Архив рубрики: Сәләмәт булығыҙ

Һуған, башлы һуған

                                                        Һуған, башлы һуған

     Һуған, башлы һуған (русса: лук репчатый, латинса: Allium cera L.) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек. Июль — август айҙарында аҡһыл сәскә ата, орлоғо август — сентябрҙә өлгөрә. Тәбиғәттә башлы һуған осрамай, ул сәсеп үҫтерелә.

Читать далее

Ҡарағай

СОСНА                                           Ҡарағай

     Ҡарағай (русса: сосна обыкновенная, латинса: Pinus Silvestris L.) – ылыҫлы ағас, бейеклеге 30-40 метрға етә. Һеркәһе май-июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә. Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Республикабыҙҙа киң таралған ағас. Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Унда С витамины ла күп. Ҡарағай сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.
     Ҡарағай бөрөләрен, ылыҫын һәм сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе — ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ҡарағай ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана. Читать далее

Ҡайын

береза                                                  Ҡайын

     Ҡайын (русса: береза (бородавчатая), латинса: Betula verrucosa Ehrh) — бейеклеге 20 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙә өлгөрә. Республикабыҙҙың айырым райондарында (Балаҡатай, Салауат, Бөрйән, Йылайыр, Белорет һ.б.) күп үҫә. Дауалау өсөн ҡайындың бөрөләре һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һ.б. биологик актив матдәләр бар. Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлендә өҙөлә, ә япраҡтары май айы аҙағында һәм июнь баштарында әҙерләнә. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай.
     Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөләрен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә. Читать далее

Үгәй инә үләне

мать и мачеха                                     Үгәй инә үләне

     Үгәй инә үләне, яр япрағы (русса: мать-и мачеха, латинса: Tussilago farfara L.) — күп Йыллыҡ үҫемлек. Апрелдә һары сәскә ата, май баштарында орлоғо өлгөрә. Үгәй инә үләне юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙәрҙә, йылға ярҙарында һ.б. урындарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн үләндең аҫҡы (тамырына яҡын) япраҡтары ҡулланыла. Уларҙың составында гликозидтар, инулин, алма кислотаһы, сапониндар, С витамины, каротиноидтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Үләндең япрағы июнь — июль айҙарында йыйыла һәм ҡояш төшмәгән ҡоро бинала, йоҡа итеп йәйеп киптерелә. Кипкән үләнде ҡоро урында һаҡлағанда, уның шифаһы 3 йыл буйы юғалмай.
     Үгәй инә үләне япрағынан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) тын алыу юлдары, үпкә шешкәндә, тын ҡурылғанда, ашҡаҙан-эсәк, бәүел юлдары сирләгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған үлән япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Читать далее

Уҫаҡ

ОСИНА                                              Уҫаҡ

     Уҫаҡ, ауһаҡ (русса: осина, латинса: Populus tremula L.) — эре ағас. Бейеклеге 30—35 метрға етә. Апрель — май айҙарында (ағас япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата. Уҫаҡ йылға, күл ярҙарында, урман ситендә, һаҙлыҡта һәм шулай уҡ тауҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Уны урамдарҙа ултыртып та үҫтерәләр.
     Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, хуш еҫ биреүсе кислоталар, фенол- гликозидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолглико- зидтар һ.б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп. Ағастың ҡайыры иртә яҙ башланыу менән урман ҡырҡҡан ерҙә әҙерләнергә тейеш. Шыма ҡайырҙар алына, башта улар ҡояшта һулытыла, аҙаҡ күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Уҫаҡ япрағы май — июнь айҙарында йыйыла һәм күләгә урында киптерелә. Ағастың бөрөләре (улар ярылғанға тиклем) әҙерләнә һәм кисекмәҫтән мейестә йәки духовкала киптерелә. Читать далее

Тирәк

тополь

                                                    Тирәк

     Тирәк (русса: тополъ, осокорь, латинса: Populus nigra L.) — эре ағас. Уның донъяла 100-гә яҡын, ә илебеҙҙә 30 төрө билдәле. Республикабыҙҙа тирәктең ике төрө — аҡ һәм күк үҫә. Тирәктең ҡайһы бер төрҙәренең бейеклеге 25—30 метрға етә. Март — май айҙарында (япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата, орлоғо апрель — июндә өлгөрә, йылға, күл ярҙарында үҫә. Ул бигерәк тә ҡомло тупраҡты ярата. Күк тирәкте урам-парктарҙы матурлау маҡсатында ултыртып та үҫтерәләр.
     Дауалау өсөн тирәктең бөрөләре ҡулланыла. Уларҙың составында флавоноидтар, фенолгликозидтар, С витамины һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тирәк бөрөләре март — апрель айҙарында (был ваҡытта бөрөләр бер аҙ ҡата) йыйыла. Киптерер алдынан бөрөләр һулытыла. Аҙаҡ күләгәле һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.
     Тирәк бөрөләре төнәтмәһен халыҡ медицинаһында нервылар ҡаҡшағанда, биҙгәк тотҡанда, ревматизм ауырыуынан ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Тирәк бөрөләре онтағынан әҙерләнгән дарыу майы ла тән ҡысытыуҙан, эренле яра-йәрәхәттән, геморройҙан килешә. Аяҡ- ҡул һыҙлағанда уның менән ыуынырға мөмкин. Дарыу майын әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған тирәк бөрөһө 2 аш ҡалағы туң май (һарыҡтыҡы яҡшыраҡ) менән ентекләп бутала.
                                                                    «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

Тал

ива
                                               Тал

     Тал (русса: ива, верба, латинса: Salix L.) — эре ағас. Бейеклеге 10-12 м-ға етә. Апрель — май айҙарында сәскә ата, май — июндә орлоғо өлгөрә. Талдың төрҙәре байтаҡ: аҡ тал, өйәңке (йәки мурт тал) һ. б. Тал йылға буйҙарында, дымлы тупраҡлы урмандарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн уның ҡайыры ҡулланыла. Уның составында салицилин исемле гликозид, катехиндар, ҡамаштырыу (дубильные) матдәләре һ.б. биологик актив матдәләр бар. Тал ҡайыры ағастың олоно һәм эре ботаҡтарынан апрель, май, июнь айҙарында һыҙырыла һәм ҡоро, елләтелеп торған урында киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана. 4 йылға тиклем үҙ шифаһын юғалтмай.
     Тал ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатманы ревматизм, подагра сирҙәренән, берәй эске ағзанан (ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, биҙгәк тотҡанда эсергә кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тал ҡайырын 1 стакан һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә.
     Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите шешеп ҡанағанда ауыҙҙы был ҡайнатма менән сайҡау файҙалы. Экзема кеүек тире ауырыуы булғанда ошо ҡайнатманы ҡушып ванна яһарға мөмкин.
                                                               «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Варис Ғүмәров

Сирень

СИРЕНЬ
                                              Сирень

     Сирень, күксин (русса: сирень обыкновенная, латинса: Syringa vulgaris L.) — ҡыуаҡ. Бейеклеге 2-7 м. Май — июнь айҙарында ҡыҙғылт миләүшә (һирәк аҡ) төҫтәге сәскә ата, июлдә орлоғо өлгөрә. Илебеҙҙә киң таралған үҫемлек. Декоратив маҡсатта баҡсаларҙа, парктарҙа, өй эргәһендә үҫтерелә.
     Дауалау өсөн үҫемлектең, нигеҙҙә, сәскәһе һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында эфир майы, синигрин исемле феногликозид, фарнезол, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар.
Сирень сәскәһе ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш өйләндереп киптерелә. Улар ғәҙәттәгесә һаҡлана.
     Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр һәм бөйөр лаҡаны ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә.
     Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майы аяҡ-ҡул һыҙлағанда ыуыныу өсөн ҡулланыла. Майҙы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп онталған сәскә 2 аш ҡалағы аҡ май менән ентекләп бутала.

Имән

дуб
                                              Имән

     Имән (русса: дуб черешчатый, латинса: (Quercus robur L.) — бейеклеге 40 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә. Имән, нигеҙҙә, республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндә үҫә. Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ.б. биологик актив матдәләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын. Һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндерел торолһон. Ҡайырының тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата. Читать далее

Бәпембә

одуванчик
                                                 Бәпембә

     Бәпембә, салмабаш (русса: одуванчик лекарственный, латинса: Тaraxacum officinale Wigg) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Апрель — июнь айҙарында һары сәскә ата, емеше май — июнь айҙарында өлгөрә. Бәпембә тау биттәрендә, ялан-аҡландарҙа, юл буйҙарында, ташландыҡ ерҙә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.
     Дауалау өсөн, нигеҙҙә, тамыры ҡулланыла. Япрағын да файҙаланып була. Бәпембә тамыры составында инулин, гликозид, алма кислотаһы, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Бәпембә тамыры август — сентябрҙә йә апрель — май айҙарында ҡаҙып алына. Һалҡын һыуҙа йыуғандан һуң ҡоро урында һәм күләгәлә киптерелә. Бәпембә тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне аппетит юғалғанда, бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, нервылар ҡаҡшағанда, подагра сире булғанда, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе насарайғанда, эс ҡатҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.
     Халыҡ медицинаһында имеҙгән әсәләргә һөттәре артһын өсөн дә бәпембә тамыры төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 20-30 минут элек, 2-3 аш ҡалағы эсергә тәҡдим ителә. Читать далее