Мәйет оҙатыу үә күмеү сауабтары

                                                Мәйет оҙатыу үә күмеү сауабтары

     Мәйет йынаҙа намаҙы уҡыла торған ергә ҡуйылғас башҡа кешеләрҙе тәһәрәт алығыҙ тип көтөп тороу дөрөҫ булмаҫ. Бик үк булмаһа, тәйәммүм алһындар. Намаҙҙа имам булырға башҡа кешенән мөфтий, йә иһә ҡазый, мөхтәсиб һәйбәтерәк. Әгәр улары булмаһа мәхәллә имамы уҡыуы хуп. Шулай уҡ мәйеттең туғандары ла уҡый ала. Әгәр мәрхүм васыят итһә, минең йынаҙамды фәлән кеше уҡыһың тиһә, был дөрөҫ.
     «Шүрғәтүл-исләм» китабында шундай мәғлүмәт килтерелә: Ислам сөннәте – йыназа намаҙын уҡыған кеше мәйеттең сауабыннан мәхрүм булмай, сөнки хәҙистәрҙән килә, йынаҙа намаҙҙын уҡыусыға сауаб бер ҡыйрат һәм күмгәндең сауабы ике ҡыйрат. «Ҡыйрат» тип ҙур бер тауға әйтәләр. Хәҙрәти Ғәли раҙийәллаһү ғәнһү Рәсүлүлла ғәләйһиссәләмдән риүәйәт итә: Әгәр бер мөьмин ир йәиһә мөиьминә ҡатын үлгәнен ишетһәләр, уны күмеүҙә ғәнимәт, йәғни ҙур табыш тип бел, сөнки мөьминдәрҙән бер мәйет булһа, Хаҡ Тәғәлә Джәбрәил фәрештәгә әмер итәр, ер йөҙөнә тарат: Аллаһ Тәғәлә ул кешегә рәхмәт итһен, был ҡолдың йә иһә был ҡол ҡатындың йынаҙа намаҙында булһа, ул кеше өйөнә гонаһлары ярлыҡанған хәлдә ҡайта. Шулай уҡ мәйеттең йынаҙаһына ҡатнашырға барған һәр аҙымына ун ике мәртәбә хаж һәм ун ике мәртәбә ғөмрә (кесе хаж) сауабын яҙа, йынаҙа намаҙындағы дүрт тәҡбир өсөн һәр тәҡбиргә ун ике мең шәһит сауабы бирелә, йәнә тән-ағзаларындағы булған һәр төк һанынса бер ҡол азат ителгән кеүек һәм намаҙҙа уҡыған доғаның һәр бер хәрефенә бер пәйғәмбәр сауабы һәм бер йыллыҡ ураҙа сауабы бирә. Йәнә күктәр һәм ерҙәр фәрештәләре уның өсөн истиғфар ҡылалар. Ғәреш алдында бер фәрештә ҡысҡырып: «Әй Аллаһының ҡолы, ғәмәлең ҡабул булды, тырыш, бер уның кеүек ғәмәл ҡылһаң, тәхҡыйҡ, һинең гонаһларың ярлыҡанды», — тип әйтер. Читать далее

Ғаләмде бар итеүсе

                                    Ғаләмдең яралтып бар итеүсеһе булырға тейеш

     Төплө аҡылы булған кеше килешмәй ҡалмай һәм инҡар итә лә алмай торған дәлилдәр килтереп, Ҡөрьән өйрәтә: ”Әллә улар — иманһыҙ кешеләр — үҙҙәренән- үҙҙәре барлыҡҡа килгәнме? Йәки күктәрҙе һәм ерҙе улар үҙҙәре яралтып бар иткәнме? Әлбиттә, юҡ”, — ти.
                                                                                ”Әт-Тур”,”Тур тауы” сүрәһе, 35-36 — нсы аяттар.
     Һеҙҙең йәшәп ятыуығыҙ, Күктәр менән ерҙең булыуы — бәхәсһеҙ. Аҡылы булған кеше һәр нәмәнең барлыҡҡа килеүендә бер сәбәп булыуын да таный. Быны хатта далала малдар бағып йөрөгән көтөүсе белә. Тиҙәк күрһә, бында көтөү йөрөгән, кеше эҙе күрһә, юлаусы үткән, ти. Тимәк, йондоҙҙар балҡып торған күк менән далалары йәйерәп ятҡан ер бөтәһен дә белеп торған, бөтәһенә ҡеүәте еткән Аллаһтың барлығына ишара. Читать далее

Отолоуҙан ҡотолоу

                                                Отолоуҙан ҡотолоуҙың дүрт юлы.

                                                     Аяттар, аяттарға шәрехтәр.
     Ҡөрьән өйрәтә: "Заман, дәүер, быуат һәм көн артынан көн үтеп, бер-бер артлы килеп торған икенде ваҡыты менән ант итеп әйтәм: дөрөҫлөктә, һәр кем отолоуҙа. Ҡәҙерле ғүмерен донъя өсөн генә тәләф итеүе сәбәпле төрлө зарар һәм кәмселектәргә юлығып, хәсрәт сигеп кенә тора.
     Әҙәм балаларынан Ҡөрьән өйрәткән рәүештә иманға килеп, изге ғәмәлдәр менән ғүмер иткән, тормошта булып торған төрлө ауырлыҡтарға, бәлә-ҡазаларға сабыр, сыҙам була белеү өсөн бер-береһенә өгөт-нәсихәт биреп тора белгән хаҡ мөьминдәр генә отолоуҙа, кәмселектә, хәсрәттә булмаҫ”, — ти.
                                                                                                                     ”Үәл-Ғасыр” сүрәһе. Читать далее

Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр

                                                    Сабырлыҡ тураһында нәсихәттәр.

     ”Аллаһ өсөн кемдәр бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк?”
— тип һорайҙар мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәттән. «Аллаһ биргәндәргә шөкөр итә, бәлә һәм бәхетһеҙлектәр килгәндә сабыр итә белгәндәр”, — ти имам.
     »Сабырлыҡ — Йәннәттәрҙәге хазиналарҙың береһе”.
     "Сабырлыҡ ул — нур”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Сабырлыҡ, ҡәнәғәт була һәм шөкөр итә белеү — ҡолдоң иң мөһим бер сифаты, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ. Читать далее

Иманға инаныу

САДАКАИманға инаныу

Мәҙхиә

Бисмилләһир — рахманир — рахим! —
тип
Салауат әйтһәм, баҙнатлылыр
ҡәләм.
Йөрәк һүҙем һиңә, Хаҡ тәғәләм,
Һиңә, Раббым Рәсүле — изге әләм!

Сәхәрҙәрҙә — таңда күккә баҡһам,
Мең — мең йондоҙ — тәсбих
төймәләре.
Ай күрҙем мин аман, йәндә
иман,
Тәҡдиремә тәҡәттәр бир, Тәңре! Читать далее

“Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте

                                            “Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте.

     Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙ йә иһә фиғелен “бисмилләһ” менән башлар ине. Бер ваҡыт ире: ”Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр”, — тине, ҡатынына аҡса янсығын ҡалдырҙы һәм уға: ”Быны һаҡла”, — тине. Ҡатыны уны бер урынға ҡуйҙы һәм онотты. Ире был аҡса янсығын һәм унда булған аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һалды. Һуңынан килеп ҡатынынан янсыҡты талап итте. Ҡатыны янсыҡты ҡуйған урынынан алғанда “бисмилләһ” әйтте. Аллаһ Тәғәлә Җәбраил ғ.с. -гә тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итте. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙҙы һәм уны ҡуйған урынында тапты. Ире бик ғәжәпләнде һәм Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылды.
     Ибн Ғәббәстән килгән хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Кем “бисмиллә”– не әйтһә Аллаһ Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар”. Читать далее

Күрше хаҡы

                                                          Күрше хаҡы

     (текстың хәрефтәрен ҙурайтыр өсөн Ctrl кнопкаһын баҫып-тотоп, + кнопкаһына баҫырға, бәләкәйсәтер өсөн кнопкаһына баҫырға)

     Хөрмәтле йәмәғәт! Ислам дине кешенең үҙ-үҙенә, икенсе кешегә һәм башҡа йән эйәһенә, Аллаһ Тәғәләгә булған мөнәсәбәтен яйға һала. Был донъяла кеше яңғыҙы йәшәмәй, ә кемгәлер күрше була. Күршенең кем булыуына ҡарамаҫтан мосолман уның менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш, сөнки был – йәмғиәттең имен, ныҡ, тыныс һәм хәүефһеҙ булыу шарты. Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күршелек тураһында бик йыш әйтелә. Мәҫәлән, Ҡөрьәндә: «Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға һис бер нәмәне тиңдәш тотмағыҙ: ата-әсәләргә, яҡындарға, етемдәргә, ярлыларға, туғанлыҡ менән яҡын күршегә, яҡындағы күршегә, эргәләге дуҫыңа, юлсыға, уң ҡулдарығыҙ хужа булғанға — изгелек ҡылыу! Ысынлап та, Аллаһ тәкәббер, маҡтансыҡтарҙы яратмай» — тиелә. («Ҡатындар» сүрәһе. 04: 36). Читать далее

Шәйех Ғабдуллаһ

                                                              Шәйех Ғабдуллаһ

                                                    Ғабдуллаһ әл-Фәиз әд-Дағстани

   Ул — Изге Ҡөрьәндең йәшерен мәғәнәһен аңлаған, суфыйсылыҡ ҡанына һеңгән шәхес булған. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уның йөрәге була. Уның йәне илаһилыҡҡа өҫтөнлөк бирә, ул донъяға килгәндә, Ер яҡтылыҡҡа күмелгән. Кешеләр шәйехкә, фани донъяла ғына түгел, баҡыйлыҡҡа күскәс тә тыныслыҡ, бәхет табыу маҡсаты менән килгән, наҙанлыҡ, томаналыҡ уның мәғлүмәтлеге, белеме ярҙамында юҡҡа сыҡҡан.
   Шәйех Абдуллаһ 1891 йылда Дағстанда врач ғаиләһендә тыуа. Уны әсәһенең ағаһы шәйех Шәрәфетдин әл-Дағстани тәрбиәләй һәм уҡыта. Һеңлеһе ауырға ҡалғас, шәйех Шәрәфетдин уға:"Һинең тыуасаҡ улың үткән һәм буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәсәк. Ул үҙ осороноң «Әүлиә әл-Солтаны буласаҡ. Әүлиәләр „Мөхәммәд (с.ғ.с.) өммәте башлығы“, тип ололаясаҡ. „Минең бер йөҙөм Бар ҡылыусыға, икенсеһе Унан бар булғандарға ҡарай. Бер сәғәтте — Бар ҡылыусы, бер сәғәтте — Унан бар булғандар менән уҙғарам“, тип әйтер ул. Ул тыуғас, Абдуллаһ, тип исем ҡуш, сөнки ул яңынан ғәрәп илдәренә тәриҡәт таратасаҡ». Читать далее

Шәйех Баһауетдин

                                                           Шәйех Баһауетдин

                                       Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Наҡшбәнд әл-Бохари 

   Шәйех Мөхәммәд Баһауетдин әл-Бохари Наҡшбәнд Ҡаср-и-Хиндуан ауылында һөнәрсе тажиҡ ғаиләһендә тыуған. Һуңынан был ауыл уның хөрмәтенә Ҡаср-и-Арифам, тип атала, вафаты ла тыуған ауылында була. Уның атаһы туҡыусы һәм сүкеүсе булған («наҡш» фарсы телендә «биҙәк,» тигәнде аңлата). Суфыйсылыҡ тәриҡәтенең был тармағы, шулай итеп, уның һөнәре атамаһынан килеп сыҡҡан. Шәйех Баһауетдиндың тормошонда суфыйҙар менән тығыҙ бәйләнештә булған олатаһы ҙур урын тота. Нәҡ ул ейәнендә мистикаға ҡыҙыҡһыныу уята ла инде. Читать далее

Шәйех Абдул Ҡадир

                                                                  Шәйех Абдул Ҡадир

   Солтан Әүлиә әл-Ғауҫ әл-Әҙәм Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әд-Джилани әл-Хәсәни әл-Хөсәйни                                                                                                           (ғәләйһиссәләм)

   Шәйех Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани (1077/472 — 1166/561) дини ғилем һәм Күк ҡанундары белгесе булған. Суфыйсылыҡ һәм Шәриғәт фәнендә абруйы шул тиклем юғары булып, уны заманының рухи ҡотобо булараҡ белгәндәр (Әл-Ғауҫ әл-Әҙәм). Ул христиан йыл иҫәбе буйынса 1077 йылда Ирандың төньяҡ-көнбайышындағы Джилани ҡалаһында тыуған. 18 йәшендә, дини ғилем һәм рухи остаз эҙләп, Бағдадҡа юллана. Шәйехтәр Абул Вафа ибн Акил, Мөхәммәд бин әл-Хәсән әл-Баклани һәм Әбү Зәкәриә Табризи — уның тәүге остаздары була. Ошо уҡытыусылар етәкселегендә ул Ҡөрьән тәфсирен, суфыйсылыҡ йолаларын, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормош юлын, теологияны, фикхты (ислам хоҡуғы), грамматиканы, Ҡөрьән филологияһын һәм уны уҡыу сәнғәтен, Ислам хоҡуғының Ханбала мәктәбен өйрәнә, быларҙан тыш, Шәфиғи мәктәбе буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын ала. Ҡөрьәнде яттан белә һәм уны ете төр алым менән уҡый алған. Дини ғилемдең 13 фәнен һәм уға яҡын фәндәрҙе үҙләштергәндән һуң, Мөхөтдин Абдул Ҡадир әл-Джилани шәйех Хәммәд бин Мөслим әд-Даббас етәкселегендә рухи юлға баҫа. Алдынғы ҡарашлы һәм Бағдадтағы бөтөн остаздар кимәленә еткәндәрҙең шәйехе әл-Мөбәрәк Сәйед бин әл-Хәсәндә бәйғәт ҡыла. Читать далее