Һоло
Һоло (русса: овес (посевной), латинса: Avena sativa L.) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50—170 см, июнь — июль айҙарында сәскә ата, июль — сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Тәбиғәттә һоло осрамай. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә.
Дауалау өсөн һоло бөртөктәре һәм үләне ҡулланыла. Бөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минераль тоҙҙар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Һоло үләне лә төрлө шифалы матдәләргә бай. Унда бигерәк тә С витамины күп. Һоло үләне башаҡланған сағында әҙерләнә: үҫемлектең өҫкө өлөшө (15-20 см тирәһендәге) ҡырҡып алына. Ҡоро, ҡояшлы көндә күләгәлә киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә. Һоло бөртөктәре өлгөргәс йыйыла.
Борон-борондан һоло ярмаһы яҡшы диетик аҙыҡ тип һанала. Унан әҙерләнгән ашамлыҡ ашҡаҙан-эсәктәр, бауыр һәм үт ҡыуығы, бөйөрҙәр сирләгәндә, дөйөм һаулыҡ ҡаҡшағанда бик файҙалы.
Һоло бөртөктәренән әҙерләнгән төнәтмәне йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирләгәндә, нервы системаһы ҡаҡшағанда, матдәләр алмашыныу процесын яҡшыртыу маҡсатында ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 аш ҡалағы һоло бөртөктәрен 2 стакан һалҡын һыуға һалып, 1 тәүлек ябыҡ килеш өй шарттарында тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2-3 тапҡыр, ашар алдынан, ½—1 стакан эсергә. Бындай төнәтмәне әҙерләү өсөн «геркулес» кеүек һоло ярмаһы бигерәк тә уңайлы.
Яңы өҙөп алынған һоло үләненән әҙерләнгән спиртлы төнәтмәне кеше ябыҡҡанда, аҡыл һәм физик яҡтан йонсоғанда, нервы системаһы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, тирләттереү, юғары температураны төшөрттөрөү маҡсатында, бөйөрҙәр тарафынан бәүел бүленеүе һүлпәнәйгәндә ҡабул итеү файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү өсөн ит турағыс аша үткәрелгән яңы һоло үләне иҙмәһе файҙаланыла.
Төнәтмәне кипкән үләндән һыуҙа ла әҙерләйҙәр: 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған һоло үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1/3 стакан эсергә. Һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә һуңғы миҡдары, эҫе килеш, төнгә ҡаршы ҡабул ителә.
Яңы һоло һаламынан әҙерләнгән ҡайнатманы ҡушып, аяҡ- ҡул һыҙлағанда, экзема, экссудатив диатез кеүек тире ауырыуы булғанда ванна яһарға мөмкин. Ҡайнатманы әҙерләү: 0,5-1 кг һаламды 2-3 литр һыуға һалып, 5-6 минут талғын утта ҡайнатып алырға.
Һоло косметик маҡсатта ла ҡулланыла. Бит тиреһе ҡоро булғанда, йомшаҡлығы кәмегәндә һоло төнәтмәһе менән йыуыныу файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы таҙартылмаған һоло бөртөктәрен 1 литр ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында, 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Көнөнә ике тапҡыр, иртәле-кисле, йыуыныу кәңәш ителә.
«Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре», Вариҫ Ғүмәров