген лә бәйле, сөнки йыл башында күргән төшөң йыл ахырындағыһын яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк. Яҙ башында күргән төшөң дә, йыл аҙағындағына ҡарағанда тиҙ сығар.
     Ҡайһы дини айҙа төштәрҙең нисек булыуына ла бәйле:
     Мөхәррәм айында төштәр хата булмай.
     Сәфәр айында күрелгән төштәрҙе бик маҡтамайҙар; төш күреүсегә ҡатылыҡ, йәғни насарлыҡ ирешеп, аҙағы яҡшы түгел, шулай ҙа зыянға булмаҫ. Читать далее →

Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр

                                                   Төштәр, төштәр һәм мәрхүмдәр

     Иҫән булған кешенең йәне мәрхүмдәрҙең йәндәре менән аралаша аламы?
     Был һорауға яуап булараҡ бик күп тормош ваҡиғаларынан һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ дәрәжәлә дәлилдәр бар. Әлбиттә, тереләрҙең йәндәре мәрхүмдәрҙең йәндәре менән күрешә алалар. Изге Ҡөръәндә: “Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең үлгән ваҡытта йәндәрен ала. Кеше йоҡлаған ваҡытта ла, кешенең йәнен сығара. Ә инде доньяла ғүмерҙәре бөткән кешеләрҙең йәндәрен тотоп ҡала, ғүмерҙәре бөтмәгәндәрҙең йәндәрен билдәле ваҡытҡа ғына, кире тәнгә ҡайтара" тип яҙылған.
     Ибн Ғаббас юғарыла килтерелгән аятҡа таянып «Тереләрҙең йәндәре үлеләрҙең йәндәре менән йоҡо ваҡытында күрешәләр. Һәм улар бер-береһенән төрлө нәмәләр хаҡында һорашалар», — тип әйтә. Читать далее →

Ахирәткә иман

                                                                         Ахирәткә иман

     ” Был донъя тормошо — бәндәнең мәңгелектәге урынын билдәләүгә сәбәп булған имтихан”, — тип өйрәтә дин
     Әҙәм балаһының тормошон Аллаһ биш дәүергә бүлеп яралтҡан:
     Беренсеһе — йәндәр донъяһы. Әле кешенең тәне юҡ, донъяға күҙен асмаған, ҡулдары эшләмәй, аяҡтары йөрөмәй, аталар арҡаһында орлоҡ хәлендә генә ул.
     Икенсеһе — әсәләр ҡарынындағы тормош;
     Өсөнсөһө — тән менән үткән ғүмер.
     Дүртенсеһе — ҡәбер һәм... Бәрзәх — йәндәрҙең тәндән айырылып, Ахирәткә тиклем йәшәр төйәге;
     Бишенсеһе — Ҡиәмәт көнөнән һуң йә Йәннәттәрҙә, йә Йәһәннәмдә йәшәр дәүер. Читать далее →

Тәҡдиргә иман

                                                                          Тәҡдиргә иман

                      Тәҡдиргә. Яҡшы-яман бөтә нәмәнең Аллаһ тәҡдире менән булыуына иман.

     Һәр нәмә — Аллаһтан. Уның ихтыярынан башҡа саң да күтәрелмәҫ. Ағастарҙа япраҡ, серәкәйҙә ҡанат та һелкенмәҫ.
     Үткәндәр, үтеп барғандар, алда торғандар тураһында ғилем Аллаһ ихтыярында, Ул уны белә. Сөнки тәҡдир итеп бөтәһен дэ Ул үҙе яҙып ҡуйған. Күҙе күрмәҫ кеше төҫтәрҙе лә айыра алмаған һымаҡ, кеше аҡылы яҙмыш серҙәрен дә аңлай алмаҫ.
     ”Һәр нәмәне Беҙ үҙенең тәҡдире менән яралттыҡ”, — ти Аллаһ.
                                                                                                                                      ”Әл-Ҡәмәр”,” Ай” сүрәһе, 49 -нсы аят.
     Үҙенең яҙмышы менән бәндә зарлана алмай, сөнки тәҡдирҙә яҙылғандар беҙҙең ихтыярыбыҙҙа түгел. Яҙмыштың беҙ яҡшыһын табыу өмөтө менән тырышлыҡ ҡына һала алабыҙ.
     Әммә маңлайына яҙылғаны алдан уҡ беленеп тормауы — бәндәгә бирелгән бөйөк бер игелек. Һәр кем үҙе менән алда нимә буласағын. Нимә күрәсәген белеп торһа, уның тормошо ла түҙеп тора алмаҫ дәрәжәлә аяныслы булыр ине.
     Һәр кемдең үҙ яҙмышын Аллаһ үҙенән йәшереп тота, кешенең алдағы көндәргә булған өмөтөн юйып ташламай. Читать далее →

Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

                                                         Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

     Беренсе хөтбә
     Ислам дине беҙгә ошо донъяға етди күҙлектән ҡарарға ҡуша. Эйе, Ҡиәмәт көнөнә, Аллаһҡа, Уның язаһы — йәһәннәменә ышанған кеше һөйләм һайын шаярып, тик ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләүе менән билдәле булырға тейеш түгел. Был имандағы һәм әҙәптәге ниндәйҙер проблемаға ишара итә. Етдилек — мосолмандың асыл хәләте. Ысынлап та, алда көткән һынауҙарҙың — үлемде, Мүнкәр һәм Нәкир һорауын, ҡәберҙәге йәннәт баҡсаһын йә йәһәннәм соҡорон, Ҡиәмәттә ҡубарылыуҙы, хисапты, сиратты — белә тороп та, мосолман йыш уйланыусан, уфтаныусан, хатта ваҡыты-ваҡыты менән ҡайғырыусан һәм илаусан булмаһа, уға үҙенең эске донъяһына «ревизия» үткәреп, йөрәген рухи яҡтан дауалап алыр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Мин белгәндәрҙе белһәгеҙ, аҙ көлөр, куп илар инегеҙ» — тигән (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Шулай ҙа бер ҡасан да йылмаймай һәм шаярамай йәшәү — пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенән түгел, сөнки ул үҙе лә ҡайһы ваҡыт шаярып ала торғайны. Ләкин ул шаярған ваҡытта ла алдаманы. «Мин шаярам, ләкин хаҡтан башҡа нәмә әйтмәйем» — тигән хәҙис бар (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Шаярғанда ла ялған һәм буш һүҙ һөйләмәү тик пәйғәмбәргә ﷺ генә хас нәмә булмаған, был ҡағиҙә беҙгә лә ҡағыла: бер хәҙистә шулай тиелгән: «Үҙенең хаҡлы икәнен белеп тә, бәхәсен туҡтатҡан кешегә мин йәннәттең ҡырыйында өй вәғәҙә итәм. Хатта шаярғанда ла алдамаған кешегә мин йәннәттең уртаһында өй вәғәҙә итәм. Ә әхлағы менән иң яҡшы булған кешегә мин йәннәттең өҫкө яҡтарынан өй вәғәҙә итәм» — тигән хәҙис бар (Әбү Дәуд, Әл-Бәйһаҡи, Әт- Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Тимәк, хатта шаярып ҡына ла алдарға ярамай. Ә быны бит мосолмандар йыш ҡына онотоп китә һәм шаярып теләһә ниндәй уйҙырмалар, мәҙәктәр һөйләй башлай. Читать далее →

Тел бәләләре

                                                                     Тел бәләләре

     Беренсе хөтбә
     Кеше күп ваҡытын һөйләшеп үткәрә, һәм уның һәр һүҙе фәрештәләр тарафынан яҙылып бара: «Ул бер генә һуҙ әйтһә лэ, уның эргәһендә күҙәтеүсе әҙер» («Ҡаф» сүрәһе. 50: 8). Ҡайһы ваҡыт беҙ ниндәйҙер нәмә һөйләйбеҙ һәм уның ҡурҡынысын аңлап та бөтмәйбеҙ: «Бына һеҙ быны телдәрегеҙгә ҡабул итәһегеҙ һәм, ул турала белемегеҙ булмаһа ла, ауыҙҙарығыҙ менән һөйләнһегеҙ, һәм бик әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләйһегеҙ, ә ул Аллаһ ҡаршыһында — бөйөк нәмә (гонаһ)» («Нур» сүрәһе, 24: 15). Шуға күрә һәр нәмәне уйлап ҡына һөйләйек. «Кем Аллаһ Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана икән, хәйерле нәмә әйтһен йә һөйләшмәһен» (Имам Муслим риүәйәт итте). Бер көн пәйғәмбәребеҙгә бер кеше килде лә: «Мине йәннәткә керетә торған берәй ғәмәл күрһәт әле», — тине. Мөхәммәт пәйғәмбәр : «Ошо нәмәңде тый», — тине лә теленә күрһәтте. Ысынлап та, кеше үҙ теле менән әллә нисә төр хаталар эшләп ташлай ала: исламда иң бөйөк гөнаһ булған ширк, Аллаһ Тәғәлә тураһында белемһеҙ һөйләү, ялған шаһитлыҡ, сихыр, ғиффәтле мосолман ҡатынды зинала ғәйепләү, мосолманды ҡарғау, ялған һүҙ, ғәйбәт, нәмимә (кеше араһын бутау)... Читать далее →

Ямғыр теләү

                                                     Ямғыр теләү, йәки истискә намаҙы

     Ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр яуҙырыр өсөн ҡылынған истискә намаҙы – ул сөннәт намаҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллааһү ғәләйһи үәссәләмдең ҡоролоҡ йылдарында Аллаһ Тәғәләнән нисек ямғыр теләргә өйрәтеп ҡалдырған намаҙы. Был намаҙҙы яңғыҙын да уҡырға була, йәки йәмәғәт менән бергә уҡыһаңда була. Намаҙҙы ҡырҙа, яланда, бигерәктә һыу буйҙарында уҡыуы хуп, шулай уҡ мәсеттәрҙә, биш намаҙ артынан һәм йома намаҙын үтәгәс. Әгәр беренсе намаҙҙан һуң ямғыр яумаһа, икенсе тапҡыр уҡылыр, өсөнсө һәм ары... Әгәр инде намаҙ алдынан ямғыр яуа башлаһа, Аллаһ Тәғәләгә маҡтауҙар уҡып, салауат һәм доғалар ҡылып намаҙ уҡып алырға кәрәк.
     Имам ямғыр намаҙына саҡырыу алдынан йәмәғәткә (община) уға әҙерләнеүгә ваҡыт бирә: өс көн дауамында ураҙа тотоп, Аллаһынан гонаһтарҙы ярлыҡаныуын теләп, кемдәрҙер булған бурыстарын ҡаплап-ҡайтарып, кемдәрҙер кемгәлер ҡылған ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенеп, фәҡир һәм етемдәргә саҙаҡа таратып, бер-береһенә булған асыуҙарын алып, хәйерле һәм игелекле эштәр ҡылып, Аллаһы Тәғәлә ризалығын ҡаҙаныр кәрәк. Дүртенсе көн тотолған ураҙаларҙан һуң, байрамса кейенмәй генә, барыһы ла Аллаһынан ҡурҡыу үә ярлыҡау өмөтө менән яланға сығалар. Үҙҙәре менән ҡарт-ҡороно һәм бала-сағаны ла алып сығалар. Читать далее →

Яҙмыш һәм уның серҙәре

                                                                       Яҙмыш һәм уның серҙәре

     Билдәле сиктәрҙә күҙ күрә, ҡолаҡ ишетә. Ниндәйҙер алыҫ арауыҡтан нимәнелер күреү, ишетеү мөмкин түгел. Шулай уҡ кешегә тәҡдир (ҡадар) һәм тәҡдирҙең алға килеүен (ҡада) аңлау бирелмәгән. Беҙ һәммәһен сәбәп – эҙемтә бәйләнештәре аша танып беләбеҙ. Ә улар артында торған хикмәтте төшөнә алмайбыҙ.

     Элементар өлөшсәләрҙән ҡатмарлы молекулаларға ҡәҙәр, ваҡ ҡына есемдәрҙән иң ҙурҙарына ҡәҙәр, беҙҙең донъяны ла индереп, бәләкәй дәүмәлдәр донъяһынан бөтә ғаләмдәргә ҡәҙәр ваҡыты, урыны, образы һәм сәбәбе билдәләп ҡуйылған. Билдәләнгән ваҡыты етһә, Аллаһу Тәғәлә Илаһи ниәтен бөтә күркәмлегендә тормошҡа ашыра.
     Аллаһу Тәғәлә бар иткән һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше, маҡсаты бар. Тормошобоҙҙа булып үткән бөтә ваҡиғалар асылда яҙмыш һыҙаттары. Ай, ҡояш, йондоҙҙар, үҫемлектәр, хайуандар һәм бихисап башҡа бөтә барлыҡ – һәммәһе тәҡдир прогаммаһы эсендә. Ағастан өҙөлөп төшкән япраҡ та шул программаның бер өлөшө. Әгәр ҙә бөтә барлыҡ тәҡдир ҡануниәтенә буйһонмаһа, йыһанда ғәләмәт ҙур хаос һәм анархия хөкөм һөрөр ине. Читать далее →

Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...

                                                  Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрҙөм...

     Һуңғы ваҡытта һуғыш йылдарында һәм уның һөҙөмтәһендә ыҙалыҡтар күргән фронтовиктар ғына түгел, уларҙан тыуып ҡалған балалар ҙа теге донъяға күсә башланы. Шуға күрә беҙгә, һуғыш балаларына, ул ваҡыттарҙы сағылдырып, иҫкә төшөрөп китеү фәһемле булыр, тип уйлайым.
     Ул йылдарҙың касафатын татыған хәҙерге ололарҙың күбеһе тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Йәшерәктәр был донъяның ҡуласа икәнен бик аңлап етмәйҙәр әле. Балаларыбыҙ эшһеҙ генә рәхәт йәшәү тураһында хыялланып, ялҡау булып үҫәләр. Берәй хафа килеп сыҡмаһын, Аллаһ һаҡлаһын, улар күнегә алмаҫтар, тип ҡурҡам. Читать далее →