Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                      Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары

                                                          Рамаҙан ғәйетенең беренсе хөтбәһе
     «Аллааһү әкбәру, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән нәүүәра ҡулүбәл- ғаарифиинә би нуурил-мәғрифәти үәл-иимәән, үә шәрахә судуурас-саадиҡыынә би шәрхил-һидәәйәти үәл-ғирфәән, үә әкрамә ғибәәдәһүл-мүьминиинә би сыйәәми шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү уаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән фәтәхә ғәләс-сааимиинә әбүәәбәр-рахмәти үәл- ғуфраан, үә зәййәнә ҡулүүбәл-мүхиббиинә битиләәүәтил-Ҡурьәән, үә ғәлләҡа ғәләс-сааимиинә әбүәәбән-ниираани фии шәһри рамадаан.
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Сүбхәәнә мән үәғәдә лис-саа'имиинә дүхуулә бәәбин мин әбүәәбил-джинәәни кәмәә әхъбәранәә нәбиййүнәә нәбиййү әәхыриз-зәмәән: „Иннә лил-джәннәти бәәбән йүҡаалү ләһүр-раййәән. Ләә йәдхулүһүү илләс-саа'имүүнә фии шәһри рамадаан“. „Шәһру рамадаанәлләҙии үңзилә фииһил-ҡурьәәнү һүдәл-лин-нәәси үә бәййинәәтим-минәл-һүдәә үәл- фүрҡаан.“
     Аллааһү әкбәру Аллааһү әкбәр, ләә иләәһә илләллааһү үаллааһү әкбәр, Аллааһү әкбәр, үә лилләәһил-хәмде. Үә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһүү ҙүл-ғәфьүи үәл-ғуфраан, үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһүү шәһәәдәтән-нәәтыҡатән бил- хүджжәти үәл-бүрһәән. Салләллааһү Тәғәәлә ғәләйһи үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһии саләәтән мүүсыләтән иләә дәәрил-джинәән, хусуусан минһүм ғәләә Әби Бәкринис-сыддикы үә Ғүмәрал-фәәрууҡы үә Ғүҫмәәнәҙ-ҙиннүүрайни үә Ғәлиййинил-муртәдаль-ә- иммәһ, ридъүәәнуллааһи ғәләйһим әджмәғиин.
     Әммәә бәғд: Әййүһән-нәәс, үүсыикүм ғибәәдәллааһ, үә нәфсии әүвәлән битәҡүәллааһ. „Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим, бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Иннәллааһә мәғәлдәҙиинәттәҡау үәлләҙиинә һүм мүхсинүүн.“                 Бәәракәллааһү ләнәә үә ләкүм фил-ҡурьәәнил-ғәҙыым, үә нәфәғәнәә үә иййәәкүм бил-әәйәәти үәҙ-ҙикрил-хәкиим, иннәһүү һүәл-ғафуурур-рахиимүль-джәүәәдүль-кәриимүль- ғәлиййүл-ғәҙыымү сәмииғуд-д үғәә.

     Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Аллаһынан башҡа илаһ юҡ! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк һәм барлыҡ маҡтауҙар Уға! Дан һиңә, белеүселәрҙең күңелдәрен мәғфирәт һәм иман нуры менән Нурландырыусы, тоғроларҙың күкрәктәрен тура юл һәм белем өсөн Асыусы, мөьминдәрҙе Рамаҙан ураҙаһы менән Хөрмәтләүсе!
     Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Аллаһынан башҡа илаһ юҡ! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк һәм барлыҡ маҡтауҙар Уға! Дан һиңә, ураҙа тотоусыларға һәм рәхмәт мәғфирәт ишектәрен Асыусы, һөйөклөләренең күңелдәрен Ҡөръән уҡыу менән Биҙәүсе, Рамаҙанда ураҙа тотоусыларға йәһәннәм ишектәрен Ябыусы!
     Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Аллаһынан башҡа илаһ юҡ! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк һәм барлыҡ маҡтауҙар Уға! Дан һиңә, ураҙа тотоусыларҙы йәннәттең бер ишегенән керетергә вәғәҙә итеүсе. Был турала пәйғәмбәрлеге Ахырызаманға ҡәҙәр булған Пәйғәмбәребеҙ беҙгә хәбәр иткән: „Дөрөҫлөктә, йәннәттең Раййән тип аталған ишеге бар. Был ишектән бары тик Рамаҙан айында ураҙа тотоусылар ғына керәсәк“. Рамаҙан айында кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, тоғролоҡҡа һәм яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыусы ҡанун булараҡ Ҡөръән-Кәрим ингән.
     Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк! Аллаһынан башҡа илаһ юҡ! Аллаһ Бөйөк! Аллаһ Бөйөк һәм барлыҡ маҡтауҙар Уға! Берҙән-бер, тиңе (ширеге) булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына гуаһлыҡ бирәм. Ул Ғәфү итеүсе һәм Кисереүсе. Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе икәнлегенә дәлилләп һәм раҫлап гуаһлыҡ бирәм. Уға, уның ғаиләһенә һәм сәхәбәләренә Аллаһының рәхмәте һәм йәннәткә ирешеүсе сәләме булһын! Хосусан, Әбү Бәкер әс-Ситдиҡҡа, Ғүмәр Фаруҡҡа, Ғосман Зиннурәйнгә, Ғәли Мортазаға һәм имамдарға, Аллаһ уларҙың барсаһынан ла риза булһын!
     Шунан һуң, әй кешеләр! Аллаһ ҡолдары! беренсе сиратта үҙемә һәм һеҙгә Аллаһыға тәҡүә булырға васыят итәм! Йәннәттән таш атып ҡыуылған шайтандан Аллаһыға һыйынам, Мәрхәмәтле һәм Изгелекле Аллаһ исеме менән. Дөрөҫлөктә, Аллаһ тәҡүә һәм изгелек ҡылыусы кешеләр менән.
     Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә Бөйөк Ҡөръәндән бәрәкәт индәрһен, уның аяттарынан һәм хикмәтле зекерҙәрҙән файҙа бирһен. Ысынлыҡта, Ул гонаһтарҙы Ғәфү итеүсе, Рәхимле, Киң күңелле, Хөрмәтле, доғаларҙы Ишетеүсе).
     Хәҙер халыҡ аңлай торған телдә вәғәз һөйләнер. Өгөт-нәсихәт бөтөүгә имам түбәндәге рәүештә матур итеп тамамлай торған йөмләләр уҡыр һәм ултырыр.

     Бәәракәллааһү ләнәә үә ләкүм фил-ҡурьәәнил- ғәҙыйми үә нәфәғәнәә үә иййәәкүм бил-әәйәәти үәҙ- ҙикрил-хәкиим, үә әстәғфирулдааһәл-ғаффәәра лии үә ләкүм үә лисәә ири джәмәәғәтил-мүслимиинәл- хәәдыриинә әжмәғиин. Иннәһүү һүәл-ғәфүүрур- рахиимүл-жәүәәдүль-кәриимүс-сәмииғүл-ғәлиим».

     (Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә Бөйөк Ҡөръәндән бәрәкәт индерһен, уның аяттарынан һәм хикмәтле зекерҙәрҙән файҙа бирһен. Аллаһынан гонаһтарҙы ярлыҡауын һорайым, Ул минең, һеҙҙең һәм хәҙерге ваҡытта булған барлыҡ мосолмандар гонаһтарын кисерһә ине. Дөрөҫлөктә, Аллаһ Ғәфү итеүсе, Мәрхәмәтле, Киң күңелле, Ишетеүсе, Күреүсе!)

     Ултырыш: был ултырыу ваҡытында хатиб, теләһә, шул доғаны уҡыр:
     «Аллаһүммәғфир лил-мүьминиинә үәл-мүьминәәт, үәл-мүслимиинә үәл-мүслимәәт, әл-әхйәә-и минһүм үәл-әмүәәти. Иннәкә әнтә мүжиибүд-дәғәүәәт, үә мүнзилүл-бәракәәт, үә раафиғүд-дәражәәт, үә ҡаадыйүл-хәәжәәт, бирахмәтикә йәә әрхәмәр- раахимиин».
     Аллаһым, тере һәм үлгән мөьмин һәм мөьминәләрҙең, мөслим һәм мөслимәләрҙең гонаһтарын ғәфү ит! Дөрөҫлөкә, һин — доғаларға яуап Биреүсе', бәрәкәт Индереүсе, дәрәжәләрҙе Күтәреүсе, барлыҡ хәжәттәрҙе Үтәүсе, йә рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе!
    Хатиб был ҡыҫҡа ултырыштан һуң тороп баҫыр һәм икенсе хөтбәне беренсеһенә ҡарағанда бер ни тиклем ҡыҫҡараҡ уҡыр:

     "Иннәлхәмдү лилләәһи нәхмәдүһүү үә нәстәғиинүһүү үә нәстәғфируһүү үә нүьминү биһии үә нәтәүәккәлү ғәләйһ, үә нәғүүҙү билләәһи мин шүруури әнфүсинәә үә мән сәййи'әәти әғмәәлинәә мән йәһдиһилләәһүү фәләә мүдыллә ләһ, үә мән йүдълил фәләә һәәдийә ләһ, үә әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ. Иннәллааһә үә мә ләә' икәтәһүү йүсаллүүнә ғәлән-нәбийй. Йәә әййүһәлләҙиинә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә. Аллааһүммә салли ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәмәдин биғәдәди мән саллә үә саам. Аллааһүммә салли ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәмәдин биғәдәди мән ҡағәдә үә ҡаам. Салли үә сәллим ғәләйһи үә ғәләә жәмииғиль-әнбийәә'и үәл- мүрсәлиин. Үә ғәләә мәләәә икәтикәл-мүҡаррабиин, үә ғәләә әһли таағәтикә әжмәғиин мин әһлис-сәмәәүәәти үәл-әрадыын. Үәрхәмнәә үәхшүрнәә мәғәһүм бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин.
     Аллаһүммәғфир лил-мүьминиинә үәл-мүьминәәти үәл-мүслимиинә үәл-муслимәәти әл-әхьйәә-и минһүм үәл-әмүәәт, иннәкә әнтә мүджиибүд- дәғәүәәт, үә мүнзилүл-бәракәәт, үә раафиғуд- дәражәәт, үә ҡаадыйүл-хәәжәәт, бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин. Аллааһүммә салли үә сәллим ғәләә жәмииғиль-әнбийәәи үәл-мүрсәлиин. Үә ғәләә мәләәә икәтикәл-мүҡаррабиин, үә ғәләә ғибәәдикәс- саалихиин, үә ғәләә әһли таағәтикә әжмәғиин мин әһлис-сәмәәүәәти үәл-әрадыын.
Аллаһүммәғфир лил-мүьминиинә үәл-мүьминәәти үәл-мүслимиинә үәл-муслимәәт, әл-әхьйәә-и минһүм үәл-әмүәәт, үәрхәмнәә мәғәһүм үәхшурнәә мәғәһүм, бирахмәтикә йәә әрхәмәр-раахимиин.
     Аллаһы Тәғәләгә барлыҡ маҡтауҙар булһын, Унан ғына ярҙам һәм гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорайбыҙ. Уға иман килтерәбеҙ һәм барлыҡ эштәребеҙҙә Уға тапшырылабыҙ. Үҙебеҙҙең яманлыҡтарыбыҙҙы һәм ғәмәлдәребеҙҙең насарлығынан Аллаһыға һыйынабыҙ. Аллаһы Тәғәлә тура юлға күндергән кешене кем дә юлдан яҙҙыра алмаҫ, Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене кем дә тура юлға күндерә алмаҫ. Берҙән-бер, тиңе булмаған Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығына һәм Мөхәммәт (с.ғ.с.) Уның ҡоло һәм пәйғәмбәре икәнлегенә ғуаһлыҡ бирәм.
     "Хаҡтыр, Аллаһ һәм Уның фәрештәләре Пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) салауат әйтә, әй иман килтереүселәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ".
     Аллаһым, барлыҡ пәйғәмбәрҙәреңә, илселәреңә, Үҙеңә яҡын булған фәрештәләреңә, изге ҡолдарыңа, күктәрҙә һәм ерҙәрҙәге һиңә итәғәт итеүселәргә Үҙеңдең рәхмәтеңде ирештер!
     Аллаһым, тере һәм үлгән мөьмин һәм мөьминәләрҙе, мөслим һәм мөслимәләре ғәфү ҡыл!
     Улар менән беҙгә лә рәхмәтеңде бир, беҙҙе лә улар менән Үҙ рәхмәтеңдә булып, мәхшәр майҙанында бергә йыйһаң ине, йә рәхимлеләрҙең Рәхимлеһе!)