Архив метки: фытр

Ураҙа байрамы

                                                       Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы

     Беренсе хөтбә
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Тиҙҙән беҙ Ураҙа байрамын ҡаршы аласаҡбыҙ. Был байрам — ике ғәйетебеҙҙең береһе. Уны матур итеп үткәреп ебәрергә әҙерләнәйек. Мосолман өсөн был донъялағы бар көндәр ҙә — ғибәҙәт ваҡыты. Әгәр ҡыйынлыҡтар килһә, Аллаһ хаҡына сабыр итәбеҙ, һәм был — сабыр тигән ғибәҙәт. Әгәр яҡшы нәмә хасил булһа, Раббыбыҙға шөкөр итәбеҙ, һәм был да — ғибәҙәт. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Ни тиклем ҡыҙыҡ мөьминдең эше! Уның хәле һәр ваҡыт та хәйерле, һәм был тик мөьмингә генә хас. Әгәр уға ҡыуаныслы нәмә килһә, ул шөкөр итә, һәм был уға — яҡшы. Әгәр ҡыйынлыҡ килһә, сабыр итә, һәм был да уға — яҡшы». («Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Шулай итеп, беҙ һәр ваҡиғаны ла ғибәҙәткә әүерелдерергә тейешбеҙ, йынаҙаһын да, байрамын да. Ә был иһә тик пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенә эйәреү аша ғына мөмкин. Шуға пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ байрам көндәрендәге сөннәттәрен белеп, шул эштәрҙе үҙебеҙ ҙә эшләйек: Читать далее