Сәләмәт булығыҙ

Күҙҙәрҙе дауалау

0

                                                              Күҙҙәрҙе дауалау

     Һәр төрлө күҙ ауырыуҙарының иң яҡшы дауалау ысулы булып Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим китабы тора. Ҡөръән уҡыу күҙҙәргә шифа бирә, күреү һәләтен көсәйтә. Ҡөръәндең һәр хәрефе беҙгә һәр ауырыуҙан дауа-шифа булып тора. Аллаһ әйткән бит: «Һәр ауырыу артынан мин шифаһын ебәрәм» тигән. Шуға ла беҙ ихластан, иманыбыҙға таянып ошо аяттарҙан шифа табайыҡ.

                                                 Ауырыған күҙҙәре шифалау ысулдары
     «Йә Раббым! Ауырыу күҙҙәремә шифа бир!» тигән ниәт менән бер юлы 11 мәртәбә әр-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһен уҡыу кәрәк. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Сихыр һәм күрәҙәселек

0

                                                        Сихыр һәм күрәҙәселек

                                     Исламдың сихыр һәм күрәҙәселеккә мөнәсәбәте
     Барса маҡтауҙар Аллаһға ғына. Һуңғы Пәйғәмбәренә Аллаһтың салауаты һәм сәләме булһын. Һуңғы йылдарҙа, ҡайһы бер илдәрҙә кешеләрҙең наҙанлығынан һәм ышаныуынан файҙаланып төрлө сирҙәрҙе дауалайбыҙ тип күрәҙәселек һәм сихыр менән шөғөлләнеүсе һәм шул юл менән мал йыйыусы ялғансылар күбәйеп киткәнгә һәм был эш Ислам диненә мосолмандарға ҙур зарар килтергәнгә күрә, беҙ был мәсьәләне асығыраҡ аңлатыуҙы кәрәк таптыҡ. Сөнки сихыр — күрәҙәселек кеүек эштәр — Аллаһға һәм Уның Пәйғәмбәренә инанмау, Уларға итәғәт итмәү. Әлбиттә Исламда дауаланыу рөхсәт ителгән. Ләкин мосолман тейешле белеме булған табибҡа (хирург, невропатолог һ.б) мөрәжәғәт итергә тейеш. Сөнки сирҙе дауалау өсөн табиб ауырыуға тейешле диагноз ҡуйып, уны медицина талаптары буйынса ҡулай булған һәм Ислам шәриғәте рөхсәт иткән саралар ҡулланырға тейеш. Бындай дауаланыу Аллаһ Тәғәлә ауырыуҙарҙы бар ҡылған һәм уларға тейешле дауаларҙы ла яратҡан. Белеме булған кешеләр бынан хәбәрҙәр, ә наҙан кешеләр был хаҡта белмәйҙәр. Ләкин Аллаһ Үҙе харам ҡылған нәмәләрҙән ҡолдарына шифа бирмәй. Ауырыу кешегә, үҙенең сирен белеү өсөн йәшерен нәмәләрҙе беләм тейеүсе күрәҙәселәргә барыу тыйыла. Шулай уҡ күрәҙәселәрҙең һүҙҙәренә лә ышанырға ярамай. Сөнки улар йәки ни тура килһә шуны һөйләйҙәр, йәки үҙҙәренә ярҙамға ендәрҙе саҡыралар. Уларҙың йәшерен нәмәләрҙе белеүгә дәғүәләре — иманһыҙлыҡ һәм бик ҙур яңылышыу. Иман Мөслим үҙенең хәҙистәр йыйынтығында хәбәр итеүенсә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: „Күрәҙәсегә барып, унан ни булһа ла һораған кешенең 40 көн намаҙы ҡабул булмаҫ". Шулай уҡ Әбү Һурайра (радыяллаһу ғәнһү) еткереүе буйынса Әбү Дауыт Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис- сәләмдең түбәндәге һүҙҙәрен хәбәр иткән; Күрәҙәсегә барып, уның һүҙҙәренә ышанған кеше Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә ингәндәргә (Ислам диненә ) инанмаған була". (Әл- Хаким был хәҙисте дөрөҫ тигән). тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Дарыу үләндәрен йыйыу

0


                                  Дарыу үләндәрен йыйыу

     Шифалы үҫемлекте экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машина күп йөрөгән юл буйҙарындағы үҫемлектәр машиналарҙан сыҡҡан зәһәрле газ матдәләре менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәне лә йыйылмаһын, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәрен ҡоротоу маҡсатында төрлө көслө ағыу препараттары (гербицидтар, фунгицидтар һ.б.) ҡулланыла. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.
     Үләндәрҙең ҡайһылары бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Шуға күрә тик яҡшы белгәнең, танығаныңды ғына йыйырға кәрәк, юғиһә дарыу үләне урынына килешмәгәне, ағыулыһы эләгеүе ихтимал.
Дарыу үҫемлектәрен баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле. Аҡсаға табынған берәй әҙәм шифалы үҫемлек урынына теләһә ҡайҙан йыйылған әллә ниндәй үлән һатыуы мөмкин. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Һары умырзая

0

адоонисҺары умырзая

     Һары умырзая (русса: горицвет (адонис) весенний, латинса: Adonis vernalis L.) — күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель — май айҙарында һары сәскә ата, июнь — июлдә орлоғо өлгөрә. Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Башҡортостандың күпселек райондарында үҫемлекте күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
     Дауалау өсөн һары умырзаяның үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла. Уның составында адонотоксин, цимарин исемле йөрәк гликозидтары, сапониндар, адоникол кислотаһы һ.б. биологик актив матдәләр бар. Һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡайсы йәки ураҡ ярҙамында ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, юғиһә киләһе йылда был үлән үҫмәйәсәк. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Андыҙ

0

девясилАндыҙ

     Андыҙ (русса: девясил (высокий), латинса: Inula helenium L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-2,5 м тирәһендә, июнь — сентябрь айҙарында һары сәскә ата; емеше август — октябрь айҙарында өлгөрә. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, урман ситендә үҫә. Был шифалы үлән республикабыҙҙың күпселек райондарында осрай. Тик Урал аръяғында һирәк күҙәтелә. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Артыш

0

можевильник                                 Артыш

     Артыш (русса: можжевельник обыкновенный, латинса: Juniperus communis L.) — йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған бәләкәй ылыҫлы ағас үҫемлек. Бейеклеге 1-3 м тирәһе, сәскәһе йәшкелт, емеше йылына бер өлгөрә. Артыш ҡомло һәм ташлы тупраҡта, ҡарағай һәм ҡарағай ҡатнаш урмандарҙа үҫергә ярата. Республикабыҙҙың Белорет, Бөрйән, Архангел, Ғафури, Дүртөйлө һ.б. ҡайһы бер райондарында йыш осрай.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Һоло

0

                                                                         Һоло

     Һоло (русса: овес (посевной), латинса: Avena sativa L.) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50—170 см, июнь — июль айҙарында сәскә ата, июль — сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Тәбиғәттә һоло осрамай. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә.
     Дауалау өсөн һоло бөртөктәре һәм үләне ҡулланыла. Бөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минераль тоҙҙар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Һоло үләне лә төрлө шифалы матдәләргә бай. Унда бигерәк тә С витамины күп. Һоло үләне башаҡланған сағында әҙерләнә: үҫемлектең өҫкө өлөшө (15-20 см тирәһендәге) ҡырҡып алына. Ҡоро, ҡояшлы көндә күләгәлә киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә. Һоло бөртөктәре өлгөргәс йыйыла. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Һуҡыр кесерткән

0

                                                                 Һуҡыр кесерткән

     Һуҡыр кесерткән (русса: яснотка белая, глухая крапива, латинса: Lamium album L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1,5 м-ға етә. Май — август айҙарында аҡһыл һары сәскә ата, емеше июнь — сентябрҙә өлгөрә, һуҡыр кесерткән — баҡсаларҙа, ҡойма тирәһендә, юл буйҙарында үҫеүсе сүп үләне. Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла осратырға мөмкин. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Һуған, башлы һуған

0

                                                        Һуған, башлы һуған

     Һуған, башлы һуған (русса: лук репчатый, латинса: Allium cera L.) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек. Июль — август айҙарында аҡһыл сәскә ата, орлоғо август — сентябрҙә өлгөрә. Тәбиғәттә башлы һуған осрамай, ул сәсеп үҫтерелә.

тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Ҡарағай

0

СОСНА                                           Ҡарағай

     Ҡарағай (русса: сосна обыкновенная, латинса: Pinus Silvestris L.) – ылыҫлы ағас, бейеклеге 30-40 метрға етә. Һеркәһе май-июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә. Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Республикабыҙҙа киң таралған ағас. Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Унда С витамины ла күп. Ҡарағай сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.
     Ҡарағай бөрөләрен, ылыҫын һәм сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе — ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ҡарағай ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...

Вверх