Архив метки: иғтикәф

Иғтикәф

                                                                             Иғтикәф

     Иғтикәф – мәсеттән сыҡмайынса ғибәҙәт ҡылыу

     Иғтикәфтең фәзыйләте тураһындағы хәҙистәр һәм бөйөктәрҙең һүҙҙәре.
     Ибн Ғаббас (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғанса, иғтикәф (берәр изге урындан, мәсеттән сыҡмайынса, бер ни тиклем ваҡыт доға ҡылып йәшәү) ҡылыусы кеше тураһында Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) былай тигән:
     «Иғтикәф гонаһтарҙы тотҡарҙар (эйәһен барлыҡ гонаһтарҙан һаҡтар) һәм барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ҙа ҡылған кеүек уға (иғтикәф ҡылыусыға) сауаптар яҙылыр» (Ибн Мәджә, «Сыйам», 67). Имам Синди (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән: «Хәҙистең башында килтерелгән һүҙ иғтикәф ҡылыусыны аңлатырға мөмкин. Был осраҡта әйтелгәндең мәғәнәһе: «иғтикәф ҡылыусы кеше гонаһтарға батмаҫ, нәфесен уларҙан тыйып ҡалыр» тигәнде белдерә. Был һүҙ иғтикәф тураһында әйтелгән осраҡта иһә һөйләмдең мәғәнәһе: «иғтикәф гонаһтарға ҡамасау булыр, иғтикәф дауамында гонаһтар ҡылынмаҫ» тигәнде белдерә. Хәҙистең маҡсаты бары тик иғтикәф дауамын ғына түгел, ғөмүмән, унан һуң да гонаһ ҡылмаҫҡа кәртә булыуында. Сөнки рөхсәт ителгән иғтикәф дауамында Аллаһы Тәғәләнең иғтикәф ҡылыусыны гонаһтарҙан һаҡлауы мөмкин. Хәҙистең икенсе яртыһында иғтикәф ҡылып, был ваҡытта гонаһ ҡылыуҙан үҙен тыйған бер мосолман барлыҡ яҡшылыҡтарҙы эшләгән кеүек сауап ҡаҙаныр, был хәҙистең маҡсаты — иғтикәфкә өндәү». Читать далее